RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аҡса эшләйем, тип...

04.10.2018 Аҡса эшләйем, тип...

Аҡса эшләйем, тип...
йәки мин нисек эш эҙләнем?

Төп эшем бик оҡшай, коллективыма ла өйрәнеп бөткәнмен. Тик әлеге лә баяғы: “Нисек өҫтәмә килем алырға?” тигән уй тынғы бирмәү сәбәпле, тағы ла йә бер, йә икенсе ойошманың ишеген ҡағып йөрөүем. Оҡшаһа, эшемде лә алмаш­тырырға әҙер инем хатта.
...Был юлы иҫәбем отпуск ваҡытында бәхетте һынап ҡарау ине. Шуға көн дә тиерлек Өфөнөң вакансиялар сайтын асып ҡарайым, тик ҡайһыһына барып төр­төлһәң дә, бер ерҙә лә эш хаҡы минекенән артмай, киреһенсә – күпкә аҙыраҡ. Ете мең, һигеҙ мең һум... Тауыҡ ятып көлөрлөк тә баһа был! Ҡалала шул хеҙмәт хаҡына йәшәп буламы икән ни һуң? Күңел төштө. Йөрөй торғас, тағы ла өҫтәмә эш эҙләргә булдым.

Мин уҡыған техникум ҡасандыр бик абруйлы һанала ине. Уны тамамлап сыҡҡаныма ғорурланып йөрөгәнемде һаман да хәтерләйем. Тик әле иғландарҙы барлайым да, әсенеп: “Их, ниңә генә кондитер йә тегенсе-фәләнгә генә уҡыманым икән!” – тип уйлайым. Сөнки Өфөлә тап шул тармаҡҡа белгестәр: кондитерҙар, ашнаҡсылар, тегенсе-бесеүселәр күп талап ителә. Тағы ла һатыу­сы-консультант, официант, бармен, ҡайҙа баҡма – менеджер... Юҡ, минеке түгел был һөнәрҙәр, түгел. Урам буйлап йә бер, йә икенсе ойошмаға инәм, вакансиялар тураһында һорашам, шылтыратам, ләкин махсус белем һәм тәжрибә булмағас, һөҙөмтәһеҙ.
Эшкә барғанда йыш ҡына ҡалала күптән популярлыҡ яулаған “Йыуаса” кафеһы эргәһенән үтеп йөрөйөм. Унда ингәнем дә бар: хаҡтары “тешләшһә” лә, әленән-әле төрлө тәмлекәс алғылайым. Бер көндө касса алдында торған ҡыҙҙан эш тураһында һораштым. Ул: “Беҙҙә кешеләр алмашынып ҡына тора, барып ҡарағыҙ”, – тип, кадрҙар бүлегенең адресын яҙып бирҙе. “Белмәйем инде, ундай абруйлы урынға эләгеп булырмы икән?” – тип уйлайым, матур ап-аҡ халаттарҙа, йәшел тирәсле баш кейемендә генә йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә ҡарап. Шулай ҙа тәүәккәлләнем. Иртәгәһенә үк күрһәтелгән адрес буйынса барып, сағыу тауар тамғаһы төшөрөлгән кабинетты эҙләп таптым. Уй, бында оҙон ғына сират бар икән, көтә башланым. Быға тиклем йөрөгән урындарҙа “Әлегә барлыҡ вакансиялар ҙа ябыҡ”, йәки “Беҙ һеҙгә мотлаҡ шылтыратырбыҙ” тип оҙатып ҡалғандарына күнеккәс, персонал менән эшләүсе бүлек мөдиренең һәр бер кандидат менән бик мөләйем йылмайып, компьютерҙа теркәп, шунда уҡ барасаҡ эш урынының адресын әйтеп, матур теләктәр теләп оҙатып ҡалғанын ишетеп, хайран ҡалып ултырам.
Минең сират етте. “Өҫтәмә эш эҙләй инем. Һеҙҙең ойошмала һауыт-һаба йәки иҙән йыуыусы кәрәкмәйме икән?” – тим. Йәшәгән урынымды һорашҡас, мөдир шунда уҡ кемгәлер шылтыратты ла: “Был кандидатты тура Айсибәр Всеволодовнаға ебәрергә мөмкин!” – тине аҙағында. Баҡтиһәң, мин йәшәгән урындан алыҫ түгел компанияның тағы бер нөктәһе асыласаҡ икән.
– Зәкиә ханым, шундай матур, ыҫпай кейенгән ҡатынды мин иҙән йыуыусы итеп ҡуя алмайым. Һеҙ залда эшләйәсәкһегеҙ, – тине ул, минең документтарҙы теркәгән арала.
– О, рәхмәт комплиментығыҙ өсөн!.. – Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайым. – Ә нимәнән ғибәрәт һуң эш?
– Һеҙ тик һауыт-һаба ташып, өҫтәлдәр­ҙе һөртөп, залдың таҙалығын тикшереп торасаҡһығыҙ. Официант йәғни. Бер аҙнанан һеҙҙең менән кафеның директоры элемтәгә сығасаҡ. Көтөгөҙ.
“Көтөгөҙ” тигәс, аңлашылды – алдау был. “Официант” тигәне лә ышандырманы. Ундай эшкә оҙон буйлы йәш ҡыҙҙарҙы ғына алалар түгелме һуң?
Шулай ҙа ике көндән санитар кенәгәһе кеҫәмдә ята ине. Аҡса түләгәс ни, махсус поликлиникала медкомиссияны бер көндә үттем. Унда пенсия йәшендәге ирҙәр, ҡатындарҙы күреп, хайран ҡалдым. Бәй, былар нимә эшләп йөрөй икән бында, тип аптырайым. Сират көткән арала алтмыш йәштәр тирәһендәге шундай пар менән танышып алдым. Ауылдан килгәндәр икән.
– Икебеҙҙең дә пенсиябыҙ һигеҙәр мең һум ғына. Бер нәмәгә лә еткереп булмай, – тип зарланды ҡатыны. – Ирем дә ғүмер буйы колхозда эшләне. Шулай аҙ булыр, тип башҡа ла килмәне... Уйлаштыҡ та ауылда үҙ эшебеҙҙе асып ҡарарға булдыҡ.
– “Вәт ҡыйыулыҡ! Ошо йәштә үҙҙәренә шундай йөк, яуаплылыҡ алырға ниәтләгәндәр!” – тип һоҡланып һәм ғәжәпләнеп ҡарайым уларға. Минең янда ултырған йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан етмеш йәшлек ҡарсыҡ та эшкә инергә йөрөй икән. Иҫем китеп сыҡтым унан.
Бер аҙна үтте. Шул арала “Йыуаса” компанияһының сайтын асып ҡарайым, форум­дарҙа уның тураһында белешмәләр эҙләйем. “Вакансиялар” тигән бүлегендә төрлө һөнәр буйынса эшселәр талап ителә, йәшәргә урын бирелә, тигән... Торлаҡһыҙ интегеп йөрөгән, әллә күпме аҡса түгеп, ҡуртымға фатир яллап эшләүселәрҙе иҫәпкә алғанда, был ышанырлыҡ түгел ине. “Фатир әҙерләп ҡуймағандарҙыр инде бынау ҡырағай баҙар заманында! Күп булһа, ятаҡтан бүлмә бирәләрҙер...” – тигән шикле уйҙар үтә баштан.
Тик мине әлегә “Эшкә саҡырырҙармы-юҡмы икән?” тигән һорау ғына борсой. Ниһайәт, йомала шылтыраттылар.
... Теүәл сәғәт туғыҙҙа эшләйәсәк урыныбыҙҙа йыйылыштыҡ. Был, майҙаны ике йөҙ кв.м. ашыу тәшкил иткән быяла бинала элек ресторан эшләгән. Яңы нөктәлә хеҙмәт­кәрҙәр ҙә яңы ине. Был һәйбәт – коллективҡа еңел ылығасаҡмын. Бер ниндәй моббинг ҡулланыу ҙа, “яңы” тип ҡыйырһытыуҙар ҙа булмаясаҡ. Минең эргәлә генә ун һигеҙ йәш тирәһендәге бер ябыҡ, бәләкәй генә “себеш” тора. Уның менән ишектән ингәндә үк һөйләшеп киткәйнек. Тауышы ла себештеке кеүек нәҙек, зәғиф кенә сыға. Уның янында башҡортҡа оҡшаған оло йәштәрҙәге ҡатынды күрәм. Ҡалғандары кем икән, әлегә белмәйем.
