НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Башҡорт прозаһын үҫтереүсе әҙип

Башҡорт прозаһын үҫтереүсе әҙип


Күренекле яҙыусы, башҡорт прозаһының тәрән бураҙналарын ярыусы, әҙәбиәтебеҙҙә яңы һүҙ әйтеүсе, уға яңы характерҙар алып килеүсе ул Ринат Камал. Уның романдары һуңғы тиҫтә йыл ваҡыт арауығындағы иң көслө, олпат, иң юғары баһаға лайыҡлы проза әҫәрҙәре булараҡ танылыу яуланы. Яҙыусы вазифа йә дәрәжә түгел. Ул – халыҡ рухын, уның күңелен үҫтереүсе шәхес, талымһыҙ ижад кешеһе. Ринат Камал һәр ваҡыт эш өҫтөндә, теге йәки был әҫәрҙе тамамланым, еңдем, маҡсатым үренә менеп еттем инде тип ултырмай, ә яңынан-яңы ижад эсендә ҡайнай. Шуға ла уның романдарын дилогия, трилогия, пенталогия ҡыҫандарына һыйҙырып булмай. Сөнки ул «Ҡотлояр–Бәхтийәрҙәр» шәлкемен бар итеүсе романдар сериалы өҫтөндә эшләй.
«Ҡотлояр–Бәхтийәр­ҙәр» шәлкеме социализм осоронда йәшәгән бер ғаилә тормошо хаҡында бәйән итә. Бында ҡотлояр–бәхтийәрҙәр нәҫеленең күтәрелеше, сәскә атыуы һәм тарҡалыуы һүрәтләнә. Заман ҡылыҡтары, йәмәғәт үҫеше тәртиптәре, шәхес менән тарихтың, кеше менән дәүләттең мөнәсәбәттәре һүрәтләнә, бер тамсыла бөтә даръя булмышы һынланғандай, бер ғаилә миҫалында ил көнө сағыла. Яҙыусы раҫлауынса, бер кешенең һыҙланыуҙары халыҡтың аһ-зарына, ынтылышына тиң, улар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Был шәлкемдән «Таня-Таңһылыу», «Оҙонтал», «Сабыр йән», «Әлфирә», «Вариҫ», «Ағай-энеләр», «Шаңдау», «Талаҡ» һәм «Һөйкөмлө һөйәк» романдары донъя күрҙе.
«Әлфирә» романында 1923 – 1924 йылдарҙағы ваҡиғалар күҙ алдына баҫтырыла, НЭП дәүере һүрәтләнә. 1921 йылда Австриялағы әсирлектән ҡайтып төшкән Ҡотлоярҙы Мәғҙән волисполкомына ағза итеп һайлайҙар. Волисполком рәйесе Хәбибуллин, биләгән власынан файҙаланып, Ҡотлоярҙы резервистар командаһына индерә һәм баҫмасыларға ҡаршы һуғыш­ҡа оҙата.
Һуғыштан Ҡотлоярҙың үлеүе хәбәре ҡайта. Шул хәбәрҙе алғас, Мәғҙәндәге йәп-йәш кәләше Әлфирә эйәрсәне-тиҫтере Сабирйәнгә кейәүгә сығырға етешеп бөтә. Һуңлаған мөхәббәтен таба, инде йәнкәй-йәнәшенә ысынлап эҫенеп китә...
«Вариҫ» әҫәрендә иһә нәҫел башлығы Ҡотлоярҙың һуңғы көндәре – 1952 – 1953 йылдар тасуирлана. Нәҡ унан башланғайны бит нәҫел-нәсәптең, зат-зәүерҙең ҡалҡыныуы ла, нәҡ ул был ғаилә аңына үҙ фәлсәфәһен көсләп таҡҡайны: «Сит ерҙә солтан булып йөрөгәнсе, үҙ илегеҙҙә хужа булығыҙ». Шундай васыят әйткән хәйләкәр ҡарт сельсовет урынына пеләш башлы Әсләмен мендереп ултырта, уны «вариҫым» тип атай.
«Ағай-энеләр» беҙҙе ХХ быуаттың алтмышынсы йылдарына алып ҡайта. Ҡотлояр балалары атай васыятына тоғро, бөтәһе лә тиерлек власть башында, тағы уларҙың карьераһына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай кеүек...
Шәлкемдән «Шаңдау» романы 1918 йылдарҙа совет власына ҡаршы Мәғҙән улусындағы боланы яҡтырта. Әҫәр 2007 йылда «Ватандаш» журналында донъя күрҙе. Бәхтийәрҙең уртансы ҡыҙы Раушания хаҡындағы «Талаҡ» романы 2008 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылды, «Һөйкөмлө һөйәк» әҫәре (Баныубикәнең улы Рафиҡ тураһында) 2009 йылда «Ватандаш» журналында сыҡты, ә Сабирйәндең улы Йонос хаҡында, Йоностоң улы Хәмит тураһында «Бейеүселәр» дилогияһы «Ағиҙел» журналы портфелендә ята... Тағы шәлкем эсенә «Колхозсы», «Дебет шәл», «Мәғҙән мәктәбе», «Мәғҙән магазины», «Ыҙалы йән», «Мединститут эше», «Ҡурай», «Сәйәсәтсе» һ.б. әҫәрҙәр – бөтәһе егерме роман инә.
Бына ошоларҙан сығып ҡына ла Ринат Камалдың ижад офоҡтарының ни тиклем киңлеген, проза жанрын төрләндереүсе, үҫтереүсе әҙип икәнен, ижад ҡомарын, егәрлелеген әйтеп китергә булалыр.
Ринат Камалдың «Әлфирә» тип атал­ған китабына өс роман ингән: «Әлфирә», «Вариҫ», «Ағай-энеләр». Шуларҙың тик һуңғыһы хаҡында ғына һүҙ алып бармаҡсымын.
* * *
«Ағай-энеләр» әҫәрендәге проблема – «Ҡотлоярҙар нәҫеле Мәғҙәндәге власты үҙ ҡулдарында тоторға тейеш». Башҡорт прозаһында һәм, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешендә бындай ҡараш, бындай мәсьәлә проблема кимәленә, әҫәр яҙырлыҡ кимәлгә күтәрелгәне юҡ ине. Тормошта, бәлки, ундай хәлдәр булған сүрәттә лә, уйын-көлкө менән үткәреп ебәрелгәндер.
Ҡотлояр ҡарт үлер алдынан васыят әйтеп ҡалдыра: Мәғҙәндә (ауыл исеме), уныңса, бөтә власть ҡотлояр­ҙар ҡулында булырға тейеш. Әммә ҡарт шуны онота: власҡа белемһеҙҙәр үрләй алмай. Ярай ҙа ҡарт үҙ заманында, грамотаһы булмаһа ла, власть башында ултыра алған. Ләкин заманалар үҙгәреп тора. Илгә, шул иҫәптән Мәғҙәнгә лә белемле, абруйлы кешеләр кәрәк. Ҡотлояр ҡарт үҙенең васыятында ана шул мөһим әйберҙе балаларына еткерергә онота, күрәһең. Власҡа ынтылыуҙың ниндәйҙер сәбәптәре булырға тейештер бит?
Әйтәйек, быға тиклем власть башында ултырғандар Ҡотлоярҙар нәҫелен кәмһеткәнме? Был хаҡта ла романда әйтелмәй. Әгәр үҙең ете ҡат тиреңде түгеп эшләмәһәң, власть нимә бирә? Ағай-энеләр шул хаҡта уйлаймы? Хәйер, ағай-энеләрҙең барыһы ла влас­ҡа ынтылмай ҙа, бының уларға кәрәге лә юҡ. Мәҫәлән, Камил – ситтә ҙур совхоздың директоры. Мәғҙәндә уға власть кәрәкмәй. Әсләм – Мәғҙәндә ауыл советы рәйесе. Белеменә күрә был вазифаһы башынан ашҡан. Зөлҡәрнәйҙе кешеләр менән тупаҫ булғаны өсөн рәйеслегенән алғандар. Әле ул партком секретары вазифаһын башҡара. Бында Ғәтиәт кенә власть тип һүҙ ҡуйырта һымаҡ.
Романдағы бөтә хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында Ғәтиәт тора. Колхоздың, замандың тын алышын белгән зат ҡына, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кеше генә халыҡ ярҙамында власҡа үрелә алалыр. Ғәтиәт кем һуң? Ул әле шәхес булып формалашып та етмәгән. Ғәтиәттең холҡонда әле әйтелгәндәрҙең береһе лә юҡ. Белем кимәле лә ниндәйҙер курс тамамлауҙан ары китмәгән шикелле. Уның хеҙмәт баҫҡыстары ла көнләшерлек түгел. Монтер – почта бүлексәһе начальнигы – ферма мөдире – бына уның яулаған карьераһы. Был урындарҙан да «эшкә яраҡһыҙ» тип ҡыуыла. Баш баҫып эшләү, оло маҡсатҡа ынтылыу – Ғәтиәттең ҡулынан килерҙәй ғәмәлдәр түгел.
Ағай-энеләр Ғәтиәтте тәрбиәләп-төҙәткеләп тә маташмайҙар шикелле. «Өйләнеп ебәрһә, аҡылға ултырыр», – тигән һымағыраҡ ҡарайҙар.
Бер ҡарағанда, әҫәрҙең проблемаһы үтә бәләкәй, әммә шул проблемалар тирәһендә ваҡиғалар ҡуйыра, кеше характеры асыла бара. Ғәтиәт кеүектәр бер Мәғҙәндә генәме? Илебеҙҙең һәр төбәгендә үҙ Ғәтиәте бар.
Әҫәрҙең төп мәғәнәһе лә, минеңсә, асылып етмәгән һымаҡ. Авторҙың позицияһы ла томан артында тороп ҡалғандай. Ул, мәҫәлән, Мәғҙәндә власть башында ҡотлоярҙарҙы күрергә теләйме, әллә түрәлектә ағай-энелеккә ҡаршы сығамы? Был хаҡта әҫәрҙә аныҡ ҡына ҡараш юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, күренекле яҙыусы Ринат Камал был әҫәре менән башҡорт прозаһында үҙ бураҙналарын яра. Үҙ, тинем, сөнки әҫәрҙең темаһы, проблемаһы, стиле, һүрәтләү сараларының бирелеше, телмәр поэтикаһының яңғырашы ла бары тик Ринатса төҫ ала. Башҡорт прозаһы даръяһына үҙ инеше, үҙ темаһы, уҙ һүрәтләү алымы менән килеп ҡушыла. Һүрәтләү, һынландырыу манераһы күҙ күнекмәгәнсәрәктер ҙә, әммә барыһы ла хас Ринатса булыуы менән үҙенсәлекле.
* * *
Ринат Камалдың ижадында был проб­лема тәүгеләрҙән түгел һымаҡ. Мәҫәлән, «Мөхәббәт дошмандары», «Яза», «Бәлә», «Ҡасыу» повестарында, «Таня-Таңһылыу», «Оҙонтал», «Сабыр йән» романдарында ла мәғҙәндәр тамырынан булмаған етәкселәр тураһында ишетер ҡолаҡҡа салынып ҡалғандай була. Ринат Камалға тиклем бындай проблеманы ҡайһы яҙыусы бөтә тулылығында күтәреп сыҡты икән? һүҙ ыңғай, бәлки, әйтеп үтеүҙәр булғандыр, әммә «килмешәк» етәкселәр хаҡында ауыҙ тултырып һөйләрлек әҫәр булмағандыр. Шуны ла әйтергә кәрәк: был проблеманың асылы бик тәрәндә ята һымаҡ. Миңә ҡалһа, географик берәмек, төбәк булараҡ Мәғҙән мөхите күҙ яҙлыҡтырыр өсөн генә алынған булһа кәрәк романда. Юғарыла ултырған түрә-ғараларҙан шундай һүҙҙе ишеткән бар: юҡ бит кешеһе, кемде ҡуяһың (мәҫәлән, министр итеп, ҡала йәки район хакимиәте башлығы итеп). Был инде «эшем эйәләре» фәлсәфәһе.
Авторҙың ҡотлоярҙар тип әйтеүендә лә ниндәйҙер бер кинәйәһе йәшеренмәйме икән? Үҙ илеңдә олтан булыуға ҡарағанда солтан булыу күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Сит илдә солтан булыу теләге менән күпме ағай-энебеҙ йәннәткә биргеһеҙ үҙ төбәгенән биҙҙе, йәғни биҙҙерәләр уларҙы. Ғәтиәт тә дөйөмләштерелгән образ булһа кәрәк.
Романдың «Ағай-энеләр» тип аталыуында ла ныҡлы нигеҙ бар төҫлө. Илдәге етәкселекте ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, таныш-тоношлоҡ, районсылыҡ баҫып алды. Берәй ергә эшкә урынлашам тиһәң да, ана шуларҙыңтуған-тыумасалыҡ ауын йырып сығырмын тимә. Хәҙерге заманда Ғәтиәт ҡиәфәтендәгеләр арт яғын уйлап та ҡарамай: теге йәки был эште атҡара аламы-алмаймы, ҡулынан киләме-килмәйме – былар тураһында баш ватып тормай, бары тик власҡа ынтыла.
Ринат Камалдың «Ағай-энеләр» романы, бәлки, ана шул яғы менән актуалдер. Яҙыусы ил эсендәге глобаль проблемаларға битараф түгеллеген раҫлай, минеңсә. Юғиһә ул: «Власть ҡулдан ысҡына, ҡотлоярҙар йөрәген шом баҫа, аяҡ аҫтында ер убыла», – тип аҙарынмаҫ ине. Донъяның бер бәләкәй генә төбәген дөйөмләштерә автор.
Башҡорт прозаһының роман жанрын үҫтереүгә әүҙем ижад итеүсе Ринат Камалдың «Ағай-энеләр» әҫәрендә әсә менән бала мөнәсәбәте лә үҙәк темаларҙың береһелер. Халыҡта шундай әйтем бар бала хаҡында: итәктә саҡта – ылан, итәктән төшһә – йылан. Әммә был әйтемде Ғәтиәткә ҡарата әйтеп булмайҙыр. Ғәтиәт йылан түгел. Мөхәббәттә ул йылан аяғын киҫкән егет. Әсәһе, ағай-энеләре Ғәтиәтте бер нисә тапҡыр өйләндереп тә ҡарай. Тик Ғәтиәттең күңеле балалы ҡатында – Минзадала. Айырылып ҡайтып киткән бисәләрен ҡыйырһытманы, тик мөхәббәт ялҡынын да бүләк итә алманы, сөнки уның бар уйы, күңеле, булмышы Миңзадала. Ғәтиәтулла армияла хеҙмәт итеп ҡайтыуға йәшләй һөйгән йәре Миңзада елдән бала тапҡан була. Хәмиҙә ҡарсыҡ, ағай-энеләр, Мәғҙән ауылының бисә-сәсәләре өсөн был хәл, ҡырҡҡа түкмәстерелеп, тел сарларға оло сәбәп була. Сәбәп үҙ урынында. Мөхәббәт үҙ тамырында тибә. Бер уйлаһаң, Миңзаданың балаһы ла елдән түгел инде, бынамын тигән һылыу ирҙән – Тәлғәттән.
Кем һуң ул Тәлғәт? Ул Ғәтиәтулланың Әсләм ағаһының бажаһы булып сыға. Ағай-энеләр һәм уларҙың ҡатындары, ошоно төп сәбәпкә һылтап, Ғәтиәтте Миңзадаға өйләндермәҫкә итә. Тәүҙәрәк был хәл Ғәтиәтте лә бер ни тиклем уйланырға мәжбүр итә. Әммә тәүге мөхәббәт, мәңгелек моң, үҙенә саҡырып тора – Ғәтиәт Миңзадаһына һуҡмаҡты һыуытмай.
Мәсьәләне тағы ла бер тапҡыр бизмәнгә һалайыҡ әле. Шулай ҙа, ағай-энеләр уйлағанса, Миңзада менән Ғәтиәтте өйләндермәҫкә тырышыуҙың сәбәбе Тәлғәттең (Миңзаданың балаһының атаһы) Әсләмгә бажа булыуы ғынамы икән? Романдан күренеүенсә, төп сәбәп Хәмиҙә ҡарсыҡталыр, моғайын. Һуғыштың һуңғы йылындағы бик көслө аслыҡты оноторлоҡмо ни? Әлеге шул Миңзаданың атаһы сатан Мөхәмәтйәндең ул саҡта колхоздың келәт хужаһы булып ҡуҡырайып йөрөгән мәле. Сатандың ыңғайына торған, арт һанын борған бисәләр аслыҡты бар тип тә белмәй.
Хәмиҙәнең сатан Мөхәмәтйәнгә ялынып-ялбарып барырға уйында ла юҡ. Әлбиттә, аслыҡ быуып алып бара: аслыҡтан шешенеп, ире Ҡотлояр үлем түшәгендә ята, бала-сағаларына ла ҡорһаҡтарын алдарлыҡ ризыҡ әҫәре юҡ. Колхоз келәтендә ашлыҡ – быуа быуырлыҡ, ә өйҙә тәғәм ризыҡ юҡ. Булған бит заманалар! Халыҡ астан ҡырыла, колхоздың бар игене фронтҡа оҙатыла. Ҡоро намыҫ менән генә аслыҡ ауыҙын ҡаплап булмай ҙа. Ҡаза аҡыл таптырмай, тигәндәй, Хәмиҙә лә ирек­һеҙҙән сатанға буйһонорға мәжбүр була. Ошо урында әҫәргә күҙ һалайыҡ: «Ахыр сиктә Хәмиҙә сигенде. Сатан уны орлоҡ өйөмөнә һырыҡтырҙы ла теләген ҡылды, эй килештерҙе генә. Биғәләш, өнһөҙ Хәмиҙә үҙе лә ләззәт татыны: иҫһеҙ-һушһыҙ булды, хәлһерәне, ахыр тамам донъяһын онотто. Ә сатан кинәнде генә, хәс тә ғүмерҙә татымағанды татыны ҡороғор.
Шунан һуң келәт хужаһы ныҡ йомартланды: онон да, һирәк-һаяҡ итен дә йәшереп кенә һала, ауыҙы йырыҡ, күҙҙәре майлы. Хәмиҙә шулай балаларын аслыҡтан йолоп ҡалды, ирен дә, шешенгән ерҙән, аяҡҡа баҫтырҙы».
Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәй, ошо ҡылығынан һуң, сараһыҙҙың көнөнән ҡылынған гонаһты Хәмиҙә ғүмере буйы нәфрәт менән иҫкә ала. Хәҙер килеп, гонаһ шомлоғо Ғәтиәте ана шул сатан Мөхәмәтйәндең ҡыҙын, балаһы бар өҫтөнә, төп нигеҙгә, Ҡотлояр йортона, килен итеп төшөрмәксе. Аҡылы бар тиең инде шул баланың?
Хәмиҙә ҡарсыҡ Миңзаданың балаһының атаһы Тәлғәттең үҙенең улы (үҙенеке лә түгел, Әлфирә мәрхүмә көндәшенең улы) Әсләмгә бажа булып сығыуына төкөрөп тә бирмәҫ ине лә. Бында Миңзаданы килен итергә ҡаршы булыуының сере йылдар арауығынан тауыш биргәндәй. Шуға ла сатан Мөхәмәтйән менән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып китеүенән тартына. Был серҙе Ғәтиәткә аңлатып тороп булмай бит инде. Миңзада тип күҙе-ҡашы аларған Ғәтиәтулла быны аңламаҫ та. «Буш һүҙ!» – тип кенә ҡуйыр. Бына шулай заман менән заман бәрелешә «Ағай-энеләр» романында. Әсә кешенең ғүмер миҙгеленең бер аймылышында ҡылынған гонаһы менән балаһының Миңзадаға булған саф мөхәббәте айҡаша. Эй, фани донъя! Ниндәй генә һынауҙарға дусар итмәйһең һин үҙ бәндәләреңде!
Үҙһүҙле Ғәтиәт, ҡаратырыш Ғәтиәт, силсәүит ағаһы Әсләмде эсереп булһа ла, бурлыҡ юлы менән булһа ла, Миңзада менән үҙенең никахын кенәгәгә теркәй ҙә бит. Бына шул саҡта ғына Хәмиҙә ҡарсыҡ асылына ҡайта ла бит: «Ҡарсыҡ ыңғырашты, ярһыуҙан әллә ниндәй аңлайышһыҙ ауаздар сығарҙы, тауышы ҡарлыҡты:
– Мин үҙем уларҙы ҡауыштырыр, үҙем мулла саҡыртып ижап уҡытыр инем...»
Эй, әсәләр! Бала – бауыр ите, тигән әйтемде ниңә ул берәй бәләгә тарығас ҡына иҫкә төшөрәбеҙ әле? Ир еткән баланы, ниңә әле үҙе яратҡан ҡатынынан биҙҙерергә теләп, тәрбиәләп маташырға? Баланы – йәштән, ҡатынды – баштан, тигән халыҡ аҡылын ниңә оноторға?
Ата-әсә ҡылған гонаһтар өсөн бала яуап бирмәһә лә, уның ҡәһәре балаға төшә, тиҙәр. Быны мин һүҙ юҡтан һүҙ булһын тип уйлап сығарманым, халыҡ аҡылы шулай ти.
Хәмиҙә ҡарсыҡтың сатан Мөхәмәтйән менән заманында ҡылған гонаһтарының емешен хәҙер килеп Ғәтиәтулла татый, төрмәлә татый. Балаһы кисергән ғазаптар Хәмиҙә ҡарсыҡтың тәҡдирелер.
Мәғҙәндә ағай-энеләр власть башынан китеп бөттө. Ә илдә улар һаман тырышып-тырышып власҡа үрләй.
* * *
Ринат Камал ыҡсым стилдә ижад итә. Һөйләмдәре ҡыҫҡа, йыйнаҡ. Һыу буйы һөйләмдәр Ринат Камалдың телмәренә хас түгел. Башҡорт әҙәбиәтендә иң егәрле, әүҙем романсыларҙың береһелер. Уның әҫәрҙәренән башҡорт әҙәбиәте яңыса һулыш алғандай. Шуға күрә уның «Әлфирә» исемле китабы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры.

Сығыу ваҡыты 24-08-2010, 11:04 | Ҡаранылар: 2566
|
  • “Геройҙарымды дөрөҫ юлдан алып барыусы – иман”
  • Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын кем алыр?
  • Заманалар үҙгәреп торор, ләкин...
  • Алтын тутыҡмай
  • Йондоҙ булып балҡы!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM