RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ул донъяны тик үҙенсә күрә

13.04.2012 Ул донъяны тик үҙенсә күрә

Дамир Заһитов Ауырғазы районының Игенсе ауылында тыуған, Өфөнөң 28-се һуҡырҙар һәм насар күргәндәр мәктәбендә төплө белем менән бергә алтын миҙал алған, буласаҡ ғүмерлек юлдашы − баянда уйнарға өйрәнгән, сәнғәт буйынса белем алыу хыялы тормошҡа ашмаһа ла, мәҙәни өлкәлә байтаҡ уңышҡа өлгәшкән. Уны Стәрлетамаҡта талантлы баянсы, үҙешмәкәр композитор, йырсы тип беләләр.
Әле Дамир Ауырғазы районының Михайловка ауылында йәшәй, мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, бер үк ваҡытта мәктәптә музыка түңәрәгендә уҡыусыларҙы музыканың илаһи серҙәренә өйрәтә, үҙе лә 22 төрлө музыка ҡоралында уйнай.
Асыҡ күңелле, алсаҡ егеткә бындай эшмәкәрлек кенә аҙ тойолғанға ғына түгелдер, Хоҙай ярҙамы менән уның йөрәк түрендә шиғри осҡондар йәшәгән, шуға ла Дамирҙың күпселек шиғырҙары тулҡынландырып уҡыла. Дамир шиғырҙарында заман шауҡымына ла эйәрә, тема төрлөлөгөнә лә өлгәшә, шиғри ыҡсымлыҡҡа ла ынтыла, унда лирик йәки фәлсәфәүи фекерҙе, әһәмиәтле йөкмәткене ритмик ҡалыптарға һыйҙырыу оҫталығы бар. Дамир Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивалендә «Һөйөргә, өмөтләнергә һәм йәшәргә» номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Моңдар донъяһына инәм

Көмөш телдәр буйлап
бармаҡтарым
Арыу-талыу белмәй еләләр.
Ниндәй телгә баҫыу кәрәклеген,
Әйтерһең, бик яҡшы беләләр.

Мин уйланам, ә көй аға бирә,
Байыттыра хыял донъяһын.
Йәнем эҙләй гүйә болоттарҙан −
Күңелемдең ҡорған ояһын.

Башымдағы уйҙар гөлләмәһен
Сағылдырып моңло йырҙарҙа,
Өйрөлтһөндәр тағы киске елдәр
Мин данлаған ялан-ҡырҙарҙа.

Моң шишмәһе гүйә төпһөҙ йыһан!
Бай бит уның серле һандығы!
Йыр ҡапсығы ҡала мәңгелеккә,
Сереп, тишелһә лә хан тоғо.

Бар әҙәмгә йоҡһон минең сирем.
Моң сиренән юҡ бит үлгәндәр.
Уйнап, бейеп, көлөп йәшәр өсөн
Кешеләрем ергә килгәндәр.

Мәңге йәшә Ерҙә, мөхәббәт!

Һалҡын ҡышта йырсы-һандуғастай
Күңелемә яҙҙар килтерҙең,
Оноттороп күңелем упҡындарын,
Һөйөү баҡсаһына еткерҙең.

Үҙәндәге һалҡын шишмә төҫлө,
Йәнемә ял бир һин, моңдашым!
Уртаҡлашсы ҡайғы-хәсрәттәрҙе,
Ғүмерлеккә бул да юлдашым!

Икәү инеп тормош баҡсаһына,
һөйөү орлоҡтарын сәсәйек!
Еребеҙгә йылы нурҙар өҫтәп,
Сәскәләрҙәй балҡып йәшәйек!

Был донъяға йәмдәр өҫтәгәнгә,
Һөйгән йәрем, һиңә мең рәхмәт!
Кешеләрҙе бик бәхетле итеп
Мәңге йәшә Ерҙә, Мөхәббәт!

Туйыңа китеп барам

Башҡайымды түбән эйеп,
Туйыңа китеп барам.
Борос һипкәндәй әсетә
Йөрәктә яңы ярам.

Һиңә булған мөхәббәтем
Арта килде көн һайын.
Сисәм тинем йөрәк серем,
Таба алманым яйын.
Телгеләнә, киҫкеләнә
Бысаҡ аҫтында йәнем.
Берсә боҙло, йә бик ҡайнар
Һыуҙарға төшә тәнем.

Нисек түҙеп ултырырмын
Яңы йәрең үпкәндә,
Һинең менән башҡа бер ир
Вальс бейергә төшкәндә?

Шылтырайҙар ҡыңғырауҙар
Ярһып юртҡан йәш тайҙа.
Осоп киткән самолетҡа
Йүгереүҙән ни файҙа?

Һис бер нәмә булмағандай
Йырлап, көлөп йөрөрмөн.
Хәсрәттәремде йәшереп,
Эстән генә көйөрмөн.

Башҡайымды түбән эйеп,
Туйыңа китеп барам.
Йөрәгемдә – тимер ярсыҡ,
Бөтәшмәҫ, ахыры, ярам.

Бейеклек

Күкрәк киреп берәү һөрән һала
Бейек манараның башында:
"Күрсе, кеше! Мин бейеккә
мендем:
Һин – сүп кенә минең ҡаршымда!"

Болот сыҡты, көслө дауыл иҫте,
Маҡтансыҡ ир ергә ҡоланы,
Һушһыҙ ятыусының кейеменә
Үкһеп-үкһеп ямғыр иланы.

ҡайтып киләм
тыуған яғыма

Етеҙ тәгәрмәстәр тиҙ әйләнә,
Алға елә еңел машина.
Йәнем һөйгән йәшел
шыршыларым
Сәләм биреп килә ҡаршыма.

Саҡырып тора йылы усағына
Йөрәгемә яҡын яҡтарым!
Хәтирәләр миңә һөйләргә тип,
Йүгереп сыға бала саҡтарым.

Ауылыма ҡайтҡас, һыйлы ашҡа
Әйҙәр әле дуҫтар, туғандар.
Ауыр саҡта терәк булыр өсөн
Ер йөҙөнә улар тыуғандар.

ҡеүәт алам атай нигеҙенән,
Дәрт туплайым тыуған ҡырҙарҙа.
Айырмасы, Хоҙай, яҡташтарҙы
Мул тормоштан, дәртле
йырҙарҙан.


Дамир ЗАҺИТОВ.
Ауырғазы районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)

26.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.02.2019)


Ташҡын (Хикәйә)

24.02.2019 - Әҙәбиәт Ташҡын (Хикәйә)


Утын (Хикәйә)

23.02.2019 - Әҙәбиәт Утын (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