НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҡәләләре, шиғыр кеүек, йырлап тора
Конкурстар // 5-10-2010, 10:46


Мәҡәләләре, шиғыр  кеүек, йырлап тораФәниә Ғабдуллинаны мин «Кызыл таң» гәзитендә эшләй башлаған ваҡытынан уҡ, йәғни 1985 йылдың сентябренән үк беләм, егерме биш йыл үтеп тә киткән. «Кызыл таң»ды даими уҡып барған кешегә уны белмәй ҡалыу мөмкин дә түгел. Сөнки ул, беренсенән, яҙмаларының исемдәрен ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп атай; икенсенән, фекерҙәрен, тәьҫораттарын шул ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерерлек сюжетҡа һала. Ниндәй жанр төрөндә һәм нимә йәки кем тураһында ғына яҙмаһын, сюжет тыуҙыра, кешенең уй-кисерештәрен, маҡсатын үҙәккә сығара белә. Ул яҙып баҫтырған хеҙмәттәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел, кирбес ҡалынлығындағы биш-алты йыйынтыҡлыҡ папка тупланған.
Уларҙы жанр төрҙәре яғынан көс-хәл менән билдәләп сыҡтым. Баҡһаң, журналист эшмәкәрлегенең диапазонын, офоғон, майҙанын нимәләр билдәләһә, шуларҙың барыһы ла бар: хәбәр-информация, репортаж, һүрәтләмә, интервью, мәҡәлә, очерк, рецензия, ижади портрет һ. б. Былар Фәниә ханымды киң ҡоласлы профессионал эрудициялы журналист тип ҡылыҡһырларға ныҡлы дәлил булып тора....

«Һәр ваҡиғаны йөрәгем аша үткәрәм»
Конкурстар // 5-10-2010, 10:43


«Һәр ваҡиғаны йөрәгем аша үткәрәм»Эльвира Әсәҙуллина – «Өмет» гәзитенең хоҡуҡ, хәрби проблемалар һәм спорт яңылыҡтары бүлеге хәбәрсеһе. Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Тыуған яғы – Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылы....

Аҫылташтар шымартҡандай
Конкурстар // 5-10-2010, 10:40


Аҫылташтар шымартҡандайЗаманында мөхәррир булып ошонда эшләп киткәнгәме, ошонда китаптарым донъя күргәнгәме, мин Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә йыш юлланам. Шулай, август аҙаҡтарындараҡ директор урынбаҫары Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова кабинетына барып инһәм, нәшриәттең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы донъя күргән «Нәширҙәр» һәм «Китап»: «Рухиәт шәжәрәһе» баҫмаларын ҡарап ултыра....

Киң ҡарашлы тарихсы һәм әүҙем журналист
Конкурстар // 2-10-2010, 12:53


Киң ҡарашлы тарихсы һәм әүҙем журналистБашҡорт халҡының хәрби тарихын өйрәнеүсе һәм уны киң йәмәғәтселек, йәш быуын араһында йәйелдереү, танытыу йүнәлешендә эшләүсе йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы һәр саҡ тарихсыларыбыҙҙың эштәренә ҙур иғтибар бирә һәм уларға таяна.
2006 йылда ҡайтанан тергеҙелеп эшләп алып киткән яңы милли йәмәғәт ойошмаһының төп иғтибарын айырыуса хәрби тарихты өйрәнеүсе белгестәрҙең хеҙмәттәре йәлеп итә. Шундай тарихсыларыбыҙ сафында йәш быуын вәкилдәренең дә булыуы уғата ҡыуаныслы. Азат Ярмуллин (ул Юлан псевдонимы менән дә баҫыла) – йәштәр өсөн йәштәр теле менән яҙыусы, данлы хәрби тарихыбыҙҙы пропагандалаусы һәләтле тарихсы, төплө эрудициялы публицист....

һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китап
Конкурстар // 2-10-2010, 12:49


һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китапВаҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 65 йыл да тулып үтте. Был ҡәһәрле һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар....

Төш
Конкурстар // 2-10-2010, 12:14


Инде нисәнсе ҡат бер үк төштө күреүе. Бына бөгөн дә ҡолағына са­лынған тауышҡа һиҫкәнеп күҙҙәрен асты. Донъя яп-яҡты. Өй эсе тып-тын. Сәғәт текелдәүенән башҡа тауыш-фәлән юҡ. Тек-тек, тек-тек. Дөп-дөп, дөп-дөп – сәғәткә йөрәге ҡушылды. Дөп-дөп, тек-тек, тек-тек, дөп-дөп. Ошо ритм ыңғайына уйҙар аға. Ул байтаҡ инде ҡымшанмай ҙа ята. Әгәр саҡ ҡына һелкенһә, уйҙары бүленер ҙә, нимәгә юрарға белмәй ятҡан төшө яңылыш юҫыҡҡа боролоп китер һымаҡ. Хәйер, ул бер ҡасан да төш юрағаны ла юҡ бит. Нимәгә юрарға?! Ни өсөн бер үк төш инде нисәнсегә ҡабатлана? Уйҙар аныҡ ҡарарға килә алмай, һаман да бер тирәлә урала ла урала. Ни өсөн?... Бер мәл уйҙар даръяһына донъяуи тауыштар килеп ҡушыла, һәм улар туҡтап ҡала. Урамдан сыбыртҡы шартлатҡан, һарыҡ-кәзә ба­ҡырған тауыштар ишетелә. Көтөү китә. Етер, миңә лә ҡуҙғалырға ваҡыттыр, былайтып оҙон-оҙаҡ йоҡлап ятҡан юҡ ине әле....

Ижади йәштәр, һеҙҙең өсөн!
Конкурстар // 18-09-2010, 14:43


Ижади йәштәр, һеҙҙең өсөн!БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республиканың ижади йәштәре араһында өр-яңы конкурс иғлан итә. Сара «Донъя йәшлеге» тип атала һәм Башҡортостанда йәштәр йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүҙең 90 йыллығына арнала. Конкурста 30 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар түбәндәге номинацияларҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала:
– «Әҙәби һүҙ» тигән эссе конкурсы. Бында йәштәргә «Комсомол минең ғаиләм тормошонда», «Йәмәғәт ойошмалары: кисә, бөгөн, иртәгә», «Комсомолдың бөйөк эштәре» кеүек темалар тәҡдим ителә;...

«Йәшлек» гүзәле – 2010
Конкурстар // 14-09-2010, 09:17


«Йәшлек»  гүзәле – 2010Һылыуҡайҙар, конкурсыбыҙ иғлан ителеүгә байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китһә лә, ниңәлер әүҙемлегегеҙ тойолмай. Бәлки, был башҡорт ҡыҙҙарына хас оялсанлыҡтан да киләлер. Шулай ҙа, бөгөнгө көн өсөн бик үк актуаль булмаған был сифатты ситкә ҡуйып, бар ҡыйыулығығыҙҙы йыйығыҙ ҙа, үҙегеҙ тураһында матур, йөкмәткеле итеп хат яҙып һалығыҙ. Сағыу, йөҙөгөҙ асыҡ күренгән, буй-һынығыҙҙы сағыл­дырған бер нисә фотоғыҙҙы ла ебәрергә онотмағыҙ. Еңеүсенең фотоһы «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылға календарында урын аласаҡ.
Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ ҡыйыуыраҡ булығыҙ!...

Марсель Ҡотоев «Көнсығыш баҙары»ның финалында
Конкурстар // 11-09-2010, 11:30


Марсель Ҡотоев «Көнсығыш баҙары»ның финалындаБилдәле йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев эстрада йырсыларының «Көнсығыш баҙары – 2010» VI халыҡ-ара телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Йырсы финалға үтте һәм гала-концертта сығыш яһау өсөн һайлап алынды.
Быйыл фестиваль Ҡырымда үтте. Унда Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Грузия, Израиль, Индонезия, Ирландия, Латвия, Литва һәм башҡа илдәр­ҙең вәкилдәре ҡатнашты.
...

Ну, Әптерәй...
Конкурстар // 11-09-2010, 11:09


Ну, Әптерәй...1945 йылдың апрель аҙаҡтары... Дошман, ғүмеренең ахырыһын аңлаған яралы йыртҡыс кеүек, бөтә ерҙә аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә... Әлегә тиклем башҡорт атлыларын һәр ерҙә – ауылдарҙа, ҡалаларҙа ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алһалар, фашизмдың төйәге – Германия еренә аяҡ баҫҡас, һәр һалдат бында уларҙы ҡолас йәйеп көтмәгәндәрен бик тиҙ аңланы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM