НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ һылыуҙары, ҡайҙа һеҙ?
Конкурстар // 18-01-2011, 09:32


Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ һылыуҙары, ҡайҙа һеҙ?Башҡортостан һылыуҡайҙары! «Йәш­лек» гүзәле – 2011» конкурсы сибәр, аҡыллы ҡыҙҙарҙы быйыл да көтөп ҡала.
Шарттар, йылдағыса, ябай: конверт­ҡа матур, йөҙөгөҙ, буй-һынығыҙ асыҡ сағылған фотоғыҙҙы, гәзитебеҙгә 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса, әммә йөкмәткеле итеп яҙылған хатығыҙҙы һалып ебәрегеҙ....

«Олимпиада була, тигәс, Сочи ҡалаларында, Күнегеүҙәрҙе башланыҡ Ҡом далаларында»
Конкурстар // 15-01-2011, 10:33


Быйылғы йәй эҫе булды.
Керәһе килә ҡышҡа.
Саңғыларҙы кейеп алып,
Сыҡтыҡ әле ярышҡа....

14 февраль һөйгәнең менән "Японика" ресторанында күңел асҡың киләме?
Яңылыҡтар таҫмаһы / Конкурстар / Объявления // 12-01-2011, 01:41


14 февраль һөйгәнең менән "Японика" ресторанында күңел асҡың киләме?Башҡорт порталы(Bash-portal.RU), "Йәшлек" гәзите һәм "Японика" рестораны 14 февраль - "День святого Валентина" байрамына арналған конкур әҙерләйҙәр.
Билдәле буйыуынсы, был көндө теләгән кеше бер нимәгә ҡарамайынса үҙенең һойгәненә һөйөүен асыҡтан үҙенең хаты аша белдерә ала. Әгәр ҙә һөйгәнегеҙҙе шул тиклем ныҡ яратһағыҙ, уға бының хаҡында белдерергә теләһәгеҙ, йәки байрам менән ҡотлап һөйөү хаты яҙырға теләһәгеҙ, шул һүҙҙәрегеҙҙе ҡағыҙға йәки компьютерға теркәргә ашығығыҙ һәм конкурс башланыу менән беҙҙең адресыбыҙға ебәрегеҙ! Һөйөүегеҙ хаҡындағы иң матур хаттар гәзитебеҙҙә баҫтырыласаҡ! Редакцияға килгән барлыҡ хаттарҙы һеҙ беҙҙең сайттан йәки Башҡорт порталынан уҡый аласаҡһығыҙ!...

Үткән дә генә ғүмер, ҡалған хәтер...
Конкурстар // 8-01-2011, 14:32


89 йәштә хәҙер Вазифа әбей. Дөрөҫөрәге, туҡһандың өҫтөндә. Егерме беренсе йылғы аслыҡ йылында тыуған ул. Кеше аслыҡтан ҡырылған, ә ул тотҡан да тыуған да ҡуйған, үҙе әйтмәксе. Әсәһенең эсенә бер инеп ятҡас, нишләһен, ҡара тояҡ ҡарында ятмай бит инде, мөҙҙәте еткәс, донъяға яр һалған. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын да күрҙе бына быйыл, бәхете булғас, ғүмерен биргәс. Бәхете булғас, тиһә лә, күңеленә таш, тамағына төйөр тығылған әле уның бөгөн, тик илай алмай – күҙ йәштәре кибеп бөткән. Йәшһеҙ генә йәне һыҡтай Вазифа әбейҙең....

«Абын, йығыл, тиҙерәк йүгер, Түлке «Йәшлек»тән ҡалма!»
Конкурстар // 8-01-2011, 14:28


«Йәшлек»кә маҡтау һүҙе

Ана килә автомобиль –
Тейәгәндәр ал алма.
Абын, йығыл, тиҙерәк йүгер,
Түлке «Йәшлек»тән ҡалма!...

Ҡәләм яҙа-яҙа ослана
Конкурстар // 8-01-2011, 10:11


Гәзитебеҙ Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы, Көйөргәҙе районы хакимиәте һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә ойошторған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы тамамланды....

Гүзәлдәрҙең-гүзәле – Баймаҡ һылыуы Гөлназ
Конкурстар // 8-01-2011, 10:11


«Йәшлек» гүзәле – 2010» конкурсы, шулай итеп, аҙағына яҡынлашты. Гәзит биттәрендә әленән-әле республикабыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙарының һүрәттәре сыға торҙо. Ҡыҙҙар айырыуса йыл аҙағында әүҙемләшеп китте, әммә хаттары, бик һуң килеү сәбәпле, гәзит биттәрендә баҫыла алмай ҡалды....

Бүләктәр эйәһен тапты...
Конкурстар // 25-12-2010, 12:44


Гәзитебеҙҙең 20 йыллыҡ юбилейына арналған сканвордҡа бөтәһе 43 яуап алдыҡ. Бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ, тип әйтһәк тә була (бер генә кеше яуапты яҙырға онотҡан). Яуаптарҙың күпселеген гүзәл заттар ебәргән (33 кеше). Төбәктәргә килгәндә, Әбйәлилдән – 9, Күгәрсен һәм Бөрйәндән – 5, Баймаҡтан – 3, Ейәнсура, Йылайыр, Белорет, Салауат һәм Мәсетленән – 2-шәр, Мәләүез, Ишембай, Ғафури, Хәйбулла, Архангел, Нуриман, Стәрлебаш, Федоровка, Илеш, Ҡыйғы райондарынан, Күмертауҙан берәр кеше ебәргән. Йомаҡтың яуабына килгәндә, варианттар күп: сәғәт, ваҡыт, юл, йылға, йәшлек, ел, күләгә, уй, гәзит. Был яуаптарҙың барыһын да дөрөҫ тип ҡабул итергә була. «Башҡорт йомаҡтары» китабында дөрөҫ яуап – сәғәт....

Һай, «Байыҡ»! Бейеүҙәрең бик лайыҡ!
Конкурстар // 21-12-2010, 10:49


Һай, «Байыҡ»! Бейеүҙәрең бик лайыҡ!Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындар­ҙан килгән аҫыл хазинаһына тамыр­ҙары менән береккән сәнғәт ын­йыһы. «Байыҡ» республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыу­сы ижад майҙаны булһа, сараның гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыған, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамы ул.
18 декабрҙә баш ҡаланың Нефт­селәр мәҙәниәт һарайына йыйылыу­сылар республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған өсөнсө «Байыҡ» республика телевизион конкурсының еңеүселәрен алҡышлап, Баш­ҡортостаныбыҙҙың иң сағыу бейеү коллективтарының сы­ғыш­тарын тамаша ҡылды. Ихлас йөрәктән. Халыҡтың эркелешеп килеүе лә концерттың аншлаг менән үтеүенә ишара....

Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»
Конкурстар // 21-12-2010, 10:15


Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»Һәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бындай дәртле кешеләргә тормош йәмлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та күренә.
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Камалова – тап шундайҙар­ҙан. Ул – бейеүсе. Алсаҡ йөҙлө һылыуҙан ыңғай энергия бөркөлөп торғандай.
Зөлфиә Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында 1989 йылдың 3 декабрендә донъяға килгән. Ауылда 6-сы синыфты уҡып бөткәс, Өфө ҡалаһына күсә. 2008 йылда М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Был юлды һайлауҙа атаһы һәм әсәһе ярҙам иткән....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM