НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ватыҡ ваза


Ярлы егет бай ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә. Бер көн ҡыҙ егетте үҙенең тыуған көнөнә саҡыра.
Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының тыуған көнөнә бөтәһе лә етеш йәшәгән, бик бай кешеләрҙе саҡыра. Улар бер-береһе менән ярышып ҡиммәтле бүләктәр алып килә. Һәр береһе үҙенең бүләге менән ҡыҙҙың һушын алырға теләй.
Ә ярлы студент үҙенең ғашиҡ йөрәгенән башҡа нимә бүләк итә алһын инде? Үкенескә күрә, бөгөн уның йөрәгенең хаҡы юҡ. Әлеге ваҡытта ҡиммәтле биҙәүестәр, алтын-бриллиант балдаҡтар, ҙур суммала аҡса һалынған конверттар модала. Ә йөрәкте конвертҡа һалып булмай шул... Нимә эшләргә? Студент бик оҙаҡ уйлай һәм уйлап таба.
Ул бик бай бер магазинға килә лә: «Һеҙҙә берәй ҡиммәтле, әммә ватыҡ ваза юҡмы?» – тип һорай. Бәхеткә күрә, ундай ваза табыла. Егет шатлығынан нимә эшләргә белмәй. Ул вазаны матур ҡағыҙға төрөүҙәрен һорай, ә үҙе кассаға ашыға.
Кисен һөйгәненең өйөнә бүләген күтәреп килеп етә. Ҡунаҡтар үҙҙәренең бүләктәрен тапшыра башлағас, ул да ҡыҙы эргәһенә килеп, ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләкте ҡыҙға тот­тор­ҙом тигәндә генә, яңылыш ҡулынан төшөрөп ебәрә һәм ваза иҙәнгә төшөп тә китә. Ҡунаҡтар бөтәһе лә телһеҙ ҡала. Ә ҡыҙ тиҙерәк төргәкте иҙәндән күтәрә лә ҡағыҙын аҡтара башлай. Һәм бөтәһе лә шаҡ ҡата. Магазин һатыусылары вазаның һәр бер өлөшөн айырым ҡағыҙға төргән булып сыға. Бындай алдашыуға ҡыҙҙың ата-әсәһе һәм ҡунаҡтарҙың асыуы ҡабара. Ә егет оятынан нишләргә белмәй, ҡыҙарынып-бүртенеп өйҙән сығып йүгерә.
Тик изге һәм матур күңелле ҡыҙға ғына был ватыҡ вазаның һәр бер ярсығы килтерелгән бөтә бүләктәр­ҙән дә ҡәҙерлерәк тойола. Сөнки ҡыҙ уларҙа үҙен яратҡан егеттең йөрәген күрә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 14-06-2011, 14:07 | Ҡаранылар: 1522
|
  • Ысын мөхәббәт хаҡына хатта тауҙар аҡтарыла
  • Мөхәббәт хаҡына
  • Шатлыҡ- һөйөнөстәр һәм бәхетһеҙлек хаҡында
  • Оҙаҡ көтөлгән осрашыу
  • Камиллыҡтың сиге юҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM