НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ

КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ


* * *
Өлкәнерәк малайҙар тары башағы йьйырға бара икән һәм юл ыңғайы мине лә саҡырҙылар. Атай-әсәйем башаҡ йыя алыуыма ышанмаһа ла, ике туған Наил ағайыма ғына ышанып ебәрҙеләр. Ә был эш бик ауыр ҙа түгел икән. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр өйгә ашарға яраҡлы нәмә алып ҡайта алыуыма ҡыуанып, башаҡ йыям. Яҡында ғына комбайн эшләй. Ҙурыраҡтар комбайнсы янына барҙы һәм ул тегеләргә тары ярмаһы бушата башланы. Был күренеш бик ныҡ кәйефемде ҡырҙы. Мин бит үҙем булдыра алыуымды күрһәтергә теләгәйнем, тоттолар ҙа эште боҙҙолар ҙа ҡуйҙылар. Тоғом тулы инде тип, комбайнсының ярҙамынан баш тарттым. Башаҡтарҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылағандан һуң, әсәйем ярманы йыйып, бутҡа бешерә башланы. Төшкө ашҡа саҡырғансы үҙемә эш таптым: ҡорос тимерсыбыҡты турайтырға булып киттем. Бының өсөн уның бер осон ситәнгә эләктерҙем дә, икенсе яғынан тарта башланым. Ҡапыл тимерсыбыҡ ситәндән ысҡынып китте лә, мин әллә ҡайҙа остом. Ҡайҙа тип уйлай­һығыҙ? Асыҡ ҡар баҙына. Уңышлы ҡоланым, бер ерем дә йәрәхәтләнмәне, әммә унда баҫҡыс булмай сыҡты. "Бутҡаны минһеҙ ашап бөтөрәсәктәр!" – иң ҡайғырғаным бына нимә хаҡында булды. Ҡысҡырыуҙарым өйгә ишетелмәне, үҙем көс-хәлгә кискә генә баҙҙан сыҡтым. Миңә тип ҡалдырылған бутҡа мейестә тора ине – үҙ ғүмеремдәге иң тәмле бутҡа.

* * *

Атайым ҡойма тарта. Таҡта етмәү сәбәпле, ҡойма эшләнеп бөтмәгән. Беҙ үтеп йөрөрлөк бер нисә тар ғына уйым яңы уйын уйлап сығарырға сәбәп булды. Тыҡрыҡҡа береһенән сығабыҙ, ә баҡсаға икенсеһенән инәбеҙ. Мин, өлкәнерәк булараҡ, алдан йүгерәм, ҡустым – арттан. Бына йәнә тыҡрыҡҡа йүгереп сыҡтыҡ һәм инә торған уйымға табан уҡталдыҡ, әммә ҡурҡыныс хәлгә тарыныҡ: Саях бабайҙың күршеләренең ҡотон алып торғанһөҙгәк үгеҙе әллә ҡайҙан тыҡрыҡта, беҙҙең артта хасил булды. Мин уйымға инеп өлгөрҙөм, ә ҡустымды үгеҙ ике мөгөҙө араһына ултыртып, ҡойма аша ташланы, ул ҡурҡып та өлгөрмәне, имен-аман ғына ишек алдына килеп төштө.

* * *

Төбөндә төрлө төҫтәге таштар ятҡан, муйылдар араһынан аҡҡан урман йылғаһы янында атайым атын бәйләне.
– Һин арбала ултырып тор, ә мин диләнкәгә барып киләм, – тине лә, һыу аша һикереп сығып, урман эсенә инеп китте. Мин йылғаны күҙәтәм, ул тын ғына аяғым аҫтында ниҙер шыбырлай һәм бер нисә аҙымдан һуң ҡуйы үҫемлектәр араһына инеп юғала. Тирә-йүндә ҡоштар һайрай, ҡайһы берҙәре, кешеләр кеүек һүҙҙәр әйткәндәй: "Атайыңды юғалттың, атайыңды юғалттың", – тип ирештергән кеүек. Миңә күңелһеҙ булып китте һәм атай артынан юлландым. Йылға аша һикереп сыҡтым да, атайым әле саҡ киткән беленер-беленмәҫ кенә һуҡмаҡтан атланым. Әммә һуҡмаҡ тиҙ арала ҡуйы үҫемлектәр араһында юғалды. Кире боролорға уйлайым, әммә бик тиҙ аҙашыуымды аңлайым. Тау итәгендә үҫкән минән дә оҙонораҡ сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар араһына барып сыҡтым. Ҡулымды, битемде һыҙыра-һыҙыра, тауға менәм. Бына ҡайҙан мин арбаны күрәсәкмен, тип уйланым. Бына, исмаһам, бейеклек! Әммә атты күрмәнем, уның ҡарауы, алыҫта ауыл шәйләнде. Тауға менеү шул тиклем хәлемде алған, йоҡом килә башланы. Аҡландың ситендә генә ҡарт уҫаҡ үҫә, шунда йоҡлап алыр­ға булдым, йоҡом туйғас, ҡайтырмын әле. Уҫаҡ япраҡтарының шыбырлашыуы мине тиҙ арала йоҡлап китергә өгөтләй. Атайымдың тауышынан уянам, ул илай. Мине табыуға өмөтөн өҙөп, ул да, бейектән ҡарап алырға ниәтләп, бында менгән һәм мине тап иткән... Уҫаҡ япраҡтары шыбырлауын ишетһәм, һәр саҡ тауҙағы ҡарт уҫаҡты, һалдат фуражкаһы кейгән атайымды, уның шатлыҡлы күҙ йәштәрен хәтерләйем...

* * *
Урман – минең өсөн бейек ағаслы, әлегә тиклем билдәле булмаған үҫемлектәре булған серле донъя. Бына беҙҙең иҫке йәшел кәстрүлдә үҫкән фикус кеүек ҙур япраҡлы үҫемлек. Ҡоштарҙың күп төрлө тауышы, бөжәктәрҙең безелдәүе урманға айырым бер серлелек бирә. Яңы ғына сабылған бесән өҫтөндә, арбала ултырам, ат ҡарауыллайым. Атайым үҙенең урман ҡарауылсыһы булараҡ эштәре менән урманға инеп китте лә, ағастар араһында юғалды. Ат һәм арба еҫе, хатта арба ғына түгел, ә дегет еҫе – минең өсөн иң танһыҡ еҫ, сөнки ул тәбиғәткә сәйәхәт менән, әлегә тиклем таныш булмаған донъяны күреү менән бәйле. Яҙ көнө, ҡыштан һуң атай тәүге тапҡыр атты алып ҡайтып, арба күсәрен дегет менән майлай башлауға арба тирәләй иҫебеҙ китеп йөрөй башлайбыҙ. Соландан шулай уҡ ат еҫе килгән ҡамытты алып сығабыҙ. Беҙҙе бер һорау борсой: ҡайҙа бара, кемде үҙе менән ала? Беҙҙең иң ҙур ләззәт – ул атайҙың тубыҡтары араһына ултырыу һәм ғорур ҡиәфәт менән дилбегәне тотҡан килеш тирә-яҡты байҡап, һинән көнләшкән тиҫтерҙәреңде эҙләү. Бына арбаның бөтөнләй икенсе яғынан, урман эсенән атай күренә. Нисек итеп ул бер яҡҡа китеп, икенсе яҡтан ҡайта икән? Ҡулына ҡырағай сейә тулы һалдат фуражкаһын тотҡан. Атайҙың фуражкаһындағы кеүек тәмле сейәне ҡабат ғүмеремдә лә ашағаным булманы.

* * *

Беренсе сентябрь. Бәләкәй Вәрисә өсөнсө класҡа китте. Көн ҡояшлы, тирә-яҡта бөтәһе лә матур һәм тантаналы! Ҡыҙсыҡ мәктәпкә яңғыҙы ғына бара, әсәһенән башҡа! Йәй ҡулдарын һәм аяҡтарын "себешләтеп", уның тәнендә үҙенең ҡотолғоһоҙ эҙен ҡалдырған. Йөҙө ҡояшта янған, сәсе матур итеп үрелгән һәм һыйыр майы менән майлап ҡуйылған. Китаптар һәм төшкөлөккә икмәк һалынған сумкаһы ергә саҡ етмәй ҡала, әммә кисә генә аҡҡа буялған туфлиҙарына, әсәһенең һеңлеһе биргән аяҡ кейеменә, тейә. Бейек үксәле, ялт итеп торған бындай туфлиҙар был көндө тик унда ғына, бер ни тиклем ҙурыраҡ, әммә ул уңай­һыҙланмай. Кешеләр уға ҡарап, моғайын, көнләшәлер әле. Уның туфлиҙарына ҡарап, күлдәгенең терһәк урындары ямалыуын күрмәҫтәр ҙә әле, үҙе лә был хаҡта онотто. Иң мөһиме – үҙаллы мәктәпкә китеп бара һәм бейек үксәле ап-аҡ туфли кейгән! Ул үҙен донъялағы иң бәхетле һәм иң матур ҡыҙ итеп тоя һәм ҡаршыға осраған һәр кем уға ғашиҡтыр төҫлө!

Марат Сәйетов.

(Дауамы)

Сығыу ваҡыты 7-08-2015, 13:25 | Ҡаранылар: 921
|
  • КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ
  • КҮК АТТАҒЫ ҺЫБАЙЛЫ
  • Мәҙәктәр
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Мин, моғайын, башҡа түҙә алмам…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM