RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.08.2013 Атай

Фатир ишеге асылды. Айгөлө ҡайтты, тимәк. Шыпырт ҡына бүлмәһенә йүнәлде.
– Ҡыҙым, бында ин әле!
– Привет, пап! – Сикәһенән әп итеп алды ла ҡаршыһына баҫты.
– Ултыр ҡаршыма, торма һерәйеп!
Күндәм генә ултырған ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Берауыҡ өндәшмәне. Айгөлө ҡыҙыҡһына һалды:
– Пап, ауырып киттеңме? Колени болят, да? Фатирҙан лекарством пахнет.
– Минең тубыҡтарым ауыртмай, йөрәгем ауырта!
– Сердце?! Ты давай, ложись, сейчас скорую вызвем! – Ҡыҙы өтәләнеп, телефон яғына йүнәлде.
– Кәрәкмәй! Ҡайҙа юғалдың һин, Айгөл, сәғәткә ҡара әле, ярты төн ауышҡан!
– Илшат менән экзаменға готовились.
– Кемдәрҙә әҙерләндегеҙ инде?
– Илшаттарҙа…
– Ата-әсәһе өйҙә инеме?
– Где же им быть, конечно дома. У Ильшата отдельная комната, как у меня.
– Ни сәбәптән телефоның һүндерелгән?
– Һүндерелмәгән, батарейка села, забыла вовремя подзарядить.
– Һинең бөтәһе лә шыма ғына килеп сыға, Айгөл! Ә беләһеңме, ҡыҙ кешегә ят фатирҙа ярты төн ауышҡансы ултырыу әҙәпһеҙлек!
– Мин унда ят түгел… Һин әйткән төшөнсәләр иҫкелек ҡалдығы, пап!
– Эйе, миндә мамонттар дәүеренән килгән тәүтормош төшөнсәләре, ә һеҙ – заман кешеләре, һеҙҙе аңлау һәм төшөнөү ауыр! – тоҡана барыуын тойоп, тороп уҡ китте. Елтәңләп залда ары-бире йөрөп алғас, ҡәнәфи ҡырынан урын алған Айгөлдөң ҡаршыһына баҫып, һуҡ бар­мағын уға сәнсте. – Хәҙер үк әйт, ҡайҙа йөрөнөң?
– Я тебя не узнаю, пап, что стряслось? Илшаттарҙа, тинем бит…
– Беләм мин ул малай аҡтығының уйын һәм теләген, улар бөтәһе лә бер ҡап та бер һап!
– Атай!
– Нимә, атай? Ул һине әле оҙатырға килдеме, подъезд эргәһендәге ултырғыста ултырҙығыҙмы?
– Эйе…
– Ана бит! Һиңә ҡағылдыламы?
– Атай, ниндәй һорауҙар бирәһең ул, мин бит бала түгел!
– Бала! Һин минең өсөн һәр ваҡыт бала! Бынан бүтән сығам тип ауыҙыңды асып ҡына ҡара! Ҡайтаһың, дәрестәреңде әҙерләйһең һәм сәғәт унда йоҡларға ятаһың!
– Юҡ шул, пап, иртәгә йома, шәмбе көн беҙ с друзьями выезжаем на природу, с ночевкой.
– Бармайһың, тинем бит!
– Хәл иттек. Решено.
– Кемдән һораның әле сығырғамы-юҡмы икәнлекте? Кем хәл итте?
– В субботу Илшаттың тыуған көнө, без меня вечер не получится.
– Эйе, һин генә бит ул донъяның тотҡаһы! Йөрөмәйһең!
– Поеду, пап!
– Ах, һин шулаймы ни әле! – ҡыҙының сикәһенә сабып ебәреүен үҙе лә абайламаны. Был күҙ асып йомған арала эшләнгән хәрәкәттән өй эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Күҙҙәрен шарҙай асып, ғәжәпләнеп ҡараған Айгөлө яй ғына урынынан ҡалҡты.
– Атай, һин миңә һуҡтыңмы? Миңә ҡул күтәрә башланыңмы? – Был һүҙҙәрҙе асыҡ итеп башҡортсалап әйтте. Ә уның әйтер яуабы юҡ, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай тетрәнгән. Айгөл ҡойондай өйрөлөп илай-илай бүлмәһенә ташланды ла спорт сумкаһына әйберҙәрен тултырырға кереште, ә ул быуынһыҙланып, ҡәнәфигә шылып төштө. Бына ҡыҙы уҡтай атылып залға кире сыҡты:
– Я от тебя ухожу, пап! Ухожу навсегда. Живи без меня, своими принципами и правилами! Әсәй киткән бит, мин дә китәм! Һин бер ҡатын менән дә һыйышып йәшәй алмаясаҡһың! Мама поступила мудро, и я повторяю ее поступок!
