НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ижад донъяһына сәйәхәт– ижади осрашыу

Ижад донъяһына сәйәхәт– ижади осрашыу


Ижад донъяһына сәйәхәт– ижади осрашыуӘҙиптәр, күренекле шәхестәр менән осрашыу нәшриәттә матур бер йолаға әүерелгән. Зәйнәб Биишева исе­мендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә «Автограф кө­нө» сиктәрендә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы үтте. Бөгөнгө ижади осрашыу Әҙәбиәт йылында үтеүе менән үҙенсәлекле, тип сә­ләмләне нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡара­баева. Сараны нәшриәт ди­ректоры Илһам Йән­дәүләтов асып, быйыл китаптары сыҡ­ҡан авторҙарҙы тәбрикләне.
Георгий Кацерик рус телендә сыҡҡан «Вчерашнее лицо» тигән китабы тураһында һөйләп үтте. Унда шиғырҙар, поэмалар һәм Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Кәбир Аҡбашев кеүек күренекле башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәренең тәржемәләре, шулай уҡ авторҙың бала сағы, үҫмер йылдары тураһындағы шиғри циклдары урын алған. Әҙиптең әҫәрҙәрендә башҡорт һәм рус фольклоры элементтарын осратырға була, уның шиғырҙары индивидуаль булыуы менән айырылып тора. Сығы­шында ул Бөрйән тәбиғәтенә арнап яҙылған шиғырҙары, социаль-ижтимағи проблемаларҙы күтәргән әҫәрҙәре менән таныштырҙы. Яҙыусының һәр бер һүҙе үткер, тос, йөрәккә үтеп инерлек булды. Автор башҡарыуында йыр ҙа һәммәбеҙгә лә оҡшаны.
Аралашыу барышында Рәшит Назаровтың «Ер һәм йыһан йыры» исемле китабы буйынса фекер алышыу булды. Китаптың төҙөүсеһе Риф Мифтахов сығышында шағирҙың ижадына бай­ҡау яһаны. Тиңе булмаған шағир, Башҡортос­тандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров­тың был китабында, 1962 – 1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған «Гөлбикә» һәм «Һалдат бәхете» тигән ике поэмаһы ла тәҡдим ителә.
– Һәр яҙыусы әҙәбиәт донъя­һында үҙ урынын яулай. Ә инде Рәшит Назаров ижады әҙәбиәттә айырым урын алды. Был йыйынтыҡ бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын үҙ итеүселәргә һағынып көтөлгән бүләк булыр, – тип ышанысын белдерҙе әҙип. Ул тамашасыны өр-яңы көлкөлө шиғыр­ҙары менән ҡыуандырҙы. Дамир Шәрәфет­ди­нов Риф Мифта­ховтың шағирҙың ижадын яңыса асыуға өлгәшеүен билдәләне.
Өсөнсө ҡунағыбыҙ – Мансур Һиҙиәтов тәүге ижад емеше – «Ҡыу ҡарағас» исемле йыйынтығын алып ҡыуанған. Унда автор­ҙың ваҡытлы матбуғатта баҫылған, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡ­һыныу уятҡан «Ҡыу ҡарағас» повесы һәм хикәйәләре туплан­ған. Повесть өсөн материалды ул шәхсән яҙмышынан, йөрәге аша үткән ваҡиғалар­ҙан йыйып туплай һәм әҫәренең бер юлы ла уйлап табылмаған. «Был китабым артабанғы ижадыма илһам сығанағы булып тора», – тип билдәләне автор. Ижади осра­шыу­ға яҙыу­сы Сабир Шәрипов та килгәйне. Ул ижадташ дуҫына киләсәктә яңы әҫәрҙәр һәм уңыштар теләне.
Ошо көндәрҙә Фәрит Әхмә­ҙиевтың «99 робағи» тәүге шиғри йыйынтығы сыҡты. Ете циклға бүленгән дүртюллыҡтарҙан тор­ған баҫма заманса ҡарашлы авторҙың әҙәби традицияларға тоғролоғо, рух һәм тормош ту­раһында фекер тәрәнлеге менән уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Автор һүҙҙәренсә, бөгөн бындай баҫмаларға их­тыяж ҙур, ләкин китап сығарыуы – ауыр эш. Айырыуса республикаға килгән ҡунаҡтар араһында сувенир булараҡ ҙур ҡы­ҙыҡһыныу уятасаҡ, тип роба­ғиҙарҙан «ауыҙ иттерҙе». Йәш шағир Алмас Шаммасов робағи­ҙарҙың тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуы хаҡында белдерҙе.
Ижади мөхиттә үткән йылы осрашыу әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам, дәрт өҫтәне. Әңгәмә ба­рышында ҡыҙыҡһындырған һо­рауҙарға яуап алыу, күмәкләп фотоға төшөү һәммәбеҙҙең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы барышында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Ки­тап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалалары һәм райондарында китаптарҙы күргәҙмә-һатыу ойошторҙо. Март аҙағында нәшриәтселәр Рәсәй Китап сығарыу­сылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Мәс­кәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә, илебеҙҙең мәҙәни тормошондағы оло ваҡиғаларҙың береһендә – «Рәсәй китаптары» милли күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА.

Сығыу ваҡыты 6-03-2015, 10:57 | Ҡаранылар: 813
|
  • “Йәштәр тауышы” яңы исемдәр аса
  • “Йырҙарыма ҡайтам…”
  • ӘҘӘБИӘТ – РУХИ ҠЕҮӘТ
  • Уҡып рәхәтләнегеҙ
  • Балалар йортонда – китап туйы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM