RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

07.04.2019 Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Ғәзиз кешем атайыма бүләк иткән китапты утҡа яҡҡас, күҙем тартышып, тотлоғоп ҡалдым


Света апай ябай иҙән йыуыусы булып эшләй. Бер көндө уның йөҙө йәшәреп киткән кеүек тойолдо, һәм мин, әлбиттә, шул турала үҙенә әйттем.
– Ҡаш эшләткәйнем дә ул, ысынлап, килешәме? – тип тартынды хаҡлы ялда булһа ла эшләп йөрөгән ҡатын. – Ейәнсәрем, өләсәй, эшләт, һиңә килешәсәк, күр ҙә тор, тип өгөтләгәс, барғайным...

Минең маҡтауҙы ишетеп, Света апай ҡыуанып китте... Бер нисә йыл элек поликлиникала сиратта ултырғанда уның менән танышып, һүҙ артынан һүҙ эйәреп, уға, иң яратҡан кинофильмым – “Ҡыҙыл башлыҡ”, тигәйнем:
– “Беларусьфильм”да төшөрөлгән “Ҡыҙыл башлыҡ”ты нисә тапҡыр ҡараһам да ялҡмайым! Һәр саҡ үҙем өсөн яңынан-яңы нескәлектәрен асам.

Света апайҙың йөҙө ҡараңғыланып китеүен аңғарып, үҙемде ярты һүҙҙә бүлдем:
– Ул кино һеҙгә оҡшамаймы әллә?
– Эй, туғаным, уны ҡараған һайын үкһеп илайым, – уның күҙҙәре йәшкә мансылғайны. – Теге бәләкәс бүре балаһының китабын инәһе утҡа яҡҡан ере йөрәгемдәге яраны ҡуҙғыта ла ебәрә... Минең дә әсәйем шулайтып иң яратҡан китабымды утҡа яҡты... Ул китапты атайым бүләк иткәйне. Алты йәшемә. Атайым үҙе мине хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәтте. Уның менән яҡын мөнәсәбәттәрҙе әсәйем яратманы. Ҡыҙғанды, ахыры. Һәр хәлдә, улар ирешеп киткәндә, мин гел дә атайымды барып етәкләп, әсәйемә ҡаршы: “Теймә минең атайыма! Бар эшеңә!” – тип ҡысҡыра торғайным... Әсәйем ябай тракторсынан ярайһы ғына юғары партия эшмәкәренә тиклем дәрәжәгә еткән кеше ул. Атайым менән әсәйем – илебеҙҙең ике яҡ мөйөшөнән сиҙәм күтәрергә килгән комсомолдар – ҡаҙаҡ далаһында табышып, ҡауышҡандар. Мин шунда тыуғанмын. Баракта үҫкәнмен. Әсәйем аҡыллы, көслө, әммә ҡаты, уҫал, үҙ һүҙле булды. Эсендә ут янып торған кеүек ине. Ҡаршы әйткәнде ене һөймәне. Юҡҡа ғына 19 йәшендә үк бригадир итеп ҡуймағандарҙыр. Ирҙәрҙе бер таҡтаға баҫтырып ҡуйғанын иҫләйем. Алдына алғанды һис ҡасан ҡуймай, осона сыҡмай туҡтаманы. Ул ҡайҙан көс алғандыр, көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтманы, уның араһында – йыйылыштар, конференциялар, агитбригадалар сығышы... Төндә генә ҡайтып инә лә, кәрәсин шәме яҡтыһында китаптар, гәзиттәр уҡый, шиғырҙар ятлай. Иҙәнде шағыр-шоғор итеп, бүлмә буйлап йөрөп, шиғыр ятлағанында уянып китеп, уны саҡырам: “Әсәй, әйҙә минең менән ят”. Үҙемсә йәлләгәнмендер әсәйемде. Тик ул “тс-с” тип бармағын ирененә ҡуйып тысылдай ҙа, шиғырын ятлауҙы дауам итә. Аҙаҡ йыйылыштарҙа, баҫыуҙа сығыш яһар өсөн. Ете кешенең энергияһы тупланған булғандыр унда. Мине йүнләп ҡараманы, шунда барак балалары күмәкләп аяҡ аҫтында буталышып үҫтек, атайыма ла иғтибары етмәне. Үҙенең иғтибары етмәһә лә, уны үлеп көнләште. Шуның арҡаһында талаш ҡуба ла инде. Ә атайым матур – ҡуйы сәсле, киң яурынлы, йылмайғанда утыҙ ике теше ялтырай. Күҙе-башы уйнап торғанын хәтер­ләмәйем, итәғәтле, ихлас булды. Мине ныҡ яратты. Үҙен алыҫтан күреү менән ҡаршы йүгереп барып, ҡосағына атылам да, ул мине өйрөлтөп, елкәһенә мендереп ултырта... Ҡаҙағстанда әле нисектер, ә элек ҡыштар зәһәр ине. Буран башланһа, өйҙән дә сыҡмай ултырабыҙ. Барак һыуыҡ, ел үтәнән-үтәләй өрә. Беҙҙе, балаларҙы, апайҙар шаҡмаҡ шәлгә баштан-аяҡҡаса урап бәйләй ҙә бит, барыбер йылынып булмай. һалҡын тейҙереп, сәсрәп ауырып киттем. “Бында баланы юҡҡа сыға­рабыҙ”, – тип, атайым әсәйемде тыуған яғына ҡайтырға күпме өгөтләмәһен, күндерә алманы... Күңеле берәй нәмәне һиҙҙеме икән әллә, тип хәҙер уйлап ҡуям – ғәләмәт ныҡ ҡайтҡыһы килде, гел тыуған яғын һөйләне. Әммә әсәйем, партия карьераһы яңы башланып торғас, ыжламаны. Йәйен атайымды тракторы янында йәшен атты. Минең ҡайғырыуым... Атайымды ерләгән ерҙе ҡосаҡлап иланым, ауырыным. Мин, ете йәшлек бала, күҙемде лә аса алмай, донъянан төңөлөп яттым. Атайым бүләк иткән китапты күкрәгемә ҡыҫып, уянмаҫҡа ниәтләнем. Шунда әсәйемдең миңә саҡ ҡына булһа ла күңел йылыһы етмәне. Әгәр ҡосаҡлап, башымдан һыйпаһа, минең менән бергә ҡушылып илаһа, ҡайғым еңеләйер ҙә ине... Ә ул: “Башыңды иҫәргә һалма!” – тип иңбашымдан тотоп һелкетте, иҫеңә кил, тип битемә һуҡҡысланы. Һәм ҡулымдан китапты ҡайырып алып, тимер мейескә ырғытты... Һикереп тороп, берҙән-бер ҡәҙерле бүләгемде уттан яланғас ҡулдарым менән кире алырҙай инем, әммә хәлем етмәне. Күҙем тартышып, тотлоғоп ҡалдым шунан һуң. Әле лә, саҡ ҡына көйәләнһәм йә тулҡынланһам, һөйләшеүемдең рәте китә, күҙ ҡабағым аҙналар буйы тартыша.

Әсәйем мине интернатҡа тапшырҙы. Уның өсөн генә түгел, минең өсөн дә шулай һәйбәтерәк ине. Башҡа кейәүгә сыҡманы, атайымды үҙенсә яратҡан булғандыр, үҙен партия эшенә бағышланы. Миңә һирәк килде. Килһә лә, һүҙебеҙ берекмәне. Ҡайҙан берекһен, күңелем ҡатҡайны, ә уның туң йөрәге бер ҡасан да иремәне. Хәйер, ирене. Күп йылдар үткәс, ҡартайып, кеше көнлө булып ҡалғас... Миңә, ғәфү ит, ҡыҙыҡайым, ҡайтып күренер инең, тип хаттар яҙҙы.

Света интернатта ҡырағайыраҡ холоҡло була, кеше менән аралашмай, тотлоҡҡас, тартынып, яңғыҙлыҡты үҙ итергә тырыша. Иптәштәре ирештерһә, һуғышырға ла күп һорамай. Энәләре тырпайып торған бала насар өлгәшә, сараларҙа ҡатнашмай. Уны пионерға ла алмаҫтар ине, әгәр әсәһенең абруйы булмаһа.

– Ҡыйын ине унда миңә, – тип көрһөнә Света апай. – Йыш ҡына тәртибемде йыйылышта тикшерҙеләр, оялттылар, үҙеңде аҡлап ни әйтерһең, тинеләр. Ә нимә тип әйтәйем, әгәр шул мәлдәрҙә ояттан ер тишегенә инерҙәй булып, телеңде йотҡанда?

Даны бөтә илгә таралған, киң билдәле Валентина Леонтьева, бер мөһим тапшырыуҙа ҡатнашып, әсәһен ерләргә ҡайта алмай. Һуңынан Валентина үҙе лә һөйөклө улын көтөп ала алмай – улы әсәһенең хәлен белгән хәлдә лә, килеп хушлашыуҙы кәрәк тип тапмай. Әсәйем дә, пленумда булып, иң ғәзиз кешеһен һуңғы юлға оҙатмай. Мин дә уның менән бәхилләшергә теләмәнем...

– Мин бит, баламдан баш тартам, тигән яҙыуға ҡул ҡуйғанмын, – тип илай Света апай. – Әсәйем бөтәһен дә хәстәрләгән. Тәүҙә, баламды имеҙергә килтермәгәс, сибек тыуғас, икенсе бүлектә тотабыҙ, тип алданылар, һуңынан, баламды күрһәтегеҙ, тип талап итә башлағас, ирһеҙ бала тапҡан да, йөрөмтәл, етмәһә, “права качает” тип аҡырып-баҡырҙылар. Совет гражданы булырға хоҡуғың юҡ, тип йөҙөмдө йыртыуҙары – иң йомшаҡ һүҙҙәре. Минең кеүектәргә мәрхәмәт юҡ ине. Кәмһетеү генә. Шунда баланан “баш тартыуым” хаҡында әйттеләр. Әсәйем­дең генә эше икәнен шунда уҡ аңланым. Уның аяғына йығылып, йылғалай күҙ йәшен түгеп, әсәй, әйҙә, бәпесемде алайыҡ, мин бынан ары һин нисек теләйһең, шундай булырмын, тик бәпәйемде генә кире ҡайтарыш, тип бар йөрәгемдән ялбарҙым. Әммә ул ҡая һымаҡ ине, үҙ ниәтенән кире ҡайтманы. Бала табыу йортона ҡыҙым артынан барып йөрөгәнемде белгәс, психушкаға алып барып тығам, тип ҡурҡытты. Аборт эшләтергә тырышҡанында ла шулай тип ҡотомдо алғайны...

Бәләкәй сағымда китабымды, ата­йымдың берҙән-бер, иң ҡәҙерле бүләген, утҡа яҡҡанында бөтә йәнем менән тетрәнһәм дә, әсәйҙе күрә алмау уйы башыма ла инмәне. Әсә балаһы өсөн иң яҡын, иң ғәзиз кеше, унан яҡыныраҡ бер кемдең дә булыуы мөмкин түгел... Ә был юлы көтөп алған баламдан яҙҙырыуын кисерә алманым, әсәйемә нәфрәтем шундай тәрән һәм көслө ине. Әгәр өйҙә ҡалһам, уны туҡмармын, үлтерермен кеүек тойолдо. Шуға ла өйҙә күпме аҡса бар, шуны, училищенан документтарымды алдап барып алдым да, бөтөнләйгә өйҙән сығып киттем. Әллә ҡайҙа түгел – Мәскәүгә. Баш ҡалала Ҡазан ғибәҙәтханаһы алдында оҙон сәсле, гитаралы йәштәрҙе күреп, шулар менән танышып, хиппи ағымына эләктем. Сәсте ялбыратып, оҙон итәктәр кейеп, ҡулға фенечкалар тағып, гитараға ҡушылып йырлап йөрөнөм. Торлаҡ проблема түгел ине, хиппиҙар бер-береһенә артыҡ бер һүҙһеҙ йәшәргә урын бирҙе. Йылы яҡтарға, Питерға йөрөй торғас, аҡсам бөттө, ләкин был мине борсоманы – яңы иптәштәрем астан үлергә ирек бирмәҫ ине. Ике йыл шулай ирекле йәшәп, бындай тормоштоң минең өсөн түгеллеген аңлап, кейәүгә сыҡҡым, балалар тапҡым, эшкә урынлашып, донъя көткөм килде. Теләгем көслө булғандыр, сөнки бер аҙҙан ундай форсатты юғары көстәр үҙҙәре юлыма сығарҙы. Поезда бер ябай ғына егет менән таныштым. Ул мине тәү күреүҙән оҡшатты. Ресторанға саҡырҙы. Бер рюмка араҡы эскәйне, иҫерҙе лә ҡуйҙы. Бер һәндерәлә төн уҙғарғас, иртән уға, их, эш боҙҙоҡ бит, тигәйнем, ул, ҡайғырма, мин һиңә өйләнәм, тип үҙенә, Башҡортостанға, алып килде.

Ауыл халҡы өсөн мин бигерәк ирмәк, ҡарасҡылай күренгәнмендер, һәр хәлдә, егеттең ата-әсәһе “культурный шок” кисерҙе. Яҡындары ипләп кенә минең турала, атай-әсәйем хаҡында төбәш­кәндә, улар сиҙәм күтәргән комсомолдар, атайымды йәшен һуғып үлтергәс, әсәйем мине балалар йортона бирҙе лә, онотто, өйөм дә, яҡындарым да, белемем дә юҡ, тип ярым алдап, ярым дөрөҫөн һөй­ләнем. Әсәһе, буласаҡ ҡәйнәм, мине йәлләп, түшенә ҡыҫып, инде өйөң дә, яҡындарың да бар, тип илап ебәргәйне, түҙмәй, мин дә уны ҡыҫып ҡосаҡлап, үкһеп иланым. Туй тигәнебеҙ ябай табын булды, барып яҙылыштыҡ та, йәшәп киттек. Ирем инде лә һәйбәт, алсаҡ, уңған кеше булып сыҡты, минең менән харап ғорурланды. Йырлауымды яратты. Тәүге балабыҙ тыуғас, әсәйем арҡаһында юғалтҡан ҡыҙымды уйлап, ҡайҙарҙа, нисек, кемдәрҙә йәшәй икән, тип тағы үлә яҙып илауым... Мин ул бәпесемде үлһәм дә онотмам – уймаҡтай ғына танауы, ирендәре йөрәгемә тере яра булып яҙылған. Гәзит-журналдарҙа, теле­визорҙа уның йәшендәге ҡыҙҙарҙы күрһәм, уҡыһам, йөрәгем тулап сығыр­ҙай типте гелән. Һис тә иҫемдән сыҡмай ул бәпескәйем. әсәйемә ҡарата нәф­рәтем дә кәмемәне. Уның менән бер уртаҡлыҡ булыуын теләмәһәм дә, ул мине эҙләп тапты. Ғәфү ит, ҡыҙыҡайым, ҡайтып күренер инең, хәлем ауыр, тигән илаулы хаттарының береһен генә уҡыным да, башҡаларын утҡа яғып торҙом. Хаты килгән һайын йөрәгемә бысаҡ ҡаҙала торҙо. Түҙә алмай, ҡалаға күсеүҙе йәһәтләнем. Шулайтып ошонда төпләндек.

– Шул ауыр йөк менән һаманғаса йәшәйһегеҙме, Света апай? – уның тормош юлын кино ҡарағандай күҙ алдынан үткәреп, тамағыма төйөр төйөлдө.
– Ҡайҙа бараһың, яҙмышың шул булғас, – тип уфтанды ул. – Атайым иҫән булһа, минең дә тормошом икенсерәк яҙылыр ине лә бит...
– Әсәйегеҙ иҫәнме икән?
– Юҡ. Тәүге хатында уҡ етди сирләүе, көндәре һанаулы ҡалғас, бәхилләшергә теләүе тураһында яҙғайны. Тик мин уның менән бәхилләшергә теләмәнем...

Мин ипләп кенә “Әкиәттә – ҡунаҡта” тапшырыуын оҙаҡ йылдар алып барған, даны бөтә илгә таралған, киң билдәле Валентина Леонтьеваның бер мөһим тапшырыуҙа ҡатнашып, әсәһен ерләргә ҡайта алмауы хаҡында һөйләнем:
– Света апай, бумеранг ҡануны бар: һуңынан Валентина Михайловна үҙе лә һөйөклө улын һуңғы сәғәтендә көтөп ала алмай – берҙән-бер улы әсәһен ерлә­шергә ҡайтмай.

– Ҡарале, минең әсәйем дә пленумда булып, үҙенең әсәһен, өләсәйҙе, һуңғы юлға оҙатырға ҡайтып торманы бит... – Света апай асышына хайран ҡала. Шунан минең ҡарашты тойоп, аҡлана, – юҡ-юҡ, балаларым һәйбәт ул, татыу, аңлашып йәшәйбеҙ, мине ташламаҫтар.
Ләкин йөрәгенә ут һалдым, ахыры. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул өлкән улына, әсәйемдең ҡәберенә барып ҡайтырға ине, тип йомошон әйтә. Света апайҙың балалары, ысынлап та, һәйбәт: улы әсәһенең һүҙен йыҡмай, тиҙҙән Ҡаҙағ­станға юлланалар.

– Сиктә бик оҙаҡ сиратта ултырҙыҡ, – тип һөйләне сәфәрҙәре хаҡында Света апай. – Әллә юҡҡа юлға сыҡтыҡмы, әллә кире боролоп ҡайтайыҡ та китәйекме, тип ҡайғырып бөттөм. Улым менән киленем, бер ниәтләгәс, барып етәйек, тип сабырлыҡҡа өндәне...

Барып етеп, ҡунаҡханаға урынлашҡас, элек саҡ ҡына йәшәп киткән фатирҙы эҙләп табалар, күршеләрҙән әсәһенең ҡайҙа ерләнгәнен белешәләр. Таш­ландыҡ ҡына ҡәберҙе күргәс, Света апайҙың күңеле тулышып, янында улы һәм килене тороуын да онотоп, әсәһенә ҡарата йыйған бөтә үпкәһен, әйтелмәгән һүҙҙәрен, рәнйеүен һөйләй. Ҡулдарын болғай-болғай, ҡәбер тирәләй йөрөп, илап та, һорау алып та, эсендә нисәмә йыл тулышҡан серҙәрҙе бушата. Улы менән килене ишеткәндәренән шаҡ ҡатып, шып-шым тора. Света апай шул тиклем йөрәкһей, илай, хатта хәле насарайып, улы “Тиҙ ярҙам” саҡырырға мәжбүр була.

– Уколдар алып, дарыуҙар эсеп, тынысланғас, тыуған ауылыма киттек, – ти әңгәмәсем. – Таныш-белештәр әҙ ҡал­ғайны, әсәйемдең элекке әхирәте мине сырамытып танып, сәйгә саҡырҙы. Оло йәштәге ҡатынға ниндәй маҡсат менән йөрөгәнемде, оҙаҡ йылдар әсәйем менән аралашмауымды, нәф­рәтемдең сәбәбен аңлаттым. Ирең ҡайҙа, тип һорай. Ул вафат, тим. Ҡыҙың булыуын белдеме, ти. Юҡ, ләкин табыл­һа, мотлаҡ һөйләр инем, ә былай йөрәген яраларға теләмәнем, тим. Сер һаҡлау буйынса һин тас әсәң, тип ҡуйҙы: “Әсәйең һине яратты, үҙе нисек яратыуҙы аңланы, шулай һөйҙө, – ти. – Ул бит үҙе балалар йортонда үҫкән, ата-әсәһе, балалар аслыҡтан ҡырылып бөтөрҙәр, тип, уны, баш баланы, хөкүмәт йортона биргән. Әсәйең тыуған йортон, ата-әсәһен һағынып, ҡаты шарттарға ла түҙмәй, әллә нисә тапҡыр балалар йортонан ҡасып та ҡайтҡан, әммә уны туҡмап, кире борғандар. Уның күңеле ҡатмай, кемдеке ҡатһын? Һин тыуғас, баламды бәхетле итәм, тип ныҡышты, уҡырға ынтылды. Тик ул уҡыуҙан йөрөп ҡайтҡансы, һин уны онотаһың да ҡуяһың. Ярһып илап тороп, аяҡ-ҡулың менән уны ситкә этеп, атайыңа һыйынаһың. Ул мине танымай, тип әсәйеңдең бошоноуҙары... Баланы миңә ҡаршы ҡоторта, тип шунан ерле-юҡтан атайыңа асыулана”. “Юҡҡа атайымды тыңлап, уның тыуған яғына ҡайтманыҡ, атайым иҫән ҡалыр ине”, – тим. Ғүмер ебең ҡыҫҡа булһа, йәшәү урынын ғына алмаштырыу уны оҙайтамы икән, ти ул. Мин, әсәйем бөтөнләй ярата ла белмәгәндер әле, тип “үҙ йырым”ды һуҙам: “Атайыма ҡарата ла һалҡын ине”. Әбей йылмайҙы: “Уныһы хаҡ. Әммә әсәйең яратты ул. Атайыңды хөрмәт итте, тик яратҡан кешеһе колхоздың парторгы ине. Өйөгөҙгә килеп-китеп йөрөгәнен иҫләмәйһеңме?” Һәм шунда уҡ тулы кәүҙәле, мыйыҡлы ағайҙы хәтерләнем. Мин каникулда саҡта өйөбөҙгә килһә, әсәйем, эш буйынса, тип аңлатыр ине. Эш буйынса төрлө сараларға ла гел бергә йөрөнөләр – парторг һәм комсорг... Мин ғүмерҙә лә уныһын-быныһын уйламаным, сөнки элек тәртип ҡаты, әҙәп көслө булды, йүнһеҙлеккә, бысраҡлыҡҡа урын да юҡ ине. Етмәһә, шундай ҡырыҫ, “дөрөҫ” әсәйемдең ниндәйҙер ир менән сыуалыуын күҙ алдына ла баҫтырыуы ҡыйын. Ә әбей, һөйөүҙәре көслө ине лә, тик ҡауыша алманылар, сөнки ирҙең ғаиләһе булды, ти: “Әсәйең унан ике тапҡыр ауырға ҡалып, ауырын алдыртты. Аборттан ҡайтҡан һайын, үлеп терелә торғайны. Араларҙы өҙөргә кәрәк, ти ҙә бит, теге ир шул ҡәҙәрем йәбешкәйне, ебәрмәне”. Ҡатыны ҡалай сабыр булған, нисек түҙгән, тим. “Ул сирләшкә ине, иренән уҙып, бер ни ҡыла алманы”, – булды яуап.

Эргәбеҙҙә ауыҙ асып хәбәр тыңлап ултырған улым менән киленемдең күҙ­ҙәре шарҙай ине... Әммә уларҙан уңай­һыҙланманым да, аңлауҙарына ышан- дым. Ауылда – атайымдың, ҡала зыяратында әсәйемдең ҡәберҙәрен рәтләп, яңы рәшәткәләр, таштар эшләтеп ҡуйып, тыныс күңел менән ҡайттыҡ. Улым, минең ҡалай билдәле генә өләсәйем булған икән, тип ғорурланды.

Ҡайтып еткәс, иремдең ҡәберенә барып, унан да ғәфү үтендем. Миңә көймәне лә шикелле, төшөмә, ә мин белдем дә ул, тип йылмайып ҡына инде. Әгәр ҡыҙым да табылһа, өҫтөмдән ауыр йөк төшөп, йөрәгем яралары йүнәлер ине лә, ҡайҙан һуң...

Киленем, хәҙер интернет заманы, әллә ҡыҙығыҙҙы эҙләп ҡарайыҡмы, тигәйне, ҡабынып киттем дә, кире һүрелдем. Ҡыҙым тураһында ауыр хәбәр ишетһәм, йөрәгем түҙмәй шартлар, тип ҡурҡтым. Минең өсөн ҡыҙыҡайым яҡшы ата-әсә ҡулында имен-һау үҫеп етеп, кейәүгә сығып, балалар табып, матур итеп донъя көтәлер кеүек. Минән алыҫта булһа ла, бәхетле генә була күрһен инде сабыйым.

Ҡайһы ваҡыт төшөмдә уның имсәк һорап тамшанғанын тоям да, түштәрем тулышып, илап уянам... Сабыйымды бер тапҡыр ҙа имеҙмәнем би-ит...
Света апайҙың илауына күктәр ҙә гүйә ҡушылып илай – ҡар ҡатыш ямғыр яуа...

Ошо апайҙың сиркәүҙә минең өсөн шәм ҡуйып йөрөүенә нисек “юҡ” тип әйтәһең?!



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА


Кемгә – ирмәк, кемгә – ғибрәт