Фатир ишеге шартлап ябылды, геүелдәп лифт өҫкә күтәрелде, шарт та шорт ыңғырашып кире аҫҡа түбәнләне. Нимә ҡылды һуң әле ул? Тәүге тапҡыр ҡыҙына ҡул күтәрҙе. Ни сәбәптән? Һәүетемсә генә иртән иртәнсәк, тынысланғас хәл итә ала ине бит. Хәйерһеҙ анау егет менән ҡыҙҙы күргәс, ҡыҙыл сепрәк менән ярһытҡан үгеҙ ише ҡыҙҙы ла китте шул. Сикәһенә сапты ла телдән ҡалды, хатта ҡыҙынан ғәфү үтенә, ҡал, тип тә әйтә алманы. Һенағастай бер килке һүҙһеҙ суҡайҙы. «Әсәйем һинән киткән һәм дөрөҫ тә эшләгән…» Айгөлдөң өҙәләнеп ҡысҡырыуы ҡолағында яңғырағандай итте. «Һин хаҡлы түгел, яңылышаһың, ҡыҙым…» Тештәрен шығырлатып үҙ алдына һөйләнде лә диванға шылды, шунан бөгәрләнеп ҡырын ятты, өшөгәндәй ике ҡулын ҡаушырып бөгәрләнде.
Дүрт йыл элек тап итте бит Рәзиләне. Көтмәгәндә-уйламағанда осраштылар. Осраштылар, тик ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшмәнеләр генә.
Башҡортостан нефть эшкәртеү заводының делегацияһы Төмән өлкәһенә тәжрибә уртаҡлашырға барғайны. Ике көнгә һуҙылған осрашыуҙар, фекер алышыуҙарҙан һуң йомғаҡлау өлөшө тамамланғас, хужалар ҙур ресторанға хушлашыу мәжлесенә саҡырҙы. Ошонда уҡ төрлө жанрҙарҙа сығыш яһаған артистарҙы йыйғандар, ҡунаҡтарҙың зауығын иҫәпкә алып, программаға ҡурай моңдарын, башҡорт йырҙарын да индергәндәр. Шул артис­тар араһында Рәзилә лә бар ине. Хәлил тертләп китте, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, унан ҡарашын ала алмай юғалып ҡалды. Рәзилә үҙгәргән, һомғол кәүҙәһе йоҡарған, яурындары ауыр йөк күтәргәндәгеләй һалынып төшкән, йөҙө лә нур әҫәрен юғалтып, йонсоу, мәгәр юйыла барған күркәмлектә элекке сибәрлек төҫмөрләнә. Күп ҡулдар аша үтеп өҙлөкһөҙ уйнатылған тәтәй ҡурсаҡ туҙмаһа ла, ваҡыт үтеү менән уның сафлығы, күркәмлеге китә бит, Рәзилә лә шул ҡиәфәттә ҡалған. Элекке сағыу, үҙенсәлекле тауышы ла бер аҙ ултырған төҫлө, хәрәкәттәре, атлап йөрөүе лә талсыҡҡан, арыған кешене хәтерләтә. Буяҡ-кремдарға төрөлгән тышҡы ялтырауыҡ аша шуларҙы тойомланы. Мәжлестән һуң ҡунаҡханаға ҡайтып сисенеп тә өлгөрмәне, өҫтәлдәге телефон шылтыраны. Кем шылтырата икән был мәлдә? Айгөлө, тиер инең, ул кеҫә телефонын ҡуллана ғәҙәттә. Шулай ҙа шөбһәләнеп китте, һаҡ ҡына итеп өндәште:
– Алё…
– Хәйерле төн, Хәлил Йәноҙаҡов! – Күп йылдар үтһә лә йәненә яҡын тауышты таныны.
– Һаумы, Рәзилә.
– Лыҡа тулы залдағы халыҡ араһынан таныным бит һине. Үтә кәрәккәс, телефон номерыңды ла таптым.
– Мин дә таныным. Хәлдәрең нисек?
– Ҡурсаҡтың хәлен һорашмайҙар, ул бер ҡулдан икенсеһенә күсә. Бары шул ғына. Һөйләшә алаһыңмы?
– Хатта таң һыҙылғанса мөмкин. Мин люкста.
– Круто. Ә мин һинең менән бик теләһәм дә осраша алмайым. Телефондан ғына һөйләшәйек, былай ҡулайыраҡ, сөнки йөҙөмдө күрмәй­һең. Айгөл нисек? Оят, түбәнселек булһа ла бына нисәмә йылдар үткәс һорайым инде.
– Мәктәпте тамамлай. Яҡшы уҡый.
– Минең хаҡта бер аҙ булһа ла беләме һуң?
– Әсәйең үлде, тинем.
– Дөрөҫ әйткәнһең. Ошонан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелмен. Өйләндеңме?
– Уны ике тапҡыр етем итә алмайым. Бәлиғ булмаған бит әле ул.
– Аҡыллы кешеһең һин, Хәлил.
– Аҡыллы, һәйбәт кешенән ҡатыны китмәй. Үҙеңдең хаҡында ла һөйлә әҙерәк?
– Тимәк, ҡатының елбәҙәк холоҡло, йүнһеҙ булған. – Рәзилә фекерен туплағандыр, бер аҙға тын ҡалды. – Үҙем хаҡында нимә генә һөйләйем икән? Даланан ел ыңғайына тәгәрәгән ҡамғаҡтай маҡсатһыҙ, ынтылышһыҙ, хыялһыҙ, өмөтһөҙ көн ителде инде шунда. Эйәреп киткән ирем, аҡсаһынан үтеп мине күрә лә, ҡатыны булараҡ хәстәрләй ҙә алманы. Көтмәгәндә ҡаты ауырып киткәс, мине ташланы, йәшерәк, һылыуыраҡты тапты. Рәхимһеҙ, мәрхәмәтһеҙ. иманһыҙ шул бизнес донъяһының үлсәүҙәре, уның яҙылмаған ҡанундары башҡа, һәммәһе аҡса ҡөҙрәте аша, аҡса күҙлегенән, файҙалы-файҙаһыҙ ҡалыбына һалып хәл ителә. Ары килем килтерә алмайһың икән, һине сығарып бырғыталар, урыныңа икенсе йәриә баҫа. Аллаһыҙға әйләнгән, берәүҙәр өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, икенселәр түбән тәгәрәгән, әҙәм балаһының көнитмешен бутаған, яҡшы менән яманды бергә болғаған миһырбанһыҙ мөхит, шайтан ҡуласаһы ул алыш-биреш мөхите. Ә уға өҙлөкһөҙ алдаштырып, ымһындырып, йәлеп итеп үҙенә саҡырып торған һаҙағайҙар кәрәк. Һаҙағай балҡый ғына, әммә йылытмай. Ҡайһылыр мәлдә күкрәкте йәмләгән матур сәскә инем, һулығас сүп һауытына ырғыттылар. Ирем алдымда, аҡланырға теләптер, ике бүлмәле фатир алып бирҙе. Сит-ят яҡтарҙа яҡлаусыһыҙ, һаҡлаусыһыҙ йәшәү мөмкин түгел, шуға өсөнсөгә кейәүгә сыҡтым. Ул тәү ҡарамаҡҡа ирәбе, кешелекле күренһә лә араҡы шешәһенең төбөнә ҡарап көнөн үткәргән, йәшәү маҡсаты баш төҙәтеүҙән ары китмәгән эскесе булып сыҡты, өйләнешеп өс йыл йәшәгәс, лаяҡыл иҫерек килеш һалҡында ятып ҡалды. Хәҙер малай үҫтерәм. Ул наркоман. Өйҙәге бар әйберҙе сығарып һата, берҙән-бер байлыҡ – телефон ғына тороп ҡалды. Мине донъя менән ошо аппарат ҡына бәйләй шикелле. Тәғәйен эш урыным да юҡ. Кискеһен һеҙ барған ресторанда йырлап тамаҡ туйҙырам. Көндәлек, йән аҫрарлыҡ аҡса шунан килә. Әсәйем дә үлеп ҡалған, тип ишеттем. Һуңғы ҡәҙер-хөрмәтемде күрһәтеп, бирә­­сәгемде үтәп ерләшә лә алманым. Юллыҡ аҡса ла кәрәк бит әле, уныһын ҡайҙан алмаҡ йә тапмаҡ? Атай-әсәйеңә алып ҡайтып бата уҡытырға теләгәйнең, хәтереңдәме? Бәлки һин хаҡлы ла булғанһыңдыр, сөнки никах иң әүәл юғарыла, Алла тарафынан раҫлана. Шул саҡта айырылмаҫ та инек, бәлки. Иғтибар иттеңме, таҙа, үҙебеҙсә һөйләгәнемде? Башҡортса китаптар уҡыйым хәҙер, асылыма ҡайтырға ынтылам. Ә бит ошоғаса йә башҡорт, йә икенсе милләт түгел, күк менән ер араһында аҫылынып йәшәгәнмен, дөрөҫөрәге, тереклек иткәнмен. Теге саҡ һине ташлап киткәс, ваҡыт үтеү менән ҡыҙҙары тарафынан ҡыйырһытылған, ситкә тибәрелгән Лирға әүерелерһең, тип уйлағайным. Шекспирҙың «Король Лир»ы хаҡында әйтеүем. Яңылышҡанмын, сөнки игелек эшләгән кешегә ҡылғаны игелек булып мотлаҡ кире әйләнеп ҡайта. Килә­сәк­тә Айгөлдән тик яҡшылыҡ ҡына күреп йәшәр­һең. Быға иманым камил. Шул уҡ Лирға яңынан әйләнеп ҡайтам. Иң аҙаҡтан ул үҙен уратып алған һаҡсыларынан баш тарта, хатта, өҫтөмә кейгән кейемем артыҡ, ти. Шул бахыр ҡарт хәлендәмен бөгөн, миңә лә бер ни ҙә кәрәкмәй… Минең турала Айгөлгә бер ни ҙә әйтмә инде. Нимәгә кәрәк ул? Мәрхүмә әсәйемдең артынан юлланырға оҙаҡ ҡалмағандыр, шуны һиҙәм. Һиҙәм, әммә килер әжәлдән ҡурҡыу ҙа, өркөү ҙә юҡ. Яҙмыштар ҡабатлана икән ул, бына мин дә атайымдың яҙмышын ҡабатлайым. Ул да беҙҙе ташлап сығып киткәс, аҙып-туҙып йөрөп үлеп ҡалғайны. Хәҙер миңә сират… Бер ваҡытта ла яманлыҡ эшләргә ярамай, шуға инандым, ул иртәме-һуңмы барыбер ҡылғаның кимәлендә һәм дәүмәлендә ҡарғыш булып кире әйләнеп ҡайта. Һинең менән йәшәлгән матур йылдарымдың бүләге итеп бер нәмә хаҡында ғына үтенәм, телефон номерымды яҙып ал әле. Онотҡанда бер тапҡыр ғына булһа ла шылтырат. Һиңә яуап бирмәҫтәр. Шулай булһа ла: «Хәлдәрең нисек, Рәзилә? Бирешмә инде, бер аҙға, тағы ла бер көнгә булһа ла сыҙа», – тип әйт. «Үтенәм. Йә, ярай, хуш. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә…» Бәйләнеш өҙөлдө, ҡыҫҡа гудоктар пипелдәне. Ҡайтҡас аҙна аҙағы етһә, Айгөлөнөң фатирҙа юҡ сағын һайлап теге номерға шылтырата, шылтырата ла трубканы алһалар, Рәзилә үтенгән һүҙҙәрҙе әйтә. Теге ос ауыр уфтана, бер нисә тапҡыр үкһеү ҡолағына салынды. Тик яуап биреүсе, нимәлер хаҡында үтенеүсе генә булманы. Һуңғы тапҡыр трубканы тупаҫ һөйләшкән үҫмер алды: «Что вам надо?» Хәлде аңлап өлгөргәнгә әйтә һалды: «Здравствуйте, пожалуйста, пригласите вашу маму к телефону…» «Ее нет, она умерла, наглоталась снотворных таблеток, дура!»
Шул һүҙҙәрҙе яңынан ишеткәндәй, тороп ултырҙы, ишек төбөндәге телефон аппаратына күҙ атты. Яҡынланы ла күңеленә яҡын һандарҙы йыйҙы. Оҙаҡ ҡына яҡынлаусы булманы, бына таныш тауыш ишетелде:
– Тыңлайым…
– Был мин, Йәмилә, берүк ғәфү итә күр, йоҡоңдан уятып, ете төн уртаһында шыл­тыратам…
– Нимә булды. Ауырып киттеңме әллә? – хафаланып һораны.
– Борсолма, юҡ, һинең тауышыңды ишеткем килде лә шылтыратам бына.
– Һаташып уянмағанһыңдыр ҙа ул, Хәлил? Бала-саға һымаҡ ҡыланма, әйт, нимә булды?
– Айгөл сығып китте…
Теге оста берауыҡ тынлыҡ урынлашты:
– Кем ғәйепле?
– Мин шул…
– Сығып китерлек үк булғас туҙынғанһыңдыр инде?
– Шулайттым шу… – Һуҡтым, тип әйтергә теле әйләнмәне. – Миңә нимә эшләргә, Йәмилә, ә?
– Нимә эшләргә тип, табырға һәм ғәфү үтенергә!
– Мин бит атай кеше, ә ул – минең балам…
– Атай кеше булған өсөн дә ғәфү үтенә бел. Ғәйеп һиндә бит.
– Кире ҡайтырмы икән?
– Ҡайтыр, ҡайтмай ҡайҙа ғына барыр тиһең. Тынысланыр ҙа ҡайтыр.
– Төн уртаһында борсоғаным өсөн берүк ғәфү ит. Тыныс йоҡо.
– Һиңә лә.
Трубканы һалды ла уйға ҡалды. Йәмилә тыныс йоҡо теләне лә ул, ҡайҙа инде тыныс төн үткәреү, ошолай өҙгөләнеп таң аттырыр инде.
Ҡайҙа китте икән Айгөлө? Әгәр ярһыуына барып поезға сығып башы һуҡҡан яҡҡа сығып китһә? Ул ғына ла түгел, поезд аҫтына ташлан­һа? Булыр хәҙерге йәштәрҙән, уны-быны уйлап тормай бит улар. Яңыраҡ бер сығарылыш класы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаған өсөн генә ҡан тамырын ҡырҡҡан, саҡ ҡотҡарып ҡалғандар. «Аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, былай килеп сығыр тип кем уйлаған?» Хәлил ҡото осоп үрһәләнеп, залды кәлепләп йөрөп алды. Әгәр парк аша үткәнендә хулигандар эләктерһә? Шылтыратырға йыйынды ла, ҡыҙының телефоны эшләмәүен иҫенә төшөрөп, уйынан кире ҡайтты. Исмаһам Илшаттың да номерын белмәй бит, уңайһыҙланыуын, тартыныуын ситкә ҡуйып һөйләшер, кәңәш һорар ине, билләһи. Әллә милицияға хәбәр итергәме? Унан ни файҙа, таң атмай тороп ҡымғырламаясаҡтар. Башында ҡайнашҡан бәйләнешһеҙ уйҙар теҙмәһенән арынырға теләп, ир ванна бүлмәһенә инде лә һалҡын һыуҙы асып, аҫтына башын ҡуйҙы. Сәстәренән, сикәһенән аҡҡан боҙҙай һалҡын һыу зиһенен сафландырғандай итте. Һиҫкәндереп телефон шылтыраны. Шунда ташланды ла, трубканы күтәргән ыңғайы еүеш ленолиумға аяғы тайып гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы. Был ниндәй төн булды әле, өҙлөкһөҙ абына ла һөрөнә? Ҡасан үтер ул? Ҡулындағыһы ҡап урталай һынып сыҡҡан, сымдары ғына аҫылынып күренә. Шул ике яртының береһен ҡолағына, икенсеһен ауыҙына ҡуйып ҡабаланып яуапланы:
– Айгөл, ҡыҙым!
– Нимә унда, ҡыҙыңды ҡыуалап сығарып, инде фатирыңды емерә башланыңмы?
– Хәлиҙә, был һинме? Айгөл һиндәме әллә?
– Миндә, миндә, тынысландырып яңы ғына йоҡларға һалдым.
– Хәлиҙә! Атайың яңылыш эшләгән, ғәфү үтенә, тигән.
– Эйе, хәҙер, әйтте ти әйтмәй ҙә, кеше аша аҡлана берәү.
– Улайһа таң атыу менән ҡайтһын!
– Уныһын да ҡуша алмайым. Ҡыуып сығарған һымаҡ була. Үҙе хәл итһен.
– Улайһа үҙегеҙҙән ебәрмәгеҙ инде берүк, ҡарап ҡына тороғоҙ. Иртәнсәк Айгөл кофе эсә, шунан ҡыҙҙырылған йомортҡа ашай. Иртәгә институтҡа барһа, буфетлыҡ аҡсаһы бармы икән, шуны ла ҡара.
– Белмәгәйнем, ҡайһылай хәстәрлекле атай икәнһең дә баһа. Здорово! Ярай, хуш, һинең менән икенсерәк итеп һөйләшәһе бар әле.
Хәлил йоҡоһоҙ таң аттырҙы ла эшенә китте. Кеҫә телефоны бына-бына һөрән һалып ебәрер төҫлө.
Өнө-тыны юҡ. Башҡа ваҡытта ҡыҙы сәбәпле-сәбәпһеҙгә шылтыратып шаулап ебәрә торғайны: «Привет, пап, как дела? У меня все хорошо, бөтәһе лә яп-яҡшы! Пока!» Шул һөйләшеүҙән һуң донъя көйләнеп, эше яйланып китә ине. Төшкә саҡлы һүлпән, теләкһеҙ генә ҡыймылданы ла һылтау табып, идаралыҡҡа һуғылды. Бәлки Йәмилә берәй йылы һүҙ әйтер? Әйтте ти әйтмәй ҙә. Баш ҡағып, рәсми иҫәнләшеү менән генә сикләнде. Тимәк, ул да Айгөл менән теләктәш, уның яҡлы. Кискеһен аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып, пакет тултырып Айгөлөнөң яратҡан тәмлекәстәрен алды ла фатирына ҡайтты. Бер кем дә юҡ икәнлеген белә-күрә бүлмәләрҙе байҡап сыҡты. Һәммәһен һоро ҡотһоҙлоҡ, бөләңгертлек баҫҡан. Телевизорын тоҡандырҙы, әммә экранда йыбырлашҡан кадрҙар аңлашылманы, зиһенен ҡуҙғытманы. Кисәге йоҡоһоҙлоҡ барыбер үҙенекен итте, шулай ятҡан килеш ойоп китте.
Төшөнә Рәзилә инде. Ҡый, сүп-сар баҫҡан юл сатында тора. Бәләкәй Айгөлдө етәкләп алған. Ҡыҙының өҫтөндә теге беренсе класҡа барған мәктәп формаһы, башындағы ҙур банты ла элекке һымаҡ бер яҡҡа ҡырын ҡаҙалған. Рәзиләнең йөҙө йонсоу, шулай ҙа уға хәстәрлекле итеп, яратып ҡарай. Бына ул телгә килде: «Ни эшләп Айгөлдө ҡарауһыҙ сығараһың тағы? Мә, башҡаса улай итмә…» Айгөлдө уның яғына этәрә. «Рәзилә, һин үҙеңсе, ниңә ҡайтмай­һың?» Аңҡауына йәбешкән телен саҡ ҡым­ғырлатып әйтте. Рәзилә ҡапыл юҡҡа сыҡты, бары иңрәүле тауышы ғына алыҫайғандан-алыҫая бара. «Мин китеп барам бит, юл ыңғайы ғына туҡталдым… юл ыңғайы ғына… ыңғайы ғына…» Тауыш һүнгәндән-һүнә барып, бушлыҡта ирене, юҡҡа сыҡты…
Иртән сәстәренән йомшаҡ итеп һыйпауға уянды. Айгөлө ҡайтҡан икән дә баһа. Ауырлыҡ менән ҡалҡты ла аяғын дивандан һалындырҙы.
– Хәйерле иртә, атай, мин ҡайттым…
– Хәйерле иртә, ҡыҙым…
– Кисә яңылыш, ялған һүҙҙәр әйттем…
– Мин дә дөрөҫ эшләмәнем… Һине көтөп ашағаным да юҡ әле. Хәлил әле генә ныҡ асығыуын тойҙо.
Өҫтәл артына ултырҙылар.
– Иртәгә шәмбе, Йәмилә апай менән Илшатты үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырайыҡмы әллә? Ниңә ҡырға сығырға, беҙҙең йортобоҙ бар бит!
– Үҙең хәл ит, ҡыҙым, мин риза, ҡуш ҡуллап риза!
Эшенә ҡабаланып, еңел атлап подъездан килеп сыҡты ла ҡыуанып юғарыға ҡараны. Унда ҡотло фатирҙарының ҡояшлы тәҙрәләре балҡып күренә ине.

Хәйҙәр Тапаҡов.
(Аҙағы. Башы 4 – 6-сы һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)