RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

23.08.2011 Ҡартлыҡ

ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. ҡартлыҡтан уның күҙҙәре һуҡырая, ҡолағы һаңғыраулана, тубыҡтары ҡалтырай башлаған. ҡайһы ваҡыт ашағанда хатта ҡулындағы ҡалаҡты ла тота алмаған. Шул арҡала ашы йәки башҡа аҙыҡ-түлек өҫтәлгә түгелгән. Улы менән килененең быға шул тиклем асыуы ҡабарған, ҡарттың ҡылыҡтарынан ерәнеп, аҙаҡ уны үҙҙәре менән өҫтәл артына бөтөнләй ултыртмай башлағандар. Аҙыҡты мейес артындағы бер мөйөшкә, бик иҫке, насар һауытҡа һалып биргәндәр. ҡарттың, мөйөштән өҫтәл яғына ҡарап, күҙҙәре йәшләнгән. Бер көндө ҡулдары ҡалтырап, тәрилкәһе төшөп китә лә уртаға ярыла. Бынан һуң инде бөтөнләй сығырынан сыҡҡан килен ҡартты бик ҡаты ҡысҡырып әрләй, ә бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ауыр итеп һулап ҡына ҡуя. Аҙаҡ килен кеше ҡартҡа ағас тәрилкә ҡуя ла, дорфа итеп, быныһын инде теләһәң дә вата алмаҫһың, тип ҡысҡыра.
Бер ваҡыт ирле-ҡатынлы бик мул әҙерләнгән өҫтәл артында һыйланып ултырғанда дүрт йәшлек улдары килеп инә, ә ҡулында бер ағас киҫәге.
– Ул ағасты ҡайҙан алдың һәм нимә эшләтергә уйлайһың? – ти әсәһе.
– Ағас тәрилкә, – ти малай. – Үҫкәс, һеҙҙе шул һауыттан ашатасаҡмын…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)