Бер аҙҙан быяла ишектән ҡара күҙлек кейгән йәш кенә бер ҡыҙ килеп инде. Ул беҙҙең директорыбыҙ Айсибәр Всеволодовна булып сыҡты. Исемлекте алып, һәр беребеҙҙең фамилияһын атап, теркәп сыҡҡандан һуң, ҡыҫҡа ғына әңгәмә үткәрҙе. Эш графигы шулай: өс көн иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске етегә тиклем ун берәр сәғәт эшләйбеҙ ҙә, өс көн ял итәбеҙ. Оҙаҡламай администратор Ольга, менеджер Карина менән дә таныштыҡ.
Коллектив, аҙыҡ-түлек, төрлө материал ташыусыларҙы, шешлек эшләүсене иҫәпкә алмағанда, барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан торған ун биш кешенән хасил булды. Бәй, сисенеү бүлмәһенә ингәс, ҡолағыма ишетелә тип торам: күбеһе татарса, башҡортса һөйләшәсе! Күңелгә йылы инеп китте.
Күп тә үтмәй, утыҙ йәштәр тирәһендәге Айгөл исемле ҡатын менән танышып алдым. Минең башҡортса һөйләшкәнде ишеткәс, уның да йөҙө яҡтырып китте һәм шунан һуң гел бергәрәк йөрөргә тырыштыҡ. Айгөл Урал аръяғы райондарының береһенән килгән, Өфөнән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Баржа ҡасабаһынан йөрөп эшләй икән. Шунда ғаиләһе менән ҡуртымға фатир алғандар. “Беренсе автобус ҡасабанан таңғы сәғәт алтыла китә, шуға өлгөрөргә тырышып, иртә һайын йән-фарманға туҡталышҡа сабам, ә кис ике транспортҡа ултырып ҡайтам, шуға ла ун беренсе яртыларҙа саҡ өйҙә булам”, – ти ул, көрһөнөп. Бер аҙҙан шул асыҡланды: Айгөл ике юғары уҡыу йорто тамамлаған белгес. Иң тәүҙә аграр университетта уҡыған, һуңынан ситтән тороп БДУ-ның Бөрө филиалында педагог-психолог һөнәрен үҙләштергән. Үҙҙәренең яғында балалар йортонда завхоз булып эшләгән. “Биш йыл буйы ете мең һумға эшкә йөрөнөм, аҙаҡ аҡсаһыҙлыҡтан ялҡып, ғаиләм менән Өфө яҡтарына юлландыҡ”, – ти. Ире ниндәйҙер предприятиелә ҡарауылсы булып тора. “Ярай әле ике бәләкәс улымды әсәйем ҡарай, әтеү нисек эшләр инем был эштә”, – ти Айгөл.
Кафены тантаналы асыр алдынан бер аҙна буйы иҙәндәрҙе, быяла стеналарҙы, ишек­тәрҙе, шкафтарҙы, яңы килгән ялтыр ултыр­ғыстарҙы, кәштәләрҙе, һауыт-һабаны ыш­ҡып-ышҡып йыуҙыҡ, һөрттөк. Ҡабул итеү комиссияһы алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын, тине директорыбыҙ. Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: был эштәрҙе ашнаҡсылар, кассирҙар, кондитерҙар менән бергәләшеп башҡарҙыҡ. Әллә күмәкләп бер йөктө тартҡанғамы икән, бер-беребеҙ менән нисектер тиҙ генә дуҫлаштыҡ. Ысынлап та коллектив, етәкселәрен һанамағанда, һайлап алғанда, асыҡ йөҙлө, бер-береһенә ихтирамлы, ихлас, тыныс холоҡло кешеләрҙән тупланған.
Бер көндө, ниһайәт, кафены эксперименталь рәүештә асып ҡарарға булдылар. Эшкә иртәнге сәғәт етегә килдек. Тағы ла күмәкләп залдың иҙәнен ышҡыныҡ: тәүҙә – ағартҡыс, аҙаҡ махсус шыйыҡса һалынған һыу менән. Барыбер оҡшаманы Айсибәр Всево­лодовнаға. “Таптар ҡала”, – тине.
Төшкө аш ваҡытында кафеға халыҡ эркелеп килде. Был ғәжәп тә түгел: ошо уҡ бинала бай ойошмалар – Рәсәй банкы, Нефть һәм газ компанияларының офистары урын­лашҡайны. Бына ҡасан “ысын эш” башланды беҙгә! Айгөл менән батмус, аш-һыу при­борҙарын саҡ өлгөртөп торҙоҡ. Ҡайҙа инде ул өҫтәлдәрҙе һөртөп кенә йөрөү: һауыт-һаба йыуыусы Югай фамилиялы корея милләтле ҡатын (башҡортҡа оҡшаған, тип әйткәйнем бит) үҙе генә өлгөрмәгәс, кафеға килеүселәр ҡуйып киткән батмустарҙағы һауыт-һабаны ҡалған аштарҙан, сүптән бушатырға тотондоҡ. Югай үҙе һыр бирмәҫкә тырыша, тиҙ эшләй, ләкин барыбер өлгөрмәй, шуға беҙ ҙә һауыт-һаба йыуырға йәбешәбеҙ, ләкин ҡайҙалыр яҡында ғына Айсибәр Всеволодовнаның: “Өҫтәлдәр бысраҡ!”– тип һөрәнләүе була, беҙ Айгөл менән, сепрәктәребеҙҙе тотабыҙ ҙа залға йүгереп сығабыҙ. Уларҙы һөртөп тә өлгөрмәйһең: “Батмустар (ҡалаҡтар, бысаҡтар, сәнскеләр) бөткән!” – тип ҡысҡырған тауыш ишетелә. Инде уларын мөмкин тиклем йәтеш итеп тимер һауыттарына тултырыуға, шунда уҡ шыжлатып ҡоймаҡ ҡойоп, шешлек эшләп тороусоларға тәрилкәләр илтергә тигән әмер яңғырай. Ә бысраҡ һауыт-һаба өйөмө кәмергә уйламай ҙа. Быға тиклем тыныс, йылмайып ҡына йөрөгән Югайҙың йөҙө салышайҙы, ауыҙынан әшәке һүгенеү һүҙҙәре сыға башланы. Беҙҙе лә: “Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ!” – тип өтөп алып баралар. Бите тиҙ эшләүҙән ҡып-ҡыҙыл булған ҡатындың ҡулынан тиерлек бер өйөм һыулы аҡ тәрилкәне эләктереп алып, үҙҙәре лә тыз-быз йүгергән аҡ халатлы ашнаҡсылар араһынан, мөмкин тиклем бәрелешмәҫкә тырышып, виртуоз рәүештә аш-һыу зонаһына сабабыҙ. Теге менеджер Карина тапҡырынан үткәндә, уның: “Тәрилкәләрҙе дөрөҫ тотмай­һығыҙ!” – тип һөрәнләүен ишетәм. Ә-ә-ә, уларҙы аҫтарынан ғына тотоп илтергә бит әле – онотҡанмын. Шул ығы-зығыла ҡулдарыбыҙҙа ниндәй сепрәк икәнен дә күҙ уңынан ысҡындырмай бит әле ул! Быға тиклем эреле-ваҡлы өс-дүрт таҫтамал, сепрәк килтереп: “Быныһы – махсус һауыт-һаба өсөн, быныһы – өҫтәлдәр өсөн, ә быныһы тик стакандар һөртөргә”, – тип ныҡлап әйтеп ҡуйғайны. Ҡабаланып, ҡайһы саҡта сепрәктәрҙе алмаштырырға онотабыҙ, ә ул быны шунда уҡ күреп ҡала һәм, йәшел күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп, киҫәтеү яһай.
Аяҡтар көндөҙгө сәғәт өстәргә түҙеп торғоһоҙ ауырта башланы. Ултырырға әмәл бөтөнләй юҡ – кеше ағымы өҙөлмәй. Шул тиклем тиҙ темп менән эшләгәс, был көндө әллә тиҫтәләгән тәрилкә төшөп ватылды, ашнаҡсылар араһында ла кемдер бысаҡҡа ҡырҡылды.
Сәғәт дүрттәр тулып уҙғас ҡына һауыт-һабаны Югай үҙе генә йыуып өлгөртә башланы. Ә беҙ Айгөл менән өҫтәлдәрҙе һөртөп, һауыт-һабаны ташып, батмустарҙы таҙартып, һис кенә лә бушамайбыҙ. Унан кире быяла ишектәрҙәге, көҙгөләрҙәге бармаҡ эҙҙәрен, иҙәндәге, башҡа ерҙәрҙәге тап­тарҙы кире тикшереп тороу беҙҙең өҫкә йөкмәтелгән.

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.

(Дауамы бар).




Киске алтылар тирәһендә Айсибәр Всеволодовна Айгөл менән икебеҙгә: “Иҙәндәрҙе йыуа башлағыҙ!” – тине. “Былай иртән ышҡып ике тапҡыр йыуғайныҡ, шул тиклем олоғара майҙанды кис көнө йыуҙыртмаһа ла булыр ине”, – тип уйлайым ҡәнәғәтһеҙлек менән. Ике яҡлап егермеләгән өҫтәл теҙелгән оҙон залды ауыр, тимер ултырғыстарын күсерә-күсерә бер сәғәт буйы йыуабыҙ. Иғтибар итегеҙ – әлегә икәү йыуабыҙ! Арманһыҙ булдыҡ. “Эй, өйрәнмәгәнгә шулайҙыр”, – тип йыуатабыҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ Айгөл менән. Производство цехы иҙәнен Югай йыуҙы.

Миңзилә ХӘКИМОВА.



Эш көнө аҙағында Айсибәр Всеволодовна шампан шарабы алып килде һәм бокалдарға ҡойоп, һәр беребеҙҙең исемен атап, рәхмәт белдерҙе. Йыйылыш кеүек булғас, барыбыҙ ҙа түрәгә һорауҙарыбыҙҙы биреп ҡалырға ашығабыҙ. Мин дә:
– Беҙгә лә Айгөл менән һигеҙҙән етегә тиклем эшләргәме? – тим.
Түрәнең эргәһендә ултырған Карина яуап бирҙе:
– Ооо, һеҙ, эштәрегеҙҙе бөтһәгеҙ, иртәрәк тә ҡайтып китә алаһығыҙ, мәҫәлән, алтыла, хатта, биштә!.. – ти. Был хәбәрҙән Айгөл менән бер-беребеҙгә ҡыуаныслы итеп ҡарашып алабыҙ.
Шулай итеп, аяҡтар ун ике сәғәт буйы йүгереүҙән ныҡ итеп һыҙлауға ҡарамаҫтан, мин дә был көндө ҡанатланып, үҙ-үҙемдән бик ҡәнәғәт ҡайттым.
Иртәгәһенә эшкә килгәс, Айсибәр Всеволодовнаның таш кеүек йөҙөндә беренсе тапҡыр йылмайыу күреп аптыраным. Баҡтиһәң, кисәге өс сәғәтлек “мәхшәр”ҙә – төшкө аш ваҡытында кафе апаруҡ килем алған икән!
Ике көн, өс көн үтте, ә беҙ Айгөл менән һаман да кем булып эшләгәнебеҙҙе белмәйбеҙ, сөнки һауыт-һабаны ла, иҙәндәрҙе лә үҙебеҙ йыуабыҙ, официант булып та йөрөйбөҙ, иртән килеү менән бөтә ерҙәге саңды һөртәбеҙ, шкафтарҙы, ишектәрҙе таҙартабыҙ, йыуыныу бүлмәләрендәге аҫылмалы махсус һауыттарҙа ҡағыҙ, һабын бармы-юҡмы икәнен тикшерәбеҙ...
Оҙаҡламай, тағы бер һауыт-һаба йыуыусы алдылар: Югайға алмашсы булып Рабиға исемле әбей килде. “Улыма кредит түләргә ярҙам итәм, шуға эшләп алырға булдым”, – тине ул.
Шулай ҙа кем һуң беҙ? Айгөлдө лә шул уҡ һорау борсоно. Айсибәр Всеволодовнанан төплө яуап ала алмағас, Каринанан һорашабыҙ. Уныһы ла аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәй. Шул ғына асыҡланды: беҙ Айгөл менән икәү алмашлап – өс көн ул, унан һуң өс көн мин эшләйәсәкбеҙ икән! Әлегәсә икәү эшләп саҡ-саҡ өлгөрә инек, хәҙер нимә булыр? Тынысландырҙылар – беҙгә “иптәш” булып бер һауыт-һаба йыуыусы сығасаҡ икән. Ярай. Ә иҙән йыуыусы кем? Ниңә һаман беҙ үҙебеҙ йыуабыҙ һуң ул иҙәнде? Етмәһә, көнөнә ике тапҡыр! Иң хәлде алғаны шул бит инде! Көнө буйы сабып йөрөп, аяҡтар быуындары тотмаҫ хәлгә килгәс, киске сәғәт етелә тағы ла оло биҙрә һөйрәп йөрөп иҙән йыуа башлау башҡа һыймай ине.
Шәмбелә көнө, төшкө аш булмағас, ваҡытығыҙ күп, тип, Карина Югай менән икебеҙгә сисенеү бүлмәһендәге барлыҡ шкафты таҙартырға ҡушты. Уларын шыуҙырып, урындарына кире ултыртҡас, стеналарҙы, иҙәнде йыуҙыҡ, артабан келәт ишектәренә тотондоҡ, хатта тыштағы сүп-сарҙы таҙарттыҡ, ә шулай ҙа был көндө иң “почетлы” эш миңә эләкте.
...Келәт иҙәнен йыуып бөтөп, кәүҙәмде турайтып тороп баҫыуға йөҙ тәңгәлемдә тағы Каринаның ике йәшел күҙе тоҡанды.
– Анау урамдан индерелгән урнаны йыуырға кәрәк, – тине ул, ҡайҙалыр алыҫҡа, залдың икенсе башына, күрһәтеп. Шуға ла, хаҡы өс мең торған ҡыҙыл төҫтәге квадрат иҙән йыуыу биҙрәһен саҡ күтәреп түктем дә (ғүмер буйы ябай йомро тимер йә ҡауырһын биҙрә менән ҡулланғас, был заманса әкәмәткә бер нисек тә өйрәнеп булмай), урнаны эҙләп киттем. Таптым. Көс еткеһеҙ ауыр был ғәләмәт, әйтерһең, мәңге йыуылмаған: ҡара батҡаҡҡа ҡатҡан, эсе лә яртыһына тиклем тәмәке төпсөктәре, пакет киҫәктәре, сепрәк-сапраҡ ҡатыш тупраҡ менән тулған. Уны таҙартып алғансы шаҡтай ваҡыт үтте.
Иртәгәһе көн – йәкшәмбе минең ял көнөм ине. Ләкин иртән үк телефоныма менеджерҙан хат килде: “Бөгөн сәғәт һигеҙгә килеп етегеҙ”. Ярай, минең сират булмаһа ла, артыҡ көн эшләүҙән килемдең күберәк булыуын иҫтә тотоп, кафеға киттем. Тик был нимә: һауыт-һаба йыуыусы юҡ! Баҡтиһәң, уның урынына мин эшләйәсәкмен икән. Сөнки, ял көнө кеше әҙ йөрөгәс, официант (мин, йәғни) бер үҙе лә өлгөрә, йәнәһе.
Иң тәүҙә иҙәнде йыуып алдым да, аш бүлмәһенә “остом”. Оло-оло кәстрүлдәрҙең, табаларҙың, фабриканан килгән ҙур һут, салат һауыттарының иге-сиге юҡ – бер туҡтауһыҙ килеп кенә торалар, уларҙан саҡ ҡына арынған арала сүп-сарҙы йыйып түгәм, быяла ишектәрҙе, өҫтәлдәрҙе, стеналарҙы һөртәм, шуларҙы башҡарыуымды раҫлар өсөн ун биш минут һайын махсус ҡағыҙға имзамды ҡуйып китәм... Ә цехҡа килеүгә яңы һауыт-һаба өйөмө көтөп тора: тиҙ-тиҙ уларға тотона һалам. Түрәләрҙең йөҙҙәре үтә лә етди һәм ҡәтғи, сөнки иртәгә, йәғни дүшәмбелә, кафены тантаналы асыу көтөлә. Бөтә ерҙе тикшереп йөрөйҙәр: саҡ ҡына тап булһа ла йыуҙырталар, һөрттөрәләр. Ашнаҡсылар ҙа ҡайһы бер аштарҙы бөгөн үк әҙерләп ҡуя икән. Һауыт-һаба шуға ла күп. Киске сәғәт һигеҙ тулғанда ла улар бөтөрлөк түгел ине әле, ә мине алда сираттағы иҙән йыуыу көтә, етмәһә. Өҫтәүенә, һауыт-һаба йыуыусы килмәгәс, производство цехын йыуыу ҙа миңә ҡушылды!
...Сәғәт киске туғыҙынсы яртыла биҙрәләге сепрәктәрҙе саҡ һығып, йыуып элгәндә, үҙем дә һығылған сепрәк кеүек булғайным инде.
Бик мөһим сара булғанғамы икән, дүшәмбелә көн барыбыҙҙы ла сығарҙылар. Айгөлдө күргәс, ҡосаҡлашып алдыҡ. Килгәс тә, кафеның иҙәнен иң тәүҙә кер һабыны, һуңынан ағартҡыс шыйыҡса һалынған һыу менән йыуҙырттылар, аҙаҡ тағы таҙа һыу менән һөртөп сыҡтыҡ. Ул арала Югайға ярҙам кәрәклеге асыҡланды. Ул эш тамамланып та өлгөрмәне, миңә ВИП- ҡунаҡтар өсөн һайлап алынған егерме ҡырлы стакан, ҡалаҡ-сәнескеләрҙе ныҡ итеп ялтыратып ышҡып һөртөү йөкмәтелде. Ултырып тороуға форсат булыуға шатланып бөтә алманым, сөнки алда беҙҙе “дәһшәтле” төшкө аш сәғәттәре көтә ине. Аяҡтар әҙ булһа ла ял итһен!
Кафе тыш яҡтан ҙур шарҙар менән биҙәлде, ишеге төбөнә төрлө уйын ҡоралдары тотҡан музыканттар килеп баҫты. Ниһайәт, төш алдынан, махсус теҙелгән өҫтәлдәр артына ун бишләгән бик едти ҡарашлы, ҡырыҫ ҡиәфәтле урта йәштәрҙәге ир һәм ҡатын инеп ултырҙы. Ирҙәренең күбеһе һаҡаллы, сәстәре бик текә итеп алынған, муйындарында аҡлы-ҡаралы шарф, ҡатындары ла шулай уҡ артыҡ һөйләшмәҫ, осло, саҡматаштай ҡарашлы ханымдар ине. Ошо булған икән рәсми асылыу. Оҙаҡ ултырманылар, нисек тауышһыҙ ғына ингәндәр, аҙаҡ шулай томан кеүек иреп юҡҡа сыҡтылар.
Айгөл менән икәү эшләһәк тә, зал буйлап был көндө лә шулай уҡ йүгереп түгел, ә осоп ҡына йөрөнөк: эргәләге бай ойошмаларҙан эркелгән халыҡ сираты ишеккә таба һуҙылып, бер туҡтауһыҙ ағылып ҡына торҙо. Ниһайәт, көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә һирәгәйҙе, ләкин барыбер залдың буйынан-буйына һуҙылған өҫтәлдәрҙән кеше өҙөлмәне. Теге яҡта Югай йыуып өлгөрә алмай, уға йә приборҙарҙы һөртөшөргә, йә һауыт-һаба ташырға ярҙам итәбеҙ. Шыбыр төшөп, ҡайһы саҡта шым ғына сисенеү бүлмәһенә инәбеҙ ҙә телефондан һөйләшкән, йә сәй эскән кеше булып саҡ ҡына ултырып алабыҙ. Әйтергә кәрәк, иртән дә, төш ваҡытында ла компания иҫәбенә туҡланыу ҡаралған. Йыш ҡына кисәгенән артып ҡалған, ләкин сифатын юғалтмаған аҙыҡ-түлекте лә беҙгә биреп ҡуялар. Быныһы бик һәйбәт тә бит, тик шул тиклем йән-фарманға сабып эшләп йөрөүөбеҙҙе бер нисек тә аҡламай ...
Сәғәт биштәр тирәһендә Карина миңә:
– Иҙәндәрҙе йыуа башлағыҙ! – тигән әмер ташлап китте. Бәй, өс тапҡыр йыуғайныҡ та баһа! Түҙмәнем, әйттем.
– Ни иткән хәл был? Иртән дә, кис тә йыу? Кисә көнө буйы бер үҙем ике кеше (өс кеше өсөн булмаһа әле!) өсөн эшләнем. Бөтә йыуыныу урынын, ике залды, бөтә һауыт-һабаны бер кеше йыуырға тейешме ни һуң?
Осоп барған еренән ҡырт боролоп, Карина миңә текәлде (тел сығарырға, ҡаршылашырға маташа түгелме, йәнәһе), артабан түрә менән икәүләп, минең яҡҡа ҡараш ташлай-ташлай, залдағы бер өҫтәл артына барып ултырып, нимә тураһындалыр һөйләшә башланылар. Ә беҙ арманһыҙ булып арыһаҡ та, Айгөл менән ҡулайламаларға һыу тултырып, иҙәндәрҙе йыуырға әҙерләнә башланыҡ. Үҙебеҙ һаман да кем сифатында эшләүебеҙҙе белә алмай баш ватабыҙ. Шунда Карина килде лә:
– Эшегеҙ бөткәс Айсибәр Всеволодовна эргәһенә барырһығыҙ, - тине.
Саҡматаштай йөҙөндә бер ниндәй тойғо күренмәгән түрәгә дәғүәләребеҙҙе белдергәс, ул беҙгә арбағандай оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы ла:
– Улай булғас өс көн эшләп, өс көн ял итерһегеҙ, – тине. Аптырап ҡалдыҡ – былай ҙа шул график буйынса эшләйбеҙ бит инде! Беҙ вазифаларыбыҙ тураһында белгебеҙ килә, тибеҙ. Кадрҙар бүлегендә кем сифатында ҡабул итеүҙәрен иҫенә төшөрҙөк. Ләкин түрә был юлы ла аныҡ ҡына бер ни тип тә әйтмәне, аңлайышһыҙ итеп ниндәйҙер дәлилдәр килтереп ултырҙы ла, ярай, тағы бер кеше алырбыҙ, тине. Шуның менән бөттө. Беҙгә лә Айгөл менән, ярай, тиеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Иртәгәһенә эшкә беренсе тапҡыр Айгөлдән башҡа сыҡтым. Әйткәндәй, иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске етегә тиклем эшләйбеҙ, тигәндәре дөрөҫлөккә тап килмәне – Айгөл дә, мин дә иртәнге сәғәт етенән эшләнек, сөнки менеджер: “Һеҙ бит төшкө ашҡа туҡтайһығыҙ”, – тине. Улай икән!.. Ярай, күндек. Тора-бара: “Эшегеҙ бөтһә – иртәрәк тә ҡайта алаһығыҙ”, – тигәндәренең дә алдау икәнен аңланыҡ. Сөнки төп эштән арманһыҙ булып арып, кисен тағы иҙәндәрҙе йыуып сығыуға сәғәт һигеҙҙәр, туғыҙынсы яртылар булып китә ине. Һауыт-һаба йыуыусылар ҙа, икәү генә өлгөрмәйбеҙ, тип, ризаһыҙлыҡ белдерә башланы. Шуға ла тиҙҙән өсөнсө һауыт-һаба йыуыусы алабыҙ, тип вәғәҙә иттеләр. Бер көндө смена аҙағында Югай миңә эҫе һыуҙан ап-аҡ булып бешкән, тишелеп бөткән ҡулдарын күрһәтте. Рабиға әбей генә оло булһа ла бирешмәй. Сөнки быға тиклем төрлө ресторанда эшләп киткәс, һауыт-һаба йыуып өйрәнеп бөткән.
– Югай бит бирсәткә кеймәй йыуа, етмәһә, шыйыҡсаны артыҡ күп ҡуллана!
Ә бер көндө, мин юҡта, Рабиға әбей забастовка күтәргән икән: йәнәһе, ул һауыт-һаба йыуыусы ғына, шуға ла производство цехы иҙәнен йыуыу уның вазифаһына инмәй – өҫтәмә эшсе яллаһындар! Айгөл “Бәйләнештә” шулай тип яҙғас илтифатһыҙ ғына уҡығайным, тик ялдан һуң эшкә сыҡҡас, бының эҙемтәһен үҙемә татырға тура килде. Кискеһен тирә яҡтан ҙур кәстрүлдәр, һауыт-һаба менән шығрым тулы батмустар менән уратып алынған Рабиға әбей иҙән йыуыу тураһында уйламаны ла. Был эштең миңә йөкмәтеләсәге көн кеүек асыҡ ине. Ризаһыҙ йөҙөмдө күреп, ул:
– Башҡа кафеларҙа иҙән йыуыусы айырым була торғайнысы. Кис кенә килә лә йыуа ла ҡайтып китә ине, – тип шыбырҙаны ҡолаҡҡа. – Бында эшсе көстәрҙә экономия яһайҙар...
Икенсе көндө сменам Югай менән тура килде. Иң уңайлы аяҡ кейемен һайлаған кеүек булһам да, смена уртаһы етеүгә улар ныҡ итеп ҡыҫа башланы, етмәһә, табандар һыҙлай. Шул йомшаҡ ҡына балеткаларҙы ла сисеп ырғытҡы һәм ялан аяҡ йөрөгө килә. Бар уй – әҙ генә булһа ла ултырып ял итеп алыу, тик осло күҙ Карина барыһын да күреп тора. Бер арала, һөйләшкән кеше булып, Югайҙың һауыт-һаба йыуыу машинаһына терһәкләндем. Шунда уҡ Каринаға юлыҡтым.
– Эшегеҙ юҡмы ни? – ти.
– Түҙемлек бөткәйне. Мин дә тишерҙәй итеп уға төбәлдем:
– Әлегә юҡ. Шунан нимә булған?, йәнәһе.
Бер һүҙ әйтмәй, был залдың икенсе башына “осто”. Күп тә үтмәй: “Зәкиәәә!” – тип һөрәнләгәне ишетелде.
Барғас, ҡулындағы ап-аҡ ҡағыҙы менән бәҙрәф бүлмәһендәге, залдағы төрлө аҫылмалы әйберҙәрҙе йәшен тиҙлегендә үткәреп сыҡты ла, миңә саңлы ҡағыҙҙы күрһәтеп:
– Ишектән инеү төркөмө, йыуыныу бүлмәләре, өҫтәлдәр, тәҙрә төптәре, стеналар, ишектәр, ғөмүмән, зал – былар барыһы ла һеҙҙең өҫтә, ә инде йөкмәтелгән эштәргә көсөгөҙ етмәй икән, бәләкәйерәк майҙаны булған кафеға күсә алаһығыҙ, – тип һабаҡ уҡырға тотондо. Түҙемлегем шартлап, быға ҡаршы мин дә һөйләнергә тотондом:
– Аһ-аһ!.. Һеҙ ҙә ҡыҙыҡ ҡына – ғүмер буйы ултырып эшлә лә, бынауындай сабып йөрөй торған ергә тиҙ генә өйрән дә кит, имеш!.. Өтөп алып бараһығыҙ! –тим. Бындай кеше менән нәзәҡәтлелек һаҡлап тороу мәғәнәһеҙ, башыңа менеп ултырыуы бар! Тауышты ла көр сығарам, үҙемә бик ытырғаныс булһа ла, ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән һөйләнеүемде беләм. Аҙыраҡ тынысланғас ҡына корпоратив этика барлығы иҫкә төшә. Кем белһен уларҙы, йә, ҡаршы өндәшә, тип, эш хаҡын ҡырҡырҙар, мәйтәм, шуға ла Каринаға:
– Был даирәлә эшләгәнем юҡ ине, шуға ла барыһын да иҫтә генә тотоп булмай бит, – тинем, йөҙөмә мөмкин тиклем ғәйепле төҫ сығарырға тырышып, һәм: – Барыһы ла аңлашылды, хаталар төҙәтелер, - тип, сепрәк алам да, зал буйлап китәм.
Киске сәғәт алтылар тирәһенә, аяҡтарҙың ауыртыуына түҙмәй, балеткаларҙың үксәһенә баҫып йөрөй башланым. Саҡ-саҡ һөйрәлеп, залдағы иҙәнде йыуып сығарҙым. “Их, производство цехын Югай йыуһа ярай ине! Бәхеткә күрә, үҙе тотондо. Уф-ф-ф!.. Рабиға
әбей кеүек бәйләнсек түгел әле ярай, әрһеҙ ҡатын.
Өйгә ҡайтҡас та, аяҡтарға юл ыңғайы дарыухананан һатып алған «Гепарин» майын ышҡыйым, ләкин уның файҙаһы юҡ – төнө буйы һыҙланыуҙан тегеләй-былай әйләнеп, иртәнгә табан ғына тынысланып йоҡлап китәм.
Кафеның етәкселек төркөмөндә администратор булып Ольга исемле ҡыҙ тора. Ул Каринаны алмаштыра. Иң тәүҙә уҫал ғына күренһә лә, тора-бара Оляның бер ҡатлыраҡ, йомшаҡ холоҡло, яҡшы күңелле икәнен аңлап алдыҡ, сөнки ял көндәрендә ул беҙҙең сәй эсеп ултырыуыбыҙға ла күҙ йомоп ҡарай, ҡушылып, ҡысҡырып көлөп тә ебәрә. Шуға ла эшкә барған һайын: “Их, бөгөн эшкә Оля сыҡһа ярай ине!..”,– тип теләйбеҙ.
Теге ун һигеҙ йәшлек “себеш”тең исеме Зина икән. Ул холҡо менән дә, ҡиәфәте менән дә “Морозко” әкиәтендәге ҡойоп ҡуйған Настенька ине. Хатта тауышы ла шуныҡы кеүек ҡыйыуһыҙ һәм нәҙек, ҡалтыранып ҡына сыға! Лицейҙы бөткәс, ул яҡындағы кафела стажировка үткән, һуңынан бында ебәргәндәр. Ул барыһын да тыңлап ҡына тора, нимә ҡушһалар, шуны һүҙһеҙ генә үтәй, бер ҡаршылашмай. Ҡысҡырһалар ҙа, әрләһәләр ҙә бер һүҙ ҙә әйтмәй.
Ә беҙ Айгөл менән һаман кем булып эшләүебеҙҙе белмәй баш ватабыҙ.
Кафе асылып, аҙна-ун көн ваҡыт үткәс, иртәнге ҡыҫҡа ғына йыйылыш ваҡытында беҙгә махсус эш кейеме таратып бирҙеләр. һорғолт йәшел төҫтәге салбар, кәпәсте кейеп алғас, үҙемде һалдат итеп хис иттем. Ярай әле алъяпҡыстар быуып йөрөйбөҙ. Бейджик та бирҙеләр. Минекенә “официант” тип яҙылған! Быны күреп, икмәк бешереүселәр ҙә көлмәй түҙә алманы:
– Һин, Зәкиә, иҙән, һауыт-һаба йыуыусы универсал официантмы ни? – тиҙәр.
Кадрҙар бүлегендә: “Залдың күрке булып йөрөйәсәкһең”, тигәндәре ошо икән, мин әйтәм...
– Аптырама – миңә лә эшкә ингәндә күп комплимент яуҙырҙылар, – тип көлә Югай.
Тағы бер “шатлыҡ” – ҡунаҡтар өсөн ишек төбөнә шырт ҡыллы резина балаҫ килтереп һалдылар. Уны щетка менән дә, сепрәк менән дә таҙартабыҙ, тик саңы кәмергә уйламай ҙа – борҡоп сығып тик тора. Аптырап, ҡағып ҡарайбыҙ. Уныһы бер яфа – ауыр булғас, һелкетеп тә булмай, шуға, тротуарҙағы бордюрға бер нисә тапҡыр дөңгөлдәтеп алабыҙ ҙа, бысрағы ҡойолғандай булғас, алып инеп йәйәбеҙ. Тиҙҙән залдағы никель тояҡлы ултырғыстарҙы ла күн креслоларға алмаштырҙылар. Ниңә инде? Иҙән йыуғанда былай ҙа шуларҙы күсереп хәл бөтә ине...
Әллә шул тиклем арығанға, залдың ике яғына эленгән экранда көн дә ҡабатланған тәбиғәт һүрәттәре, бәлтерәткес релакс көй шул тиклем үҙәккә үтә башланы – ҡай саҡта барып һүндерге килә шуларҙы. “Настенька” ла, мин кофе машинаһын һөртөп йөрөгән арала эргәмә килде лә:
– Ниңә берәй күңелле йыр ҡуймайҙар икән? – тип зарланды.
Ысынлап та, залда ниңә берәй тормошсан, шаяныраҡ көй ебәрмәҫкә? Ниңә мәҫәлән, үҙебеҙҙең ҡурай, шул уҡ гармун, ҡумыҙ моңон ҡуймаҫҡа? Ниңә оялған кеүек үҙ көйҙәребеҙҙән баш тартып, шул сит ил көйҙәренә ө:ҫтөнлөк бирәбеҙ икән һаман?
Рабиға әбейҙе “бөйөк информатор” тип атаһаң, һис тә артыҡ булмаҫ. Сөнки ошондай дөйөм туҡланыу өлкәһендәге компанияларҙа күп эшләгәнгә күрә, ундағы тәртиптәрҙе, ҡағиҙәләрҙе, ҡайҙа нисек, сәғәтенә нисә һум түләгәндәрен, ҡасандыр ябай ашхана булып, хәҙер инде ошондай кафелар селтәренә әйләнеп киткән “Йыуаса” компанияһының тарихын да белә.
– Уның хужаһы бик бай, сөнки нөктәләре беҙҙә генә түгел, Мәскәүҙә, Италияла бар, – ти.
Тиҙҙән Рәйхана исемле икмәк бешереүсе менән дуҫлашып киттек. Ул Өфөгә яҡын бер райондан килеп, төрлө ерҙәрҙә икмәк, пицца бешереүсе булып торған, фатир яллап йәшәгән. “Йыуаса” компанияһы уға торлаҡ тәҡдим иткәс, ул шатланып риза булған, ләкин...
– Бер бәләкәй генә бүлмәгә егермеләгән ҡатын-ҡыҙҙы килтереп тултырғандар, – тип хәтерләне ул. – Ике ҡатлы карауаттар ҡуйыл­ған, шарттар юҡ. Йоҡларға ятҡайным, береһе иҫерек ҡайтып шаулай башланы, икенсеһе телефондан мығырҙап бимазалай, өсөнсөһө тәмәке гөжләтә –тын алырлыҡ та түгел! Таң атҡанын саҡ көтөп алдым. Юҡ, мин әйтәм, былай булмай, лутсы фатир яллап йәшәйем, тинем дә, икенсе көндө үк туғандарыма киттем.
– Тайырға кәрәк бынан.
Шаян, ауыҙы гел йырыҡ, сәй, төрлө тәмлекәс һатып торған башҡорт ҡыҙы Нәсимә шулай тигәс:
– Ниңә? – тим, көлөп.
– Аяҡтар тала ун ике сәғәт баҫып, – ти.
Элекке эшләгән еремә барам, ти. Тиҙҙән Айгөл дә, китәм, ти башланы. “Ныҡ арыйым”, – ти. Етмәһә, Баржа ҡасабаһынан Өфөгә барып ҡайтҡансы көнөнә йөҙ илле һум аҡсаһын сығарып һалырға тура килә.
Йәштәре утыҙға ла етмәгән ҡыҙҙар шулай зарланғас, миңә ни ҡала инде? Ә өсөнсө эшсе һаман юҡ, шуға ла тағы Югайға ярҙам итәм, сөнки бер туҡтауһыҙ килеп торған һауыт-һабаны йыуҙырғыс машинаға һалһаң да өлгөртөп булмай.
Ял көндәрендә Айгөл менән “Бәйләнештә” сайты аша аралашып торабыҙ. Әлбиттә, күберәк эш тураһында яҙышабыҙ. Яңыраҡ түрә Айгөлдө батмустар өсөн ныҡ итеп әрләгән икән. Әйтергә кәрәк, уларҙы ни тиклем ышҡып йыуһаң да, кипкәс, ни ғиллә менәндер, урыны-урыны менән аҡ таптар барлыҡҡа килә лә ҡуя, ә тегеләр, беҙҙе насар йыуалар, тип уйлай. Барғас, күрәм – батмус өсөн махсус ҡаты щетка алғандар. “Һм, шулар менән генә булашып тораһы ҡалғайны”, – тип уйлайым ҡәнәғәтһеҙлек менән.
Ләкин ни генә тип әйтмә, минең өсөн иң ауыры булып һаман шул иҙән ҡала килде. Уларҙы йыуып сыҡҡансы шыбыр тиргә батаһың, йөрәк дарһылдап тибә. Шуға ла, өйгә ҡайтҡас, нимәлер эшләргә хәл дә ҡалмай. Тән шундай шок кисерә, күрәһең – тамаҡҡа аш та, сәй ҙә бармай. Байтаҡ ҡына иҫ йыйып ултырғандан һуң ғына тороп, кемдер йөрөткән кеүек эштәрҙе бөтөрәһең дә, ҡоро-һары ҡапҡылап, шул көйө карауатҡа ауаһың.... Унда ла аяҡтар һыҙлауынан оҙаҡ йоҡлап китә алмай яфаланаһың. Махсус крем да ярҙам итмәй, хатта.
Көн дә шул уҡ мәхшәр ҡабатлана. Төшкө аш ваҡыты. Зал буйлап бер туҡтауһыҙ йүгерә-атлай сабыуҙан, ахырҙа, быуындар тотмаҫ хәлгә етә, бына ауам, бына йығылам, тип йөрөй башлайһың. Бигерәк тә сәғәт дүрттәр тирәһенә ныҡ итеп арытыла. Берәй ерҙә терһәккә таянып ҡына торһаң да бәхет! Түҙер әмәл ҡалмағас, ҡайһы саҡта ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән бәҙрәфкә инеп, биш-ун минут ултырып хәл йыйып сығам. Их, ниңә ошо ун өс сәғәтте ике сменаға бүлеп эшләтмәйҙәр икән, тип уйлайым.
Бер көндө, ял ваҡытында, Айгөл төштән һуң уның өсөн эшләп тороуомды һораны. Барһам, тағы бер яңылыҡ күрәм: зал менән аш-һыу бүлмәһе араһына үҙе асылып ябылмалы, пружиналы ҡапҡа эшләп ҡуйғандар. Йәнәһе, ҡунаҡтарға производство цехтары күренеп тормаһын! Ул ҡапҡаны бысраҡ һауыт-һаба менән шығрым тулы бейек, тәгәрмәсле ҡулайлама менән төртөп инһәң, төртөп сығаһың. Ҡыҫҡаһы, бер яфа!
Мин булмағанда бында өсөнсө һауыт-һаба йыуыусы килгән булған. Тик икенсе тапҡыр, сәбәбен дә әйтмәй, түрәләр ниңәлер уны кире ҡайтарып ебәргән. Югай ҙа, Рабиға әбей ҙә шуға бик асыулы йөрөй. “Хәҙер икәү генә йыуырға тейешме ни беҙ был бөтмәҫ һауыт-һабаны!? Былай ҙа ҡулдар ҡалманы химиянан!”, – тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Ысынлап та, ниңә? Түрәләрҙең позициялары һис аңлашылмай.
Ниһайәт, ялым тамамланыуға яҡынлашты. Ваҡытлы коллективым менән йылы итеп, ҡосаҡлашып айырылышабыҙ. Шул арала бер-беребеҙгә эҫенешеп тә бөткәнбеҙ икән... Донъя хәлен кем белә, бәлки, киләсәктә тағы ошо компанияға мөрәжәғәт итергә тура килер, тип, бер ялды, яҡын-тирәләге кафеларҙы йөрөп сыҡтым. Минең уйым – майҙаны бәләкәйерәк булған нөктә табыу ине. Бына береһе, Үҙәк баҙарҙан алыҫ түгел. Инеп, бер сынаяҡ сәй менән бәлеш алдым да, эргәлә иҙән йыуып йөрөгән хеҙмәткәргә өндәштем:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ бында тик иҙән генә йыуаһығыҙмы?
– Юууҡ, туғаным, был кафела мин бер үҙем генә эшләйем. Үҙем һатам, үҙем һауыт-һаба йыуам, иҙән дә минең өҫтә, – ти. Аңлашылды. Әйтәм, йөҙө таныш – бая прилавка артында һатып торған ул икән.
...Ике аҙна үткәс, Айгөлгә шылтыраттым. Аш таратыусы Саша, “Настенька”, шешлек әҙерләүсе Артем бер-бер артлы эштән киткән. “Мин дә яйлап ҡуҙғалырмын, ахыры, аяҡ ҡалманы, етмәһә, бөйөрҙәр ауырта башланы”, – тине Айгөл. Ҡалырғамы-юҡмы тип икеләнеп йөрөүе икән.
Бер көндө Айгөл “Бәйләнештә” сайтында: “Аяҡтар шешеп, китте. Ике төрлө туфлиҙы алыштырып ҡараным – файҙаһыҙ. Берәй аҙна йөрөйөм дә, үҙемдең төп һөнәрем буйынса эш эҙләп ҡарайым”, – тип яҙҙы. Ләкин ике көн дә үтмәне, ул китергә ғариза яҙыуын әйтте.
– Каринаның бәйләнеүе һуңғы тамсы булды, ахыры, – тине ул.
Баҡтиһәң, ике ҡыҙ, арманһыҙ булып йүгереп арығас, сисенеү бүлмәһенә инеп сәй эсеп алырға булған. Биш минут та үтмәй, Карина йүгереп ингән һәм, оҙаҡ ултыраһығыҙ, тип аҡырына башлаған. Былай ҙа һуңғы сиктә йөрөгән Айгөл түҙмәгән – шул көндө үк китергә ғариза яҙған. Әлбиттә, хужабикәнең уны ебәргеһе килмәгән, “Ауыр булғас, әйҙә, икмәк бешереүсегә өйрәтәбеҙ”, – тип өгөтләй башлаған, әммә Айгөл үҙ һүҙендә ныҡ торған. Кеше тапҡансы тип кенә тағы бер көнгә ҡалырға риза булған.
–Таптылармы һуң һиңә алмаш?
– Бер практика үтеп йөрөүсе йәш ҡыҙ килгән ине, эшләй алырмы-юҡмы инде. Хатта миңә ярҙам ғына итеп йөрөһә лә, төш ауыуға: “арыным” тип иламһырай башланы, - ти.
– Ә Рабиға әбей, Югай апай нисек, эшләйҙәрме?
– Юу-у-ҡ, улар әллә ҡасан уҡ бер-бер артлы китте бит инде – икенсе һауыт-һаба йыуыусыларҙы алдылар. Береһе хирургияла шәфҡәт туташы булып эшләгән. “Ниңә бында килдегеҙ?”, – тип һорағайным: “Эш еңелерәк булыр, тип уйлайым”, – ти. Мин шул һуңғы көн эшләгәндә кис телен арҡыры тешләп ҡайтып киткәйне, аҙаҡ килдеме икән, юҡмы, белмәйем, – тине Айгөл.
Кадрҙар бүлегендәге оҙон сират иҫкә төштө. Компания өсөн был ғәҙәти хәл, күрәһең: берәү китә, икенсе килә, уларға барыбер.
Яңыраҡ, юл ыңғай, ҡыҙыҡһыныуым еңеп, тағы шул кафеға инеп сығырға булдым. Ҡараһам, мин белгәндәрҙән бер генә хеҙмәткәр йөрөй! Ҡыҙ үҙе кондитер әйберҙәре һатып тора. Күптән түгел генә үҙем тир түккән таныш, оҙон залды күҙҙән үткәрәм. Теге күпме йыуһаң да аҡ таптар ҡалған батмустарҙы икенсегә алмаштырғандар икән. Көн дә ҡат-ҡат ышҡып яфаланған иҙәнгә күҙем төштө. Бысраҡҡа ҡатҡан. Ишектәге быялалар ҙа бармаҡ эҙҙәре менән сыбарланып бөткән. Иҫ китте – бер генә тап күренһә лә, енәйәтсене тотҡандай, килеп ҡаты киҫәтеү яһап китәләр ине, ә хәҙер ҡул һелтәгәндәр, күрәһең... “Иҙән йыуыусы ла юҡ. Алмайҙар. Көнөнә бер тапҡыр, алмашлап, смена аҙағында үҙебеҙ йыуып ҡайтып китәбеҙ”, – тине кондитер ҡыҙ.
Яңыраҡ интернет селтәрендә бер сайтҡа юлыҡтым. “Эш биреүселәрҙең “ҡара” исемлеге” аҫтында бер аноним авторҙың комментарийы бар: “...Улар бер төркөм кешене эшкә алалар. Түҙеп торғоһоҙ ауыр эш шарттарынан арып, китергә ғариза яҙғас, уларҙы шунда уҡ икенсе төркөм алмаштыра, һәм был шулай дауам итә. Эш биреүселәрҙе кадрҙар алмашыныуы һис кенә лә борсомай, сөнки ҡол хәлендә ауыр эш эшләгәндәр арҡаһында улар ярайһы уҡ яҡшы килем алып өлгөрә... Ҡот осҡос эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ заманында эш биреүселәрҙең ҡаты талаптарына буйһоноп, әҙ генә аҡса табыу өсөн ябай хеҙмәткәр баш баҫып эшләргә мәжбүр...”
Барыһы ла алдан уйланған ҡырағай сәйәсәтме әллә был? Улай булһа, күп урында ябай эшселәрҙең хеҙмәте иҫ киткес арзан, осон-осҡа ялғарлыҡ ҡына баһаланыуына аптырарлыҡ та түгел шул. Быларҙы уйлап, ҡурҡыныс булып китә, хатта. Артабан нимә булыр?

Миңзилә ХӘКИМОВА
Өфө ҡалаһы

P.S. Хәҙер бит интернетта һәр кем төрлө эшкә баһа бирә ала, йәғни, кем ҡайҙа эшләгән, йәиһә эшләп киткән, шул турала яҙа, +, - ҡуялар. Мәҡәләмде яҙып бөткәс, юғарыла яҙған компания хаҡында ла иғтибарға лайыҡ мәғлүмәткә юлыҡтым. Бына бер миҫал: “Хеҙмәткәрҙәр баһаһы” тип аталған сайттағы күп һанлы кире комментарийҙарҙың береһе:
“Артығын эшләтеү – был компанияның төп маҡсаты. Кассир булып урынлашҡайным: иҙән дә йыуҙым, залда ҡунаҡтарҙы ла ҡараным, логист булып та эшләнем. Әгәр ҡол хәлендә йөрөргә теләмәһәгеҙ, был компанияны урап үтегеҙ, сөнки етәкселәре һеҙгә буш урынға ҡараған кеүек ҡараясаҡ...”
Бик күп минус билдәләре. Ләкин плюстары ла бар. Ни өсөн плюс ҡуйғандар, тиһегеҙме? Яҙғандар: “Берҙән-бер ыңғай яғы – коллективы һәйбәт ине” һәм – нөктә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»

Яңы йыл мажаралары (Сценарий )

Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)

27.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


Ап-аҡ ҡарҙар өйөрөлөп яуа, Көҙҙөң ябып һуңғы эҙҙәрен...

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)

21.11.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (16.11.2018)