НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кемпинг янындағы быуала
Әҙәбиәт / Проза // Вчера, 15:30


Кемпинг  янындағы быуалаЯмашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, әкрен генә таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙарына мансыла башланы. һыу өҫтөндәге аҡһыл томан яй ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан-асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында – уң яғында Өфө – Сибай юлы һуҙылған – төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап ҡорбандарын баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле – кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-08-2017, 12:16


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йә­шәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.

* * *
Кеше бер саҡ аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”)....

Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 11-08-2017, 11:33


Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:
– Һеҙ ни өсөн рулгә этте ултырт­тығыҙ?
– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…...

“Яҙмышыма минең һис үпкәм юҡ…”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-08-2017, 10:54


“Яҙмышыма минең  һис үпкәм юҡ…”
Танылған шағир, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәккә 10 августа 65 йәш тулыр ине. Халыҡ араһында “Мөхәббәт йырсыһы” булараҡ танылған әҙиптең ижады фәлсәфәүи, фәһемле, уйға һалырлыҡ шиғырҙарға ла бай. Арабыҙҙан иртә киткән шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

...

Иғтибарһыҙ булһаң…
Әҙәбиәт / Юмор // 9-08-2017, 10:00


Иғтибарһыҙ булһаң…Быныһы инде үҙем менән булған мәрәкә хәл. Ғаилә менән ауылға ҡайтырға булдыҡ. Тормош иптәшемә дарыухана янында туҡталырға ҡуштым. Үҙем дарыуҙар артынан инеп киттем. Ҡабалана-ҡабалана сыҡтым да, машинаға инеп ултырҙым. Ирем руль артында ниңәлер юҡ ине. Эй ултырам, эй ултырам, кеҫә телефонымда соҡоноп. Артҡы ултырғыстар­ҙа сит тауыш ишетелгәндәй булды. Әйләнеп ҡараһам, миңә бөтөнләй ят кешеләр. Бер ни төшөнә алмайым. Шунан руль артына сит ир инеп ултырмаһынмы? Саҡ иҫемә килгәндәй булдым. Сығып тайҙым был машинанан. Аҙаҡ, билдәле булыуынса, дарыухана янында бер үк моделле, бер үк төҫтә ике машина торған икән. Мин ни, уны-быны уйламай, номерын ҡарап та тормай, сит автомобилгә ултырғанмын. Аҙаҡ ирем – минән, мин үҙемдән көлөп хәл бөттө.
...

Хыялый иткән бәшмәк
Әҙәбиәт / Юмор // 8-08-2017, 10:41


Хыялый иткән бәшмәкИшембай районында булған хәл. Бейек тауҙары, ҡуйы урмандары менән дан тотҡан ауылда Урал исемле ир бәшмәккә барып килергә булған. Иртүк кәрзинен тотоп юлға сыҡҡан. Бәхеткә күрә, ямғырҙан һуң бәшмәк күп. Ә бына ҡайһыһы ашарға яраҡлы икәнен белмәгән. Буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде. Ниндәйе бар – барыһын да кәрзиненә тултырған да ҡайтып киткән. Үҙенең булдыҡлылығын күрһәтәм тип, бәшмәкте йыуып, бәрәңге менән ҡыҙҙырырға булған. Бер нисәһен тәмләп тә ҡараған. Хатта был аҙыҡ үҙенә оҡшаған.
Балалары уйнап, өйөнә ҡайтһа, аталарының тәҙрәнән сығып, ишек аша инеп йөрөгәнен күреп, шаҡ ҡатҡан. Фермаға һыйыр һауырға киткән әсәһен саҡыртып алғандар. Ул, иренең хыялыйға әйләнеүенә аптырап, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан. Ярты сәғәттән һуң аҡ халатлылар килеп, Уралдың аяҡ-ҡулдарын бығаулап, машинаға тейәп алып та киткән.
Ике көндән һуң ир өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Баҡтиһәң, ул ағыулы бәшмәк ашаған икән. Ауылда был хәл тураһында бик оҙаҡ һөйләнеләр, ә Урал башҡа бер ҡасан да бәшмәк ашамаған.
...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 7-08-2017, 10:20


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй.
(“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”)....

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 4-08-2017, 13:36


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)
Бер егет шәп тиҙлектә мотоциклда китеп бара. Ҡапыл шлемына турғай килеп бәрелә. Ҡошсоҡ шунда уҡ иҫен юғалта. Йомшаҡ күңелле егет уны өйөнә алып ҡайтырға була. Турғайҙы ситлеккә урынлаштыра, эргәһенә икмәк, һыу ҡуйып, өйҙән сығып китә.
Турғай иҫенә килә һәм тирә-яғына ҡарай.
– Тәк-тәк… Икмәк, һыу, ситлек. Йә, Хоҙай, мин бит теге егетте үлтергәнмен!
...

ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 1-08-2017, 13:44


ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап) Оло юғалтыу кисерҙе
Башҡорт-татар араһы,
Мәңгелеккә ташлап китте
Һандуғастай балаһы..
Арыу талыуҙы белмәгән
Моңло йырсы ҡош инең,
Башҡортҡа ла, татарға ла
Айырмайса дуҫ инең....

Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?
Әҙәбиәт / Юмор // 1-08-2017, 08:00


Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?
Боронғо эскулаптарҙың тәжрибәһенән сығып, психологтар, кеше менән ул яратҡан емеш-еләк ара­һында бәйләнеш бар, тигән һығымта яһай. Баҡһаң, кешенең ниндәй емеш-еләк яратҡанына ҡарап холоҡ-фиғелен билдәләп була икән. Әйҙәгеҙ, бының ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшереп ҡарайыҡ....


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM