НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Последние публикации на сайте » Страница 13

В Башкирии создан штаб общественной поддержки Владимира Путина
Новости / Сәйәсәт // 18-01-2018, 09:49


В Башкирии создан штаб общественной поддержки Владимира ПутинаВ Башкортостане в среду, 17 января, начал работу региональный штаб общественной поддержки кандидата в Президенты России Владимира Путина. Он располагается в Уфе по ул. Цюрупы, 17.

Штаб возглавляют доверенные лица Владимира Путина — это ректор Уфимского государственного нефтяного технического университета Рамиль Бахтизин и генеральный директор АНО «Хоккейный клуб «Салават Юлаев» Тагир Ибрагимов, а также актриса Национального молодежного театра Республики Башкортостан Рушанна Бабич и генеральный директор Международного аэропорта «Уфа» Александр Андреев.
...

Нужа ҡайҙа илтә?
Махсус бит / Проблема // 18-01-2018, 07:30


Нужа ҡайҙа илтә?
йәки беҙ нисек Мәскәүҙе яуларға маташтыҡ?

Эшһеҙ ҡалып, бер аҙ аптырап, шулай ҙа төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап сығара яҙып, әммә уларының төбөнә төшөп етә алмай, урынына еткерә алмаҫтай булып, хатта бер аҙ төшөнкөлөккә бирелә яҙыбыраҡ йөрөй инем, әхирәтем Светлана ойотҡотоп ебәрҙе: «Әйҙә, эшкә Мәскәүгә барайыҡ. Унда минең таныштар күп. Һәйбәт эшкә урынлашҡандар». Ә миңә шул хәбәр етә ҡалды. Бер нәмә тураһында ла асыҡламай, төпсөнмәй, хатта ниндәйерәк эш икәнен дә һорашмайынса, Светланаға эйәреп, эре мегаполисҡа барырға әҙерләнә башланым. Ысынлап та, әллә кемдәр әллә ҡайҙа барып, фәләнсә аҡса эшләп ҡайтҡан осор ҙа баһа. Ҡайһы бер ҡатындарҙың Себергә, сит илгә сығып олаҡҡаны иҫкә төштө. Бер кем дә хур булмаған әле. Туңғандарын белмәйем, хатта уңып, тормошон көйләп ебәреүселәр хаҡында ишетеп тә, күреп тә күҙем ҡыҙғаны бар. Гелән кабинетта компьютер алдында итәк туҙҙырып, тырнаҡ буяп ҡына ултырған наҙлыҡай түгелмен әле, ваҡыты менән сауҙала ла, дөйөм туҡланыу урындарында ла көн оҙоно бил бөгөп сыныҡҡан, йүгереп йөрөгән шәп ҡатынмын. Мәскәүгә икән, Мәскәүгә......

Ғаилә йылында республикала «Етегән-2018» конкурсы башланды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-01-2018, 16:50


Ғаилә йылында республикала «Етегән-2018» конкурсы башландыУл Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе» республика байрамы барышында уҙғарыла.
Бәйгенең финалы Өфөлә 1 мартта ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:...

Ул бит берҙән-бер ине...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-01-2018, 13:49


Ул бит берҙән-бер ине...19 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында талантлы актер, драматург һәм педагог Илшат ЙОМАҒОЛОВтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк.

Унда Башҡорт дәүләт академия драма театры, Салауат һәм Стәрлетамаҡ драма театрҙары артис­тары ҡатнашасаҡ, драма әҫәрҙәренән өҙөктәр уйналасаҡ һәм “Башватҡыс” фильмы күрһәтеләсәк (“Башҡортостан” киностудияһы, режиссеры – А. Йомағолов).
Мөһабәт кәүҙәле, асыҡ сырайлы, тура һүҙле – ошондай булып замандаштары хәтерендә һаҡлана был шәхес. Ул уйнаған ролдәр видеояҙмаларҙа ғына түгел, халыҡ хәтеренә лә уйылып ҡалған. Илшат Йома­ғоловтың билдәле ролдәре араһында Макбет, Прометей, Никита, Протасов, Треплев кеүек классик образдар ҙа, Закир («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Кәрим) һәм башҡа ғашиҡ геройҙар ҙа бар. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең “Семәрле тәхет” трагедияһы, “Юғалтыуҙар аша”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк” драмалары киң билдәле. Ә уның “Нәркәс”е классик әҫәр­ҙәр иҫәбенә инде, 1968 йылдан бирле сәхнәнән төшмәй ҡуйыла. Тағы ла Илшат Хәлил улы байтаҡ артист өсөн яратҡан педагог. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡытты.
Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрын ойоштороуға күп көс һалған, драматург, актер, уҡытыусы булараҡ башҡорт театр сәнғәтенә бөтә ғүмерен арнаған Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһендә ҡатнашып, уға булған хөрмәтебеҙҙе, һөйөүебеҙҙе тағы ла бер иҫбатлайыҡ.

Г. ВӘЛИТОВА.
...

“Мине әсәйемдең вәкиле кеүек ҡабул итәләр” йәки Таңсулпан Бураҡаева яҙыусы булырмы?
Новости / Мәҙәниәт // 17-01-2018, 06:00


“Мине әсәйемдең вәкиле кеүек ҡабул итәләр” йәки Таңсулпан Бураҡаева яҙыусы булырмы?
Был ғаилә ағзаларын республикала белмәгән кеше юҡтыр: яҙыусылар һәм “киношник” тар “ояһы” тип әйтергә була уны. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, дәреслектәр авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, милләтем, телем, илем, тип янып йөрөгән ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның балалары ла ысын мәғәнәһендә халыҡ өсөн хеҙмәт итә.
Бөгөн был арҙаҡлы шәхес тураһында уның кесе ҡыҙы, режиссер, киносценарист Таңсулпан БУРАҠАЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

30 мөмкинлектән – 16 мәрәй
Новости / Спорт // 16-01-2018, 07:00


30 мөмкинлектән – 16 мәрәй
«Салауат Юлаев» командаһы ун осрашыуҙан торған ситтәге ауыр сәфәрҙә, 30 мөмкинлектән 16 мәрәй яулап, ярайһы ғына һөҙөмтәгә өлгәште.
Улар тәүҙә «Аҡ барс»ҡа – 2:1 һәм «Сочи» хоккейсыларына ла 2:1 иҫәбенә еңелгәс, «Себер»ҙе – 6:3, «Барыҫ»ты – 2:0, «Авангард»ты – 2:1, өҫтәмә ваҡытта «Югра»ны – 4:3, «Динамо»ны (Рига) – 4:3 һәм буллит серияһында «Торпедо» уйынсыларын 3:2 иҫәбенә алдырҙы. «Спартак»ка 3:2 иҫәбенә отолоп, һуңғы бәйгелә «Северсталь» клубына өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә бирелде. Уйлап ҡараһаң, дәғүәселәре лә әллә ни көслөләрҙән булманы. «Югра» менән «Динамо» командаларын ғына һанамағанда. Улар икеһе лә плей-оффҡа мөмкинлектәрен юғалтты, ҡалғандар барыһы ла төп призға өмөтөн өҙмәй, һәр мәрәйгә йән бирерҙәй көрәшә.
Әлегә беҙҙең команда, 50 уйында 77 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй. Даими беренселектә ҡалған алты осрашыуын да юлаевсылар үҙ майҙанында уҙғарып тамамлаясаҡ. Киләһе уйынын юлаевсылар иртәгә, 17 ғинуарҙа «Витязь» клубы менән уҙғара. Һуңынан беҙгә ЦСКА, «Слован», «Йокерит», «Сочи» һәм «Аҡ барс» киләсәк.
...

Яңы йылды йоҡлап үткәрҙем
Әҙәбиәт / Юмор // 16-01-2018, 07:00


Яңы йылды йоҡлап үткәрҙем
9-сы класта уҡый инем шикелле. Ауылда әхирәттәрем менән Яңы йылды Әлфиә исемле класташымда үткәрергә тип һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, иртүк тороп, ҙур байрамға әҙерләнә башланыҡ. Һеңлем – салат, мин бутербродтар эшләнек, әсәйем икмәк һалды. Төшкә тиклем үк байрам табынын әҙерләп бөткәйнек.
Тышта малды ҡарап индек, өй йыйыштырылған. Тик ваҡыт һаман үтмәй кеүек тойолдо. Телевизорҙа көнө буйы байрам концерты бара. Әллә арығанлыҡтан, әллә ваҡытты нисек тә булһа үткәрергә белмәй, киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә карауатҡа ятып башымды мендәргә терәү менән йоҡлап киткәнмен.
Төнгө 1-ҙәр тирәһендә нисектер уянып киттем. Аптырайым – берәү ҙә өйҙә юҡ. Сәғәткә күҙ һалдым, Яңы йыл үтеп киткән дә баһа. Мине уятмағандарына ныҡ асыу килде, хатта ултырып иларҙай булдым.
Аҙаҡ белеүемсә, карауатта мендәр-юрғандар араһында уранып ятҡас, әсәйем миңә иғтибар итмәгән. Әхирәт­тәрем мине алырға тип килгән, тик, өйҙә юҡ, тип әйткәндәр. Әлфиә ауылдың икенсе осонда йәшәй ине. Минһеҙ сығып киткәндәр. Әсәйемдәр байрамды ҡаршыларға күршеләргә ингән булып сыҡты. Шулай итеп, бер Яңы йылды йоҡлап үткәрергә тура килде.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА....

Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 16-01-2018, 07:00


Интернет мөхәббәт табырға ярҙам итәме?Дуҫтарымдың күбеһе интернет аша таныша, үҙҙәренә пар эҙләй. Унда һөйөү ысын буламы ни?
Алина И., 23 йәш.
Баймаҡ ҡалаһы.

Актуаль һорау. Күптәребеҙгә был ғәжәп тойолалыр: нисек инде һин әлегә күрмәгән кешегә ҡарата һөйөү уты тоҡаныуы мөмкин? Интернет киңлегендә бер-ике кәлимә алышалар ҙа – мөхәббәт килде, имеш. Тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булған һымаҡ килеп сыға бит. Ләкин ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуя. Оҡшатҡан кешегеҙ яҡын-тирәлә йәшәһә ярай ҙа ул. Әгәр ҙә ул бик алыҫта, икенсе ҡитғала булһа, виртуаль һөйөүҙе ысынға әйләндереүе ауырға тура киләсәк. Интернет аша төн уртаһына тиклем әңгәмә ҡороу мөнәсәбәтегеҙҙең тәүге стадияһы ғына. Был хәлде оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәй.
“Интернет – ул ҙур сәхнә, һәр кем унда үҙенә тәғәйен ролде башҡара” тигән фекер менән килешәм. Социаль селтәрҙәр ярҙамында оҙаҡ аралашып, бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ кеүек тойола башлай. Күптәр унда идеаль образ битлеген кейә. Интернет донъя­һында ул яғымлы, шаян, үткер фекерле, һөйкөмлө, тәрбиәле. Ысынбарлыҡта был кешенең ялҡау, алдаҡсы йәки баҙнатһыҙ булыуы ихтимал. Шуға күрә интернеттағы “дуҫығыҙ”ға бар йөрәктән ышанмағыҙ. Берүк ашығыс һығымталар яһамағыҙ, ғашиҡтар ысынбарлыҡты дөрөҫ баһаламай. Үҙегеҙҙе хаталарҙан араларға теләһәгеҙ, бар ҡыйыу­лығығыҙҙы йыйып, “һөйгәнегеҙ”ҙән һеҙгә ҡарата ниндәй тойғо кисергәнен һорағыҙ һәм осрашырға теләүегеҙҙе әйтегеҙ. Күрешкәс, бер-берегеҙҙе бөтөнләй оҡшатмауығыҙ бар.
Виртуаль аралашыу – ул йөҙ процент алдаҡ, тип әйтергә теләмәйем. Мөғжизәләр була! Әгәр ҙә барыһы ла яҡшы икән, һеҙгә уңыштар теләргә ҡала. Интернет ярҙамында тыуған тойғоно һаҡлау өсөн дә күп көс кәрәк буласаҡ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог....

Ур-ра! Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!!!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 15-01-2018, 17:34


Ур-ра! Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!!!
Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында Башҡортостандың иң яҡшы журналистарын тәбрикләнеләр. Сара Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы үтте.

"Йәшлек" гәзитенән унда баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә ХӘМИТОВА, хәбәрселәр Асҡар ҒӘББӘСОВ һәм Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНАҒА элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникацияларҙы үҫтереүҙә, оҙаҡ йылдар дауамында һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн ведомство наградалары тапшырылды.
Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ! Уларға бәхет-һаулыҡ, именлек, эштә уңыштар теләйбеҙ!...


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM