НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Селләгә аяҡ баҫҡанда...

Селләгә аяҡ баҫҡанда...


Селләгә аяҡ баҫҡанда...Бөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта. Ҡыш буйы һунарсыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырған ҡиммәтле тиреһенең дә йөндәре ҡойолоп, кеше күргеһеҙ булды. Торғаны бер йолҡош инде, ҡарап тороуы ерәнес. Әллә берәй хәшәрәт сир ҡағылды, Хоҙайым шомлоғо.
Йомранға нимә, ҡайҙа баҡма, хәҙер улар нәҫеле хакимлыҡ итә. Был ҡоролоҡ тигәндәре лә улар заты өсөн файҙаға ғына булды бары. Баҫыу өҫтөндә лә, ырҙын табағында ла, хужалыҡ келәтендә лә улар баш, улар түш. Ата йомран йөрөй баҫыу иңләп, мәжлестән мәжлескә генә. Әле лә шул берәй саранан ҡайтып барыуылыр, моғайын.
Йомрандарҙан сысҡандар ҙа ҡалышмай. Йомоштары булһа-булмаһа ла, улар ата йомран ояһы алдынан китә белмәй, оло түрәгә бүтәндәр тураһында төрлө ялған хәбәр, шикәйәт ташый. Ана шул ҡуштанлыҡтары арҡаһында баш йомран алдында уларҙың да абруйҙары бар. Кимереүсе кимереүсене ситкә типмәй инде, һәр хәлдә, сысҡандарҙы күтәрәләр, майҙандары бәләкәйерәк баҫыуҙарға – түрә, келәттәргә мөдир итеп ҡуялар. Ҡайһы тарафҡа ҡарама, йомран ырыуы, башҡа кейектәргә иҫәп юҡ хәҙер.
Ана бит, төлкөбикә апаһын да һанға һуҡмай, ҡайһылай туйтаңлай. Ары-бире сапҡан машиналар гөжләүенә лә әллә ни иҫе китмәй. Башҡа ваҡыт булһа, шылт итеп табанын ялтырата һалыр ине, мөртәт. Әле, ҡыбырларға ла йыбанып, нисек барһа – шулай тәңкә төшһә лә йылтырап әллә ҡайҙан күренеп ятҡан арыш баҫыуы араһына инеп китте.
Ерәнбикә, ҡот осҡос зәхмәт килеп ҡағылғас, һыу ҙа эскеһеҙ булып, аҙна-ун көн инде өңөнән сыға алмай ятҡайны. Мәгәр, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, ти халыҡ. Эсе эскә йәбешкәс, бөгөн сығып китте әле берәй тәғәм ризыҡ табып ҡарау ниәте менән. Уның ҡаты сирләүе хаҡында ҡуштан сысҡандар, моғайын, күптән кимереүселәр донъяһына алып барып таратҡандарҙыр. Шулай булмаһа, йөрөр инеме ни көпә-көндөҙ ярылырға еткән ҡорһағын көскә күтәреп, әллә кем булып, был ҡыҫыҡ күҙ.
Төлкө ҡош-ҡортоноң, малының күплеге менән ауылда башҡаларҙан айырылып торған Хәбирҙең хужалығына килеп еткәндә, ҡояш ус аяһындай ғына болот әҫәре лә булмаған күк йөҙөнөң сирек яртыһына йүрмәләп өлгөргәйне инде.
Бында уның беренсегә генә килеүе түгел, шуға барыһы ла яҡшы таныш. Ғөмүмән, ерәнбикә ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған ярлы-ябағаның һарайына йөрөмәй, байлыҡтары һығылып торғандарҙың өлөшөнә генә ҡул һуҙа. Уларҙың да ҡара тир түгеп, үҙ көстәре менән мал тапҡандарын урап үтергә күнеккән, ә бына хөкүмәт ҡаҙнаһына ҡул һоноп, күрше-тирәләренең иҫәбенә байығып йәшәгән бурҙарҙы аямай инде. Хәбир ҙә шулар иҫәбендә. Колхозға сығып бер көн эшләмәһә лә, һарайы тулы йылҡы, һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡортоноң да иҫәбе-һаны юҡ. Төндә йоҡо һимертмәй шул ул беҙҙең ирҙәр шикелле, ти ауылдаштары уның тураһында, кемдең әйбере ҡарауһыҙ ята, айыу майы һөртә лә ҡуя. Ысынмылыр-бушмылыр, тау яғына барып, аттар алып ҡайта ла, Ырымбур тарафтарынан килгән ҡаҙаҡтар­ға оҙата икән, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Алыш-биреш итә инде үҙенсә. Шул ысул менән мал туплаған ул, донъя нигеҙен нығытҡан.
Тәүҙә ерәнбикә, һаҡ ҡына баҫып, йылға буйындағы баҡсаға үтте. Йәшелсәгә һыу һибә торған улаҡтан туйғансы уртлап, ҡорғаҡһыған эсенең яныуын баҫҡас, электән өйрәнелгән ғәҙәте буйынса, таш һарайға ыңғайланы. Кәртә аҫтынан шыуышып инеп, лапаҫ яғына ғына боролған төлкө, ниҙер күреп, албырғап ҡалды. Башта ул үҙен шул ҡәҙәре нимә ҡурҡыуға һалғанын аңламаны ла кеүек. Тик, эрен уҡмашҡан күҙ ҡабаҡтарын нығыраҡ күтәреп ҡарағас ҡына, ҡото алыныуҙан былай ҙа көс-хәл менән һөйрәп килгән аяҡтары быуынһыҙ булды. Уның ҡапма-ҡаршыһында, ҡараштарын әллә ҡайҙа йәһәннәмгә төбәп, Хәбир үҙе ултыра ине. Ул хатта ултырмай ҙа, ергә ярым тубыҡланған да, саҡ ҡына алға, йорт яғына ҡарай ынтыла биреп, өнһөҙ ҡалған. Ҡулдары ла, әллә бөтөн донъяны, әллә өйләнешкәндән алып талашыуҙан йәм табып йәшәгән ҡатынын, әллә йәндәй яҡын күргән ике улын ҡосағына алып ҡыҫырға йыйынған әҙәмдеке кеүек ҡатҡан. Ауыҙынан, уртаса һарыҡ талағы ҙурлыҡ булып күгәреп, теле һәленеп төшкән.
Ерәнбикә, ҡобараһы осоуҙан былай ҙа нисәмә көн ризыҡ күрмәгән эсе бороп алып китеүгә түҙмәйенсә, баҡса тарафына ҡарап, табан ялтыратырға уйлағайны ла, үҙенә яҡынайып килгән ике-өс ирҙе шәйләгәс, ҡапҡа ярығы аша шыуышып, һарайға инеп йәшенеүҙе ҡулайлы тапты. Ирҙәрҙең икенсе эш менән мәшғүл икәнен аңлағайны инде төлкө. Шуға ла, тегеләр­ҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, шымтайҙы.
– Ниңә һаман төшөрмәйбеҙ һуң, бынау тиклем эҫелә һаҫый башлай бит хәҙер. – Ирҙәрҙең бәләкәйерәк буйлыһы, тәмәке төтөнөнә быуылып, йүтәлләй башланы.
– Һаҫымаған бит әле, нимә ҡоҫҡоң килә, – тине икенсеһе уның елкәһен төйгөсләп.
– Иртәнге биштәр тирәһендә үк аҫылынған тиҙәр, хәҙер төш яҡынлаша. Элмәктән ысҡындырырға ине, ысынлап та. – Тасай башлы ҡырҡ йәштәр тирәһендәге ирҙең тауышы ишетелде.
– Торһа, кискә ҡәҙәре лә тора инде, хәҙер уның ашығыс эше, бараһы ере юҡ. Участка милиционеры килгәнгә тиклем теймәҫкә ҡушҡандар. – Туҡтай алмай йүтәлләгән иптәшенең елкәһен дөмбәҫләгән ир үҙе лә тәмәке тоҡандырҙы.
– Бәй, участкауай ҡасан килә әле ул? Кисә үҙе лә ике һүҙҙең береһен ҡушып әйтә алмаҫ хәлдә ине тиҙәр.
– Уныһы беҙҙең эш түгел, көтөргә ҡушылған икән, тимәк, көтөргә.
Ирҙәр, Хәбир эленеп торған лапаҫ эсенә кереп, үҙҙәре менән алып килгән сәмәйҙе морононан алмашлап һемерә-һемерә, тәмәке көйрәтергә ултырҙы.
Ошо күренеш ерәнбикәгә ныҡ тәьҫир итте. Ул иҙелгән тәненең ҡот осҡос һыҙлауын да, тамағының ут кеүек яныуын да онотоп, төпһөҙ упҡынға тәгәрәне. Берсә уянып китте төлкө, берсә яңынан аңын юғалтты. Әллә төшөндә, әллә өнөндә үҙенең бала сағындағы ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәр­ҙе.
Ул ваҡытта был ҡәҙәре эсмәне халыҡ. Матур итеп колхозда эшләйҙәр ине. Хеҙмәт кешеһе, аҙ булһа ла, үҙ ваҡытында эш хаҡы алды. Алдынғы баҫыу батырҙары, механизаторҙар, малсылар, һауынсылар йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса ял йорттарына, санаторийҙарға путевкалар менән дә бүләкләнде. Үтә тырыштарға, күкрәктәрен тултырып, хөкүмәт наградалары ла тапшырҙылар, Маҡтау грамоталарын да, аҡсалата премияларын да йәлләмәнеләр.
Мәҙәниәт усаҡтарының да эше гөрләп барҙы ул йылдар­ҙа. Һәләтле кешеләр көсөргәнешле эш көнөнән һуң клубҡа ашығыр ине. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистарҙы «зәңгәр экран»дар аша күрһәтә торғайнылар. Уныһы ла йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙең бер алымы булғандыр, күрәһең.
Ауылдарҙа мәсеттәр юҡ ине, шулай ҙа балалар, үҫмер­ҙәр, йәштәр мөхитендә лә, оло йәштәгеләр араһында ла тәртип күпкә яҡшыраҡ булды. Әҙәм балаларының күңелендә әхлаҡ тигән төшөнсә ныҡлап тамыр йәйгәйне. Хәҙер бәндәләрҙең ҡыланыштарын аңларлыҡ түгел. Берәүҙәр, донъя ҡыҙығы – байлыҡта, ти. Икенселәр шешә төбөнән сыға алмай аҙаплана, енси аҙғындар нәфсенән шаша. Эшһеҙлектән йонсоған йәштәр енәйәт юлына баҫа.
Сит илдәргә барып ғибрәт ал, тип ҡабатларға ярата ине ерәнбикәнең өләсәһе. Хәҙер сит илгә йөрөйһө лә түгел, ғибрәт булырлыҡ ваҡиғалар үҙебеҙҙә лә баштан ашырлыҡ.
Күпме иҫенә килә алмай ятҡандыр, хәтерләмәй ерәнбикә. Йөҙөн йылы ҡояш нуры иркәләүҙән уянып китте ул. Һарай ишегендәге ярыҡтан уның тәненә, күҙҙәренә нур көлтәһе ҡойола. Төлкө һалам өҫтөнән көс-хәл менән тороп, аяҡтарын бер алға, бер артҡа һуҙҙы, кирелеп, оҙаҡ ятыуҙан ойоған билен яҙҙы, әле уңға, әле һулға борғолап, йолҡош ҡойроғон йүнләне. Бәләкәйҙән өләсәһе өйрәткәйне уға был ябай хәрәкәттәрҙе, шунан бирле һәр көнөн шул процедураларҙы эшләүҙән башлай. Оҙаҡ йәшәүенең сере лә шул күнекмәләрҙе һис ҡалдырмай эшләүҙән киләлер, бәлки. Үҙен бер аҙ рәткә килтергәс, төлкө, һағайып, һарай ишегендәге ярыҡтан тыштағы хәлдәрҙе күҙәтергә кереште.
Ихатала халыҡ байтаҡ ҡына. Кемдәрҙер өйгә инеп китә, икенселәре, йәшле күҙҙәрен башҡаларға күрһәтмәҫкә тырышып, йорттан сыға. Йәш-елкенсәк, өйҙә мәйет барлығын онотоп, кәртә буйында шырҡ та шырҡ көлөшә. Ана, кисәге таныш ирҙәр ҙә шул тирәлә урала, бөгөн дә байтаҡ ҡына һалмыш, ахырыһы, үҙҙәре. Өс таған, юл ыңғайында тәмәкеләрен тоҡандыра-тоҡандыра, йәнә һарай яғына ыңғайланы.
– Бер рәт белгән бабай юҡ инде беҙҙә, – тип һүҙ башланы ирҙәрҙең тасай башлыһы. – Хәбирҙең кәүҙәһен ҡиблаға башы менән һалаһы урынға аяғы менән борғандар ҙа ҡуйғандарсы. Ҡәберен дә ләхетһеҙ генә ҡаҙғандар, ахырыһы.
– Бәй, һин белгәс, нишләп әйтмәнең һуң?
– Ниңә мин әйтәйем икән, шунда мулла абзый ултыра ла баһа, ул әйтергә тейештер, моғайын.
– Әйтте ти, әйтмәй торһон, ул үҙе мәйетте ерләү тәртиптәрен белә, тиһегеҙме? Үткән аҙнала Гөлбирә ҡарсыҡты һуңғы юлға оҙатырға бөтөнләй эсеп килгән, имеш. Инәйҙең улдары, аяғында көскә торған хәҙрәтте өйҙән һөйрәп сығарып, ҡан ҡоҫторғансы туҡмап ҡайтарған.
– Ауыҙында гел тәмәке, араҡыны ла беҙгә ҡарағанда күберәк ғоңҡолдаталыр әле.
– Ҡуйығыҙ әле шуны, урамда осраған әбей-һәбейҙе ҡамсы менән ярып йөрөгән әҙәм мулла буламы?
– Бөгөн, мода артынан ҡыуып, мәсеткә йөрөгән ҡайһы бер кешеләрҙең дә сәлләләрен сисеп ҡараһаң, маңлайҙарына мөгөҙ үҫкән инде. – Тасай баш әле генә үҙе башлаған әңгәмәгә йомғаҡ яһаны. – Хәҙер мәйетте алып сығаларҙыр, егеттәр, беҙҙең ярҙам кәрәк булыр, әйҙәгеҙ.
Төлкө, егеттәрҙән ишеткән йән өшөткөс һүҙҙәрҙе тағы бер тапҡыр күңеле аша кисереп, уйға ҡалды. Ә ныҡлап уйлап ҡараһаң, улар өлөшләтә хаҡлы бит.
Байтаҡ йылдар инде бер ҙур ғына түрәнең иҡтисади һорауҙар буйынса урынбаҫары булып эшләгән ирҙе белә төлкө. Оҙаҡ йылдар дәүләт аҡсаһын урлағас, етеш йәшәй ул. Шуға ла уның йорт-ҡаралтыһы тирәһендә йыш була ерәнбикә, ҡош-ҡортон да тамаҡлай, тегенең ҡырын эштәре хаҡында ла ишетеп-белеп йөрөй.
Ана шул, быға ҡәҙәре фанатик коммунист булып, дин әһелдәренең ете быуынына тиклем тетмәһен теткән ир, әллә, баяғы ирҙәр әйтмешләй, мода артынан эйәреп, әллә теге донъяға барғас, Аллаһы Тәғәлә алдында ерҙә ҡылған гонаһтары өсөн тулыһынса яуап тотасағын төҫмөрләп, мәсеткә йөрөй башланы. Совет заманында тәрбиәләнгән элекке партия ағзалары алдарына ҡуйылған һәр бер бурысты икеләтә-өсләтә арттырып үтәргә өйрәнгән бит. Был да шулай, юғарынан тәғәйенләнгән намаҙҙың биш ваҡытын етәү итеп ҡуя, ураҙаға ла берәр аҙна элегерәк керә, берәр аҙна һуңлабыраҡ сыға. Шулай итһәң, сауабы мулыраҡ була, йәнәһе. Оҙаҡ ас йөрөүҙән ирҙең былай ҙа ҡарағусҡыл йөҙө картуф ҡурған таба төбө төҫөнә инә, бәләкәй кәүҙәһе тағы ла һурыла.
Барлыҡ туғандары «йәшел йылан» ағыуының ҡорбаны булған ул әҙәмдең. Ирҙең, бер ҡустымдың аяныслы үлеме һаман күҙ алдымдан китмәй, тип ҡатынына һөйләгәнен үҙе лә ишеткәне бар ерәнбикәнең.
Ҡустыһы, араҡы аҡылын томалау арҡаһында, ҡышҡы селләлә инәнән тыума килеш урамға сығып йүгергән дә, шунда туңып үлгән. Ул үлгәс, ир киленен имсәк балаһы менән ҡыуып ҡайтарған. Килен ҡустымдың донъяһын бүлешер, тип ҡурҡҡан ул. Власть органдарында эшләгәс, мөмкинлектәре лә күп булған ирҙең, йәш ҡатынды төрлөсә ҡурҡытҡан. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен дә, криминаль үткәне булған шикле әҙәмдәрҙе лә һөсләткән ул бер терәк-таянысһыҙ килененә ҡаршы. Тәжрибәһеҙ йәш бисә, мыҫҡыл ителеүҙәргә, иренең туғандары тарат­ҡан төрлө ғәйбәт һүҙҙәргә түҙмәй, балаһын күтәреп ҡайтырға сыҡҡас, ҡайнаға булған кеше сабыйҙың ҡышҡы кейемдәренә ҡәҙәре тартып алып ҡалған. Шул әҙәм аҡтығы бөгөн килеп изге дин йортонан ҡайтып килә белмәй. Тап ана шундайҙарҙың башында, сәлләләрен сисеп ҡараһаң, мөгөҙ барҙыр, ысынлап та.
Барса халыҡ Хәбирҙе һуңғы төйәгенә оҙатырға сыҡҡас ҡына ерәнбикә, ике көн йәшеренеп ятҡан урынынан ҡуҙғалып, баҡса артлап һыу буйына ыңғайланы. Йылғаға ятып, эсәктәренең яныуын баҫҡансы һыу эскәс, йәй башынан уҡ һарғайып кипкән арыш баҫыуы аша алпан-толпан баҫып, өңөнә ҡарай юлланды. Баҫыуҙың арғы осондағы әрәмәлеккә килеп кенә еткәйне, уның күҙенә таныш һын салынды. Бәй, был йомран ишараты, яҫтыҡ дәүмәлендәй ҡорһағына көсө етмәй, хәл алырға ятҡан икән да баһа. Тик, яҡыныраҡ килеп ҡарағас, әле ҡасан ғына, бына күрегеҙ минең кемлегемде, тип йөрөгән ата йомрандың да Хәбир мәрхүм артынан Аллаһы Тәғәлә алдына яуап тоторға китеп барғанлығын аңланы ул. Әжәл йәнен алырға килгәнен белгәс, кисә генә алдында ҡойроҡтары менән баҫыу һепереп йөрөгән нәҫелдәштәре лә, сысҡандары ла, башҡа әшнәләре лә юҡ был кимереүсенең, тип, тирә-яғына ҡаранды ерәнбикә. Шулай инде, ҡуштандар түрә ҡамсыһын ҡулында ныҡ тотҡан да ғына уның табанын яларға әҙер. Дилбегәне саҡ ҡына бушаттымы, осаһына тибергә лә күп һорамайҙар.
Ата йомранға ҡарағанда Хәбир күпкә бәхетле, тип уйланы ерәнбикә, арып-арманһыҙ булып өңөнә ҡайтып ауғас. Уны, ана, ауылдаштары ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп оҙатты һуңғы юлға, ә йомран ята аяуһыҙ ҡояш нурҙары аҫтында кибеп, донъя һаҫытып...

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Сығыу ваҡыты 3-08-2010, 12:36 | Ҡаранылар: 1673
|
  • Ҡарындаш
  • Тамамланмаған һабантуй
  • Йәшәү көсө
  • Башҡортостанға килгән һайын үҙем өсөн ҡәҙерле асыштарға, табыштарға юлығам
  • Сыйырсыҡ ояһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM