НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эшҡыуар һәм балыҡсы хаҡында

Эшҡыуар һәм балыҡсы хаҡында


Бер эшҡыуар диңгеҙ буйында ҙур ғына балыҡ тотҡан балыҡсыны күҙәтә. Уны уңышы менән ҡотлай һәм:
– Ошондай балыҡты эләктерер өсөн күпме ваҡыт кәрәк? – тип һорап ҡуя.
– Ике сәғәттән ашыу, – тип яуаплай балыҡсы.
– Ә ниңә диңгеҙ буйында оҙағыраҡ ултырып, тағы ла бер аҙ балыҡ тотмай­һың? – тип аптырай эшҡыуар.
– Бер ҙур балыҡ минең ғаиләм өсөн етә, – тигән балыҡсы.
– Ә көнөңдөң ҡалған ваҡытын нисек үткәрәһең? – ти эшҡыуар.
– Төшкә тиклем йоҡлайым, аҙаҡ бер-ике сәғәткә балыҡҡа барам. Һуңынан балаларым менән уйнайым, шунан һуң ҡатыным менән йорт-тирәһен ҡараштырып, хәл итәһе мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ. Кисен ауыл урамы буйлап йөрөргә сығам, дуҫтарым менән осрашып, гитарала уйнайбыҙ. Күрәһегеҙме, тормоштан бик ҡәнәғәтмен һәм үҙемә нимә кәрәк, шуны алам, – тигән балыҡсы.
– Мин, – ти эшҡыуар, – Гарвард университеты сығарылыу­сыһы, һиңә ярҙам итергә теләйем. Дөрөҫ йәшәмәйһең, көнө буйы балыҡ тотоп, ҙур кәмә һатып алырға тейешһең.
– Шунан? – ти балыҡсы.
– Аҙаҡ тағы ла күберәк балыҡ тотасаҡһың һәм үҙеңә бер нисә кәмә һатып ала аласаҡһың. Хатта караптар ҙа алыуың мөмкин. Һәм бер иҫ киткес матур көндә үҙ флотилияң булыуы ихтимал.
– Шунан?
– Аҙаҡ үҙ балығыңды кемгәлер һатыр урынға һин уны тура фабрикаға илтеп, артыҡ аҡса аласаҡһың. Һәм алған килемгә шәхси фабрикаңды асырға мөмкин.
– Аҙаҡ?
– Шунан ошо төпкөл һәм ҡотһоҙ ауылыңды ҡалдырып, ҙур, матур ҡалаға күсәсәкһең. Һәм бер заман ҙур офис асып, уның директоры була алаһың.
– Һәм былар күпме ваҡытты аласаҡ? – ти балыҡсы.
– 15 – 20 йыл.
– Шунан һуң нимә?
– Шунан һуңмы? – тип көлөп ебәрә эшҡыуар. – Шунан инде иң рәхәте һәм яҡшыһы буласаҡ. Фирмаңды бер нисә миллионға һатып, бик бай кеше булыуып китеүең ихтимал.
– Шунан? – тигән балыҡсы.
– Шунан бөтөнләй эшләмәҫкә лә мөмкин. Ҙур ҡаланан диңгеҙ буйында ултырған берәй тыныс һәм матур ауылға күсәһең. Төшкә тиклем йоҡлай, ейәндәрең менән уйнай, ҡатының менән рәхәтләнеп һөйләшә, яратыша алаһың. Ауылыңдың урамы буйлап саф һауала йөрөйәсәкһең, кисен дуҫтарың менән осрашып, гитара тауышын тыңлаясаҡһың, – тигән эшҡыуар.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 27-09-2011, 11:28 | Ҡаранылар: 1341
|
  • Аҡыллы һыйыр
  • Балыҡ, ҡап, ҡап!
  • Балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә
  • Балыҡтар ниңә ҡырыла?
  • САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM