RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үәт, ҡыҙыҡ! (18.05.2018)

Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (18.05.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (18.05.2018)
Дүрт йәшлек Марат әсәһенә илап килә.
– Нимә булды, улым?
– Атайым сүкеш менән бармағына һуҡты.
– Ә ниңә һин илайһың?
– Көлгәйнем…
* * *
– Әлеге ваҡытта Рәсәйгә дәғүәһе булмаған бер генә американлы билдәле.
– Кем?
– Колорадо ҡуңыҙы.

* * *
Ире һунарҙан ҡайтҡас, кәләшенә һөйләй:
– Төлкө бигерәк хәйләкәр ҙә инде. Бөгөн береһен атҡайным, яҡыныраҡ килеп ҡараһам, эт ята!

* * *
Тау аҫтында Бөркөт менән Чебурашка ял итеп ултыра.
Бөркөт:
– Нимә, киттекме?
–Туҡта инде, ҡолаҡтарым бер аҙ ял итһен дә.
* * *

Бер сибәркәйҙе ҡарағас, табип былай ти:
– Ханым, һеҙгә яҡшы хәбәр әйтә алам…
– Ғәфү итегеҙ. Мин ханым түгел, ә – туташ.
– Шулаймы ни әле? Ул сағында, туташ, һеҙгә насар хәбәр әйтергә мәжбүрмен. Һеҙ йөккә уҙғанһығыҙ.

* * *
– Туйыбыҙҙың йыллығына һин миңә нимә бүләк итерһең икән?
– Киләһе йылға алҡалар бүләк итермен.
– Ә быйыл нимә?!
– Ҡолағыңды тиштерә тор.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад