RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Афғансы (Рәшиҙә Шәмсетдинова)

15.02.2017 Афғансы (Рәшиҙә Шәмсетдинова)

Афғансы (Рәшиҙә Шәмсетдинова)Ошо шанлы һуғышта ордендар, “За Отвагу” миҙалы менән наградланып һәм яраланып ҡайтҡан ҡустым Әҙһәм Дауытовҡа һәм Афғанстанда хеҙмәт иткән бөтә егеттәргә арнайым.

“Афганец” тигән даны бар
Әҙһәм атлы егеттең.
Унда имәндәр ныҡлығы,
Юҡ муртлығы еректең.

Ҡайындарҙың аҡлығы бар
Күңеле түрҙәрендә.
Менеп бара яйлап ҡына
Ғүмере үрҙәренә.

Күперҙән килеп сыҡҡас та
Ҡаршылай ҡупшы өйө.
Шатлыҡ өләшеп йәшәй ул,
Йәшәмәй янып-көйөп.

Һалып алған саҡтарында
Ситкә типмәйек үҙен.
Эй, Хоҙайым, бирсе уға
Ғүмергә етер түҙем.
Һалып алған саҡтарында
Тотмайыҡ һис тә үпкә.
Әҙһәм кеүек ирҙәр барҙа
Тарих сыҡманы сүпкә.

Ил намыҫын һаҡлап ҡайтты
Афған һуғыштарынан.
Ярай ярты оноттора
Әсе һағыштарынан.

Күңел ҡылында уйнама,
Эсә, тип яҙған апаң.
100 грамға Сталин үҙе
41-ҙә бирҙе бата.

Атакаға ингән һалдат
100 грамм тәьҫирендә.
Ҡаны менән шиғыр яҙҙы
Концлагерь әсирендә.

Бер көрһөнһәң, бер уфтанһаң,
Йыһанға етер аһың.
Һин бит Әжәлдең күҙенә
Ҡараған ветеранһың.

Ғәжәп ҙур айырма барҙыр
Һин һәм эскән бәндәлә.
Ул – аяҡлы.
Һин – аяҡһыҙ…
Һиндә – ҡанһыҙ Кандагар…

Шағирә көйөмә үҙем
Күтәрәм һинең өсөн!
Йәлләмәһен ине Раббым
Фәрештәләре көсөн.
Әҙһәм кеүек ыласындар
Төйәк итә күктәрҙе.
Уның ҡанаты ҡотҡарҙы
Афғанда бик күптәрҙе.

Әҙһәм кеүек арыҫланды
Ярата етеҙ елдәр.
Күкрәгенә ятып илай
Үткәндән әллә кемдәр?!

Йөрәк төптәрендә ята
Һуғыштан ҡайтҡан мина.

Серем итеп алыр инең,
Бер ярсығын бир миңә…

Әҙһәм – намыҫ һәм батырлыҡ,
Әҙһәм – әсе күҙ йәше;
Әҙһәм – Ғәлиә апайҙың
Көмөштәй ап-аҡ сәсе.

Әҙһәм – шанлы үткәндәр ҙә,
Әҙһәм – татлы киләсәк.
Быуын-быуындарға күсеп
Аманаттай еләсәк.

Әҙһәм кеүек ирҙәр барҙа
Беҙ йәшәрбеҙ тупланып.
Әсәйҙәрҙән ҡалған мираҫ,
Нәҙер менән хупланып.

Улар барҙа Рәсәй йәшәр,
Йәшәр Башҡорт иле лә.
Сөнки Әҙһәм кеүектәрҙең
Һәр саҡ ҡайыш билендә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)