RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап, Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ”

05.10.2016 “Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап, Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ”

“Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап, Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ”Башҡорт йыры
Ишетелә көйҙәреңдә
башҡорт ғәме,
Ыласының ҡаяларҙа ҡанат ҡаға,
Ҡоштар һайрай сутылдашып
сәхрәләрҙә,
Айлы төндә сылтыр-сылтыр
шишмә аға.
Төнлөктәге аттар саба
дөпөлдәшеп,
Кешнәй-кешнәй ярһыу
айғыр өйөр барлай.
Аҡһаҡалдар оран һалғас ерен
һаҡлап,
Тимерлектә яугирҙары ҡылыс
сарлай.
Яндырылған ауылының көлөн
тырнап,
Шәйләп ҡалам илағанын ҡыҙ
баланың.
Каторжандар бығауҙары
зыңлауына
Һыҡтағанын түҙә алмай сал
даланың.
Сәсүрмесләп ҡушып үргән
ҡурай моңон
Ипләп кенә тағатамы еләҫ еле.
Һылыуҡайҙың толомондай
оҙон көйөң,
Баллы, наҙлы һүҙҙәреңдә –
әсәм теле.
Ҡаяларҙан ҡаҡлыҡҡан сың
аһәңендә
Йырлай төҫлө ҡушылып бар
урман-ҡыры.
Әллә моңо һарҡый тура
йөрәгенән,
Әҫәрләнәм, һине тыңлап,
башҡорт йыры!

Тоғролоҡ
Тәү ҡарауға турғайҙан да ҡойто,
Төҫһөҙ генә кеүек һандуғас.
Ә һайраһа, һушты ала бына,
Булмышында бары моң булғас.
Ситлектәрҙә тотоп һандуғасты,
Бер нисек тә булмай йырлатып.
Иркенлектә генә көйөн көйләй,
Ҡояш сыҡҡас, алһыу таң атып.
Ситлектә лә һайрай ҡайһы ҡош,
Моңдарын ул ем өсөн һата.
Тоғролоҡ тик һандуғаста ғына,
Үҙе булыу өсөн йән ата.

Балам
Нисә көндәр инде хәҙер
Ҡайтыр юлдарыңа бағам.
Бала бауыр ите бит ул,
Көтәм, балам, көтәм, балам.
Бәпкәләрҙәй бала сағың
Күҙ йомғансы үтеп китте,
Оябыҙҙан ҡанат ҡағып,
Осорға ла ваҡыт етте.
Һиңә ғүмер, бәхет һорап,
Һаулыҡ теләп доға ҡылам.
Минең өсөн һин һаман да
Сабый ғына, сабыйғынам.
Ҡайтып күҙгә күренмәйсә,
Мин тыныслыҡ инде тапмам.
Юлдаш булһын Хызыр Ильяс,
Балам, балам, күҙем алмам.

Таныш күҙҙәр

Таныш күҙҙәр... Таныш ҡараш...
Күпме күҙҙәр араһынан
Һиҫкәндерҙе ҡапыл ғына,
Туҡтап ҡалдым сараһыҙҙан.
Йылдар араһынан шулай
Ҡараштарың эҙләй ине.
Әллә ниңә күңелкәйем
Бер нәмә лә һиҙмәй ине.
Һуңғы осор таныш ҡараш
Юғалды ла, эҙәрләмәй.
Бер ни һиҙмәҫ күңелемдең
Берәр ҡылы өҙөлгәндәй.

Шиғыр тыуа
Ваҡытынан алда тотҡан
тулғаҡ ише,
Йөрәгемде һығып-һығып
шиғыр тыуа.
Уңалмаған яраларҙа тотош йөрәк,
Ҡанһырауын әсе тоҙло йәшем
йыуа.
Ситлектәге зарыҡҡан бер ҡошсоҡ
кеүек,
Талпынып та, талсығып та
шиғыр тыуа.
Иреклектә, иркенлектә осҡо килә,
Тик ситлектең тимерҙәре
уйҙы быуа.
Яңы ғына күҙен асҡан
сәскә һымаҡ,
Саф хистәрҙән, шатлыҡтарҙан
шиғыр тыуа.
Күңелемә иҫ китмәле наҙҙар тула,
Икеләнеү, борсолоуҙы
шулар ҡыуа,
Булмышымда ана шулай
шиғыр тыуа!

Интернет

Эй, һүгәләр ине йәштәр,
Әбейҙәр, тип, бик яман,
Иртә-кисен беҙ – йәштәрҙе –
Күҙәтә,тиеп, һаман.
Ишек алдында әбейҙәр
Бына хәҙер күренмәй.
Һинең шәхси тормошоңа
Береһе лә үрелмәй.
Уларҙың бит эше ҡаты,
Өйҙәрендә – интернет.
Ейәндәрҙе алып ҡалмай,
Бар белгәне – "нет" та "нет"!
Ҡайһыныһы танк уйнай,
Ҡайһыныһы кәрт һуға,
Күршелә ниҙәр булғаны
Кәрәкмәй хәҙер уға.
"Класташтар"ҙа ултыра,
"Инстаграм"да ла ул бар.
"Фейсбук"та ла теркәлгән,
"Бәйләнештә", ти, миңә тар.
Нәски үҙегеҙ бәйләгеҙ,
Кәрәк, ти, миңә лифтинг.
Бала ҡара, тип әйтһәгеҙ,
Китәм, ти, дауншифтинг.
Ҡунаҡ-маҙар, ашҡа-фәлән
Йөрөһә икән әгәр,
Күҙлегенән алда элек
Планшетын ала мәгәр.
Эй, һүгәләр хәҙер йәштәр,
Әбейҙәр, тип, бик яман,
Ярҙам итәһе урынға
Интернетта, тип, һаман!

Беҙ – ҡатын-ҡыҙ
Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...
Бала менән бергә ирҙәрҙе лә
Үҙ әсәһе кеүек бағабыҙ.
Алҡа, балдаҡ, мәрйен генә түгел,
Барлыҡ мәшәҡәтте тағабыҙ.
Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...
Көслө ирҙәр көсө етмәгәнде
Сибек яурындарға һалабыҙ.
Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап,
Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ.
Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...
Бала осор саҡта үҙебеҙ ҙә
Уның менән ҡанат ҡағабыҙ.
Тик осмайбыҙ. Оябыҙҙы һаҡлап,
Һомай тунын утҡа яғабыҙ.
Беҙ – ҡатын-ҡыҙ...
Йылы һүҙҙән, наҙлы ҡараштарҙан
Балауыҙҙай ирей һалабыҙ.
Һәм мәңгегә килен, ҡәйнә, һеңле,
Әсәй, ҡатын булып ҡалабыҙ!

* * *
Ер йөҙөндә һаман алыш бара,
Үлем менән Йәшәү бил быуған.
Тыныс булһын ине бар ҡитғалар,
Йәшәр өсөн кеше бит тыуған!
Ҡасан туҡтар икән был афәттәр,
Булырмы һуң бер саҡ аҙағы?
Һуғыш тигән һүҙҙең табутына
Ҡағылырмы һуңғы ҡаҙағы?

Әлфиә НӨГӨШ (САДИҠОВА).
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)