RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәйер эҙ (Хикәйә)

22.12.2018 Сәйер эҙ (Хикәйә)

Шатморат ағай, ҡатынының әле генә бешкән ҡымыҙын турһығына ҡойоп алып, билбауына бәйләне лә, бейәһен һыбай менеп бесән ҡарарға юлланды. Тауҙың текә урындарын урап башын күтәреп үргә үрмәләгән йылан һымаҡ алға барған йомро юлдан оҙаҡ ҡына, берсә тәрән уйға батып, берсә артынан тотам да ҡалмай эйәреп килгән яҙғы ҡолон Күксәйҙе күҙәтеп барҙы ул. Эй ирмәк тә инде ошо йән эйәһе! Ана, тояҡтарының осона ғына тигеҙ баҫып, юртып килә. Килә-килә лә, туҡтап, ҡап-ҡара булып янып торған күҙҙәрен тултырып, иркәләнеп әсәһенә ҡарап тора ла, тағы юртып китә. Һуңынан, бер талай шулай юртып бара ла, йәнә туҡтап, йә маңлайын, йә томшоғон бейәгә терәп һырпаланып ала. Ана, хәйләкәр, алға сығып, әсәһен туҡтатырға итә! Ә-й-й, әлеге ваҡытта бынауындай серле донъяла ошо сабый ҡолондан да бәхетле йән эйәһе юҡтыр кеүек тойола Шатморат ағайға. Ана бит, саҡ ҡына ла артта ҡалды ниһә, әсәһе, тауыш сығарып, ризаһыҙлыҡ белдерә башлай, ә ғәмһеҙ генә килгән йән, шунда уҡ теремекләнеп, әсәһе эргәһенә тыҡылдата баҫып елдереп килеп тә етә.

Шатморат урман эсенән тау-таштарҙы ярып алға барған һуҡмаҡ буйлап күпмелер ваҡыт шулай барҙы ла, ҡараштарын ҡая һырты буйлап урман эсенә күсерҙе. Тап ошо ерҙәрҙән үргә артылаһың. Бер-ике тау менеп төшһәң, Йыуан ҡарағас яланы ла күренә. Шулай итеп, тирә-яҡты һоҡланып күҙәтә-күҙәтә, атын һайтылдатып туранан-тураға һуҡтырып, тау һырттары буйлап тәғәйен еренә килеп тә етте. Ямғыр һирәк яуыуға ҡарамаҫтан, үлән шәп. Шулай булырға тейеш тә, сөнки бында төндәрен ысыҡ мул төшә. Хатта ҡоролоҡ йылында ла тик ошо Йыуан ҡарағас яланында ғына үлән арыу була. Шуның арҡаһында йотлоҡ булғанда ла уның мал-тыуары бирешмәй ҡыш сыға. Ә малы булған кешеләрҙең өҫтәле ризыҡтан өҙөлмәй.

“Әйҙә, хайуанҡай, әҙерәк һин дә ял итеп, ашап ал, мин ян-яҡты ҡараштырып, урап йөрөп киләйем”, – тип һөйләнә-һөйләнә, атын тышап ашарға ебәреп, тирә-яҡҡа ҡарап, иркенләп тын алды ла, эре-эре аҙымдар менән ҡуйы, тығыҙ булып үҫкән һутлы үләндәр­ҙе ялпаштыра баҫып атлап, сабынлыҡ буйлап китте. Әй-й-й, тәбиғәттең хозурлығы! Төрлө биҙәк менән мул итеп семәрләп һуғылған ҙур ауыр балаҫ йәйелгәнме ни алдына! Күҙҙе ҡыҙҙырып, төҫлө күбек кеүек күпереп, хуш еҫтәр аңҡытып, ҡайһылай йәйрәп ята ул!.. Ҡалҡыуыраҡ урынға баҫып, ҡарашы менән тирә-яҡты иңләп, һоҡланып бер аҙ күҙәтеп торҙо ла, арғы остағы һаҙ эсенән ағып ятҡан Һалҡын шишмәгә лә барып етеп ҡайтайым әле, тип, һуҙа баҫып яландың арғы башына ҡарай юл алды. Эй үләндең ҡуйылығы! Рәхәтләнеп ят та, тәкмәс атып тәгәрә лә тәгәрә, ә күҙҙең яуын алып, яланды сыбарлап үҫкән, бал һеңгән сәскәләренең хуш еҫенә һушың китер! Өҙөлөп һайраған ҡоштар моңон тыңлап, телһеҙ ҡалаһың! Был хәтлем дә моңдо ҡайҙан ала ла ҡайҙан таба улар?! Ошолор ул ожмах, йәннәт тигәндәре! Бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәте, ә бит уйлап ҡараһаң, ошо хозурлыҡта күпме сер, тылсым йәшеренеп ята! Эй, Аллам, үҙең генә беләһеңдер! Тирә-яҡҡа шулай итеп һоҡланып ҡарап, ялан уртаһында оҙаҡ ҡына торҙо Шатморат.

Ир сабынлыҡҡа терәлеп торған һаҙлыҡты буйлап, муйыл, ҡарағат, мышар ҡыуаҡлыҡтары араһынан, сылтырап ағып ятҡан шишмә яғына атланы. Шул саҡ таш өҫтөндә ҡыҙынып йоҡлап ятҡан йыуан ҡара йылан, башын алай-былай уйнатып, йырмандап, шәп итеп шыуышып барып, ҡырҙараҡ ултырған ағас төпһәһенә инеп йәшеренде. “Эй, йән эйәһе, тыныслығыңды боҙоп, йоҡоңдо бүлдемме? Ҡасма-а-а, мин һиңә теймәйем!”
Шатморат бер килке туҡтап тора бирҙе лә, шишмәнең ситендә ятҡан ялпаҡ ташҡа баҫып ҡулын йыуып алды. “Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим”, – тип доға уҡып, ҡушлап тотҡан усын тултырып һыу эсте. Теште ҡамаштырғыс һалҡын һыу! Үҙе ниндәй татлы, күпме эсһәң дә, эсеп туймаҫһың! Эргәләге ҡыуаҡ төбөнән ниндәй­ҙер ҡош фырлап осоп сығып китте. Ояһылыр, күрәһең, шунда бала ла сығарғандыр әле, моғайын, тип уйлап ҡуйҙы эстән генә Шатморат. Туҡта, арыраҡ, ҡарағатлыҡ араһында юл ярылып ята түгелме, был ниндәй юл булыр икән? Айыу эҙе, тиһәң, киңерәк булыр ине. Тапалыуына ҡарағанда, башҡа януар эҙенә лә оҡшамаған, был бит әҙәм юлы. Һы, ҡыҙыҡ, һаҙ эсләтеп, шырлыҡты йырып кем йөрөр икән? Үләндәрҙең йығылыуына ҡарағанда, яңыраҡ ҡына үткән булырға тейеш. Нимә булһа ла булыр, юллатып барып ҡарайым әле, тип, ир ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар араһына инеп юғалған эҙ артынан китте.

Һаҙ эсендә уңғырт-уңғырт асыҡлыҡтарҙа балан, мышар, муйыл, ҡарағат еләктәре ҡутарылып уңған. Әле улар, бына-бына бешәм тип, ауыр булып тулышып, һәленеп төшкән төйөрсөктәрен күтәрә алмай, баштарын эйеп ултыра.
Һаҡ ҡына тирә-яҡты күҙәтеп, ҡыуаҡлыҡтар­ҙы йырып, үлән кисеп бара торғас, һаҙ бөтөп, урман башланды. Бында инде юл юғалды. Урманды ҡарашы менән ҡапшап бер аҙ тора бирҙе лә, юғалған эҙҙе табыуҙан өмөтөн өҙөп, кире боролоп атлай башлағайны, ҡурай тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Эйе, эйе, кемдер әкрен генә ҡурай тарта. Ҡайһылай ҙа моңло, үҙәккә үтерлек итеп уйнай. Ир байтаҡ ваҡыт урынынан да ҡуҙғалмай тыңлап тора бирҙе. Мыҡты ҡарағайҙар араһынан ишетелгән моң ҡаршылағы тау яғынан килә. Шатмораттың ҡыҙыҡһыныуы тағы ла нығыраҡ артып, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып, ағас арттарына йәшенә-йәшенә шул яҡҡа ыңғайланы. Моң яҡынайғандан-яҡыная. Ана, теге кеше үҙе лә күренде.

Йыуан бүрәнә өҫтөнә ултырған ир ҡарашын алыҫҡа төбәгән дә, башын ҡырын һала биреп, кәүҙәһен әкрен генә бәүелтә-бәүелтә, мөкиббән китеп ҡурай тарта. Күпереп торған ҡара ҡуйы сәсле, олпат кәүҙәле әзмәүер. Тәү ҡарауға оло кеше тип әйтеп тә булмай, әммә йонсоған, мыйыҡ-һаҡал баҫҡан баш-бите уны күпкә өлкәнәйтеп күрһәтә. Өҫтөндә – ҡыҫҡа еңел бишмәт, аяғында ап-аҡ тула ҡуныслы сарыҡ. Кем һуң был сәйер кеше? Һунарсы, тиер инең, һыҙланыу, һағыш оялаған йөҙө, хәсрәт тулы ҡараштары быны инҡар итә. Эргәһендә генә ҡая таш ҡыуышлығы. Уның алдындағы үлән таушалып, тапалып бөткән, күрәһең, ул бында төйәкләп йөрөй. Был ят ирҙең ниндәй бәндә булыуын самалап белер өсөн Шатморат ҡыуаҡлыҡ араһынан байтаҡ ваҡыт күҙәтеп ята бирҙе. Бына теге әҙәм, ҡурай уйнауҙан туҡтап, нимәлер һиҙенгәндәй, тирә-яғына ҡарап алды ла, хәүефләнерлек урын тапмағас, бер нөктәгә текләп, уйға сумып, тынып ҡалды... Шулай бер килке ултыра бирҙе лә, тороп йөрөштөрөп алғандан һуң тағы янында тәгәрәп ятҡан бүрәнәгә янбашын терәне. Байтаҡ ваҡыт шулай таш һындай ҡатып ултырҙы ла, ҡапыл тертләгәндәй итеп, тирә-яғына ҡаранды, әкрен генә ҡуҙғалып, ҡурайын ҡулына кире алды. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән был әҙәмдең нисек көн уҙғара алмай, нимә эшләргә белмәй интеккәне күренеп тора... Бер аҙҙан тирә-йүн тағы ла хәсрәт тулы ҡурай моңона күмелде. Аһ-зарҙарын таратып, тау-урмандарҙы иңләгән көй аҫтында барлыҡ әйләнә тын ҡалып, моң тыңлай.

“Был әрнеүле уйҙар һөрөмөндә иҫәңгерәп ултырған сәйер әҙәм күргән-белгән кешеһе түгел, ғөмүмән, беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшамаған. Кем булыр? Уны нимә, ниндәй хәсрәт йөрөтә икән сит-ят тарафта? Ни эшләп йөрөй һуң? Әллә ҡасҡынмы икән?!. Аҙмы төрлө сәбәп менән урманда ҡасып, йәшеренеп йәшәүселәр... Ҡурай моңонда ярылып ятҡан һағыш, йөрәк әрнеүе, зарығыу тик-тәҫкә түгелдер ҙә бит. Әлбиттә, моңло кеше насар уйлы булмаҫ та ул. Моғайын да, минең ише бәндәлер”.

Ҡыҙыҡһыныуы саманан артҡан Шатморат, аңғартмаҫҡа тырышып, еңел генә баҫып, ир ултырған яҡҡа атланы. Күпме ипле, һаҡ ҡыланмаһын, теге әҙәм һиҙгер, сос булып сыҡты. Кеше килгәнен шәйләп, ырғып тороп эргәһендә ятҡан һыҙма мылтығын эләктерә һалып алды ла, килеүсегә ҡарай төбәне. Быны көтмәгән мулла бер аҙ баҙап ҡалғандай булды, ләкин тиҙ арала тынысланып, киң йылмайып, һүҙ башланы:
– Әссәләмүғәләйкүм вә рәхмәтуллаһи вә бәрәкәтүһ! Ҡурҡмағыҙ, мин яман уйлы кеше түгелмен, бесәнгә төшөргә тип, сабынлыҡ ҡарап йөрөп ятыуым. Эргәләге ауылданмын.

Теге бәндә ир ҡорона инә башлаған йәш егет булып сыҡты. Һынамсыл ҡараш менән көтөлмәгән ҡунаҡты текләп ҡарап, баштан-аяҡ үткәрҙе лә, ҡымшанмайынса, нисек торған, шулай тора бирҙе. Һуңынан, бер аҙ шымып тора биргәс, тоҫҡаған мылтығын төшөрмәйенсә генә һаулыҡ алды.
– Вәғәләйкүм-әссәләм!
– Ҡустым, тип әйтәйемме, ағай, тип әйтергә минән күпкә йәш күренәһең... Минән ҡурҡма. Яман ниәт менән йөрөгән әҙәм түгелмен! Мин – бесәнсе! Бынау Мышар тауының теге яҡ итәгендә йыл да ғаиләм менән ҡуна ятып, бесән эштәйем. Әле шул сабынлыҡты ҡарарға килеүем инде. Анауындағы үҙәк буйлап, һаҙ эсләтеп ағып ятҡан шишмәгә лә, мәйтәм, барып етеп ҡайтайым әле, тип сыҡҡайным, тау артынан килгән ҡурай көйөн ишетеп, ҡыҙыҡһыныуым артып, был яҡҡа тарта ҡуйҙым бына, – тип, аралағы аңлашмаусылыҡты бөтөрөү өсөн, бер тында теҙеп алып китте Шатморат.

– Ҡурҡыуын-ҡурҡмайым да, тик мин былай ғына... – килеүселә бер ниндәй ҙә ҡорал булмауын күргәс, ят әҙәм тауышын йомшартып, тыныслана төштө.
– Минең исемем Шатморат, ауыл муллаһы булам, – тип хәбәрен һөйләй-һөйләй, яйлап барып, ҡаршыла йығылып ятҡан ағасҡа артын терәне лә, танышыу яуабын көтөп, тегегә ҡараны. Егет үтә лә хәүефле ҡарашын уға төбәгән, ә йөҙөндә аптырау, икеләнеү ярылып ята. Һаман да өндәшмәй торған сәйер кешегә тағы бер баштан-аяҡ ҡарап алды ла, ауыр тынлыҡтан арыныу өсөн мулла һүҙен ялғап дауам итте. – Быйыл ямғыр әллә ни булмағас, үлән юҡтыр, тип көйәләнһәм, буйтым ҡарап йөрөнөм бына, арыу икән былай! Үҙән буйҙарында, үҙәктәрҙә айырыуса шәп, хатта инде йырып сыҡҡыһыҙ. Былай булғас, малға ҡышларға аҙыҡ була. Ҡатын менән, ярҙамға тағын берәйһен алып, ғәҙәттәгесә, быйыл да, Алла бойорһа, күсеп килеп, ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып алып бесән эшләрбеҙ, тим.
– Малығыҙ күпме? – теге кешенең һүҙҙе бәйләп китеү теләге күренеп тора ине, күрәһең, яңғыҙ, бер кем менән дә аралашмау йонсотҡандыр.
– Әллә ни күп тә түгел, былай етерлек, ун алты баш йылҡы, ун һауын һыйыр, тағы бер нисә ваҡ малым бар. Шулар менән көн күреп, ҡаңғыр-көңгөр килеп йәшәп ятыла. Ҡустым, ҡайһылай ҙа үҙәкте өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнайһың ул, ә! Һай-һай-һ-а-ай, күптән былайтып уйнағандарын ишеткәнем юҡ! Иҫем китеп тыңлап ултырҙым да, ахырыһы, сыҙамай, кем булыр был, белешәйем әле, тип килеп ултырыуым инде бына.
– Ағай, мине танымаһаң да танымайһыңдыр, был тирәнеке түгелмен. Хәйер, үҙ ауылымдан да малай саҡта уҡ китеп, ҡырҙа йөрөнөм, әле лә шул ситтәмен, – баяғы ултырған бүрәнәһенә кире ултырып һүҙен дауам итте. – Ошолайтып, урман гиҙеп йөрөп, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп алдым. Бала саҡта атайымдың оҫта һыҙҙыртып ҡурай тартҡанын йотлоғоп тыңлағаным бушҡа булмаған. Һәләте миңә лә күскән, олатайым да ҡурайҙы шәп тартҡан, тип һөйләй торғайнылар.
– Шәп, шәп! – һоҡланыуын йәшермәйенсә. – Бына ҡымыҙ, бәлкем, ҡымыҙ эсеп ебәрерһең? – биленә бәйләп ҡуйған турһығын ысҡындырып алып, егеткә ҡымыҙ тәҡдим итте. Егет, шикләнеп, иргә бер килке ҡарап торҙо ла, юҡ, тигәнде белдереп, башын һелкте. Барыһын да аңлаған Шатморат һауытындағы эсемлекте ҙур йотомдар менән үҙе эсте лә, тағы егеткә һуҙҙы. Был юлы тегеһе баш тартманы.
– Бик шәп, ағай, рәхмәт! Тәмле булды!
– Минең бисәкәй ҡымыҙҙы һәләк тә оҫта бешә, сарсап йөрөгәнеңдә эсеп ебәрҙе ниһәң, һәйбәт, рәхәт булып китә, шунда уҡ һыуһынды ҡандыра ла ҡуя. Кәрәк булһа, ҡымыҙҙы әйтәм, беҙҙән килеп алып йөрө. Ауылыбыҙ алыҫ түгел, бынауында ғына, – килгән юлына эйәге менән ҡағып күрһәтеп. – Ярар, ҡайтыу яғына ҡарайым әле, көн дә кисләтеп китте. Тик бына, үҙеңдең кем икәнлегеңде, исем-атыңды әйтмәнең бит әле, ҡустым.
– Шатморат ағай, рәхмәт киң күңеллелегеңә, тура килһә, инеп сығырмын, әлбиттә, һау ғына булайыҡ.
– Ярар, ҡустым, әләйһәң, үҙ ихтыярыңда, әйтмәһәң-әйтмәйһең инде... Киске намаҙҙы уҡырға ла ваҡыт етеп килә, ҡуҙғалайым әле, – хәбәрҙе икенсегә бороп, исемен әйтергә теләмәгән егет Шатморатты тағы ла нығыраҡ уйға һалды.

... Йәш булыуына ҡарамаҫтан, күпте күреп, тормош тәжрибәһе туплап өлгөргән Солтанбай күрмәгән-белмәгән кешегә эс серҙәрен сисеп, тағатылып китергә теләмәне. Кеше аяғы баҫмаған ҡара урманда, сит тарафтарҙа ни өсөн, ниндәй ниәт менән парһыҙ торна кеүек йөрөгәнен, йөрәк ярып сыҡҡан зарын, бәғер һыҙланыуҙары хаҡында һөйләр ине лә, кем белә, ниндәй уй был әҙәм башында?! Әҙме ни йылан битлеге кейеп йөрөгән шымсы, һатлыҡйәндәр?! Бынамын тигән ирҙәрҙең башына етеүсе, ошаҡ еткереүсе әҙәмдәр ҡайҙа ла бар икәнлеген белмәйме ни ул! Эйе, эйе, ундайҙарҙың һәр ерҙә лә етерлек икәнлегенә күптән төшөнгән, улай ғына ла түгел, үҙ елкәһендә лә татығаны булды. Тап шундай әтрәгәләмдәр донъя бутап йөрөй ҙә инде... Башында ошондай буталсыҡ уйҙар ҡайнаған Солтанбай алға эйелеберәк атлаған ирҙе ул урманға инеп юғалғансы ҡарашы менән оҙатып, ҡарап ҡалды ла, тағы ла үҙ хәсрәтенә батты.

Атаһы ҡапыл ауырып үлеп киткәс, ун өс йәшлек Солтанбай күрше ауылдағы урыҫ баяры Степанға барып, мал көтөргә ялланды. Өйҙә, ни тиһәң дә, ир затынан бер ул ғына ҡалды, тимәк, ғаиләнең күҙ терәп тороусыһы ла, аҫраусыһы, таянысы ла ул ғына. Үҙ өҫтөнә әсәһе һәм һеңлеһе өсөн яуаплылыҡ алған, егет ҡорона етеп килгән бер ҡатлы, эскерһеҙ малай тап ошо баяр ҡулында эшләгәндә донъяның әсеһен-сөсөһөн татый башланы ла инде. Йәйҙәрен йәйләүҙә ятып, ел-ямғыр тип тормай, ал-ялһыҙ мал көтһә, ҡыштары урмандан аттар менән йөк-йөк бесән ташып, көтөү-көтөү малдың тиҙәген таҙартып үтте.

Бер көндө үҙе менән Степан баяр, тамаҡ хаҡына яллап, кер йыуырға Йәмилә исемле етем ҡыҙҙы алып ҡайтты. Алсаҡ, илгәҙәк холоҡло был ялсы шунда уҡ һуңғы арала күҙгә күренеп, әзмәүер­ҙәй булып үҫеп киткән Солтанбайҙың яҡын кешеһенә әүерелде. Ҡара оҙон сәсле, төҙ, һомғол кәүҙәле ҡыҙға ҡарата егеттең күңеле түрендә йылы хистәр моронланы. Эштән бушаған арала Йәмиләнең эргәһенән китмәй, уның көндәр буйы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшендә ярҙам итергә тырышты.

Бөгөн дә малын алып ҡайтып, йәйге кәртәгә бикләне лә ҡыҙ янына ашыҡты.
Юл ыңғайында усаҡ эргәһендә туҙышып ятҡан ҡоро-һары утынды утҡа ырғытып, ҡуҙҙарын бер урынға өйөрҙө. Утты дөрләтеп ебәргәс, усаҡ өҫтөнә эленгән ҡаҙандарға һыу өҫтәп ҡойҙо ла аласыҡҡа ыңғайланы. Эш менән мәшғүл Йәмилә быны шәйләмәне. Егет аяҡ осона ғына баҫып килде лә, “Һоп!” – тип ҡысҡырып, тегенең ике яҡлап биленә төртөп ебәрҙе. Терт итеп ҡалған ҡыҙ: “Әсәкәйем!” – тип сәрелдәп ебәрҙе, егеттең шаяртҡанын аңлағас:
– Һүс-с-с! Һин икәнһең, йөрәкһеҙ итә яҙҙың даһа, суҡынғыр! – тип эргәһендә ултырған ярты күнәк һыуҙы ялт итеп эйелеп алды ла егеттең башы аша ауҙарып та ебәрҙе. – Бына һиңә, икенселәй ҡурҡытып йөрөмә!
Егет тастағы һыуға үрелеүгә, тегеһе йылпылдап сығып та ҡасты. Ялан кәртә буйлап бер-береһен баҫтыра-баҫтыра йүгерешеп, көлә-шаяра һыу һибешә башланылар.
– Нимә ыржандашаһығыҙ ул?! Эш бөтмәгән, уйнаш итеп йөрөй­һөгөҙ! – тынсыу киске һауаны ярып, баярҙың бисәһе Любаның дуңғыҙға оҡшаған сыйылдаҡ тауышы ишетелде.
Йәштәр шундуҡ шып итеп туҡтап ҡалды ла, урлыҡ өҫтөндә тотол­ғандай, үҙҙәрен ғәйепле тойоп, баштарын түбән эйҙе.
– Ҡырҡмаһа ҡырҡ эш ҡырылып ята, былай итеп йөрөгәс, ҡайҙан эш барһын, ҡоро тамаҡ яуҙары! Степанға ла әйттем, ҡотортаһың шуларҙы, теҙгендәрен нығыраҡ тот, тип.
– Любә апай, йәштәр бит, уйнайҙар инде... Һыу һибешһәләр, исмаһам, ямғыр яуыр, һуңғы арала бер тамсы төшкәне юҡ таһа. Ер һыуға сарсап ярылып, үләндәр ҡаужып бөттө. – Үҙенән күпкә бәләкәй булған ҡып-ҡыҙыл йыуан йәш баяр бисәһенә, итәғәтлек һаҡлап, апай, тип өндәшә һыйыр һауырға ялланған Сәлимә апай. Әле ул һыйыр һауып, ике ҡулына тулы күнәк тотоп килеп ултырған еренән йәштәрҙе яҡлап, һүҙ араһына инде. – Шулай итеп элек-электән халыҡ, ямғыр яуһын, тип теләк теләгән. Беҙҙә һыу менән ҡойондорошоу әүәлдән килгән йола ул.

Суҡмуйыл.
(Дауамы бар).




– Эш ҡалдырып, ыржандашып, һыу һибешеп йөрөүҙән ямғыр яуалыр шул, яуып ҡуймаһын!
Үҙ һүҙле мәрйә менән һүҙ көрәштереп тороуҙың файҙаһыҙ икәнен белгәнлектән, һәр кем артабан бер ни өндәшмәй, үҙ эшенә сумды.
– Йә, ни эш бөтөрөп ятаң? – тип Солтанбай тағы ла ҡыҙ эргәһенә килде. – Ҡана, керҙәреңде сығарып эләйем. Күреүемсә, өлгөрмәй киткәнһең дәһә!
Ҡыҙҙың яуабын көтөп тә тормай, егет бер тас йыуылған керҙе тотоп сығып та китте. Шул арала кәртәнең арғы осонда буй-буй итеп һуҙылған оҙон бауҙарға элә һалып, кире килеп тә инде.
– Өлгөрмәй, һуңға ҡалып киткәнең дәһә, һылыу!

– Эй, Солтанбай, ҡуйһаңсы! Өлгөрмәй киттем шул. Иртәнге керҙе төшкә тиклем йыуып, киптереп алып бөткәйнем, тағы әллә ҡайҙан табып, алып килеп, өйөп һалып ҡуйҙылар. Саҡ осона сығып киләм... Ҡайҙан алаларҙыр, өҫтө-өҫтөнә өйөп кенә торалар. Етмәһә, һабынды күп бөтөрәһең, мулламай тотон, тиҙәр. Белмәйҙәр, ышҡый-ышҡый саҡ бысрағын бөтөрөп алғанды. Көнө буйы эйелеп, кер йыуып бил ҡата, ышҡыуҙан беләк, ҡулдар ҡалмай, аҙаҡ төнө буйы зеңкеп һыҙлап сыға. Әле бына, йүгерешеп алғас, бер аҙ тән яҙылып ҡалды.
– Бер үҙең шул! Баяр өҫтәп ялсы алырға ла уйламай. Йә, ярар! Инде ауыр эштәреңде миңә ҡалдыр, кискә ҡайтам бит, үҙем эшләрмен.
– Былай ҙа ярҙамлашаң, һин бында булмаһаң, миңә харап ҡыйын булыр ине. Әлдә һин бар эргәмдә, бынау ауыр, һыу, сей утындар менән ҡалай итер инем? Ут тоҡандыра алмайынса ҡаҙан эргәһендә ярты көнөм үтә лә ҡуя ине... – тип ҡыҙ көлөмһөрәп егеткә ҡараны. Йылмайған ыңғайы Йәмиләнең йонсоу йөҙө яҙылып, яҡтырып китте, күҙҙәрендә осҡон сатҡылары уйнаны. Ҡараш менән ҡараш осрашты...
Икенсе көнөнә иртәнге һауынды һауып, һөттө эш иткәс, ҡояш байтаҡ юғары күтәрелеүгә, Сәлимә апай бала-сағаны, эргәләге әбейҙәрҙе теләк теләргә саҡыра башланы.

– Әйҙәгеҙ, теләккә сығайыҡ! Ҡоролоҡ булмаһын, байҙарға ни, бер ни булмаҫ, бына беҙгә – ярлы-ябағаға, уның ҡоһоро әзә төшөр, өй беренсә йөрөп, ашантылар йыйып, Иҙел буйына барып, сәй эсеп, ямғыр яуһын, тип теләктәр теләйек! – Ҡулына еҙ самауырын тотоп алған, шунда бәләкәй генә тоҡсайы ла күренә, моғайын да киптерелгән ҡорот менән көлсә икмәк телемдәрелер. Үҙе юл ыңғайы һәр өйгә ҡысҡырып, осраған һәр кешене, ямғыр яуыуын теләп, теләккә сығайыҡ,тип саҡырып килде. Йәш егетте лә урап үтмәне ул.
– Солтанбай! Малың төшкөлөккә ял итергә ятҡас та, был яҡҡа ыңғайла, йәме, юл ыңғайы Йәмиләгә лә һуғылып сыҡ, юғиһә килмәҫ, эштән бушамайым, ти торған. Иртәнсәк үк йөрөп, өлкән әбейҙәргә лә, Хәлимәгә еңгәйгә лә әйткәйнем, ҡыҙҙарың менән теләк теләргә кил, тип. Хәҙер улар ҙа килеп етер, мин алдан барып, сәй урыны әҙерләп, самауыр ҡуя торайым.
– Ярар, Сәлимә апай, мин остом... – Солтанбай баяр өйө яғына йүгерҙе.
Саҡырыу һүҙен ишеткәс, Йәмилә ҡырҡа баш тартып:
– Ҡуйсәле, нисек барайым мин унда, минең “малым” һинеке һымаҡ төшкөлөккә ятмаған, ятмай ҙа улар, – көлөмһөрәп, егеткә ҡарап алды.– Мине Люба апайҙан әрләтәң инде, ул ғына ла түгел, белеп ҡалһалар, күп уйлап та тормай, ҡыуып та сығарырҙар, шунан ҡайҙа барам?! Минең кемем бар?!
– Мин бар, Йәмилә, һәр ваҡыт эргәңдәмен, күҙ күрелер! Уларҙың да баштары эшләй ҙә баһа, ҡыумаясаҡтар, һинең шикелле эште еренә еткереп эшләп йөрөгән шым ялсыны юғалтырға алйотмо әллә улар, ҡыуып, һуңынан һине ишеләрҙе ҡайҙан тапһындар? Әйҙә, ҡурҡма!
– Әллә инде? – тине ҡыҙ ҡыйыуһыҙ ғына.
– Әллә-мәлләләнмә, ул йола, барырға кәрәк, оҙаҡ булмайбыҙ, өлгөрмәһәң, төнө буйы икәүләшеп кер йыуырбыҙ!
– Кер йыуыу ирҙәр эшелер! – һаман да үҙенекен һөйләп ҡарышты ҡыҙ.
– Аны кем, ҡайҙа яҙған?! Бына, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип боронғолар белеп әйткән. Кәрәк булһа, тотабыҙ ҙа эшләйбеҙ! Шул бер ҡул эшләгән эш инде, һин-мин юҡ! Әйҙә шәберәк бул!
Йәштәр көлөшә-көлөшә етәкләшеп, Иҙел буйына ҡарай йүгерҙеләр.

Ә күп тә үтмәй, унда бала-сағаның, йәш- елкенсәктең әсе итеп һыҙғырғаны ишетелә башланы. Һуңынан яр буйы, уға терәлеп ятҡан ялан тотошлайы менән бер-береһен ҡыуып, баҫтырышып һыу һибешеп сәрелдәшкән, һыуға ырғытышып сыр-сыу килеп ҡысҡырышҡан, уйнаған-көлгән шау-шыуға күмелде.
Ямғыр, яу, яу, яу,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Майлы бутҡа бирермен,
Ямғыр, яу, яу, яу,
Майлы бутҡа – ҡаҙанда,
Тәтәй ҡашыҡ – баҙарҙа,
Ямғырҡайым, яу, яу!

Яу, ямғыр,
Яу, ямғыр!
Ерҙең һыуһынын ҡандыр,
Байҙың йөрәген яндыр!
Ямғыр теләү һамаҡтары, бер-бер артлы яңғырап, Иҙел буйлап алыҫ-алыҫтарға таралды. Халыҡтың, бала-сағаның ысын күңелдән теләгән теләктәре Хоҙай тарафынан ҡабул булды, ахырыһы, икенсе көнөнә биҙрәләп ҡойоп ямғыр яуа башланы.

Йәмиләгә күптән күҙ һалған баярға егеттең әйләнгән һайын ҡыҙ эргәһендә өйрөлөп-сөрөлгәне оҡшаманы. Уны ҡыҙҙан биҙҙереү йәки бөтөнләй алыҫлаштырыу юлдарын эҙләне. Ниһайәт, форсат килеп сыҡты. Ун дүртенсе йылдың йәйендә герман һуғышына, ир-аттар менән бер рәттән, татлы хыялдарға бирелеп, дәртләнеп йөрөгән, йөрәгендә мөхәббәт уты яңы ҡабынған Солтанбай ҙа китте. Быны Степан баяр хәстәрләне. Тик балалыҡтан сығып бөтмәгән көтөүсе генә ни өсөн баяр йәшен ҙурайтып күрһәтеп, уны һуғышҡа ебәргәнен һис тә аңламаны.
Быуыны ла ҡатып етмәйенсә ут эсенә китеп, уның башынан алып аҙағына хәтлем алғы һыҙыҡта ил, ер азатлығы өсөн көрөшеп, һуғыштың бөтә ауырлығын, михнәттәрен елкәһендә татып йөрөп ҡайтты йәш һалдат. Хәҙер инде ул эскерһеҙ, бер ҡатлы, бар нәмәгә ышанып барған маңҡа малай түгел, мәрхәмәтһеҙ тормош уның донъяға булған ҡараштарын ҡырҡа үҙгәртте. Ҡайтышлай, юл ыңғайында, һуғышҡа тиклем эшләп киткән Батҡан ауылына туҡтап, Йәмиләне күрергә, риза булһа, үҙе менән алып, тыуған йортона ҡайтырға ниәтләп, Степан баярҙың йортона барып етергә булды Солтанбай.

Тау битләүендә, урманға һыйына биреп, ҡуҡырайып, баяр йорто ултыра. Ҡалай ҡыйығы ҡояш­ҡа ялтырап, әллә ҡайҙан балҡып күренә. Элеккегә ҡарағанда тағы ла бейегерәк итеп ҡарағастан буратылған яңы бейек ҡойма кәртә менән ныҡлап уратып алынған. Эскә үтмәксе булып, ауыр урыҫ ҡапҡаны этеп ҡараны, ләкин ҡапҡа асылманы. Күрәһең, эстән бикле. Ҡойманың бүрәнәләре араһынан кәртәгә күҙ һалмаҡсы булып, ек эҙләй башланы. Ҡарау түгел, сысҡан, хатта ел үтерлек тә тишек тапманы. Шундай оҫта итеп, урын-еренә еткереп, тығыҙ, тигеҙ итеп буралған. Тирә-яғына ҡарап алды, бер тере йән күренһәсе. Ярман һуғышы ир-атһыҙ ҡалып, туҡтауһыҙ армияға аҙыҡ-түлек ебәргән ҙур ауылдарҙы ғына түгел, төпкөлдә ятҡан бәләкәй ауылдарҙы ла бөлдөргәйне.

Үрге остағы урам буйлап тәнтерәкләп, таяҡҡа таянып китеп барған әбейҙе аңғарып, эргәһенә барып, хәл-хәбәрҙәр белешәйем әле тип, шул яҡҡа йүнәлде Солтанбай. Әбей тигәне элек баяр­ҙа бергә эшләгән, һыйыр һауып, һөттәрен эш итеп, сәсрәтә баҫып йөрөгән Сәлимә апай булып сыҡты лабаһа. Һуңғы дүрт йылда танымаҫлыҡ булып ҡартайған ҡатынға аптыраулы ҡарашын төбәп, бер килке туҡталып ҡалды. Ут ҡойоно эсендә, үлем кисеп йөрөп ҡайтҡан яу һалдаты әле килеп албырғап ҡалһынсы. Эйе, эйе, һуғыш һуғыш менән, ә бына тыныс ерҙә, шаян, шат Сәлимә апайҙы бөгөн килеп шундай хәлдә осратыуы, әлбиттә, уны ҡапыл бала хәлендә ҡалдыр­ҙы. Шулай бер килке албырғап торғандан һуң, иҫенә килгәндәй булып, ҡыйыуһыҙ ғына, һаулыҡ һорашты.

– Һаубыҙ, һаубыҙ! Ә-й-й, Солтанбай, һин икәнең дәһә, тауышыңдан танып торам, иҫән-һау йөрөүеңме? Ҡасан ҡайттың? – ҡатын ҡулын алға һуҙғандай итте. Һалдаттың күңелен, нимәлер һиҙҙерткәндәй, ҡара һыуыҡ шәүлә ҡоршап алды, ниңәлер үҙен ошо ҡатын алдында ғәйепле тойҙо. Шул саҡ ул уның күрмәгәнлеген аңғарҙы. Йүгереп барып, Сәлимә апайҙы ҡосаҡлап алды ла, әсе күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Арыу ғына, бик шәпмен! Сәлимә апай, хәлегеҙҙе һөйләп ебәр әле! Беҙһеҙ нисек йәшәнегеҙ? Ниңә улай булды ул? Нимә булды һеҙгә?
– Ә-ә-әй, хәлдәр, тип, ҡустым, һөйләһәң – һүҙ, төртһәң күҙ инде, әллә ни шәптән түгел. Әйҙә, ултырып һөйләшәйек әле, оҙаҡ торһаң, аяҡ һыҙлай башлай. Ҡара әле, бынауында берәй нәмә юҡмы ултырырға?
– Әйҙә! – егет, ҡатынды ҡултыҡлап алып, яҡында ғына ятҡан ағас түңгәгенә ҡарай ыңғайланы. – Анауында ағас ята, шунда ултырайыҡ!
Сәлимә апай ултырыр урынын ҡулы менән һәрмәп, тотҡолап ҡараны ла, яйлап ҡына йәтешләп ултырып, таяғын ситкә һөйәне.

– Бында ла кеше һуғыштан кәм ҡырылмағандыр, аслыҡ халыҡты бөктө генә ул, ҡустым, хәлдәр ҙә мөшкөл, бына үҙем дә күҙһеҙ ултырам. Ыстыпан баярҙың һыйырҙарын һауғанда имгәнеп, зәғифләнеп ҡуйҙым бит мин. Йәй, уртаһы етте ниһә, һыйыр малы себенгә түҙмәй, сәнсәкләй башлай, аны һиңә һөйләргәме ни?! Шунан баярға әйттем, таналар йәш, күгәүен-маҙарға сыҙамай, тибешәләр, төшкө һауын кәрәкмәй, уларҙы көнөнә ике тапҡыр һауһаҡ та етер, тип. Әйткәнемде тыңламаны, ҡәһәр һуҡҡыры! Аңғармай ҙа ҡалдым бына, һауып ҡына ултырған ерҙән, теге холоҡһоҙ тана, башыма ғына типте лә ебәрҙе, ҡороғор, иҫемде юғалтып ҡолағанмын, тибеү генә түгел, күҙе аҡшайған нәмә өҫтөмдән тапап үтеп киткән. Бына уйламағанда, һыйыр аҫтында ҡалып, имгәнеп, ғәрип булып ҡуйсәле, шунан алып күҙемдең дә нуры бөттө, күрмәйем хәҙер. Ярар әле зиһенем зыян күрмәгән, хәтерем дә шәп әле килгән-киткән кешене тауышынан танып ултырам.
– Әле... Степан баярҙы әйтәм, ҡайҙа икән ул?
– Әллә тағын, күппаһым, өйөндә бикләнеп яталыр! Хәҙер уны, әллә ни тышта бик үк күренмәй, тиҙәр...
– Ә Йәмилә, Йәмилә һуң нисек? – егеттең йөрәге ниңәлер дарҫлап тибә башланы.
– Ишетмәгәнең икән! – Ҡатындың маңлайы сирышып, ҡашы йәмрәйеп, төҫө көлһыу булып китте. Ирен ситтәре ҡалтырап, тынып ҡалды. Егет:
– Нимәне ишетмәгәнем?! – Һаман тын ултыр­ған Сәлимә апайға ҡарап, ниҙер насар булғанын һиҙенде. – Бер-бер хәл булдымы?!
– Ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, ныҡ шашты бит ул әшәке, – тип һүҙҙе икенсе яҡтан башланы тегеһе.
– Кемде әйтәң? Кем шашты? Нисек? – һаман бер нәмә лә аңламаған Солтанбай ҡатынды бер-бер артлы һорауҙарға күмеп ташланы.
– Шул, баяғы Ыстыпан баярҙы әйтәм инде. Йәмилә һылыуҙың башына етте бит ул.
– Нисек етте?!
– Баярҙың ҡулында нужнаны күрҙе генә инде ул бахырҡай. – Сәлимә апай, ауыр көрһөнөп, бер аҙ тын ғына ултыра бирҙе лә, һүҙен дауам итте. – Уны тәүҙә үҙе мәсхәрә итеп йонсотҡан, һуңынан килгән-киткән ҡунаҡтарын ҡәнәғәтләндерергә ҡуша башлаған. Төшөрөп алғас, тегеләре, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, төнө буйы күмәкләп сығыр булғандар. Сыҙамай китә торғайны, тиҙәр. Бәҫһеҙ ятып ҡалған саҡтары ла булған. “Баяр тәүҙә үҙе баштап йәбешә, унан башҡаларын саҡыра. Алары ас эттәй ҡылана”, – тип үҙе лә миңә әллә нисә рәт ғәрләнеп, илап һөйҙәгәне лә булды ул. Эй, сеңләп илай торғайны меҫкенкәй, ыҙалатҡандарҙыр инде. Үҙәгенә лә үткән булғандыр. Аҙаҡ үҙем дә имгәнеп ҡуйҙым, баяр шундуҡ мине ҡыуып сығарҙы. Һуңынан, күп тә үтмәй, Йәмиләнең мәкегә төшөп үлгәнен ишеттем. Берәүҙәре, баярҙың йәш ҡатыны һыуға төрткән, ҡайһылары, үҙе төшөп үлгән, тип һөйләне. Ҡайҙан беләң, бәлкем, үлтереп тә ырғытҡандар­ҙыр, аны кем күргән дә кем белгән. Имеш, буйында ла булған икән, тип тә һөйҙәнеләр аны. Бахыр, ҡалайтырға ла, ҡайҙа барырға ла белмәгәндер, етем ҡыҙ ине бит...
Солтанбайҙың башында йәшәгән татлы хыялдары Сәлимә апай хәбәрҙәре менән ҡап-ҡаршы килеп бәрелеп, утлы көслө йәшен булып йәшнәне лә, тупҡа әйләнеп шартлап, ҡанын ҡайнатты. Ҡояшҡа ҡомһоп янған йөҙө бер буҙарҙы, бер ҡарайҙы. Йыуан ҡара көлтә ҡаштары бергә ҡушылып уҡмашты, төйөргә әүерелеп ҡатып ҡалды, әле генә барлыҡҡа килгән тәрән маңлай һырҙары кәкре дуға булып, маңлайына эленде. Күҙе алдында утлы осҡондар уйнаны, ҡулдары үҙенән-үҙе шығырлап йоҙроҡҡа төйнәлде, ә елкә тамырҙары ҡара йылан һымаҡ бүртеп сыҡты.

Егет ҡатынды тыңлап та бөтмәй, ырғып тороп, ҡыҙыу аҙымдар менән шәп-шәп атлап, баяр йорто яғына йүнәлде. “Бына ни өсөн мине, ун биш йәшлек малайҙы, ут эсенә алып барып тыҡҡан, ҡәбәхәт! Минән ҡотолорға кәрәк булған икән уға. Ә мин, бер ҡатлы һиңмай, ыштанһыҙ, ашҡа төшкән себендәй йөрөгән булғанмын! Аны-быны уйламай, ихлас ил һаҡларға киттем, ә бында?!” – үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, туҡтау­һыҙ, тирле битен яндыра-яндыра аҡҡан әсе күҙ йәшен еңе осона һөртә-һөртә, күңеле менән иңрәп, әрнеп илап, тәңгәл баяр өйөнә атланы. Тура барып ҡойма аша һикереп кәртәгә төштө. Юл ыңғайы мөйөшкә һөйәлеп ҡуйылған һайғау­ҙы ҡулына эләктереп алды ла, таныш бейек күтәрмәләр буйлап йортҡа үтте. Был ваҡытта, төшкөһөн, баярҙың, ғәҙәттәгесә, ял итергә ятҡан мәле... Солтанбай ауыр күҫәген аҫҡа, йомшаҡ карауатында һуҙылып, хырылдап йоҡлап ятҡан һимеҙ ит түшкәһенә төшөрҙө. Ниндәйҙер ҡатындың ҡысҡырған тауышы ишетелде, хәйер, ул быға иғтибар итерлек хәлдә түгел ине.

Шәп-шәп атлап өйҙән сыҡҡас, егет, кәртә уртаһында бер килке иҫәңгерәп торҙо ла, ҡапыл ҡыҙыулыҡ менән бейек ҡойма аша “һә” тигәнсе нисек ингән, шулай кире һикереп төшөп, баяр йортона терәлеп торған ҡара урман эсенән, бейек тауҙарҙы һыртлатып, үҙе генә белгән йомро юлдан, тәңгәл ауылына юлланды.

Өйөндә лә күңелһеҙ хәбәрҙәр көтә ине. Әсәһе ауырып үлеп ҡалған, ә яңғыҙ ҡалған һеңлеһен дала яғына, ҡарт бабайға кейәүгә биреп ебәргәндәр. Быларҙы күршеһе Ямалетдин бабайҙан белде ул. Ауылда кеше күҙенә салынып йөрөргә ярамағанлығын аңлаған Солтанбай өй ҡыйығында йәшереп тотҡан, атаһынан ҡалған һыҙма мылтыҡты алды ла, ҡулына эләккән кәрәк-ярағын тотоп, урманға китте. Хәҙер уның өсөн төнө лә, көнө лә бер. Эргә-тирәләге ауылдарға төшөп, хәл-әхүәлдәрен белер кәрәк ине лә, тик аҙыраҡ ваҡыт үтеп, баҫыла биреүҙәрен көтә. Ҡара көҙгә тиклем урманда ҡасып йөрөп торор ҙа, ә ҡышҡа ҡарай, әҙерәк ғауғаланыуҙары тыныңҡыраһа, бәлки, эргәләге ҡалаға заводҡа барып эшкә лә урынлашыр.

Ошоларҙы белмәгән-күрмәгән кешегә тота килеп нисек һөйләһен инде ирекһеҙҙән урман төпкөлөндә ҡасып йөрөгән Солтанбай.
...Бөгөн тау-ҡаялар араһында осратҡан әҙәмдең тирә-яҡты бер итеп, ауылдарҙың аҫтын-өҫкә әйләндереп эҙләнгән ҡасаҡ икәнлеген белде Шатморат ағай. Рәнйетелгәндәрҙе, иҙелгәндәрҙе, хатта ҡорбан булыусыларҙы яҡлап, ғәҙеллек өсөн ҡан эсеүсе, нисәмә кешенең башына етеп, тамам иблискә әйләнгән Степан баярҙың башын сәсрәтә һуҡҡаны өсөн урман төпкөлөндә, үҙ илендә, үҙ ерендә, хатта халыҡтан, ә дөрөҫөрәге, үҙ кешеләренән ситтә, яңғыҙлыҡта ҡасып йәшәһен әле йәп-йәш, һау, бынамын тигән әзмәүерҙәй ир-егет. Ҡайҙа бында ғәҙеллек?! Ғөмүмән, бармы икән ул был ерҙә? Донъяһы ла һуңғы арала бик ныҡ болара башланы. Ҡайҙа барып баш терәргә лә нимә эшләргә? Бөтә нәмә, хатта киләһе көндәр ҙә ҡараңғылыҡ эсендә. Тик әлеге ваҡытта уға бер нәмә асыҡ: артабан был егеттең ышанысын яулап, нисек тә булһа уға ярҙам итәсәк. Эйе-эйе, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк. Ғәҙеллек өсөн баш күтәреп сыҡҡан икән, был бик яҡшы. Әлбиттә, халыҡтан асыҡтан-асыҡ көлгәндәргә, түбәнһеткәндәргә, хаттин ашып шашҡандарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Тик нисек итеп... Аҡ менән ҡараны айырмай, бинахаҡ рәнйетеүҙәр булмаҫмы? Бутала башлаған донъя нимәгә алып барып һуғыр ҙа, бының осо нимә менән бөтөр? Замана ҡайҙа китеп бара?...
Ошондай ауыр уйҙарға бирелеп, йомро урман һуҡмағынан атын ҡыумай, үҙ ыңғайына ебәреп, уйға батып оҙаҡ ҡайтты Шатморат ағай. Ауылға килеп ингәнендә бер туҡтауһыҙ йымылдашҡан һанһыҙ шаян йондоҙҙар төпһөҙ күккә күптән һибелгәйне инде.

Суҡмуйыл.



Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән