RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

30.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике дуҫ кафела ултыра. Эргәләренә официант килә лә:
– Мин һеҙҙе тыңлайым, – ти.
– Миңә томат һуты килтерегеҙ әле, – ти береһе.
– Һин нимә, – ти икенсеһе, – үлгән помидор­ҙар­ҙың ҡанын эсергә йыйынаһыңмы?

* * *
Төнгө сәғәт 3-тә телефон аша һөйләшеүҙән:
– Сәләм! Нимә эшләй­һең?
– Колбаса алырға киттем.
– Һуң түгелме?
– Ә минең һыуытҡысым тәүлек әйләнәһенә эшләй.

* * *
Ҡатын киске аш әҙерләгән. Үҙе тәмләп ҡарар­ға ҡурҡа, бесәй менән этен йәлләй. Шуға ла иренең ҡайтҡанын түҙем­һеҙлек менән көтә.

* * *
– Мин, – ти бер ир официантҡа, – һеҙҙең кафела бына инде өс йылдан ашыу бифштекс ашайым. Бөгөн беренсе тапҡыр шундай йомшаҡ, иҫ киткес тәмле бифштекс килтерҙегеҙ.
Официант, башын тотоп:
– Йә, Хоҙай, әллә мин яңылыштан һеҙгә хужабыҙ өсөн әҙерләнгәнен килтерҙемме икән? – ти.

* * *
– Мин һине шундай яратам!
– Маладис.
– Ә һин?
– Мин дә маладис.

* * *
Ир кеше ағас ултыртыр­ға, өй һалырға һәм ул үҫтерергә тейеш. Ә ҡатын ошо ағасҡа һыу һибергә, өйҙө йыйыштырып, таҙартырға һәм ошо ике йүнһеҙҙе ашатыр­ға бурыслы.

* * *
Ире ташлап китмәһен өсөн ҡатын кеше унан да яҡшыраҡ, яҡыныраҡ ке­шеһе юҡлығын иренә ҡат-ҡат иҫбатларға те­йеш. Ә алда, бәлки, булырын да оноторға тейеш түгел…







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа, Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен...

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)