RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Балалар ауыҙынан

30.08.2013 Балалар ауыҙынан

– Ҡыҙым, ул башҡорт малайы бит, ниңә уның менән русса һөйләшәһең?
– Ул үҙе русса һөйләшә бит.
– Ә һин башҡортса һөйлә.
– Ә ул барыбер русса әйтә.
– Ул урыҫтыр атыу...
– Ул башҡорт урыҫы, әсәй.
(Г. ЙОСОПОВА, Өфө ҡалаһы).

***
Ике йәшлек Рүзилә ҡыҙыма балалар баҡсаһынан Яңы йылға шиғыр ятларға биргәндәр:
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,
Ҡолағы ергә тейгән.
Тәүге өс юлын ятлай ҙа, һуңғыһын: «Күстәнәс алып килгән», – ти ҙә ҡуя. Яңылыш тип төҙәтеп ҡарайым, юҡ, үҙенсә ятлай. Ни эшләп улай тиһең, ҡыҙым, тигәнгә:
– Ҡунаҡҡа күстәнәсһеҙ килмәйҙәр ҙә инде, – тине лә ҡуйҙы.

***
Сафия аш-һыу бүлмәһенән башына кәстрүл кейеп сығып килә.Әсәһе асыуланғас:
– Мин космосҡа осам тигәйнем бит, – тип бик үпкәләне.

***
1-се класс уҡыусыларына йомаҡ ҡойҙом: «Энәләрен тотҡан, юл буйына сыҡҡан». Балалар ҡыйынһынғас, ярҙам итмәксе булып: «Ул бәшмәк ярата», – тинем. Айтуған шат тауыш менән: «Эй, белдем, ул – урыҫ!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

***
1-се класс уҡыусылары менән тауҙан шыуып уйнайбыҙ. Зиниә миңә: "Апай, китегеҙ, тапайым!" – тип ҡысҡыра. Илсен: "Тапа әйҙә, апай өҫтөңә йығылһа, үҙең ялпайыр­һың”, – ти. Рәхәтләнеп көлдөм Илсендең һүҙҙәренә.

***
Күршеләрҙә туй бара. Ҡыҙҙарым урамда уйнай. Кәләш улар янына килеп һөйләшеп тора ла: ”Һеҙ ҡасан уҡырға бараһығыҙ?”– тип һорай. Өс йәшлек Дилә:
– Уҡырға барғы килмәй ул, һин кейәүгә сыҡҡас, беҙҙең дә кейәүгә сыҡҡы килде лә китте, – тигән.
(С. ИСХАҠОВА, Әбйәлил районы).

***
Үзбәкстандан дуҫтарыбыҙ ҡунаҡҡа килеп төштө. Асман улар менән әңгәмә ҡорорға әүәҫләнеп алды. Бер көн ишетәм, нәүбәттәге һорауҙарын яуҙыра башланы:
– Ҡаһрамон ағай, һин себендән ҡурҡаһыңмы?
– Юҡ.
– Ә серәкәйҙән?
– Юҡ.
– Ә һағыҙаҡтан?
– Юҡ.
– Ә бал ҡортонан?
– Юҡ.
– Ә ҡуңыҙҙан?
– Юҡ.
– Ә нимәнән ҡурҡаһың һуң?
– Менттарҙан.
– Ундай бөжәк булмай ул, Ҡаһрамон ағай.

(Г. СИТДИҠОВА, Өфө ҡалаһы).

***
Өсөнсө баламды балалар тыуҙырыу йортонан алып ҡайтып киләбеҙ. Ҡаршы алырға туғыҙ йәшлек Иҙел улым да барған. Ауылға еткәнсе бер нәмә лә өндәшмәй килде. Ауылға инер алдынан шундай етди итеп: "Әсә-ә-й, был урыҫ булып ҡуймаһа ярар ине..." – тип ҡуйҙы. Бәпесте “һатып алғанда” яңылыш урыҫты биреп ебәрмәнеләрме икән, тип ҡайғырған.

***
Иҙелгә өс йәш тирәһе. Етәкләп ҡәйнәмдәргә барырға сыҡтыҡ. Ҡапҡа төбөндә ҡаҙ ыҫылдап, ынтыла биреп ҡуйҙы. Улымды атаһы күтәреп алғас, малай: "Атайға рәхәт!" – ти. "Нимәһе рәхәт?" – ти һорағас, "Уның к..е өҫтә булғас, ҡаҙ тешләй алмай! "– тип яуап­ланы ул.
***
Балалар баҡсаһында ҡышлаусы ҡоштар тураһында һөйләшәбеҙ. Күрһәтелгән һүрәттәргә ҡарап, тышҡы билдәләре буйынса ҡоштарҙы танып белергә өйрәнәләр. “Был ниндәй ҡош?” – тигән һорауға:
– Ҡыҙылтүш! Сөнки түше ҡыҙыл.
– Быныһы һарытүш! Сөнки түше һары, – тип яуаплайҙар. Һайыҫҡанды күрһәткәс:
– Аҡтүш! – тип ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙеләр.

(К. АРАЛБАЕВА-ҒӘЛЕКӘЙЕВА,
Баймаҡ районы).
***
Ағайымдың улы Тимерханға – биш, ҡыҙы Әминәгә ике йәш ине. Йоҡламай һөйләшеп яталар икән. Тимерхан: "Мин ҙурайғас кәләш алмайым, керемде үҙем йыуам, ашарға үҙем бешерәм, иҙәнде лә үҙем йыуам. Миңә кәләш кәрәкмәй", – тигән. Һаҡауыраҡ һөйләшкән Әминә, уйланып ята торғас:" Кәләс кәләк инде ул", – тип ҡуйған.
(З. ҒАЙСИНА, Әбйәлил районы).

***
Ҡайнымдың ботинкаларын кремлап тора инем, ике йәшлек Уралиә ҡыҙым ҡарап торҙо ла, йүгереп өйгә инеп китте. Инеп: “Ҡартатай, бар, тиҙ генә сыҡ. Киленең ботинкаларыңды бысратып тора”, – ти икән. Хәҙер ҙә ҡайным:
– Ботинкаларымды бысратып ҡына бирсе, килен, – тип һорай.
(З. ТАҺИРОВА, Йылайыр районы).







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яңы йыл сценарийҙары


Яза (Хикәйә)

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яза (Хикәйә)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)