RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)

15.04.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)
Магазинда.
– Әбей, был аҡсаға һин бер нәмә лә ала алмайһың. Сөнки был ялған аҡса.
– Ә мин алырға ла йыйынмайым. Уны ваҡлап ҡына бирегеҙ.

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Күҙ алдына килтерәһеңме?! Ирем кисә таңғы биштә ҡайтты. Мин йоҡлаған булып яттым. Ултырғыс алды ла, карауат янына килеп, миңә ҡарап ултыра. Түҙмәнем: «Нимә эшләп ултыра­һың ул?» – тип һораным. Белә­һеңме, нимә ти? «Ҡәҙерлем, беренсе рәттән урын алдым. Концерт башланғанын көтәм», – ти.

* * *
Улы – әсәһенә:
– Әсәй, мин тағы йөрөп киләйем әле.
– Иҫәрләнеп бараһыңмы әллә? Бер сәғәттән ЗАГС-та һинең регистрация башлана!

* * *

Ҡатын төндә зыярат янынан үтеп бара. Ҡаршыһына бер ир осрай. Ҡатын унан оҙатып ҡуйыуын һорай. Бергә баралар икән былар, ир көләмәстәр һөйләп көлдөрә.
Ҡатын:
– Һеҙ бигерәк күңелле кеше икән!
Ир:
– Их, һеҙ мине тере ваҡытта күргән булһағыҙ…
* * *
Ир менән ҡатын интернет аша яҙыша.
Ир:
– Һеҙҙең буйығыҙ күпме?
– 145 cм.
– Һеҙ бәләкәй генә принцесса икән дә… Ә ауырлығығыҙ?
– Ауырлығым тағы ла аҙыраҡ, 120.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)