RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә

25.08.2018 Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә

Тормош  үҙе  йәшәргә  өйрәтә
Бер таныш апайҙың әллә нисә йылдар көмөшкә ҡыуыуын ишетә инем инде.
Бер ваҡыт ауылға ҡайтһам, илап тора.
– Бынау күрше ҡатын ҡыҙы менән минең өйгә инеп тороп эстеләр ҙә, ике «полторушка» самогонымды бушлай тартып алып сығып киттеләр! Ҡулына йәбешкәйнем, ҡыҙы аяғыма тибеп, битемә һуғып тороп сығып китте! Оятһыҙҙар! Бына аяғым атламай хәҙер, – ти, иламһырап.
– Дауаханаға барып, справка ал. Туҡманылар, тип судҡа бирерһең, исмаһам, – тинем юрый.
Теге апай асыуынан ырғып китте.
– Һин нимә, мине төрмәгә ултыртҡың киләме?! Хәҙер самогон һатҡан өсөн, беләһеңме, ни эшләтәләр?!
Шул ваҡыт ҡына мин уға: «Белгәс, сәмәй ҡоймаҫ инең, һатмаҫ инең! Ҡоймаһаң, туҡмалмаҫ та инең!» – тинем.
Тормош бит ул. Нисек йәшәргә үҙе аңлата. Аңламағандарҙы туҡматып та, типкеләтеп тә!

Илһамлы Нур.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Яңы йылым, үт түргә! (байрам сценарийы)

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)

17.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)


Табыштырған, ҡауыштырған Яңы йыл!

Яңы йыл сценарийҙары

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яңы йыл сценарийҙары


Яза (Хикәйә)

15.12.2018 - Әҙәбиәт Яза (Хикәйә)


«Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)

10.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

09.12.2018 - Әҙәбиәт ЗӘҢГӘР ТРАКТОР


Хеҙмәттәшемдең  ире менән ҡауыштыҡ

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)

04.12.2018 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


Һуңғы хат

01.12.2018 - Әҙәбиәт Һуңғы хат


«Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»