НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар

Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар


Кеше ҡулы менән кеше туҡмама.
(“Шаһит менән Сания”).

* * *
Кеше ҡырҙа ғына түгел, ҡорҙа ла һынала.
(“Мәҡсүт ауылында”).

* * *
Кеше ҡыуанысын әйтмәй һаҡлау – уны урлау менән бәрәбәр.
(“Салауат”).

* * *
Кеше өҫтөнән яҙғандың йөҙҙән бише дөрөҫкә сыҡһа, шул еткән.
(“Ауыл адвокаттары”).

* * *
Кеше рухи азат булмай тороп, ғөмүмән, азат кеше була алмай.

* * *
Кеше рухы бөтәһен дә һыйҙыра.
(“Көндәлектәр”. 31. I. 1992).

* * *
Кеше рухының бөйөклөгө шунда: ул үҙ ғүмеренең бер өлөшөн яҡын йәки алыҫ киләсәктә күрә белә.
(“Алтын тупһа аша”).

* * *
Кеше тормошо ҡола яланда, үҙ тормошоң ҡара урманда үтә.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

* * *
Кеше тылсымлы төштәр күрмәй йәшәй алмай.
(“Тормош, драматургия, театр”).

* * *
Кеше уттың көйҙөрөүен бер йәштә аңлай, мөхәббәттең яндырыуын 16-ла аңлай башлай. Әммә ғүмер буйы аңлап бөтмәй, бешә килә, яна килә...
(“Көндәлектәр”. 5. XI. 1979).

* * *
Кеше үҙ иманы, үҙ донъяһы менән йәшәгәндә генә сибәр була икән.
(“Көндәлектәр”. 23. II. 1991).

* * *
Кеше һөйөп кеше булдым.
(“Шуны беләм: донъяға мин...”).

* * *
Кеше энә түгел юғалырға...
Эҙе ҡала, тамсы тамһа ла.
(“Ҡара һыуҙар”).

* * *
Кешелектең күпселеге йән ҡыйып туҡлана, ҡан ҡойоп ризыҡ таба.
(“Көндәлектәр”. 26. II. 1995).

* * *
Кешеләр! Бер-беребеҙгә күңел­дәр­ҙе шар асайыҡ. Ул саҡта йәшәү ышаныслыраҡ булыр, бер-беребеҙгә таяныуыбыҙ өмөтлөрәк булыр.
(“Көндәлектәр”. 3. XII. 1978).

* * *
Кешеләр бер-береһен йышыраҡ күтәрешһәләр, үкенестәре әҙерәк ҡалыр ине.
(“Икебеҙ ҙә ун өстә булһаҡ”).

* * *
Кешеләр йөрәге яр булһа, поэзия – тулҡынлы диңгеҙ ул.
(“Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар”).

* * *
Кешеләр тауҙар шикелле –
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
(“Тауҙар”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.

Сығыу ваҡыты 4-07-2014, 16:23 | Ҡаранылар: 986
|
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
  • Рәми Ғарипов. Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Мостай Кәрим. Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM