НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Талантлы шағир һәм драматург Рәмил Ҡол дәүләт исемендәге премия һеҙҙе көтә

Талантлы шағир һәм драматург Рәмил Ҡол дәүләт исемендәге премия һеҙҙе көтә


«Йәшлек» гәзите йәштәрҙең талантын асыу һәм уларҙың ижади әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү эшен эҙмә-эҙлекле һәм арымай-талмай башҡара. Рәшит Сол­тан­гәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы, Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр бәйгеһе – быға асыҡ дәлил. Был конкурстарҙа ҡатнашҡан төплө ижадсылар ҙа, хис-тойғоларын түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙға төшөрөүселәр ҙә, ҡәләмгә яңы тотоноусылар ҙа – барыһы ла «Йәшлек»те дуҫы, серҙәше, фекерҙәше кеүек күрҙе һәм күрә. Шулай уҡ талантлы прозаик Рәшит Солтан­гәрәев һәм һәләтле шағирыбыҙ Рәйес Түләктең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә гәзиткә рәхмәт әйтеүселәр күп.
Быйыл беҙ, «Йәшлек» Башҡор­тостан йәштәре гәзите, Башҡортос­тан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты (әйткәндәй, урындағы ҡоролтайҙар араһында халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-йәшнәп иң әүҙем эшләгәндәр – әбйәлилдәр), ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил Ҡол Дәүләт (Рәмил Дәүләтҡолов) исемендәге әҙәби премия булдырҙыҡ. Маҡса­тыбыҙ бер: аяуһыҙ сир арҡаһында беҙҙең аранан иртә киткән Рәмил Ҡол Дәүләттең исемен мәңгеләштереү һәм, әлбиттә, Рәмил, Рәйес кеүек йәш таланттарҙы асыу, башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү.
Яңы конкурста кемдәр ҡатнаша? Йыл буйы гәзит битендә һәр ижадсының әҙәби әҫәрҙәре донъя күрәсәк. Жанрҙа ла, темала ла сикләү юҡ. Хикәйәләр, шиғыр­ҙар, нәҫерҙәр, бер шаршаулы пьесалар, новеллалар һәм поэмаларға, башҡа ҡыҫҡа жанрҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Бер генә сикләү – күләм. Тимәк, оҙон повесть, роман һәм ике шаршаулы пьесаларға гәзит битендә урын табыуы ауыр буласаҡ. Ләкин лайыҡлы һәр әҫәр гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ. Башҡа баҫмаларҙа баҫылған әҫәрҙәр премияға дәғүә итә алмай. Бер үк автор бер нисә жанрҙа әҫәрҙәрен тәҡдим итә ала.
Премия йыл аҙағында, абруйлы жюри һәм ойоштороусылар фекеренә таянып, иң шәп әҙәби әҫәр авторына биреләсәк. Төп бүләк – ноутбук.


Мөхәрририәт.

Сығыу ваҡыты 8-01-2011, 14:36 | Ҡаранылар: 2044

14 января 2011 17:59 | Морат | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

Бик шэп идея. Рэхмэт хинэ Йэщлек!
|
  • Мәртәбәле конкурсҡа рәхим итегеҙ!
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйге дауам итә
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!
  • Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!
  • Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс тамам
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM