НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).

* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”).

* * *
Ваҡытың артып ҡалһа ҡалһын, етмәй ҡалмаһын.
(“Көндәлектәр”. 14.02.2000).

* * *
Ватаның бәхетһеҙ икән,
Бәхетле булып ҡара!
(“Каютаңда йәм нимәгә...”).

* * *
Гел бәхетле булған бәхетте аңламай.
(“Көндәлектәр”. 3.06.1991).

* * *
Глобализация – ваҡ милләттәрҙе тиҙерәк йотоуға ҡоролған сәйәсәт.
(“Көндәлектәр”. 29.01.2002).

* * *
Гонаһһыҙ кем ғүмер сиккән?
Тик нисәүһе тәүбә иткән?

* * *
Гөлт тоҡаныр туҙ булһаң да,
янмайса өтөп булмай.
Әллә ниндәй туз булһаң да,
яҙмышты отоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).

* * *
Ғаиләнән дә яҡшыраҡ ожмах юҡ, ғаиләнән дә яманыраҡ тамуҡ юҡ.
(“Нимәгә ул Америка?”).

* * *
Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡлыҡ.
Ғаләм өсөн ҡайғылар юҡ,
Ғаләм өсөн ай юҡ, йыл юҡ,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡыт.
(“Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк...”).

* * *
Ғаләмдән серлерәк был әҙәм...
(“Үҙемдең йәшемде беләм дә...”).

* * *
Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да
Һинең шатлыҡ – минең шатлығым.
Һөйөүебеҙ китте, дуҫлыҡ килде,
Дуҫлыҡ – мөхәббәттең ҡартлығы.
(“Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да...”).

* * *
Ғашиҡ хәлен белмәҫ яратмаған,
Ғашиҡ хәлен аңлар ғашиҡтар.
(“Һөйөүҙәрем һине
гонаһ булһа...”).

* * *
Ғилем – бикле хазиналыр.
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Ғилем эҙләп, энә менән
Ҡоҙоҡ ҡаҙыуым хата әллә?
Аҙ белеүем бәлә ине,
Күберәк белеүем күберәк бәлә.
(“Ғилем эҙләп, энә менән...”).

Сығыу ваҡыты 5-06-2017, 13:48 | Ҡаранылар: 115
|
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (26.05.2017)
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
  • РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)
  • РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM