RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәш шағирҙар килә ижадҡа

13.04.2012 Йәш шағирҙар килә ижадҡа

Күптән түгел илебеҙҙә шиғриәт байрамы билдәләнде
“Дәүерҙәрҙән ашып дәүерҙәргә
Тулҡын-тулҡын килә шағирҙар –
Ил ғәмәле менән яныусылар,
Мәғрифәтсе сая яугирҙар”, – тип яҙғайны үҙенең бер шиғырында ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр.
Ысынлап та, шағирҙар тулҡын-тулҡын булып килә ижад­ҡа. Барыһы ла киләсәктә, әлбиттә, бөйөк шағир булып китә алмай. Әммә иң һәләтлеләре, иң тырыштары, кемдең йөрәгенә әҙәбиәт шырауы ҡаҙалған, инде улар яҙышмай булдыра алмаҫтыр.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың тренинг үҙәгендә йәш ижадсыларҙың шиғриәт байрамы уҙғарылды. Был күркәм сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары бик әүҙем ҡатнашты.
Шиғыр һәм әҙәбиәт байрамында билдәле әҙиптәр Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ ҡотоева, Мөнир ҡунафин, Дамир Шәрәфетдинов һәм Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов бик фәһемле сығыш яһаны, үҙҙәренең шиғри шәлкемдәренән ауыҙ иттерҙе.
Беҙҙең илдә һәр шағир ниндәйҙер өлкәлә хеҙмәт итеү менән бергә ижад менән шөғөлләнергә мәжбүр. Бер кем дә әҙәбиәт мәжнүндәренә айырым шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырмаған, үҙеңдең йоҡоңдо бүлеп, ал-ял белмәй яҙышырға тура килә. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙарға икеләтә-өсләтә ауырыраҡ. Сөнки бала тәрбиәләү ҙә, ир-атты әпәүләү ҙә күп осраҡта улар елкәһендә. ҡайһы бер шағир­ҙар, ижад итеү, ниндәйҙер бер ойошмала эшләү менән бер рәттән, ғилем менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек таба. Шундайҙар рәтендә Гөлназ ҡотоева.
“Кешеләргә әйтер һүҙҙе эҙләп,
Йоҡо күрмәй күпме төн үтә.
Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә,
Икенсеһе Ерҙе бәүетә”, – тип яҙғайны Рауил Бикбаев
шағирәләр хаҡында.
Һүҙ йәш шағирҙарға бирелгәс, залда айырым бер ихласлыҡ һиҙелде, йәшлек кисерештәре, яҙ алып килгән тулҡынланыу хистәрен тирбәлдереп, мөхәббәт матурлығын һирпеп, йәшлек тантана итте. Беренсе курс студенттары Әлисә Оморҙаҡова, Наҙгөл Ғәлиева, Айгөл Йәмилева, дүртенсе курстан Гөлназ Байраҡаева, Миләүшә Шәрипова, Динара Шөғәйепова, Найлә ҡарабаеваның шиғырҙары яңғыраны. Ә инде танылып өлгөргән, мәктәптә уҡыған сағында уҡ “Ағиҙел” журналының лауреаты булған йәш шағирә Әлфидә ҡансурина, күптән түгел уҙғарылған йәш драматургтар конкурсы лауреаттары Гөлнара Яҡупова менән Зарина Бағы­шаеваның сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, уларҙы дәррәү алҡыштарға күмделәр.
Шиғриәт байрамы йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. БДПУ һәм БДУ студенттары концерт номерҙары ла әҙерләгәйне. БДУ-нан Алмас Бәширов һәм Ғәзиз Әбделмәнов башҡарыуында “ҡолон“ йырын, Гөлнара Яҡупова, Шәүрә Ғайсина, Зөлфиә Камалова башҡарыуында “Бөрйән ҡыҙҙары“ бейеүен, “Мин – башҡортмон“ йырын тамашасылар бик йылы ҡабул итте, дәррәү ҡул сапты.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, кисәлә башҡа танылған шағирҙарҙың да әҙәбиәткә, шиғриәткә ҡағылышлы әҫәр­ҙәре кисәне алып барыусы Айгөл Буранғолова тарафынан бик матур итеп уҡылды.
“Әҙәбиәт – изге йорт, тип, килә йәштәр,
Устарында уттар балҡыр, йәшен йәшнәр”, – тип яҙҙы Рәшит Шәкүр. Әҫәрҙәре менән уттар балҡытып, йәшен йәшнәтергә яҙһын ижади мөхиткә килеүселәргә.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)

26.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


Ташҡын (Хикәйә)

24.02.2019 - Әҙәбиәт Ташҡын (Хикәйә)


Утын (Хикәйә)

23.02.2019 - Әҙәбиәт Утын (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”