RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәржемәләр

05.02.2016 Тәржемәләр

Крәҫтиән һәм арыҫлан

Румиҙан


Кинәйәле хикәйә
Бер төндә арыҫлан
Ауыл ситендәге аҙбарға ингән.
Аҙбарҙағы һыйырҙың башына
еткән,
Бер сәғәт тә үтмәгән – итен ашап
бөткән.

Һыйыр урынына ятып йыртҡыс ял
иткән.
Ә был ваҡыт өй хужаһы уянып
киткән.
Ут яндырмай тышҡа сығып
ҡарай ҙа,
Һыйырым тора микән, тип,
һарайҙа.

Аҙбар эсенә үк килеп ингән ул,
Һыйыр ятҡан ергә эйелгән ул.
Яратып һыйпаған арыҫлан
арҡаһын,
Һөйөп һыпырған уның
ҡабырғаһын.

«Һыйырым тип уйлап, мине
һыпыра,
Ике аяҡлы ишәк, мәхлүк, һәпрә, –
Тип көлөп ятҡан януарҙар
батшаһы, –
Төндә һуҡыр шул әҙәмдең
барсаһы.

Яҡтыла минең янға кем килә алыр,
Миңә ҡулы менән кем тейә
һалыр?!
Көндөҙ мине күрһә, ҡото
осор ине.
Ҡурҡыуҙан үт ҡыуығы һытылыр
ине».

* * *
Һәр нәмәнең башта эс яғын ҡара,
Тышҡы ҡиәфәтенә ышанып
барма!

Шым ғына
Некрасовтан


Мин билдәһеҙ, һеҙҙән
һораманым
Маҡтау һүҙе, аҡса, шөһрәттәр.
Шиғриәтем – керһеҙ ижад
емешем,
Ялдан йолҡоп алған сәғәттәр.

Өркәк хистәремде эшкә ҡушып,
Иҫәрҙәрҙе данға күммәнем.
Хәшәрәттәр менән
берләшмәнем,
Илдә байлыҡ даулап йөрөмәнем.

Киң Рәсәйҙең тынсыу, тар юлынан
Ғүмерҙәр бит аға тын ғына.
Ҡурҡыу белмәҫ Музам, тажын
кейеп,
Ҡамсы аҫтында үлде шым ғына.

Мәҙәксе боҙоҡ ҡатынға өйләнгән Румиҙан

Эй, мәҙәксе, өйләнәм, тип
һөйләндең,
Ниңә бик боҙоҡ ҡатынға
өйләндең?
Килмәнең бит минең янға
кәңәшкә,
Берәр ҡыҙҙы табыр инем
кәләшкә.

Эй, падишаһ, туйҙарымда
булдың бит,
Туғыҙ ҡыҙҙы кәләшлеккә
алдым бит.
Туғыҙы ла дөрөҫ юлдан яҙҙылар,
Биткәйемә ҡара яғып аҙҙылар.

Боҙоҡ затты индерҙем мин йортома,
Бәлки, унан йүнле ҡатын сығыр,
тип.
Кем уйлаған, аҡылһыҙлыҡ еңер,
тип
Аҡыллылыҡ мине ергә йығыр, тип.

Сүллектә барғанда

Сәғҙиҙән


Сүллектә барғанда берәү
Сарсап китеп йығылған.
Күҙ алдына шишмә килеп,
һыуы күҙгә салынған.

«Мин бәхетле булыр инем,
Үлһәм һыу упҡынында.
Үле кәүҙәм йөҙөр ине
Дингеҙҙең тулҡынында», –

Тип әйткән ул иптәшенә,
Ә йән дуҫы былай ти:
«һыу эсендә үлдең ни ҙә,
Сүлдә ятып үлдең ни».

«Мин ынтылам һыуға түгел,
Дөрөҫлөктө күрергә.
Рухымдың океанында
Йөҙә-йөҙә үлергә.

Кем дөрөҫлөктө ярата,
Кемдәр ҡыйыу үлгәнсе,
Шул упҡындарға ташлана
Ҡурҡыуҙы белмәйенсә.

Белем океанына сумған
Дөрөҫлөктө беләсәк.
Ғәҙеллекте эҙләй торғас,
Тулҡынында үләсәк».

Зинаға
Н. Некрасовтан


һин йәшәргә әле хоҡуҡлыһың,
Минең көнөм әҙер һүнергә.
Мин үлгәс тә даным юҡҡа сығыр –
Килерһеңме мине күмергә?

Яҡты йондоҙ булып янып килмәҫ
Дан-шөһрәттәр минең исемгә.
Миңә кәрәк түгел шан-шәүкәттәр,
Улар ҡунмаҫ минең есемгә.

Миңә шағир булып китеү өсөн
Ҡамасаулыҡ итте көрәшем.
Яугир булам тиеп, була алманым:
Ҡамасауланы йырым – йәнәшем.

Кемдәр хеҙмәт итә был донъяла
Бөйөк маҡсаты өсөн быуаттың,
Кемдәр халҡы өсөн утҡа инә,
Шулар үҙ дәүерен аша атлар.

Унсуриҙан

Ҡоҙғон әйткән ыласынға:
Икебеҙгә лә күк ҡыйыҡ,
Икебеҙ ҙә маһир ҡоштар,
Тигеҙ хөрмәткә лайыҡ.

Тигән ыласын: “һүҙең дөрөҫ –
Икебеҙ – маһир ҡоштар.
Әммә беҙҙең арала
Ҙур ғына айырма бар.

Мин ашап бөтмәгән итте
Ер батшаһы ла ашай.
Мәйет ейеүсе булараҡ,
Һин – емтек ашаусы ҡош”.


Дөйә, ишәк һәм үгеҙ бәхәсе
Румиҙан


Дөйә, ишәк, үгеҙ юлда барғанда,
Бесән бәйләмен табып алғандар.
Үгеҙ: “Бесән менән нисек итәбеҙ?
Был төйөндө нисек итеп сисәбеҙ?
Туймабыҙ, тим, уны өскә
бүлешһәк,
Йәшең оло, аҡыл бирсе, ишәк!”
Ишәк аҡыл һорап йөрөмәгән,
Үҙ мәнфәғәтен ситкә типмәгән:
“Бесән бирелһен иң ҡартыбыҙға,
Күнерһегеҙ,тим, шартыбыҙға”.
Үгеҙ әйткән ти: “Иң ҡарты миндер,
Әле Әҙәм мине егеп һөрҙө ер”.
Ишәк әйткән ти:
“Шаһит бер Алла,
Мине үҫтерҙе бәйғәмбәр
Хәлиулла”.
Былар алдашҡас һәм мутлашҡас,
Дөйә бесәнде тешләп күтәрҙе –
Ҡарашы менән ғорур ҡиәфәттә
Әйткән, ти, дөйә байҡап күктәрҙе.
“Бәхәсләшмәйем, һеҙ олораҡтыр,
Ә минең муйын оҙонораҡтыр.
Ышандырмағыҙ мине йәш түгеп,
Әммә мин үҙем һеҙҙән йәш
түгел”.

Ауылыбыҙға килһәң

(Чжен (Ҡытай) батшалығының
йырҙары)


Джун! Килмә беҙҙең ауылыбыҙға,
Килһәң, кәртәләрҙе ватмай ин.
Кәртә нимә генә: иң мөһиме –
Тағы һөйөшөрбөҙ икәү беҙ.

һинең төндә килеп йөрөүеңә
Атам-әсәм риза түгелдәр.
Уларҙың бит ҡәһәре
төшмәһен тип,
Дер ҡалтырап тора был теҙҙәр.

Емергәндә баҫыу кәртәләрен
Йәлләр инең мамыҡ баҫыуын.
Мамыҡ баҫыуы ла нимә генә:
Һин шаштырҙың йөрәк ярһыуын.

Джун бәғерем, һине һөйгән өсөн
Асыу тота өлкән ағайҙар.
Ағайҙарҙың һүҙен тыңламаһам,
Улар миңә тешен ҡайрайҙар.

Минең янға килһәң, баҡсабыҙҙа
Сандалийыңды сисеп ҡалдырма.
Мин ҡурҡамын бигерәк
ғәйбәттәрҙән,
Ғәйбәтселәр теленән яндырма.

Хәйер, нимә генә ғәйбәтселәр:
Джун бәғерем, һине яратам.
Башҡаларға китеп бармаһын тип,
Мин үҙемә һине ҡаратам.

Ҡолдар хәле
Николай Гумилевтан


Иртәнсәккәй ҡоштар уяна,
Һайрар өсөн ярһып елкенеп.
Сымылдыҡтан сыға европалы,
Ҡамсы менән яман һелтәнеп.

Йәшел селтәр менән битен
ҡаплап,
Күләгәгә инеп ултырып.
Виски тигән инглиз араҡыһын
ҙур һауытҡа һалып тултырып.

Шуны эсә-эсә ҡолдарының
Арҡаларын яра ҡамсылап.
Негрҙарҙың ҡара тәндәренән
Ҡандар ағып төшә тамсылап.

Европалы үҙенең ҡолдарынан
Ҡасыр тигән малды көттөрә.
Таҙарттыра үҙенең кейемдәрен,
Сусҡаларҙың башын өттөрә.

“Ҡояш байып бара. Әйтерһең дә,
Мал көтөүен яба һарайға.
Йүнләп ашатмайса ас ҡолдарҙы
Индереп бикләп ҡуя һанай ҙа.

Ҡол биләүсе кешегә
маҡтанырлыҡ:
Утлы ҡоралы бар өйөндә.
Ҡундарынан төшмәҫ ҡамсыһы ла,
Ҡылыс эленеп тора сөйөндә.

Эстән генә ҡолдар уйлап йөрөй:
“Эй, хужабыҙ, нығыраҡ тей йәнгә,
Һинең тәнең йомшаҡ, нескә генә –
Хәнйәр еңел инер ул тәнгә”.

Майҙай иреп йоҡланым.

Марс НУРИЕВ тәржемәләре.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)

Ҡара ҡылыҡ...

13.07.2019 - Әҙәбиәт Ҡара ҡылыҡ...


“Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә,  Үткән тормошомдоң ауазы...”

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)

09.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.07.2019)


Ояһында ни күрһә...

07.07.2019 - Әҙәбиәт Ояһында ни күрһә...


Рәнйеш (Хикәйә)

06.07.2019 - Әҙәбиәт Рәнйеш (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)

02.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.06.2019)


Кәкүк атай зары

26.06.2019 - Әҙәбиәт Кәкүк атай зары