НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.04.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.04.2017)


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.04.2017)
Белмәйҙәр, һөйөклөң менән
Көйөклө көн дә татлы.
(“Күҙемде бәйләне һөйөү...”)

* * *
Белә-белгәндәрҙән ҡабатланыр,
Ни ҡылһа ла ҡылыҡ һаҡланыр:
Тапланыр ҙа бәндә аҡланыр,
Эреләнгән булып ваҡланыр.
(“Белә-белгәндәрҙән ҡабатланыр...”).

* * *
Бер аҙнаның ете көнөнән дә
Ҡыҫҡа үкенесле был ғүмер.
(“Ете ҡыҙ”).

* * *
Бер ауылды ҡасҡын итеп була,
Ҡасҡын итеп булмай халыҡты!
(“Каруанһарай”).

* * *
Бер-беребеҙҙән байыраҡ
булмаһаҡ та,
Бер-беребеҙгә байраҡ булһаҡ ине.
Зиһенебеҙҙе сарлар-үткерләрлек
Бер-беребеҙгә ҡайраҡ булһаҡ ине.
(“Бер-беребеҙҙән байыраҡ булмаһаҡ та...”).

* * *
Бер булмаһа ырыуҙар,
Баҫыр яуыз сирыуҙар,
Барыр юлың быуырҙар,
Елегеңде һурырҙар.
(“Ырыуҙарым – күҙ нурҙарым!”).

* * *
Бер быуындың ҡылған хаталары
Һеңгәҙәтер ете быуынды.
(“Ете быуыным”).

* * *
Бер ерҙә ҡош һайрай, бер ерҙә ҡыуаҡ ҡыштырлай, бер ерҙә йылға шаулай, бер ерҙә һыйыр баҡыра, ат кешнәй, ҡарға ҡарҡылдай, ҡарт ҡарғана, ҡарсыҡ һуҡрана, ҡыҙ көлә, бала илай, бүре олой, ел һыҙғыра, күк күкрәй, диңгеҙ шаулай, янар тауҙар атыла, ямғыр тыпылдай һ.б., һ.б. Беҙгә генә былар барыһы ла тырым-тырағай һымаҡ. Тик Алла ғына, юғары илаһи аң ғына былар­ҙың берлеген, гармонияһын, бер-береһе менән тәбиғи үрелгәнлеген, бер уртаҡ моң хасил итеп, бергә ҡушылғанлығын аңлай ала, шул матурлыҡты тоя һәм баһалай ала.
(“Көндәлектәр”. 3.03.1997).

* * *
Бер ҡайырылһа, яҙмыштарҙы,
дуҫтар,
Бороуҙары ҡыйын уңайға.
(“Никах балдағы”).

* * *
Бер ҡул менән мин яҡшылыҡ
эшләп,
Икенсеһе менән яманлыҡ
Ҡылыр булһам, икеһе лә ҡороһон!
Көн күрергә улай самам юҡ.
(“Һығыла-бөгөлә шаулай таң елендә...”).

* * *
Бер ҡылыңда, ваҡыт, туй талпына,
Йыназа көйөн уйнай бер ҡылың.
Бер ҡулыңда сабый тирбәтәһең,
Табутҡа сөй ҡаға бер ҡулың.
(“Бер ҡылыңда, ваҡыт, туй талпына...”).

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.

Сығыу ваҡыты 24-04-2017, 09:57 | Ҡаранылар: 234
|
  • РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)
  • РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.04.2016 )
  • Рәми Ғарипов. Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM