НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һәр яҡтан да килгән ҡыҙ
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-07-2016, 10:10


Һәр яҡтан да килгән ҡыҙТНТ телеканалында барған барыбыҙға ла билдәле “Бейеү” (“Танцы”) проектының һайлап алыу этабында Башҡортостан бейеүселәре лә ҡатнаша. Яңыраҡ бәйгенең өсөнсө миҙгеле өсөн һайлап алыуҙа Иглин ра­йоны ҡыҙҙары үҙ һәләтен һынап ҡарарға баҙнат итте. Ләйсән Камалова менән Гүзәл Кәбирова халыҡ бейеүен башҡарып, киләһе турға үткән. Йәштәр сығышҡа етди әҙерләнә, бейеүҙе үҙҙәре һала. Улар Башҡортостанда күп милләтле халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүен күрһәтергә ниәтләй. Әлегә ҡыҙҙар Мәскәүҙә үтәсәк телевизион этапҡа барырға әҙерләнә, күнекмәләр уҙғарып, ҡупшы кейемдәр тегә....

Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде төрлө яҡтан һынайым”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 24-06-2016, 13:24


Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде  төрлө яҡтан һынайым”Сығышым менән Ейәнсура еренәнмен. Әле Мәскәү дәүләт авиация институты милли-тикшеренеү университетының өсөнсө курсын тамамланым.
Мин бик күркәм һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм зирәклек алдым. Әсәйем гел: “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар”, – тип әйтә. Шуға ла, ғүмер юлымда ниндәй генә хәлгә осраһам да, был хаҡ һүҙҙәрҙе иҫемдә тотам.
Бала саҡтан уҡ башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Беренсе курстан Нәзир Байегетов етәкселегендәге “Алтынай” бейеү ансамблендә шөғөлләнәм.
“Мәскәү һылыуҡайы – 2014” матурлыҡ бәйгеһендә гран-при яулап, Өфөлә “Һылыуҡай” конкурсында үҙемде һынап, Мәскәү башҡорттары исеменән сығыш яһаным. Яңыраҡ асылған “Йәсмин” камиллыҡ һәм матурлыҡ студияһында хореография һәм башҡорт бейеүҙәре түңәрәгендә уҡытыусы булып та йөрөйөм.
Мәскәү студенттары ассоциацияһы эшендә әүҙем ҡатнашам, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итәм.
Минеңсә, кеше бер ҡасан да бер урында туҡтап ҡалып, бер өлкәгә өҫтөнлөк бирергә тейеш түгел. Ул, киреһенсә, үҙен төрлө яҡтан асып, үҫешергә һәм алға барырға тейеш....

Әхирәтемә тик бәхет теләйем!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-06-2016, 10:47


Әхирәтемә тик бәхет теләйем!
Һүрәттәге һылыу ҡыҙ – Гөлшат Исхаҡова. Ул Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан.
Тышҡы ҡиәфәте менән дә, күңеле менән дә матур ул: мөләйем, эшкә егәрле, уңған. Асыҡ күңелле кеше, донъяның тик яҡшы яҡтарын күрә, уның тормошто яратыуы, йәшәү энергияһы, рухи көсө һоҡландыра. Ауылда матур-матур сәскәләр үҫтерә, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һулып барған үҫемлектәргә лә йәшәү көсө өҫтәй....

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 3-06-2016, 12:52


Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы....

“Шанель”де лә яулай башҡорт ҡыҙы!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Йәшлек гүзәле // 3-06-2016, 10:15


“Шанель”де лә  яулай башҡорт ҡыҙы!Асҡын ҡыҙы Лиана Ҡытайҙағы “Шанель” мода йорто тамашаһында ҡатнашты. Мода күрһәтеү тантанаһында бик күп Голливуд “йондоҙо” ла була.

Быға тиклем Лиана Зөбә­йерованың Харбин ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара мода аҙналығында күп тапҡыр ҡатнаш­ҡаны бар. Лиана һәм уның игеҙәге Диана ярты йыл тирәһе Ҡытайҙың алдынғы моделдәре менән берлектә сығыш яһай. Бөгөн улар Пекиндың иң яҡшы модель агентлығы менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән. Һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар бик күп ҡытай модельерының иғтибарын яулай.
“Шанель” мода йорто – донъя­лағы иң данлыҡлы модель агентлыҡтарының бе­ре­һе. Уның подиумы хаҡында хыялланмаған модель юҡтыр.

Л. ХӘЛИТОВА....

Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 30-05-2016, 15:37


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Бөгөн Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар ярышында призлы урынға - өсөнсө премияға лайыҡ булыусы Финат ЗАМАНОВҠА бүләген тапшырҙыҡ.

Еңеүсе Саҡмағош ауылы гимназияһында 10-се класта уҡый. Финатты ҡотлайбыҙ!...

Тотоп һөйөрлөк кенә!
Конкурстар / "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" // 30-05-2016, 14:07


Тотоп һөйөрлөк кенә!Фотоконкурсҡа ғәҙел йомғаҡ яһалды – бишәү урынына ете кеше еңеүсе булып танылды

“Минең дуҫҡайым” фотоконкурсын әле генә иғлан иткәйнек һымаҡ, баҡтиһәң, биш ай үтеп тә киткән, имеш. Конкурсты асып ебәргән Алтынай Килмөхәмәтованың – аяғы, бесәйе Йөнтәҫбикәнең тәпәйе еңел булды, гәзит уҡыусыларыбыҙ башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алды. Бер-бер артлы килгән фотоһүрәттәргә әҫәрләнеп, хатта бәйгенең шарттарын да онотоп ебәргәнбеҙ. Әҫәрләнмәҫлек тә түгел шул: балаларыбыҙ күҙ алғыһыҙ матур! Килеп тороп һөйкөмлөләр, батыр­ҙар, изге йәнле лә бит әле үҙҙәре! Уларҙың дуҫтары ла шундай йомшаҡ ҡына, йомро ғына, йөнтәҫ кенә. Ҡыҙ һәм малайҙар­ҙы ла, улар­ҙың эт-бесәйҙәрен дә, һарыҡ-кәзә бәрәстәрен дә, ҡаҙ бәпкәләрен дә, тауыҡ себештәрен дә, быҙауҡайҙарын да, башҡа ҡош-ҡорт, малҡайҙарын да тотоп ҡына һөйөрлөк инде!...

Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 27-05-2016, 11:52


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!
Бөгөн "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков Дыуан районындағы республика лицей-интернатында булып, Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе урын яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға приз тапшырҙы.

Фотола Айһылыу уҡытыусыһы Гүзәлиә Баева менән....

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:14


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмамЭлек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була....

Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 26-05-2016, 14:13


Көндән-көн замана үҙгәрә бара. Уға эйәреп, кешеләрҙе лә танып булмай. Тормош ҡануны шулайҙыр, күрәһең.
Элегерәк кешелеклелек, ғәҙеллек, инсафлыҡ сифаттары өҫтөнлөк алһа, хәҙер кешеләргә күберәк уҫаллыҡ, хәйләкәрлек, тәкәбберлек хас, мин-минлек, йәғни тик үҙҙәрен генә ҡайғыртып йәшәүҙе хуп күрәләр. Әгәр тормош артабан шулай дауам итһә, һәр кем көсө еткәндәргә көн күрһәтмәһә, бер-беребеҙҙе ашап, талаһаҡ, нимә ҡала? Кешелеклелек сифатын бөтөнләй юҡҡа сығарабыҙ түгелме?...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM