RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

16.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Буласаҡ кейәү кәләше йәшәгән фатирҙың ишеген шаҡый. Ишекте ҡыҙҙың ҡустыһы аса ла, апаһына:
– Наҙгөл апай, кил тиҙерәк, ана, һинең ерҙәге сәпсегең килгән, – тип ҡысҡыра.

* * *
«Беҙ, уңыш өсөн көрәш барған илебеҙ баҫыу­ҙарынан репортажыбыҙҙы дауам итеп, йәш комбайнсы Ирек Иҙрисовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ: «Әйтегеҙ әле, һеҙ нисек итеп картуф баҫыуынан 100 тонна иген урҙығыҙ?»

* * *
Ике дуҫ тормош хаҡында һөйләшә. Береһе:
– Мин һәр ваҡыт ҙур машина руле артында ултырырға һәм кеҫәм тулы аҡса булыуы хаҡында хыяллана торғайным, – ти.
– Шунан, нисек, хыялың тормошҡа ашманымы инде? – ти икенсеһе.
– Нишләп, ашты. Мин маршрут автобусын йөрөтәм бит!..

* * *
Бер ханым – икенсеһенә:
– Минең ҡыҙым тәүге улын атаһының исеменә бағышлаған һәм Физрук тип атаған.

* * *
– Күҙ алдыңа килтер әле, һин баҫып тораһың, ә тирә-яғыңда – кәбеҫтә, йәшелсә, еләк-емеш...
– Мин һиңә тағы бер тапҡыр ҡабатлайым! Өгөтләмә лә! Бармайым мин ул дачаға!

* * *
Ресторан хужаһы, ма­һа­йып, аквариумда йөҙгән төрлө-төрлө ташба­ҡалар­ға ҡарап:
– Беҙҙең ресторандың ғорурлығы һәм үҙенсә эш итеүcе ташбаҡаларыбыҙ, – ти.
– Эйе, эйе, – ти клиент тыныс ҡына, – теге көн береһе мине хеҙмәтләндергәйне инде...

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына, – әйҙә бер-беребеҙгә иҫ киткес, матур, иҫтә ҡалырлыҡ ял көндәре бүләк итәйек.
– Мин риза, һөйгәнем, – ти ҡатыны, шатланып...
– Улайһа, дүшәмбегә тиклем...
* * *
Бер көндө өләсәй менән ейәндең дарыу­ҙары бутала. Ейәне төнгө клубта фейс-контролдә йоҡлап китә, ә өләсәй кеше һигеҙ метрлыҡ ойоҡбаш бәйләй.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)

17.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)


Табыштырған, ҡауыштырған Яңы йыл!

Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яңы йыл сценарийҙары


Яза (Хикәйә)

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яза (Хикәйә)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )