RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гөлгизәр Фәйзи - “Барса ғаләм, гүйә, моң бишеге...”

28.03.2016 Гөлгизәр Фәйзи - “Барса ғаләм, гүйә, моң бишеге...”

Гөлгизәр Фәйзи -  “Барса ғаләм, гүйә, моң бишеге...”Шағирә Гөлшат Әхмәтҡужинаның (Гөлгизәр Фәйзи) ижад ынйылары менән танышайыҡ.
Көтмәйем
Аңлауҙарын мине һис көтмәйем,
Үҙ-үҙеңде аңлау хатта ҡыйын.
Донъяларым бөтөн ҡалыр ине,
Хис-тойғомдо ғына булһа тыйып.

Ғәйбәттәрҙе инде ишетмәйем,
Ҡаплап булмай әҙәм ауыҙҙарын.
Ишле бәхет эҙләп, әле бына
Донъяларҙа ишһеҙ ҡалыуҙарым.

Рәнйемәйем хәҙер яҙмышыма,
Хаҡ Тәғәлә яҙған даланым – шул.
Моронлағанда уҡ һыңар ҡанат
Булып тыуған минең ырыҫ ҡошом.

Фәрештә инем
(Бер ҡатын ауыҙынан)

Мин фәрештә инем аҡ ҡанатлы…
Ҡырҡ йәшемдә шайтан тоҡомоноң
Тоҙағына килеп эләккәс,
Шайтанбикә булып әүерелдем,
Үҙем яһил, үҙем көләкәс.
Ҡаға-һуға торғас, яҙмыш мине
Әйләндерҙе иблис бисәгә.
Иблисбикә булып,
был донъяның
Ут-ғазабын кистем нисәмә.

Тамуҡтарҙа йәнем әрнеп янды,
Һандалдарҙа тәнем ҡыйналды.
Күҙем йомоп, утлы ялҡын эстем,
Аңлап тормай Хоҙай тыйғанды.

Күпме йәнде үҙем утҡа һалдым,
Шаҡ ҡатырып фани донъяны.
Әммә шайтан, иблис булып хатта
Яһиллыҡта, зәһәр уҫаллыҡта
Бәндәләрҙән уҙып булманы.

Бәлки, теге донъяларҙа?..
Ер ҡабаланып әйләнә,
Ҡояш та йәһәт байый.
Йондоҙҙар сағыу түгелдәр,
Мөғжизә түгел айым.

Тулған икән бөгөн… нисәм?
Хәстәрҙән шиңә иңем.
Түшәгем – һыуыҡ,
ҡайҙарҙа
Аҙашып ҡалған тиңем?

Хыялдағы ишем ҡайҙа?
Төш булды микән бары?
Ваҡыт еле маңлайыма
Сырыш биҙәген һырый.

Һирәгәйә һаман дуҫтар,
Һүнә-һүрелә йәнем.
Бәлки, теге донъяларҙа
Килеп табырһың, йәрем?..

Йондоҙ, тиһәм…
Бөгөн йәнә йондоҙ яуҙы күктән…
Бындай матурлыҡты
Күргәнем юҡ ине күптән.
Хайран итеп, төнгө сикһеҙлекте
Байҡаным мин бөгөн.
Әйтерһең дә, ем-ем емелдәгән
Балҡыр йондоҙ үҙем.
Күңелемдең гәлсәр кеүек мәле
Һағындырҙы шул саҡ.
Күҙҙәремдә бөтә донъя балҡый,
Эскерһеҙмен, алсаҡ.

Барса ғаләм, гүйә, моң бишеге,
Бәндәләрҙә тик изгелек күрәм.
Наҙлы һүҙҙән үҫә ҡанаттарым,
Күккә тейә түбәм…
Эй, ғәжәйеп бер миҙгелем
минең,

Ҡалдың инде йыраҡ…
Йондоҙ тиһәм…
Төпһөҙ төнгөлөктә
Сәсрәй икән
Минең һуңғы сыраҡ…

Бармы берәй ышығы?
Була мәлдәр:
Үҙ-үҙеңде
Яратыуҙан туҡтайһың,
Айға ҡарап олойһоң да
Үкенестән һыҡтайһың.

Үҙеңде яратмауҙан да
Ауыр тойғо бар микән?
Ҡанһырап тулаған йәнгә
Киң йыһан да тар икән.

Башты ташҡа бәрер мәлем
Ошо микән, ошомо?
Рашҡынан күшеккәндә
Юҡ шул берәй ышығы…

Юҡһың инде…
Яҙҙар быйыл үтә һалҡын килде.
Умырзая сәскә атманы.
Ҡыҫыр яландарҙа – бер
яңғыҙым,
Эҙҙәреңде һинең тапманым.

Аһ, йәйҙәре…
Әллә нисек булды,
Ҡыуарып та көйгән ҡыр-болон.
Мин Саҡ булып таңдар
аттырғанда,
Һин саҡырҙың мине Суҡ булып.

Көҙҙәр…
Көҙҙәр!
Алтын биҙәгенән
Мәхрүм итте быйыл донъяны.
Офоғонда инде йәйғор түгел,
Ялған ялағайҙар уйнаны.

Ҡыштар килде…
Аҡ ҡарҙары ҡайҙа?
Ҡорғаҡһыған ерем ярыла.
Һин эргәмдә юҡһың…
Яҙҙың – яҙса,
Ҡыштың ҡышса мәлен һағынам…

Көйләп йөрөй буран…
Һуңғы йырҙы беҙ икәүләп
яҙҙыҡ…
Зар иланыҡ бергә аҙаҡтан.
Беҙ икәүҙең бәхет йондоҙобоҙ
Ҡай тарафта икән аҙашҡан?

Яҙмыш ҡыйнауынан әллә күңел
Һуйыр таштай ҡатып ҡалғанмы?
Яңылыштыҡ йәнә, хаҡтыр, тиеп,
Сираттағы әсе ялғанды.

Күҙҙәремә ҡарап, һөйәм, тинең,
Һинһеҙ, тинең, йәшәй
алмамын…
Ҡыуан елдәр йәнем талағанда,
Үҙең мине яҡлай алманың.

Яҙҙыҡ бына һуңғы йырыбыҙҙы…
Көйләп йөрөй уны бурандар.
Кем йылытыр хәҙер һине, мине,
Дауылдарҙа өшөп-туңғанда?..

Тынлыҡ…
Телевизор һүнде,
Радио ла…
Ҡолаҡтарҙы яра
Ҡара тынлыҡ.
Үткәндәрҙең
Үкенес ауаздары
Сүкей мейене
Тызып-тызып.
Тынлыҡ…

Дицебелдар ғына
Үлсәй алмай
Тынлыҡ тауышын…
Һыуыҡ, һыуыҡ…
Күңелемде йәнә
Шомға һала
Ауыр тынлыҡ.
Тынлыҡ геүләй:
Тормай тынып.
Һыуыҡ.

Иртәгәмдең
Яҡты өмөттәрен
Селпәрәмә һуға
Һөмһөҙ тынлыҡ…
Тышта эт өргәне
Ишетелде:
Баҫып килгән
Емергес ауаздарҙы
Үтте һыҙып.
Тынлыҡ.

Ҡабыҙҙым радионы.
Йыр аҫтында
Йоҡо эленә
Керпектәргә.
Сигенә тынлыҡ…
Ҡосаҡлайым
Мендәремде…
Һыуыҡ….

Дуҫтар китә
Ҡара ҡоҙғон булып
Йәнде сүкей
Араларҙан
Дуҫтар китеүе.
Ошо микән яҙмыш шаярыуы,
Ошо микән ғүмер үтеүе?
Әүәлерәк мең йыл йәшәһәм дә
Туймаҫ кеүек инем.
Был тормошҡа мөхәббәтем
һүнмәҫ,
Ул – ғүмерлек, тинем.
Әле бына ғәжәп итеп ҡуям,
Йөҙ йыл йәшәү хатта
һиҫкәндерә:
Йәнде һалып тамуҡ уттарына
Китә дуҫтар, китә…

Табалманым…
Аҡтарһам да, табалманым
Хаттарыңдың аҡ көлөн.
Һағынмаған төндәрем юҡ,
Уйламаған юҡ көнөм.

Миңә яҙған һәр бер хатың
Дөрләп янды усаҡта.
Ҡайһылай ҙа тәкәббермен,
Һалҡын инем ул саҡта.

Мөхәббәттең ҡанаттарын
Өткәнмен бит уттарға.
Һөйөүеңде һанламайса,
Әүрәгәнмен юҡ-барға…

Үкендең дә, үкенмәнең…
Хәҙер инде ни файҙа?!
Хәтеремдә һине ҡалдыр,
Тип ялбарам Хоҙайға…










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)