НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡҡоштар


Бер батшалыҡҡа яҡын ғына бик матур күл була. Һәр йыл һайын тиерлек унда аҡҡоштар осоп ҡайтып, оя ҡороп, бала сығара. Халыҡ уларҙы бик яратҡан һәм ҡайтыуҙарын һағынып көткән. Әммә ҡайһы бер йылдарҙа аҡҡоштар бейек тауҙағы күлдәргә осоп китеп, шунда оя ҡорған. Шул ваҡыт кешеләр бик ҡайғырған һәм, йыл бик уңышлы булмаясаҡ, тип юраған. Шуның өсөн дә ҡоштарҙың тап уларҙың күленә әйләнеп ҡайтыуын теләгәндәр.
Бер көндө батша үҙенең күпте белгән иң яҡын ышаныслы һәм аҡыллы ярҙамсыһына:
– Аҡҡоштарға ҡарата үҙебеҙҙең һөйөүебеҙ хаҡына бөгөн төндә күлде һөт менән тултырырға бойорҙом, – ти. – Тирә-йүндәге бөтөн крәҫтиән дә, берәр биҙрә һөт килтереп, күлгә ҡойорға тейеш.
Шул саҡ ярҙамсыһы:
– Батшам, башланғысығыҙ бик ҡыҙыҡлы. Бынан нимә килеп сығыр икән һуң? – тигән.
Икенсе көндө батша күлдең һөт менән түгел, ә һыу менән тулы икәнен күрә. Һәр крәҫтиән төндә күлгә һөт урынына берәр биҙрә һыу ҡойған булып сыға.
– Был минең өсөн көтөлмәгән хәл, – ти батша. – Ошонан сығып, үҙ халҡым тураһында бер нәмә лә белмәүемде аңланым.
Ярҙамсыһы көлөп ебәрә һәм:
– Һәр крәҫтиән, әгәр ҙә бөтәһе лә берәр биҙрә һөт ҡойғанда, мин бер биҙрә һыу ҡойһам, быны бер кем дә һиҙмәҫ, бер биҙрә һыу һөт тулы күлдә буталыр, тип уйлаған. Иң үкенеслеһе шул – бөтәһе лә шулай уйлаған. Сөнки халыҡтың аңы шундай. Бөтәһе лә тәбиғәттән килә: яҡшы – насар, файҙалы – файҙаһыҙ, яраҡлы – яраҡһыҙ... Һинең бойороғоң да ике төрлө төшөнсә хаҡында түгелме? Шул турала уйла әле, ҡәҙерле батшам, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 10:15 | Ҡаранылар: 1916
|
  • Бәхет һәм изгелек хаҡында
  • Шиғриәт минуттары
  • Вариҫ
  • Аҡыллы батша
  • Бармағымды юғалттым, әммә ғүмеремде һаҡлап ҡалдым
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM