RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа – 85 йәш

10.07.2015 Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа – 85 йәш

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев 85 йәшлек оло юбилейын төрлө телдәрҙә баҫылған 50-нән ашыу китап, бик күп шиғыр һәм поэмалар менән ҡаршы алды. 1954 йылда “Йәшлек йыры” китабы менән башҡорт әҙәбиәтенә килеп ингән шәхес бөгөн дә үҙенең патриотик рухтағы һәм һөйөү хистәренә тулы шиғырҙары менән уҡыусыларҙы һөйөндөрә. Уның шиғриәтенә Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов кеүек композиторҙар мөрәжәғәт итеп, йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр ижад ителгән. Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нәркәс Сиражетдинова, Артур Туҡтағолов кеүек билдәле эстрада “йондоҙ”ҙары ла Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡара. “Аҡбуҙат”, “Еҙ ҡыңғырау”, “Сәй ҡайнатты ҡуяндар” кеүек китаптары аша мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа уның ижады менән таныш.

* * *
Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!

Ҡулдан килһә

Мин, ҡулымдан килһә, иң тәү үҙен
Дөмөктөрөр инем әжәлдең,
Ҡайғыларын йолҡоп ташлар инем
Зарға дусар булған әҙәмдең.
Мин, ҡулымдан килһә,
һис йәлләмәй,
Телен киҫер инем ғәйбәттең,
Һәм күтәрер инем абруйын мин
Әҙәмгә күрк биргән әҙәптең!
Мин, ҡулымдан килһә, күҙ
йәштәрен
Һөртөп алыр инем донъяның.
Кешеләр йәшәй торған һәр
тарафҡа
Һуҙыр инем бәхет ыҙанын!
Илгә хыянат иткән бәндәләрҙе
Йәшен булып атыр инем мин,
Халҡы өсөн тирен түккәндәргә
Ҡояш булып балҡыр инем мин!
Ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙҙым

Ҡалын көрттәр ярып бара торғас,
Мин арманһыҙ булып ҡаңғырҙым.
Ә шулай ҙа боҙҙа, ҡар өҫтөндә
Гөлтөлдәтеп усаҡ ҡабыҙҙым!
Усаҡ янды... Гүйә, баҡыр төҫлө
Баҙлатты ул тере ҡуҙҙарын.
Ҡараштарым ҡуҙға төбәлһә лә,
Алыҫтарға китте уйҙарым.
... Хәтереңдәме әле,
хәтереңдәме,
Оноттоңмо әллә ул саҡты?
Саф мөхәббәт мине солғап алды,
Дөрләткәндәй изге усаҡты!

Шағир рәхмәте

Һеҙҙән һүнмәҫ илһам алғанға ла
Арта бара ҡөҙрәт-ҡарыуҙарым,
Йәнегеҙгә шифа булһын әйҙә,
Яҡын дуҫҡайҙарым, барсағыҙға
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын.
һеҙҙән ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә лә
Дәртле тибә йөрәк тамырҙарым,
Йәнегеҙгә дауа булһын әйҙә,
Ғәзиз яҡташтарым, бөтәгеҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын.

Йылы наҙҙарыңа тилмерәм...

Донъя йәмдәренә зауыҡланып,
Шиғри хистәремдән гөл үрәм...
Әммә нисә йылдар, әсәй, һинең
Йылы наҙҙарыңа тилмерәм.
Яҙмыш толпарымды юрғалатып,
Үҙ һуҡмағым буйлап елдерәм,
Әммә һаман да мин, әсәй, һинең
Ихлас һүҙҙәреңә тилмерәм.
Йөрәгемде һағыш көйҙөргәндә,
Таныш рәсемеңә үреләм...
Мин бит ғүмерем буйы, әсәй,
һинең
Тере ҡарашыңа тилмерәм!

Белгертмәйем

Шығыр-шығыр килеп, тауыш
биреп,
Табандарға һарыла һалҡын ҡар,
Яҙҙар килгәс, ҡарҙар иреп ағыр,
Ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул
Күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар.
Аһ-зарҙарым яҙмышыма һеңде,
Уйылып-уйылып инде бәғергә,
Бер кемгә лә белгертмәйем уны,
Мәле еткәс, бөтә ҡайғыларым
Үҙем менән китер ҡәбергә!

Йәшәп һыуһын ҡанманы

Көндөҙ ҡояшым йылмайһа,
Төнөн айым баҙланы,
Ҡурайымдың аҫыл моңо
Хистәремде наҙланы;
Моңло, нурлы атайсалда
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Их, һыҙа йөрәккәйҙәр,
Уҙа шул ғүмеркәйҙәр!

Илһам ҡошом һайрай-һайрай
Йәнтөйәкте данланы,
Саф мөхәббәт ялҡындары
Күкрәгемде ялманы,
Мөхәббәтле илкәйемдә
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Их, һыҙа йөрәккәйҙәр,
Уҙа шул ғүмеркәйҙәр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)