RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)

24.09.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
* * *
– Миңә ҡарап иҫтәре китһен өсөн диңгеҙҙә пляжға нимә алайым икән?
– Саңғы ал!

* * *
Әрмелә ике һалдат һөйләшә. Береһе:
– Әйҙә, прапорҙы шаяртайыҡ!
– Ҡуйсы әле! Декандан көлөп ҡараныҡ бит инде...

* * *
Ҡыҙ, күҙ йәшенә быуылып, хәрби хеҙмәткә оҙатыу пункты янында баҫып тора.
– Нимә, егетеңде алдылармы? – тип һорайҙар унан.
– Эйе. Бишеһен дә бер юлы...
* * *
Ҡыш, урман. Ҡар яуа. Урман буйлап асыулы айыу йөрөй. Ағастарҙы һындыра, һүгенә, бүрегә аҡыра.
– Ни бысағыма мин сентябрҙә ҡәһүә эстем инде!

* * *
– Ҡәһәр генә һуҡҡыры ҡыш! Машиналарҙың биктәре сатнама һыуыҡта туңа, аса алмайым.
– Ә һин ҡайнар һыу ағыҙып ҡара.
– Йүләрме әллә һин? Машина урларға ҡала урамдары буйлап ҡулыма сәйнүк күтәреп йөрөүемде күҙ алдына килтерә алаһыңмы?

* * *
Етәксе бер хеҙмәткәрен кабинетына саҡыртып индерә.
– Һин йылы һыра яратаһыңмы?
– Юҡ, әлбиттә.
– Ә тирләгән ҡатын-ҡыҙҙы?
– Юҡ инде!
– Тимәк, отпускка ҡышын сығаһың!
* * *

Бер ирҙең ҡатыны үлем түшәгендә ятҡан һәм үлер алдынан эсен бушатмаҡсы булған.
– Ҡәҙерлем, был серҙе үҙем менән әхирәткә алып китә алмайым инде. Мин бит һинең ағайың, иң яҡшы дуҫың менән йоҡлап, һиңә хыянат иттем.
– Беләм, һөйөклөм. Шуға күрә лә сәйеңә ағыу һалдым инде.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)


Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)

16.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)