НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әйтһәм, белеп әйтәм

Әйтһәм, белеп әйтәм


БӘХЕТ

Бәхет танышыу-табышыуҙан башлана. Кешеһе тура килгәндә үрә ҡарап үтергә ярамай.
Ғабдулла Әхмәтшин.

Бәхет элек һыуҙа ғына йөҙгән,
тиҙәр,
Унан сығып, сәхрәләрҙә
гиҙгән, тиҙәр.
Бик күп йылдар буйы шулай
йөрөп, арып,
Ахырында яңғыҙлыҡтан биҙгән,
тиҙәр.
Сәйет Исмәғилев.

Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде,
Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң.
Рәми Ғарипов.

Буламы-юҡмы, бәхетте көтөп йәшәүе рәхәт.
Нәжибә Әминева.

БӘХЕТ – ҠАЙҒЫ

Ҡайғы нәҡ ҡара ҡайма – алыҫ
офоҡ сите.
Бәхет – офоҡтарһыҙ: бер
талпынды – ерҙе сикһеҙ итте.
Рәмзилә Хисаметдинова.

Берәүҙәргә кескәй бәхет –
донъя хәтле,
Берәүҙәргә тауҙай ҡайғы – энә
хәтле.
Тик шундайҙар, мин ышандым
инде быға,
Татый белә был ерҙәге
бар рәхәтте.
Фәйзи Ғүмәров.

БӘХЕТҺЕҘЛЕК

Кемделер бәхетһеҙ итеп, йәшәп булмай типтереп.
Рамаҙан Шәғәлиев.

Бәхетһеҙ кеше хәйерһеҙ эшкә дусар булыр.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

Йәштән бәхетһеҙ булған кешеләрҙең мөхәббәттәре лә бәхет­һеҙлек менән бөтә.
Дауыт Юлтый.

Ваҡ бәхет, ваҡ бәхетһеҙлек – ваҡтарҙың ғүмер һөрөшө. Оло бәхет, оло бәхетһеҙлек – оло йөрәктәрҙең өлөшө.
Әкрәм Бейеш.
Оҙон тел һәм оҙон ҡул – бәхет­һеҙлеккә ҡыҫҡа юл.
Риф Мифтахов.
Барыһын юғалтҡан бәхетһеҙ түгел, кешелеген юғалтҡан бәхет­һеҙ.
Рәми Ғарипов.
Бәхет булғас, бәхетһеҙлек барҙыр – улар йөрөй бер үк һуҡмаҡтан.
Назар Нәжми.

БӘХӘС

Әгәр бәхәсләшһәгеҙ, әҙәпсә бәхәсләшегеҙ.
Аҡмулла.

Бәхәсләштем… Һәм юғалттым
бер дуҫымды,
Бәхәсләштем дошман менән –
дуҫым булды.
Риф Мифтахов.

ВАҠЫТ

Ваҡыт хужа тотош заманға. Беҙ атҡарған барлыҡ эштәрҙе лә айыра ул яҡшы, яманға.
Рәйес Түләк.

Ваҡыт яҙа донъя ҡанундарын
Ҡылыс менән, һабан менән дә.
Ваҡыт ҡуя тормош талаптарын,
Яуап кәрәк һинән, минән дә.
Хәсән Назар.

Кешеләр яңылыша, ләкин ваҡыт үҙенекен итә. Бөтә фекер­ҙәр ҙә, бөтә хистәр ҙә ваҡыт менән генә һынала!..
Рәми Ғарипов.
Бөтә нәмәне яңыртҡан да, иҫкерткән дә ваҡыт!
Сәғит Агиш.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.

Сығыу ваҡыты 14-05-2011, 15:11 | Ҡаранылар: 2196
|
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Әйтһәм, белеп әйтәм
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM