НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.01.2017)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.01.2017)


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.01.2017)
* * *
Ныҡ бул, кеше!
Берүк тап төшөрмә
Ихтыярға – ирлек күркенә.
Үҙ иркенә
Буйһондора алмай кем үҙ-үҙен,
Ул – буйһона ваҡлыҡ иркенә.
(“Ныҡ бул, кеше!”).

* * *
О, бер секунд!
Һиндә бөтөн ғүмер йәшәй.
(“Дуҫ”).

* * *
О, ер!
Ни юҡ һиндә, –
Күкрәгеңде бары ас ҡына!
Тик ас ҡына, –
Тарих үҙе сығыр
Ҡутарылып һинең эсеңдән.
(“Баҫыуҙа таң”).

* * *
Оноторҙар, дуҫтар, таныштарым,
Онотмаҫһың, илем, һин бары.
Һинең таңда тыйнаҡ бер нур булып
Ҡалһын ине ғүмерем юлдары.
(“Илемә”).

* * *
Орлоҡ, ергә төшһә,
Серемәй ул – үҫә.
(“Орлоҡ, ергә төшһә...”).

* * *
Оса алмай һыңар ҡанатлы ҡош,
Бер ҡанатым тағы – һин кәрәк!
(“Һөйөүемде оҙаҡ һаҡланым мин...”).

* * *
Осо була һәр йомғаҡтың!
(“Орлоҡ”).

* * *
Өрөлөп бешкән икмәк –
Ер емеше –
Түшәмгәсә ҡайнар быу бөркә.
(“Өрөлөп бешкән икмәк...”).

* * *
Рәшә гүзәл, тик бел: ул – ялған!
(“Орлоҡ”).

* * *
“Серең юҡ һинең”, – тип,
Ялғышма, аппағым, –
Бит серҙең юҡлығын
Сер итеп һаҡлайым.
(“Серең юҡ һинең”, – тип...”).

* * *
Сигенеү хурлығы ла һәйбәтерәк
Алдатҡыс бер матур хыялдан!
(“Орлоҡ”).

* * *
Сүптең үрсер мөйөшө күп тә,
Тик бер генә һуңғы юлы, –
Нисек кенә сырмалмаһын,
Көтә шул бер яҙмыш уны.
(“Орлоҡ”).

* * *
Сүптән һаҡлай күҙҙе керпек,
Күҙгә төшһә, үҙе сүп тик.
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
Татлы бәхет шыта
Асы тирҙән.
(“Бирмәм”).

Сығыу ваҡыты 12-01-2017, 12:52 | Ҡаранылар: 244
|
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM