RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бала һәр саҡ ғәзиз...

06.12.2017 Бала һәр саҡ ғәзиз...

Бала һәр саҡ ғәзиз...
йәки Әсә ҡәҙерен беләбеҙме?

...Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныйым...

(“Әсәйемә”, Ғ. Ҡайырбәков).

Ошо арала үҙәк телеканалдарҙың береһендә 98 йәшлек ҡарсыҡтың, үҙ фатирын ҡалдырып, ҡарттар йортона күсеп сығыуы хаҡындағы тапшырыуҙы ҡараным. Йөҙгә етеп барған яңғыҙ әбейгә, әлбиттә, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү ауыр, шуға күрә лә хөкүмәт ҡарамағына күсергә ҡарар иткәндер, тип уйлағайным (һәр кемдең шулай уйлауы – тәбиғи). Ышанаһығыҙмы, мин хаталанғанмын! Әбейебеҙ был ҡарттар йортондағы үҙенең... 80 йәшлек ғәзиз улын ҡарау ниәте менән күскән икән!
Әсә күңеле... Әсә йөрәге... Әсә мөхәббәте... Әсә бәхете... Әсә күҙ йәше... Әсә ҡайғыһы... Күңелдәргә һәр саҡ ятышлы, яғымлы, ә һағышлы, хатта тетрәндергес булып яңғыраған бына шундай һүҙбәйләнештәрҙе йыш ҡына ишетәбеҙ төрлө нескә хискә бай булған шағир халҡынан, моңло йырсыларыбыҙҙан. Әсәләр... Һәммәбеҙгә ел-ямғыр тейҙермәй ҡәҙерләп үҫтереп, ситкә оҙатып ҡалғанда, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, һағышлы ҡарашын алыҫтарға төбәп, оҙаҡ ҡына ҡарап тороп ҡала улар. Ә беҙ – балалар: “Оҙаҡламай ҡайтырмын, әсәй”, – тип вәғәҙәләр биреүебеҙгә ҡарамаҫтан, бер сығып китһәк, ҙур-ҙур ҡалаларҙа “йотолоп”, унда саманан артыҡ оҙаҡ йөрөңкөрәп ташлайбыҙ шул. Шағир Әнғәм Атнабай әйтмешләй,
...Күҙ йәштәрен хатта тамыҙып,
“Ҡайтам”, тип йырҙар яҙабыҙ,
Гонорарын алып һалабыҙ ҙа,
Ҡалабыҙҙа тороп ҡалабыҙ...
Күптәребеҙ инде оло кешеләр рәтендәбеҙ, әммә әсә кеше өсөн барыбыҙ ҙа ғүмер буйы ҡәҙерле һәм яҡын. Ниндәй генә айырылмаҫ дуҫтар булыуына ҡарамаҫтан, йәиһә ҡасандыр бер-береһен өҙөлөп һөйөүсе парҙар булһынмы, ваҡыт үтеү менән башҡа кешеләр­ҙең аралары һыуыныуы, хатта бер-береһен онотоуы ла тәбиғи. Ә әсәнең үҙ балаһына ҡарата мөхәббәте һәр саҡ пак, керһеҙ көйө генә һаҡланыуы менән айырыла, хатта ғәзиздәренең бәғзе берҙәре ниндәйҙер насар юлға баҫҡан булһа ла... Туғыҙ ай йөрәге аҫтында йөрөткән, унан төн йоҡоларын йоҡламай, йәндәй күреп наҙлап үҫтергән улы йә ҡыҙы әсә өсөн һәр саҡ “бәпәй, ҡолонсаҡ” булып ҡала. Оҙаҡ ваҡыт хәбәр алмай торған сағында ла уның барлыҡ ҡайғыһы фәҡәт балаһында ғына. “Балаҡайым иҫән генә булһын инде, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә”, – тип әсә кеше һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә ялбарыу­сан. “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тигән әйтем дә бар халыҡта. Ысынлап та, туғандар, ғәзиз әсәләребеҙҙең күңелен, уларҙың уй-кисерештәрен һәр кемебеҙ тейешле кимәлдә аңлайбыҙмы? Ҡәҙерлеләребеҙгә үҙебеҙ һәр саҡ тейешенсә мөғәмәләлә була алабыҙмы? Бына шул хаҡта уйланмаған кеше юҡтыр. Ә бәлки, барҙыр ҙа...
Тыуған яғымдан алыҫ ерҙәрҙә тиҫтәләгән йылдар ғүмер итеп, һәр саҡ атай-әсәйемде, туғандарымды күрергә зар-интизар булып йәшәгәнгәмелер, ошо яҡын кешеләргә ҡарата булырға тейешле мөнәсәбәт хаҡында йыш ҡына уйланам. Берәй матбуғат сараһында ошоға ҡағылышлы мәҡәлә күреп ҡалһам, шунда уҡ иғтибар итәм. Элегерәк ике йыллыҡ әрме хеҙмәтенән өйөнә лә ҡайтып тормай, комсомол путевкаһы буйынса ҡайҙалыр ҡырға эшкә китеп, бер нисә йылдан һуң ғына ата-әсәһен күрергә ҡайтҡан бер танышыма аптырағайным. Үҙем оҙайлы хеҙмәт иткән дәүерҙә лә күп кенә хәрбиҙең сираттағы ялын Ҡара диңгеҙ буйына йәки башҡа ял йорттарына барып уҙғарырға тырышыуына ғәжәпләнә инем. Хәрби табип булараҡ, ана шул санаторий-маҙарҙарға офицер өсөн бушлай бирелә торған путевкаларҙы яҙып биреп ултырған осорҙарым да булды. “Атай-әсәйҙәрегеҙ иҫәнме?” – тип һорай инем ҡайһы саҡ бәғзеләренән. “Иҫәндәр әле...” “Ә ни эшләп тыуған илегеҙгә ҡайтып, уларҙы күреп килмәйһегеҙ?” “Үткән йыл ғына ҡайтып килдем...” Ә бындай яуаптың мине һис хушһындырмағаны хәтеремдә. Сөнки үҙем йылына бер генә мәртәбә бирелә торған ялымды тулыһынса тыуған өйөмдән ситтә үткәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Өҫтәүенә, ул саҡта алыҫтағы атай-әсәйең менән ҡапыл да һөйләшеп алырға телефон тигән нәмә лә наҡыҫыраҡ булды, айырыуса ауыл ерҙәрендә. Хәҙер һәр балала булған кеҫә телефоны тигән нәмә хаҡында хыялланманыҡ та. Ә бер яҡташымдың (ҡатыны украин милләтенән) әллә нисә йыл буйы ата-әсәһе янына ҡайтмай йөрөгәненә күңелем һыҙланды. Улдары сит милләт ҡыҙына өйләнгәнгә ризаһыҙлығын белдергән ата-әсәһенә “ҡылтайып”, йылдар буйы ата йортона ҡайтмаусы бындай кешенең ҡылығы һис кенә лә маҡтарлыҡ түгел, әлбиттә. Ә бит ата-әсә һәр саҡ аңлаусан. Ғәзиздәренә ҡайтып, яғымлы итеп һөйләшеп, уларҙан ғәфү үтенеп булһа ла, яҡындарының ризалығын алыу кәрәк ине, тип уйлағайным шул саҡта.
Ата-әсәгә яҡшы мөнәсәбәт хаҡында изге Ҡөрьән Кәримдә беҙҙе Аллаһы Тәғәлә ныҡ иҫкәртә. Раббыбыҙ бойороғона ярашлы, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм дә күп хәҙисендә яҡындарыңа хөрмәт күрһәтеүҙе талап иткән. Әҙәм балаһының иң оло һөйөүе Аллаһы Тәғәләгә, унан килә Уның илсеһе – бәйғәмбәргә булһа, өсөнсө урында ата-әсә тора. Ә инде ата-әсәне айырым алғанда, иң тәүҙә кеше әсәһен хөрмәт итергә тейеш. Бәйғәмбәр: “Ир кешенең ожмахы – әсәһенең аяҡ аҫтында”, – тигән. Йәғни Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеү өсөн беҙ әсә кешене һәр саҡ ихтирам итергә бурыслыбыҙ. Бәйғәмбәр сәхәбәһе ибн Ғүмәр Мәккәгә хаж ҡылған мәлдә, Ҡәғбәтулла тирәләй бер мосолмандың ҡартайған әсәһен арҡаһына йөкмәп алып барыуын күреп, ни өсөн улайтып йөрөгәнлеге хаҡында уға һорау бирә. “Үҙемде тыуҙырған әсәйемә бурысымды ҡайтарырға теләйем”, – ти әлеге мосолман. Әммә ибн Ғүмәр был кешегә, уның күпме генә тырышыуына ҡарамаҫтан, әсәһенә бурысын ҡайтарып бөтә алмаясағы хаҡында әйтә: “...Әсәйең һине үҫтергәндә, һин йәшәһен өсөн, йәғни үлмәһен тип, көн-төн тырышҡан, ә һин хәҙер уны нисек кенә хөрмәт итһәң дә, барыбер уның яҡын арала үлеп китәсәген көтәһең...” – тигәнерәк мәғәнәлә аңлатып бирә сәхәбә был кешегә. Йәғни беҙҙең барыбыҙҙың да әсәйҙәребеҙ алдында бурысыбыҙ ғәйәт ҙурлығы хаҡында был риүәйәт. Алла илсеһенең: “Ата-әсәләрегеҙҙе ҡәҙерләһәгеҙ, үҙҙәрегеҙҙең балаларығыҙҙан да ҡәҙер-хөрмәт күрерһегеҙ”, – тигәнен дә беләйек. Шулай уҡ кем ата-әсәһенә насар мөғәмәлә ҡыла, ундай кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан был донъялағы язаһын да тиҙләтеү ихтималлығы булыуы хаҡында бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең хәҙисе бар. Былар – барыбыҙ өсөн дә бик ныҡ уйланырлыҡ сәбәп.
Ата-әсә һәм бала араһындағы төрлө мөнәсәбәт хаҡында йыш ҡына һүҙ алып барабыҙ. Баштараҡ та бер хеҙмәттәшемдең ҡатыны башҡа милләт ҡыҙы булыуы хаҡында әйтә биреп үткәйнем бит әле. Күп кенә яҡташыбыҙҙы борсоған бына ошондайыраҡ мәсьәлә буйынса йәнә бер фекерем бар. Ғәзиз балаң башҡорт булмаған кейәү йәиһә килен етәкләп алып ҡайтһа, кемдер әйтмешләй, бер ҡайҙа ла бара алмайһың инде ул. Әлеге хеҙмәттәшемдең ата-әсәһе һымаҡ артыҡ принципиаль булыуҙың яҡшыға алып килмәүе лә мөмкин. Бындай осраҡтарҙа, минеңсә, тик балаң һайлаған кешегә ризалығыңды биреү генә ҡала. Күпселек шулайта ла инде. Ә беҙ үҫкәндә, әсәйем һәр саҡ: “Киленде үҙ милләтегеҙҙән алығыҙ, ҡырҙан берәй “бисура” эйәртеп алып ҡайта күрмәгеҙ”, – ти торғайны. Бәлки, шуғалыр ҙа, егет ҡорона еткәндә, мин, ысынлап, буласаҡ кәләшемде фәҡәт үҙебеҙҙең яҡ ҡыҙы тип кенә күҙ алдына килтер­ҙем. Һуңынан әсәйем ғүмеренең ахырынаса: “Аллаға шөкөр, дүрт киленемдең барыһы ла – үҙебеҙҙеке”, – тип шатланып һөйләнә торғайны. Атайым мәрхүм булғас та, ауылда яңғыҙын ҡалдырмай, Юлай ағайым менән Йондоҙ еңгәм әсәйебеҙҙе Сибай ҡалаһына күсереп алып ҡайтты. Ағайымдарҙа ун йылдан ашыу торғас, бәләкәс ҡустым Йәлил үҙенә ҡарарға алды. Әсәйемдең һуңғы көндәренә тиклем шул ҡустым менән Мөнирә киленебеҙ уны ифрат та яҡшы итеп, ҡәҙерләп ҡаранылар. Әсәйем ҡаты ауырый башлағас, киленебеҙҙең хатта уны бала һымаҡ итеп күтәреп алып йөрөгәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бына шулай, әсәйебеҙҙе яҡшы ҡарау­ҙа ағайым менән ҡустымдың өлөшө хаҡында һөйләп тә тормай, иң беренсе нәүбәттә Йондоҙ еңгәм менән Мөнирә киленем хаҡында әйтмәй ҡала алмайым. Әсәйемә шундай яҡшы итеп ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәре өсөн уларға ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Бала саҡтан йырлап үҫкән бер йырҙың һүҙҙәре һәр саҡ күңелемдә:
...Бишек йырың моңо наҙлай ҡолағымды,
Күкрәк һөтөң тәме телемдә,
Изге теләктәрең мине етәкләне,
Аҙашамын, тигән көнөмдә...
Балалары өсөн һорап, Аллаһы Тәғәләгә ялбарған ата-әсәнең доғаһы ҡабул булыусанлығы хаҡында Алла илсеһе айырып әйткән. Беҙгә фәҡәт изгелектәр генә теләп улты­рыусы әсәйҙәребеҙҙе йышыраҡ иҫкә алайыҡ. Яҡындарыбыҙ әлегә тере саҡта уларҙың ҡәҙерен беләйек, ғәзиздәребеҙгә һәр саҡ мөмкин тиклем яғымлы, матур һүҙҙәр менән генә өндәшергә тырышайыҡ. Ә инде, беҙҙе ташлап, яҡты донъянан мәңгегә киткәс, уларға Ахирәттә яҡшы булыуын һорап, Раббыбыҙға ялбарайыҡ.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)