НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Беренсе тайм тамам
Конкурстар // 26-02-2011, 14:29


йәки «Салауат Юлаев»тың иң шәп көйәрмәндәре ауылда йәшәй
Республикабыҙҙа, ысынлап та, хоккей һөйөүселәр күп икән. Яңы­раҡ беҙ улар өсөн ойошторған викторина йәнә ошо фекерҙе иҫбатланы. «Йәшлек»тең почта йәшниге көн дә тулып торҙо, электрон адресыбыҙ ҙа бушаманы. Дөйөм әйткәндә, хоккей һөйөүселәребеҙ редакция иғлан иткән бәйгенең беренсе таймында әүҙем ҡатнашып, барыһы тиерлек дөрөҫ яуап бирҙе....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 26-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән, йәмәғәт! Илде һаҡлаусылар­ҙы данлай ҙа, әрменән ҡасыусыларҙы тәнҡитләй ҙә беләһегеҙ, әй. Яуаптарығыҙ оҡшаны. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән әсе яуап яҙған һәм социаль мәсьәлә лә күтәргән Ғәфүр САФИН (Бөрйән райо­ны) бүләкләнә.
Оҙаҡламай яҙ. Бесәйҙәр ҡотора. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт....

«Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»
Конкурстар // 26-02-2011, 11:52


Атай ҡасты, аҡса юҡ, тип,
Әлиментте түләргә.
Ярай әле кейеме ҡалды,
Аҙаҡ һағынып һөйләргә....

Хужа беҙҙең арала
Конкурстар // 19-02-2011, 10:31


«Шарикмы, Тузикмы?»

Гөлназ 1-се синыфта уҡый. Дәрестә «э» хәрефен өйрәнгәндәр. Оҙай­тылған көн төркөмөндә тәрбиәсе Гөлназды уҡытып ҡарарға була. Ә ҡыҙыҡай «э»не онотҡан да ҡуйған. Тәрбиәсе, «Әлифба» битендәге эт һүрәтенә күрһәтеп, «э» өнөн айырып алмаҡсы булып:
– Был нимә? – тип һорай.
– Шарик, – ти Гөлназ.
Тәрбиәсе, аптырап:
– Ни эшләп Шарик булһын инде? – ти.
– Әтеү, Тузикмы? – ти Гөлназ....

Кроссворд еңеүселәре билдәләнде
Конкурстар // 19-02-2011, 10:24


Кроссвордҡа дөрөҫ яуаптарҙы Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Фәрит Рәмов, Асҡын ра­йонының Урмияҙ ауылынан Сә­лимә Әбүбә­кирова, Ҡыйғы райо­нының Алағуҙ ауылынан Илһам Латипов, Федоровка райо­ны Оло-Сытырман ауылынан Ғәфүр Абдуллин, Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Әлмира Йәнә­лина, Сибай ҡалаһынан Гөлнә­зирә Игелекова, Илеш районының Ишҡар ауылынан Илдар Йо­сопов, Салауат районының Әлкә ауылынан Лена Ямалетдинова, Ур­мансы ауылынан Шәрифә Закирова, Юлай ауылынан Әми­нә Юнысова, Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан Лилиә Сма­кова, Төрөмбәт ауылынан Миҙ­хәт Аҫылбаев, Үтәймулла ауылынан Наилә Ғәлимова, Меж­горьенан Әлфиә Зәбдинова, Ейән­сура районының Сирғол ауылынан Сә­лим Юлдашбаев, Күгәрсен районының Хо­ҙай­бирҙин ауылынан Фәһи­мә Сыңғы­ҙова, Мораҡ ауылынан Зәкиә Йәрмө­хәмәтова, Әбйәлил районының Михай­лов­ка ауылынан Фәнүзә Вәлишина, Хәлил ауылынан Йо­ма­бикә Хәйбуллина, Гүзәл Ирғә­лина, Учалы райо­нының Озерный ауылынан Гөлфиә Ғарипова, Бөр­йән райо­нының Әтек ауылынан Мир­хәт Күжә­баев, Яңы Собханғол ауылынан Филиә Күсәпова, Яңы Усман ауылынан Вәзимә Мәжитова ебәрҙе....

Луиза ХӘЛФЕТДИНОВА: «Киләсәк бөгөндән башлана»
Конкурстар // 15-02-2011, 10:20


Луиза ХӘЛФЕТДИНОВА: «Киләсәк бөгөндән башлана»Мин Әбйәлил ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта БДУ-ның иҡтисад факультетында белем алам. Шиғырҙар яҙырға, йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфә һатырға һәм төрлө күренештәрҙе үҙ күҙлегемдән сығып фотоға төшөрөргә яратам. Хыялым – фотодизайн өлкәһендә үҫеү һәм «башҡорт» исемен донъя кимәленә күтәреү. Үҙ-үҙенә һәм хыялдарына хыянат итмәгән шәхестәр­ҙе ихтирам итәм һәм өлгө итеп ҡуям.
Тормош девизым: «Кем икәнеңде һәм үткәнеңде белгең килһә – бөгөнгө хәлеңә ҡара; киләсәгеңде белгең килһә – бөгөнгө эштәреңә ҡара»....

Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..
Конкурстар // 15-02-2011, 09:56


1. Шағирҙың ысын исеме...
а/ Рауил
б/ Рәмил
в/ Рәмзил
г/ Рамазан...

Хужа беҙҙең арала
Конкурстар // 5-02-2011, 11:55


Яңыраҡ ошо исемле конкурсыбыҙҙы башлап ебәргәйнек. Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар бит инде. Ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында был бәйге. Тәүге мәҙәктәр килде лә инде. Тағы ла ебәрегеҙ. Хаттарығыҙға «Хужа беҙҙең арала» тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ!
Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк. Ғинуар айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең «тоҙһоҙ» мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Рахман ЯҠУТҒӘЛИЕВ бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 5-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Шунан, йәмәғәт, ҡаҙ ите тәмле булдымы? Был һыуыҡта килешкәндер майлы һурпа. Яуаптар төрлө һәм ҡыҙыҡлы. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән шәрә ҡаҙҙар тураһында әсе яуап яҙған Рәйес БАЙГИЛДИН (Стәрлебаш районы) бүләкләнә.
Оҙаҡламай Ватанды һаҡлаусылар байрамы етә. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт, яуап кәрәк....

«Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте, Ирештек беҙ теләккә. Имен-һау ашарға яҙһын, «Шагом марш, бар келәткә!»
Конкурстар // 5-02-2011, 11:51


Оса ҡаҙҙар, тип йырлайҙар
Халыҡ йыры «Шахта»ла.
Кем күрһә лә шаҡ ҡатырлыҡ,
Был ни хәл ихатала?...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM