RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА: ТЕГЕНСЕ ҠУЯН

11.01.2013 Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА: ТЕГЕНСЕ ҠУЯН

ҡатнашалар:
Алып барыусы
Бүре
ҡуян
Терпе
Айыу
Төлкө
Һыуһар
Тейен
Алып барыусы. Элек гел йәй булған. Шуға ла йәнлектәр йылы тун кеймәгән, ти. Бер ваҡыт көндәр һалҡынайтып, ҡар яуған. Бөтә йәнлек аптырап ҡалған. ҡуяндың ғына иҫе китмәгән. Кибеттән тире алып, ап-аҡ тун, бирсәткә, итек тегеп алған.
Сәхнәгә ап-аҡтан кейенгән ҡуян килеп сыға, көҙгөгә ҡарап, үҙенә һоҡланып тора. ҡалтыранып, Терпе килеп инә.
Терпе. Әллә-лә-лә, ҡайһылай ҡупшы тун кейеп алғанһың! Кем текте?
ҡуян. Үҙем инде, кем булһын.
Терпе. Өшөттөрә бит, миңә лә берәй кейем тегеп бир әле ?
ҡуян. Була ул, килтер туҡыма!
Терпе шаршау артынан ҡарағай ботаҡтары күтәреп сыға.
Терпе. Күршеләрем − Айыу, Бүре, Төлкө, булмаҫ әле көлкө. Кибеткә барырға тәпәйҙәрем өшөй. Бынау энәләр ҙә ярап торор.
ҡуян. Буйың − 30, киңлегең 20 сантиметр (үлсәй). Бына булды ла (өҫтәл аҫтынан тун алып кейҙерә. Терпе, кейемен әйләнеп-әйләнеп ҡарай ҙа, ҡулын һелтәп сығып китә).
Алып барыусы. Терпенең туны дошмандарынан һаҡланырға уңайлы булһа ла, бик йылы булмаған. Йылынып алырға ағас тамыры аҫтына ятып торған икән, ҡаты итеп йоҡлаған да киткән. Ә ҡуян өйө янында ҙур сират теҙелгән. Тегенсе икәнен ҡайҙан белеп өлгөргәндәр, тиһең? Ана, урман хужаһы килә лә түгелме? (Ситкә китә.)
Айыу. ҡуянҡайым, аппағым, төҫөмә һоро тире килешер, күркәм генә итеп тун тегә һалып бир әле?!
ҡуян. Түрҙән уҙ, хәҙер. Тәк-тәк, буйың − ике метр, киңлегең дә − ике метр.
Айыу. Матур кәүҙәмде квадрат итеп ҡуйма.
ҡуян. Тырышырмын инде (тегеү хәрәкәте эшләй ҙә, Айыуға, өҫтәл аҫтынан алып, ҡалын, ялбыр, һоро тун кейҙереп ҡуя).
Айыу. ҡара әле, мине бигерәк һимертеп ҡуйҙың да. Бындай ҙур кәүҙәм менән башҡалар­ға нисек күренермен? Ярай, өң эшләп ятып торайым, табаным да өшөп китте (сыға).
Сәхнәгә Бүре йүгереп инә.
Бүре. Ух, ҡылый күҙ, тайыш аяҡ. Өндәшмәй генә йәнлектәргә тундар тегеп ята икәнһең дә. Мә, миңә лә тегә һал (тире биреп)!
ҡуян. Хәҙер, Бүре ағай (тун тегә һалып бирә. Бүре, кейә һалып, сығып та йүгерә).
Төлкө менән Тейен инә.
Төлкө. Тегенсе ҡуян ошонда йәшәйме?
ҡуян. Ошонда, тик арып киттем бит әле.
Төлкө. И-и-и, әйт кенә, ҡуянҡайым, нимә эшләшәйем? ҡайҙа, ашарыңа бешерәйем, өйөңдө лә йыйыштырырмын (тейенгә төртә һалып). Тейен, тиҙ бул, шуларҙы эшлә әле (тейен йүгереп йөрөп өй йыйыштыра. Ә Төлкө, һары, йылҡылдап торған туҡыма тотоп, ҡуяндың әле бер яғына, әле икенсе яғына сығып, күрһәтмәләрен бирә. Унан, бик ҡупшы тегелгән тунын, итектәрен кейеп, көҙгө алдында борғоланып үҙен ҡарап йөрөй).
ҡуян. Әл-лә-лә, минекенән дә матурыраҡ түгелме һуң?
Төлкө. Бейеүсе − бейей-бейей, ә тегенсе тегә-тегә оҫтара, тиҙәр. Мин дә оҫтарғаныңды көттөм дә инде. Рәхмәт, туғанҡайым, әлегә хуш (ҡыланып сығып китә)!
Тейен. Миңә лә Төлкөнөкөнә оҡшатып тун тегеп бир инде?
ҡуян. Үҙең беләһең, Төлкөгә был оҡшамаҫ бит.
Тейен. Ә мин ағас башындағы ҡыуышлыҡта ғына йәшеренеп йөрөрмөн.
ҡуян. Ярай, улайһа.
Алып барыусы. Бына ниңә тейендәр гел ағас ҡыуышлығында йәшеренеп йөрөй икән. Аңлашылды!
Сәхнәнән Тейен кейенеп сығып китеүгә, ашығып-ашығып Һыуһар килеп инә.
Һыуһар. Уф, дуҫҡайым, бер ҡайҙан да тунға тире таба алманым. Инде ни эшләргә?
ҡуян. «Тун тегәһеңме?» − тип һорау юҡ, үҙҙәрен генә ҡайғырталар. Арыным, йонсоном, һорама, текмәйем дә.
Һыуһар. Бөтәгеҙ ҙә тун кейеп йөрөгәндә, мин яланғас ҡаламмы ни? Туңып үлергәме (илай)?
ҡуян (йәлләп). Ярай, улайһа. Минән ҡалған − аҡ, Айыуҙан ҡалған һоро тире киҫәктәре бар, шуларҙан тегеп бирмәһәм.
ҡуян һыуһарға һоро-аҡ төрткөлө тун тегеп бирә.
Һыуһар. Бына рәхмәт, ҡуянҡай, ҡайһылай матур килеп сыҡты (ҡыуанысынан бейей-бейей, сәхнәнән сыға).
ҡуян (өҫтөнә ҡарап). Бөтәһенә лә кейем тегеп, көндәрҙең йылынғанын да, тунымдың туҙғанын да күрмәй ҡалғанмын икән дә (йүгереп сығып китә).
Алып барыусы. Дуҫтар! Һыуһар, ҡышҡы кейеменең матурлығына маҡтанып, ошо көндән алып бейек ағас ботағына менеп ултырырға ғәҙәтләнеп киткән. Ә ҡуяныбыҙ ҡыш − аҡ, яҙ, йәй, көҙ һоро тун кейеп ала. Ни өсөн, тип уйлайһығыҙ? Башҡа йәнлектәр уны абайламаһын өсөн. Тегенсе даны сыҡһа ла: «Тағы тун тектерергә киләләрме икән?» − тип уйлап, сабып сыға ла китә. Хатта, бахырҡай, бер урында ғына өй ҙә төҙөй алмай.
Шул саҡ сәхнәгә һоро тун кейгән ҡуян сыға. Алып барыусы аяҡтары менән тыпырлатҡас, ҡурҡып, кире йүгереп сығып китә.
Алып барыусы. Ышандығыҙмы инде? Сер итеп әйтәм: хәҙер минең танышлыҡ аша ғына ҡуяндан тун тектереп ала алаһығыҙ. Әлегә хушығыҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)