RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ил ағаһын күргем килә

07.02.2019 Ил ағаһын күргем килә

– Салауаттың язаһынан

Үткән, балам, күп ғүмер.
Тик тарихтың усағында
Һүнмәгән ошо күмер.
Баҙлап ҡына ятҡан утта
Ҡыҙа, ҡыҙара тимер.
Илһөйәрҙәргә баҫыла
«МИЛЛӘТСЕ» тигән мөһөр.
Телһөйәрҙәргә тағыла
Шул уҡ «милләтсе» һүҙе.
Һуҡыр булып ҡала күптәр
Булһа ла күрер күҙе.
Ил ағаһы исемен дә
Әйтеү беҙгә тыйылды,
Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ
Өндәребеҙ тығылды!..
Ил ағаһы һигеҙ йылға
Тере килеш күмелде!..
Ошо ауыр хыянат гел
Ҡырып тора күңелде.
– Һуҡыр булып ҡала күптәр
Күрһә лә күрер күҙе,
Тигән инең миңә, атай,
Әсенеп кенә үҙең,
Ни хаҡта ине һүҙең?
– Ил ағаһын рәнйеттек беҙ,
Шул хаҡта ине һүҙем.
Хурлыҡтан бит күптәребеҙ
Йәшерҙе күргән күҙен.
Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе
Тарих битенә яҙа.
Нисек нахаҡты кисерҙең,
Ил ағаһы Мортаза?
Бөгөн килеп данлайбыҙ ҙа
Һинең оло исемде.
Ярамһаҡҡа индермәгеҙ
Зинһар, минең есемде.
Теҙләндерер саҡта донъя
Һынманы халҡым улы.
Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ
Мәрхәмәт тулы ҡулын.
Ил уланы башын эймәй
Халҡына булды ҡалҡан.
Ялғандан тормош тирмәне
Яһай һәр саҡ он-талҡан.
– Ил ағаһын күргем килә
Ул бит миңә олатай!
Ул төҙөгән мәктәпкә лә
Мин йөрөр инем, атай.
– Ил ағаһы арабыҙҙа
Милләтемдең ул ҡото.
Йөрәгенә өмөт һалып
Уятты ул башҡортто.
Ил уланы – үҙ халҡының
Рухын ҡурсыған атай.
Иле өсөн янып көйгән
Аҡһаҡал ул, олатай.
Ул астырған күп мәктәпкә
Эленгән бөгөн йоҙаҡ.
Халҡым киләсәге өсөн
Ҡоролған ошо тоҙаҡ.
Сабылған беҙҙең тамырға
Милләт ҡанһырар балта.
Туған телем киләсәген
Томандар тора ҡаплап.
Үҙ телемдә уҡытырға
Яҙам һиңә ғариза.
Киләсәгем ҡайҙа илтер,
Эштәр ҡалғас ҡағыҙға.
– Хаҡлыҡ ҡалҡа, һыуға батмай
Ошо дөрөҫмө, атай?
Беҙ башҡорттар булырбыҙмы
Шул борсой мине, атай?
– Башҡорттарҙың киләсәге –
Берҙәмлектә, берлектә.
Илен яҡлап һүҙен әйтеү,
Яҡлай алыу, ирлектә.
Берҙәмлектең усағында,
Гел дөрләп торһа ялҡын.
Дәүерҙәрҙе атлап сығыр
Илһөйәр ғәзиз халҡым.
Хөрмәт итһә үткәндәрен,
Телһөйәр булһа балам,
Киләсәккә милләтемдең
Ышаныс менән бағам.

Фәнил БҮЛӘКОВ
Учалы районы Советтар Союзы Геройы, Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

(Автор Мортаза Рәхимовҡа арнап яҙған был шиғырын "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә ҡыҙы Азалина менән һөйләне).



Автор: Ф.Бүләков
Фото: Юлай КӘРИМОВ





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)

19.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)


Атайҙарға

18.02.2019 - Әҙәбиәт Атайҙарға


Һин бит шиңмәҫ гөл булып, Хәтерҙәрҙә ҡалдың мәңгегә...

Тинде тингә  ялғап йыйылған  байлыҡ

“Һәр минуттың ҡәҙерҙәрен белеп, Ирешергә тырыш бәхеткә”

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)

12.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (8.02.2019)


Шишмә йыры – хистәр ташҡыны

«Үҙ илеңә ҡайт – бәхетең асылыр»

Бөрсә

09.02.2019 - Әҙәбиәт Бөрсә


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)

05.02.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.02.2019)


Ҡалып-үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар

Һыҙлауыҡ

30.01.2019 - Әҙәбиәт Һыҙлауыҡ