НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Сыҡ кейәүгә, әсәй!»
Әҙәбиәт / Юмор // 6-04-2018, 07:00


«Сыҡ кейәүгә, әсәй!»
Балалар баҡсаһына барғанда туй салоны янынан үтеп китәбеҙ. Магазин тәҙрәһе төбөндә торған манекендар өҫтөндәге күлдәктәрҙең ҡупшылығы! Был витриналарға ҡыҙыҡмайынса үткән ҡатын-ҡыҙ һирәк, мин дә шулар иҫәбендә. Әсәһенең йыш ҡына ошо гүзәллеккә һоҡланып ҡарауын бәләкәсем һи­ҙеп ҡалды, ахырыһы.
– Әсәй, ҡара әле, ниндәй матур күлдәк! Әйҙә, һиңә лә шундайҙы һатып алайыҡ!
– Улым, ул бит кәләштәр кейә торған! Бындай күлдәкте кейәүгә сыҡ­ҡанда ғына кейәләр.
– Һин дә сыҡ кейәүгә!
– Мин бит кейәүҙә, улым.
Аптырауҙан баланың күҙҙәре ҙурайып китте.
– Һин ниңә миңә әйтмәйенсә кейәүгә сыҡтың? Ә ҡасан сыҡтың?
– Күптән инде, һин тыумаҫ элек. Атайың – минең кейәүем, улым.
Улымдың турһайған ауыҙы йырылды:
– Ә-ә, атайым булғас һәйбәт әтеү, мин икенсе берәй ағаймы икән тип уйлаһам!
...

Ҡара тауыҡ мажаралары
Әҙәбиәт / Юмор // 5-04-2018, 07:00


Ҡара тауыҡ мажаралары
Һәр кемгә лә тиерлек бала сағында иптәштәре тарафынан ниндәйҙер ҡушамат тағыла. Бәғзеләргә ул йоҡмай, ә икенселәренә, ни сәбәптәндер, ғүмерлеккә юлдаш булып ҡала.
Беҙҙең ауылда ағалы-ҡустылы ике малай үҫте. Уларҙың береһе, әсәһенә оҡшап – аҡ, икенсеһе, атаһына оҡшап, ҡара тиреле булды. Тауыштары әҙерәк сәрелдәгерәк булғанғалыр, береһенә – Аҡ тауыҡ, икенсеһенә Ҡара тауыҡ тигән исем таҡтылар. Малайҙарҙың беренсеһе ҡушаматына әллә ни иғтибар итмәне, ә N, бигерәк ғәрсел булғаны өсөндөр, ғүмерлеккә Ҡара тауыҡ булып ҡалды. Түбәндә уның менән бәйле бер нисә тарих килтереп китәм.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.03.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 3-04-2018, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.03.2018)
Һунарсы Африкала һунар­ҙа күрһәткән батырлыҡтары менән маҡтана:
– Һуҡмаҡтан китеп барам. Ҡараһам – арыҫлан! Бысағымды сығарҙым да «һә» тигәнсе тегенең ҡойроғон ҡырҡып алдым!
– Ниңә башын түгел, ә ҡой­роғон?
– Эй-й. Миңә тиклем башын кемдер өҙгәйне…
* * *...

«Мәке уям»
Әҙәбиәт / Юмор // 1-04-2018, 12:00


«Мәке уям»
Бала саҡта өләсәйемдәрҙең ауылында йыуаш ҡына бер ағай йәшәне. Олоғай­ғансы ҡатын да алманы ул. Тотлоғоуынан оялған булған, тинеләр. Уға әсәйемдәр күршеләге олоғайып барған апайҙы димләй башланы. Егетте саҡ өгөтләп, һөйләштерергә алып киләләр.
Һүҙ араһында апайҙың әсәһе: «Был егет кем булып эшләй һуң ул?» – тип һорап ҡуя.
Егет аптырап тормай:
– Бер аҙна инде мәке уям, – тип яуаплай.
Ауылдарҙа элек малды күп көткәндәр. Ҡыш көндәре йылғала һуғарғандар. Йыл һайын бер кеше ҡыш буйы мәке уйған. Ҡалын боҙҙо лом менән онтауҙарын мин дә иҫләйем. Был ағай ҙа, күрәһең, әлеге эштән ҡоро ҡалмаған. Аҙаҡ ҡунаҡтарҙа, шаярып: «Эш күп – бер аҙна инде мәке уям!» – тип мәрәкәләүҙәрен дә хәтер­ләйем....

Ғәлиә апайҙың кейәүгә сыҡҡаны һәм минең бабайға барғаным
Әҙәбиәт / Юмор // 1-04-2018, 08:00


Ғәлиә апайҙың кейәүгә сыҡҡаны һәм минең бабайға барғаным
Беҙ – етмеште үткән ике ҡарсыҡ – әхирәтем Ғәлиә апай менән көлөшә-көлөшә сәй эсәбеҙ. Минән ике генә йәшкә өлкәнерәк булһа ла, уға апай тим. Ул башта: “Мине өлкәнәйтәһең, апай тип әйтмә”, – ти торғайны. Быға эстән генә көлөмһөрәйем, әммә апай тип өндәшеүемдең ысын сәбәбен әйтмәйем. Сәбәбе – кәүҙәгә минән ике тапҡыр ҡалыныраҡ, мыҡты, мөһабәт булыуы. Ә үҙе шул тиклем матур, килешле кейемдәрен кейһә, Әбей батша Екатеринаға оҡшап тора. Сынаяҡтарҙы бушата-бушата, берсә көлөшөп, берсә һағышланып үткәндәрҙе иҫләйбеҙ. Бер мәл һүҙ кемдең нисек кейәүгә сығыуына барып ялғанды. Ғәлиә апайҙың кейәүгә сығыу тарихын уның үҙ исеменән һеҙгә лә бәйән итәйем әле....

«Әйттем бит һиңә!»
Әҙәбиәт / Юмор // 1-04-2018, 07:00


«Әйттем бит һиңә!»
Ҡатын бер аҙналыҡ командировкала йөрөп ҡайтты. Мо­таһар иртәнсәк эшкә китер алдынан уға былай тине:
– Компьютерҙа со­ҡоноп, минең «страницаға» инеп тикшеренәһе булма!
– Берәй нәмә булдымы әллә?
– һиңә оҡ­шаған әйбер юҡ унда!
Ғаиләһеҙ кеше кеүек, командировкаларға ырғый-һикерә сыға ла китә ошо Тәнзилә. Эшендә ул яҡшы белгес булып һанала, шуға күрә конференциямы, квалификациямы, курстармы – баш ҡала юлы ҡатынына күрше ауыл алыҫлығы кеүек кенә тойола, күрәһең. Ир магазин билмәндәре, теге-был ярымфабрикаттарҙан туйып бөттө. Унан бигерәк, ни тиһәң дә, ҡатын өйҙә булмаһа, донъяның ҡото юҡ. Тиҙерәк бала табыу яғын уйламай, һаман карьера буйынса үҫеүҙе ҡайғырта. Ошо сәбәпле, һуңғы ваҡытта Мотаһарҙың Тәнзиләгә һарыуы ҡайнай башланы.
Ир эштән ҡайтһа, ҡатыны тырт та мырт йөрөп ята. Хәҙер Мотаһарҙың сираты етте:
– Берәй нәмә булдымы әллә?
– Нимә, нимә! Эйе, булды! Көнө буйы компьютерҙа һинең «страница»ны тикшер­ҙем – башҡа бисәләр менән мауығыу йәки һөйәркәләрең менән хат яҙышыу дәлилдәрен табырға теләгәйнем, – Тәнзиләнең ысынлап та күҙҙәре ҡыҙарып бөткән икән.
– Шунан, таптыңмы?
– Юҡ.
– Эй, матурым, минең өсөн компьютер – эштән ҡайтыу менән ярты төнгә тиклем «танчик» уйнау. Һин аҙналар буйы өйҙә тормағанда тағы нимә менән шөғөлләнергә тейешмен?! Иртәнсәк юрамал ҡыҙғандырыу өсөн генә әйткәйнем, соҡонма, тип, – Мотаһар хәләлен ҡосаҡлап үбеп алды. – Шунан, оҡшанымы һиңә минең «страница»ның аҫтын-өҫкә килтереү?
– Юҡ.
– Әйттем бит оҡшамаясаҡ тип, – ирҙең башын артҡа ташлап рәхәтләнеп көлгәненә Тәнзилә лә ҡушылды....

Сабышҡан йондоҙҙар (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 31-03-2018, 07:00


Сабышҡан  йондоҙҙар (хикәйә)Район үҙәгенә геүләтеп килеп ингән ҙур иномарка, юлдан аша сыҡҡан траур процессияһына терәлеп, туҡтап ҡалды. Олпат кәүҙәле профессор Ғәлим Байхарин, машинаһынан сығып, йөк машинаһына тейәлгән табут артынан эйәреп барыусы таныш райондаштары менән баш ҡағып иҫәнләшеп торҙо. Кемде ерләгәндәрен белмәй ине. Һорарға ла уңай­һыҙ. Таныш һәм таныш булмаған кешеләр яй ғына атлауҙарын дауам итте. Өйөнә ҡайтып ингәс, Ғәлим Хәлимуллович гәзит ҡарарға тотондо. Уның район үҙәгендәге йорто нисәмә йыл инде Ямаловтар ғаиләһе йыйыла торған урын булып ҡала бирҙе. Баҫманың һуңғы битендә үҙенең юлда тыуған һорауына яуап тапты: унда баҫылған некролог күп йылдар ауыл хужалығында эшләгән Роланов Алексей Георгиевичтың үлемен хәбәр итә ине. Ғәлим терт итеп ҡалды. Ниңәлер район хакимиәтенән некролог юҡ ине. Шунда ғына кемде ерләгәндәрен аңланы ла уйға ҡалды....

Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 30-03-2018, 07:00


Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)
Айныҡбай уянып киткәндә, ҡыш­ҡы, йылдай оҙон төн үтеп, яҡтырып килә ине. Йоҡоло күҙҙәрен ыуғылағас, башын бороп, барак бүлмәһен күҙҙән үткәрҙе. Хөсниямалының урыны буш, тимәк, эшкә киткән, ваҡыт иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыу­сы булып эшләй. Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе. Айныҡбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына обед­кә тип ҡатындары көн дә биргән аҡсаһынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфетдиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә самогон алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар....

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.03.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 26-03-2018, 11:48


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.03.2018)
Мәктәп директоры урамда йөрөгән пингвинды күреп ҡалған да, Иректе саҡырып:
– Был аҙашҡан ҡошто зоопаркка алып бар, – тигән. Икенсе көндө ни күрһен, пингвин тағы ла мәктәп янында йөрөп ята икән. Директор, асыуланып:
– Ирек, мин бит һиңә пингвинды зоопаркка алып барырға ҡушҡайным!
– Зоопаркта булдыҡ инде… Хәҙер уның киноға барғыһы килә…...

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.03.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 20-03-2018, 08:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.03.2018)
Ир «Ашығыс ярҙам»ға шылтырата.
– Балыҡ ҡыҙҙырғайныҡ. Ҡатынымдың тамағына һөйәге торҙо шикелле. Мине әрләп булаша ине. Әле һүҙ ҙә әйтә алмай, ғырылдап тик ултыра…
– Хәҙер барып етәбеҙ!
– Ул тиклем ҡабаланма­һағыҙ ҙа була, иртәгә килһәгеҙ ҙә ярар, бисәнең асыуы ла баҫыла төшөр…...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM