НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»
Конкурстар // 21-12-2010, 10:15


Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»Һәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бындай дәртле кешеләргә тормош йәмлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та күренә.
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Камалова – тап шундайҙар­ҙан. Ул – бейеүсе. Алсаҡ йөҙлө һылыуҙан ыңғай энергия бөркөлөп торғандай.
Зөлфиә Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында 1989 йылдың 3 декабрендә донъяға килгән. Ауылда 6-сы синыфты уҡып бөткәс, Өфө ҡалаһына күсә. 2008 йылда М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Был юлды һайлауҙа атаһы һәм әсәһе ярҙам иткән....

Төҙәлмәҫлек яра
Конкурстар // 18-12-2010, 11:37


“Билдән ала был, билдән ебәрмәй, ҡыҙҙар улай булмай, ҡаҫыҡтан йәбешә торғайны. Малайҙыр был. Бик ҡаты тотондо, ахырыһы, оҙаҡламаҫ”. Тулғаҡ ауыртыуына нисек тә түҙергә тырышып, йөҙөнә ауыртыу-һыҙла­ныуҙы сығармайынса ғына, Сәғиҙә:
– Гөлзифа ҡыҙым, бар әле, Шәһәрбаныу инәйеңдәргә барып кил. Әсәйем саҡырҙы, тиҙ генә килеп етһен, тип әйтте, тиң.
Сәғиҙә әйткән секундта уҡ күҙҙән юғалған тыңлаусан ҡыҙына ҡарап, үҫте инде, бөтә эштең рәтен дә белә, ҡурҡмайынса ҡыйыу ҙа тотона, тип уйлап, саҡ ҡына алғараҡ эйелә биреп, сираттағы ауыртыуҙы үткәргәс:
...

Пластилин
Конкурстар // 11-12-2010, 12:38


Витя үҙҙәренән әллә ни алыҫ булмаған музыка ҡоралдары һатылған магазинға барырға әүәҫләнеп алды. Көн һайын булмаһа ла, юҡ-юҡта аяҡтары шул яҡҡа китә лә бара. Бушты-бушҡа ауҙарып магазин ҡыҙырып йөрөгән малай түгел дә ул, һәр береһенең үҙенә генә хас айырым моңо булған бихисап балалайка, скрипка, баян, гитараны күрер (бәлки, ишетер) өсөн генә бара шикелле… Тик магазинда улар өнһөҙ генә торорға тейеш икән. Шул ҡоралдарҙың моңон моң итергә тейеш оҫталар бында нисек түҙәлер, Витя аңламай. Улай үтә, былай һуғыла ла сәсен ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ артҡа йыйып бәйләгән дәү һатыусы ағай торған прилавка янына килә. Тәүҙә «хужа»һына баҙнатһыҙ ғына ҡараш ташлағандан һуң шунда өҫтә сөйҙә элеүле торған ете ҡыллы гитараға тилмереп текләп тора. Аҙаҡ аҫтына йәбештерелгән яҙыуҙы уҡый, әллә яттан әйтә. 87 һум 20 тин. Тәрән көрһөнә. Шунан теге ағай:...

Конкурс дауам итә, ҡатнашырға ашығығыҙ!
Конкурстар // 7-12-2010, 12:57


Октябрь башында ғына «Йәшлек» үҙенең егерме йыллығы айҡанлы ошондай исем аҫтында үҙенсәлекле конкурс иғлан иткәйне. Шарт буйынса гәзитебеҙгә ҡарата күңел аңлар, йөрәк тойор иғтибарҙы күрһәтеү зарур. Мәҫәлән, кемдер «Йәшлек»кә арнап шиғыр яҙа, йыр сығара. Ә кемдәр­ҙер яратҡан баҫмаһының исемен сигеп тә, тишеп тә, ҡайып та, соҡоп та, әүәләп тә, семәрләп тә, ябай буяу менән буяп та, ынйы-алтын менән биҙәп тә ҡайҙалыр, нимәгәлер яҙа.
Бүләккә иһә – ҙу-ур телевизор! Йәғни уны ихлас күңелдән иң шәп реклама тәҡдим итеүсегә (йә итеүселәргә) бүләк итәсәкбеҙ. Бар зиһенегеҙҙе, фантазияғыҙҙы эшкә егегеҙ! Тәүәккәлләнекме?!
Мөхәрририәт.
...

«Йәшлек»кә мәҙхиә
Конкурстар // 7-12-2010, 12:54


Хәйерле көн, «Йәшлегем»,
Ҡотло булһын байрамың.
12 ғинуарҙа
Булды бит исем туйың....

Ташҡа йән өрөүсе оҫталар
Конкурстар // 4-12-2010, 13:07


Ташҡа йән өрөүсе оҫталарРеспубликабыҙҙа халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағының барлыҡҡа килеүенә 50 йыл тула. Ошо юбилейға арнап, 29 – 30 ноябрҙә Башҡор­тостан Республикаһының һөнәрселек палатаһы, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар һәм таш ҡырҡыусыларының ижади ойошмаһы, БР Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты «Оҫта-алтын ҡулдар – 2010» конкурсын ойошторҙо....

Еңеүселәр араһында – беҙҙең хәбәрсе
Конкурстар // 27-11-2010, 13:52


2010 йылда Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.
«Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары – иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урын «Новая экономическая газета» күҙәтеүсеһе Александр Филипповҡа бирелде. Икенсе урында – «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе Рәшиҙә Мәхи­йәнова. Өсөнсө урынды «Бизнес-партнер» журналы алды.
...

Алъяпҡыслы малай
Конкурстар // 27-11-2010, 11:33


Етмеш ике йәшлек Дәүләтша, ҡаралтыға сығып, эш-көштәрен бөтөрҙө лә, телевизор ҡарарға ултырҙы.
Ғүмер буйы баш белгес, колхоз рәйесе, партия ойошмаһы сәркәтибе вазифаларын башҡар­ған ҡарт яңылыҡтар тыңларға әүәҫ. Эшләгән дәүерендә халыҡты үҙе ишеткән, белгән донъя хәлдәре менән гел таныштырып йөрөнө. Күрәһең, яңы хәбәрҙәр менән мауығыу ҡанына һеңешкән.
Ниҙәр генә юҡ ер йөҙөндә... Тыныс ҡына йәшәгән әҙәмдәрҙе әле ҡар, һыу баҫһынмы, йә ел-дауыл ҡубып, донъяларын ҡыйратһынмы. Ана, кисә генә диңгеҙҙә цунами ҡубып, төрлө илдән ял итергә килгән бәндәләрҙе һәләк иткән икән......

Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы
Конкурстар // 23-11-2010, 10:27


Быйыл «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 60 конкурсант ҡатнашты. Смс-тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса уларҙың егерме икеһе ярымфиналға үтте.
25 октябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаулап-гөрләп уҙҙы ярымфинал. Мәртәбәле жюри – Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, журналист Венер Исхаҡов алдында йырсылар, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, тере тауыш менән йырларға тейеш ине. Һынауҙы лайыҡлы үтеп, 30, 29, 28 балл йыйыусы конкурсанттар финалға сыҡты. Әммә гала-концертта иң күп смс-тауыш йыйыусы 10 конкурсант ҡына сығыш яһаясаҡ. Әлеге көндә иң күп тауыш йыйыусылар – Айҙар Рәҡипов, Ян Лира, Артур Насиров, Эльвира һәм Эльмира Ғилмановалар. Тауыш биреү 27 ноябргә тиклем дауам итә....

Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА: «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»
Конкурстар // 23-11-2010, 09:49


Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА:  «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»«Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар осрай – ят та үл инде!» Был шиғри һүҙҙәр һеҙ һүрәттә күргән һылыу башҡорт ҡыҙы Гүзәлиә Ҡазыеваға бағышланған һымаҡ. Аҡ ҡайындай зифа буй-һынлы, үткер ҡарашынан нур, йылылыҡ һибеүсе, ҡарлуғастай ҡыйғас ҡара ҡашлы, алсаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, нескә күңеле менән айырылып торған сибәркәй 1989 йылдың 17 мартында Силәбе ҡалаһында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуған ҡыҙҙың эскерһеҙ бәхетле бала сағы Баймаҡ районының йәмле Бетерә буйында үтә....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!



  • Радио Юлдаш FM