НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мәсет (Х.Тапаҡов) Аҙағы

Мәсет (Х.Тапаҡов) Аҙағы


Мәсет (Х.Тапаҡов) Аҙағы
[b](Аҙағы. Башы гәзиттең 1-6-се һандарында)
Ҡорбан ғәйете күркәм, йәнле генә үтте Имәнлекүлдә. Көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, ҡорбан салыусылар өс урында ҡаҙан аҫып, бишбармаҡ бешереп, ауылдаштарын һыйланы. Унан тыш, байрамса кейенгән халыҡ көн барышында бер-береһен саҡырышты, ҡунаҡҡа йөрөштө, һәр кем, муллыҡ билдәһе итеп, өйө эсендә май еҫе сығарып, осраған береһен әҙерләгән табынына әйҙәләне. Һәммәһенең күңеленә ятҡан, хуш килгән күренеш шул булды – эскеселәр, баштары шаңҡып араҡы темеҫкенеүсе, намыҫтары етеп, был көндө урамға сығып күренмәне. Тәүфиҡ, әҙәп, тәртип, әйләнә-тирәгә ихтирам алып килгән Ҡорбан байрамы ҡана ла һуң йыл барышында дауам итһә, көнитмеш бөтөнләй икенсе юҫыҡтан китер ине, билләһи! Танһыҡ был тантаналы көнгә мәсеттең тирә-яғын кәртәләп алып, манара күтәреп өлгөрттө, буяу эштәрен тамамланы, кәрәк-яраҡ ҡаралты һатып алып урынлаштырҙы. Ҡапыл ғына сырхап ятып киткәс, ул былар­ҙың береһен дә күрмәне. Тик байрамдан һуң бер аҙна үткәс, кискә ҡарай, ҡояш байыр алдынан хәле яҡшырғандай тойолғас, тороп ултырҙы, икмәккә май һылап, ҡуян ҡанылай ҡаты итеп сәй яһатып эсеп, тамаҡ ялғап алды, шунан бөхтә кейенеп, ҡасандыр үҙе төҙөп ҡуйған урыҫ ҡапҡаһының ауыҙына сығып баҫты. Һауа төмһәреп тора, күк йөҙөн яртылаш суйындай ҡара болоттар ҡаплаған, һалҡын ел ағас баштарын сайҡап шаулата. Көн торошоноң киреләнеүен ауырығанында тәҙрә аша күҙәтеп ятты. Бар ғаләм күҙ менән ҡаш араһында тәҙрә өлгөһөнә һыйҙы ла ҡуйҙы. Бала сағында күргәне шул тиклем дә иркен, төбәлгән тарафы икһеҙ-сикһеҙ ине. Ил ҡыҙырҙы, донъя күрҙе. Ҡартая төшкәс, ҡайҙалыр сығып әйләнеүҙән бөтөнләй төңөлөп, ауылына бикләнде, ауырып киткәс, күҙәтеүе өйөндәге быяла аша төшкән ус аяһылай яҡтылыҡҡа ҡалды. Шулайтып, әҙәм балаһы өсөн яйлап-яйлап тарая баралыр ул көнитмеш ҡалыбы, иртәме-һуңмы тәҙрәһеҙ ергә лә алып барып һалырҙар…
Бер аҙ урынында тапана биргәс, ашыҡмай атлап, урам буйлап китте. Бара бирә лә юлында осраған йоҙроҡтай таштарҙы бер яҡ ситкә алып барып һала. Һала ла ары атлай. Һәр нәмәнең үҙ мәле… Тәҙрәнән уны ауылдаштары ҡарап оҙаталар төҫлө.
Мәсет әллә ҡайҙан балҡып күренеп, үҙенә саҡырып тора. Мана­раны ҡайһылай ҙа бейек, елле итеп эшләгәндәр, ә ярым ай байып бар­ған ҡояш нурҙарында саф көмөштәй балҡый. Тимер бағаналар ултыртып кәртәләп алынған ишек алдына таш плиталарҙан һуҡмаҡ та һалғандар икән, тик теге аҡ ташты тағы ла ҡуҙғата алмағандарҙыр, ул тапҡыр ярым түңәрәккә алынған. Ултырып ял итергә ҡулай булһын өсөндөр ишек алдына ултырғыстар эшләп ҡуйғандар. Ғәҙәте буйынса ултырғысҡа түгел, аҡ ташҡа осаһын терәне. Ер ҡуйынынан килгән һалҡынлыҡ тағы ла тәненә күсте. Китсе, көндәр буйы ҡояш аҫтында ятҡан таш йылынмаһын әле. Башын ҡалҡытып юғарыға һирпелде. Манараның оло юлға, ауыл яғына ҡараған тапҡырына, бейеккә, йәшел менән буялған дүрткел таҡта киҫәгенә аҡ хәрефтәр менән “Лира” тигән яҙыу элгәндәр. “Әҙәм хәтере ҡыҫҡарҙы шул, ата улын, әсә ҡыҙын танымаған бола заман килде…” Әсенеп шулай уйланды. Сырхап ятҡанында уның күп нәмәгә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Үҙгәрҙе, тик һуңлап, бик һуңлап. Әгәр мөмкинлек булып яңынан йәшәй башлаһа, ул бөтөнләй икенсе тормош йүнәлешенән китер ине, әҙәмсәрәк, кешесәрәк көн итер ине һәр хәлдә. Мөмкин түгел, кешегә ғүмер тигәнең тик бер тапҡыр ғына бирелә шул.
– Һаумы, Иштуған Ишмө­хәмәтович?
Башын ҡалҡытты. Эргәһенә элекке мәктәп директоры, партия бар саҡта бүлексә парторгы булып йөрөгән Дәүләтша килеп баҫҡан икән. Ул ҡайҙалыр барып дини, белемен камиллаштырып ҡайтты ла әле мәхәллә муллаһы вазифаһын башҡара.
– Түҙерлек. – Теләкһеҙ генә һонол­ған ҡулды ҡыҫты.
– Мәсетте асыу тантанаһына килә алманың. Ҡорбан байрамына Һиҙиәтуллин иптәш, диниә назаратынан вәкил, район башлығы килгәйнеләр. Көткәйнек. – Мулланың йөҙөндә үкенес билдәһе сағыл­маны.
– Сырхап ятылды. Бөгөн генә аяҡҡа баҫтым әле. Исем дә ҡушып ташлағанһығыҙ икән. – Манаралағы яҙыуға ымланы.
– Ауыл сходы шулай хәл итте. Ғәжәпләнмә, ағай, бөгөн аҡса бөтәһен дә эшләй.
– Ә үҙең һуң, мәсеткә исем ҡушыу­ҙы нисегерәк ҡабул иттең?
– Миңә ни… Ысынында иһә был ҡашлаҡты ауылдағы һәр кем Аҡташ түңе ти, хәҙер мәсетте лә шул исем менән атап йөрөтә башланылар. Был ғәҙел дә, дөрөҫ тә.
– Мин дә һинең менән килешәм. Киләләрме һуң?
– Бармаҡ менән генә һанарлыҡтар. Етмеш йылдан ашыу Аллаһыҙ йәшәгәндән һуң дингә йөҙ менән боролоу еңел бирелмәй. Иртәгә йома намаҙына кил. Бер юлы һиңә рәхмәтебеҙҙе лә әйтербеҙ.
– Кәрәкмәҫ. Мине бит заманында “Динһеҙ Иштуған” тип йөрөттөлөр. – Йөҙөн мыҫҡыллы салшайтты.
– Үткәнде хәтерләмәйек инде, ағай, хәтерләй китһәң… – Мулла башлағанын әйтеп бөтөрмәй, манаралағы яҙыуға ҡараш һирпте.
– Мәсеткә килгәндә, уны бит Танһыҡ төҙөп бөтөрөп ҡуйҙы. Бында выждандары таҙалар ғына йөрөргә хоҡуҡлы. Гонаһлы була тороп, үҙемде изгеләргә хисапламайым. Заманаға яраҡлаштырып, йөҙөмдө лә үҙгәртә алмайым. Нисек бар – шулаймын.
Әйтелгәндәрҙе күңеленә яҡын ҡабул иткән Дәүләтша, бурҙаттай ҡыҙарынып китһә лә, үпкәһен һиҙҙермәне:
– Үҙең ҡара улайһа. Инеп күргең киләме? – Кеҫәһенән асҡыс сығарып һондо. – Ҡайтайым, булмаһа. Ә һин ҡабаланмай һәммәһен ҡарап сыҡ. Асҡысты тупһа аҫтындағы һауытҡа һалырһың.
Дәүләтшаны күҙ яҙғансы ҡарап оҙатты ла йоҙаҡты асты.
Эс яҡ еренә еткереп йыһазландырылған: иҙәндә йомшаҡ, затлы келәм, тәҙрә ҡорғандары ҡиммәтле аҡ ебәктән, бер яҡ ситтәге оргбыяланан эшләнгән журнал өҫтәленә дини китаптар күргәҙмәһе һалын­ған, стенала ғәрәпсә яҙыуҙар күренә, ҡаршыла – тәхеткә оҡшатып ағастан семәрләп эшләнгән, төҫһөҙ лак менән буялған мөнбәр. Мөнбәр янындағы ярым асыҡ ишек күҙенә салынды. Быныһы, моғайын да, манараға менә торған ерҙер. “Бөхтә урын, изге урын, таҙа, саф урын… Бындай матурлыҡты булдырыуҙары, ай-һай… Ә мин ҡулымдан килмәҫтәйгә тотондом. Башланым, тик уны тамамлай алмаҫ инем барыбер, Хоҙай Тәғәлә быға фатихаһын бирмәҫ ине…”
Манараға сығып баҫты ла тирә-яҡҡа ҡарашын атты. Теге саҡ был ерҙән төнгө уттар ғына күренә ине, хәҙер яҡты күҙҙә һәммәһе асыҡ, ус төбөндәгеләй йәйрәгән. Ауыл һуңғы йылдарҙа кибә барған күл ише һиҙелеп үҙәгенә тартылды, мәктәп булмағас, йәштәр ситкә күсеп китә башланы, һөҙөмтәлә буш торған хужалыҡтар бермә-бер ишәйҙе, элекке ферма урынында ярым емерек һарайҙар ҡалды, ырҙын табағының урынында ке­серткән диңгеҙе тирбәлә. Ауылда хәҙер эш тә юҡ, аш та юҡ. Элек ул эргә-тирәләге ауылдарҙы ғына ҡыҙыра ине, хәҙерге ир-ат, һөргөнгә ҡыуылғандай, Себергә китергә мәжбүр. Ғаиләһен ташлап, яҡындарын ҡалдырып, үҙ иректәре менән. Нигеҙҙәрҙең кәмеүе Имәнлекүлде ҡороуға килтерә. Имәнлекүл кеүек ауылдар бихисап. Яҙмыштары аяныслы, ай, ҡайһылай ҙа аяныслы… Шулай ҙа төйәген ташларға те­ләмәгәндәрҙең тереклек итергә тырышып ятҡан көнө. Остараҡ улар­ҙың өйө, аҫта Рәүефтәрҙеке. Ул йортта хәҙер бер кем дә йәшәмәгәс, ишек алдын кесерткән, дегәнәк баҫҡан, урам яҡтағы кәртә бағаналары сереп аушайған. Йорттар ҙа әҙәм балаһы һымаҡ ваҡыт үтеү менән ҡартая, туҙа, хәтерҙән юйыла икән ул… Бына Танһыҡ әсә хөкөмөндәге Лираның исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәсеткә уның исемен биреп ҡуйҙы. Манара башына исем яҙып ҡуйыу менән генә халыҡ уны ҡабул итерме икән? Икеле. Халыҡ хәтере, әле заманалар боларып, үҙгәреп киткән хәлдә лә, яҡшы менән яманды айырыр кимәлдә.
Тора биргәс, ҡәтғи ҡарарға килеп, манара кәртәһе аша ҡыйыҡҡа сыҡты ла исем яҙылған фанера киҫәгенә йәбешеп, уны ҡуптарып алырға теләп, тартҡылай башланы. Ныҡ ҡатылған нәмә урынынан ысҡынманы. Оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Көсәнеп тартып тырыша торғас, бер мөйөштө ҡумшытты, шунан икенсеһен, бер аҙҙан таҡта бер ҡаҙауға ғына эләгеп ҡалды. Хәҙер уны ысҡындырып алып, түбәнгә ырғытаһы ғына ҡалды. Ике ҡуллап үрелде һәм… аяғы тайып китеп, башта урынында бәүелеп тора биргәс, түбәнгә мәтәлде.
Гөлнәзирәһе эҙләп килгәндә фанера киҫәген ҡосаҡлаған Иштуған һуҡмаҡ ҡырындағы аҡташ эргәһендә ята ине. Сикәһендәге яранан батмустай булып ҡан күләүеге йәйелгән. Иламаны ла, сарғаланманы ла ҡатын, бары ошондай фажиғәнең булырын алдан белеп, көтөп йөрөгән ҡиәфәттә иренең эргәһендә һерәйеп ҡатып ҡалды.
Иштуғанды иртәгеһен зыяраттағы теге ҡарағас таяҡ ҡатылған ергә йәнәшә ҡуйҙылар. Ерләү мәшәҡәттәре үтеү менән көтмәгәндә күк йөҙө асылып китеп, ҡояш нурҙары тәүҙә алыҫтағы тау аҙраттарына ҡунды, шунан ауыл эргәһендәге Аҡташ түңенә төшөп, исемһеҙ мәсетте бөтә матурлығында балҡытып ебәрҙе.

1.pdf [446,64 Kb] (cкачиваний: 24)
2.pdf [453,79 Kb] (cкачиваний: 16)
3.pdf [452,21 Kb] (cкачиваний: 14)
4.pdf [501,39 Kb] (cкачиваний: 16)
5.pdf [500,81 Kb] (cкачиваний: 15)
6.pdf [501,54 Kb] (cкачиваний: 17)
7.pdf [701,67 Kb] (cкачиваний: 15)

Сығыу ваҡыты 22-02-2017, 11:48 | Ҡаранылар: 2746
|
  • Килдеғолдар изге Рамаҙан айында мәсет төҙөй башланы
  • Туҡал
  • Тормош күренештәре
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM