НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»
Конкурстар // 26-02-2011, 11:52


Атай ҡасты, аҡса юҡ, тип,
Әлиментте түләргә.
Ярай әле кейеме ҡалды,
Аҙаҡ һағынып һөйләргә....

Хужа беҙҙең арала
Конкурстар // 19-02-2011, 10:31


«Шарикмы, Тузикмы?»

Гөлназ 1-се синыфта уҡый. Дәрестә «э» хәрефен өйрәнгәндәр. Оҙай­тылған көн төркөмөндә тәрбиәсе Гөлназды уҡытып ҡарарға була. Ә ҡыҙыҡай «э»не онотҡан да ҡуйған. Тәрбиәсе, «Әлифба» битендәге эт һүрәтенә күрһәтеп, «э» өнөн айырып алмаҡсы булып:
– Был нимә? – тип һорай.
– Шарик, – ти Гөлназ.
Тәрбиәсе, аптырап:
– Ни эшләп Шарик булһын инде? – ти.
– Әтеү, Тузикмы? – ти Гөлназ....

Кроссворд еңеүселәре билдәләнде
Конкурстар // 19-02-2011, 10:24


Кроссвордҡа дөрөҫ яуаптарҙы Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Фәрит Рәмов, Асҡын ра­йонының Урмияҙ ауылынан Сә­лимә Әбүбә­кирова, Ҡыйғы райо­нының Алағуҙ ауылынан Илһам Латипов, Федоровка райо­ны Оло-Сытырман ауылынан Ғәфүр Абдуллин, Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Әлмира Йәнә­лина, Сибай ҡалаһынан Гөлнә­зирә Игелекова, Илеш районының Ишҡар ауылынан Илдар Йо­сопов, Салауат районының Әлкә ауылынан Лена Ямалетдинова, Ур­мансы ауылынан Шәрифә Закирова, Юлай ауылынан Әми­нә Юнысова, Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан Лилиә Сма­кова, Төрөмбәт ауылынан Миҙ­хәт Аҫылбаев, Үтәймулла ауылынан Наилә Ғәлимова, Меж­горьенан Әлфиә Зәбдинова, Ейән­сура районының Сирғол ауылынан Сә­лим Юлдашбаев, Күгәрсен районының Хо­ҙай­бирҙин ауылынан Фәһи­мә Сыңғы­ҙова, Мораҡ ауылынан Зәкиә Йәрмө­хәмәтова, Әбйәлил районының Михай­лов­ка ауылынан Фәнүзә Вәлишина, Хәлил ауылынан Йо­ма­бикә Хәйбуллина, Гүзәл Ирғә­лина, Учалы райо­нының Озерный ауылынан Гөлфиә Ғарипова, Бөр­йән райо­нының Әтек ауылынан Мир­хәт Күжә­баев, Яңы Собханғол ауылынан Филиә Күсәпова, Яңы Усман ауылынан Вәзимә Мәжитова ебәрҙе....

Луиза ХӘЛФЕТДИНОВА: «Киләсәк бөгөндән башлана»
Конкурстар // 15-02-2011, 10:20


Луиза ХӘЛФЕТДИНОВА: «Киләсәк бөгөндән башлана»Мин Әбйәлил ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта БДУ-ның иҡтисад факультетында белем алам. Шиғырҙар яҙырға, йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфә һатырға һәм төрлө күренештәрҙе үҙ күҙлегемдән сығып фотоға төшөрөргә яратам. Хыялым – фотодизайн өлкәһендә үҫеү һәм «башҡорт» исемен донъя кимәленә күтәреү. Үҙ-үҙенә һәм хыялдарына хыянат итмәгән шәхестәр­ҙе ихтирам итәм һәм өлгө итеп ҡуям.
Тормош девизым: «Кем икәнеңде һәм үткәнеңде белгең килһә – бөгөнгө хәлеңә ҡара; киләсәгеңде белгең килһә – бөгөнгө эштәреңә ҡара»....

Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..
Конкурстар // 15-02-2011, 09:56


1. Шағирҙың ысын исеме...
а/ Рауил
б/ Рәмил
в/ Рәмзил
г/ Рамазан...

Хужа беҙҙең арала
Конкурстар // 5-02-2011, 11:55


Яңыраҡ ошо исемле конкурсыбыҙҙы башлап ебәргәйнек. Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар бит инде. Ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында был бәйге. Тәүге мәҙәктәр килде лә инде. Тағы ла ебәрегеҙ. Хаттарығыҙға «Хужа беҙҙең арала» тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ!
Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк. Ғинуар айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең «тоҙһоҙ» мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Рахман ЯҠУТҒӘЛИЕВ бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 5-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Шунан, йәмәғәт, ҡаҙ ите тәмле булдымы? Был һыуыҡта килешкәндер майлы һурпа. Яуаптар төрлө һәм ҡыҙыҡлы. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән шәрә ҡаҙҙар тураһында әсе яуап яҙған Рәйес БАЙГИЛДИН (Стәрлебаш районы) бүләкләнә.
Оҙаҡламай Ватанды һаҡлаусылар байрамы етә. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт, яуап кәрәк....

«Көҙҙәр етте, ҡаҙҙар үҫте, Ирештек беҙ теләккә. Имен-һау ашарға яҙһын, «Шагом марш, бар келәткә!»
Конкурстар // 5-02-2011, 11:51


Оса ҡаҙҙар, тип йырлайҙар
Халыҡ йыры «Шахта»ла.
Кем күрһә лә шаҡ ҡатырлыҡ,
Был ни хәл ихатала?...

БЕҘҘЕҢ ДӘ КӨЛДӨРГӨ КИЛӘ!
Конкурстар // 5-02-2011, 11:46


Үҙәк каналдарҙың береһенән күрһәтелгән шаяндар һәм тапҡырҙар клубтары (КВН) юғары лигаһы сығыштарын, ярыштарын күптәр яратып ҡарайҙыр. Илдең, ҡайһы бер күршеләрҙең тамашасылары үҙ командалары өсөн янып-көйһә, беҙҙең республика халҡына бындай бәхет тәтегәне юҡ. Башҡортостан Республикаһы КВН юғары лигаһында ни бары бер генә тапҡыр сығыш яһаған – 1987 – 1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты командаһы ярымфиналға тиклем барып еткән. Улар Мәскәү дәүләт университетының командаһынан бер ярым балға ғына ҡалышҡан. Шул ваҡыттан республикабыҙҙың бер генә командаһы ла премьер-лиганан үтә алғаны юҡ. Был нимә: беҙҙекеләр көлдөрә белмәйме, әллә юмор менән булышырға мөмкинлек юҡмы?...

Луиза ЗАКИРЙӘНОВА: «Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре»
Конкурстар // 1-02-2011, 10:27


Луиза ЗАКИРЙӘНОВА: «Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре»Мин – Әйле ырыуынанмын. Халҡымдың ғорурлығына, илемдең матурлығына, телемдең байлығына һоҡланып йәшәгән ҡыҙмын. Тыуып үҫкән яғым – йәмле Мәсетле районы. Әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының инглиз бүлегендә III курста белем алам. Уҡытыусы булып, киләсәк быуынды әҙәпле, үҙ халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе данларлыҡ шәхестәр итеп тәрбиәләү – бала саҡ хыялым.
Башҡорт әҙәбиәтен бик яратам. Бигерәк тә Вафа Әхмәҙиевтың, Рәйес Түләктең ижадын яҡын күрәм. Улар яҙған һәр әҫәрҙе күңел аша үткәреп, төплө анализ яһарға тырышам. Шулай уҡ башҡорт халҡының легендаларын, риүәйәттәрен, әкиәттәрен яратып уҡыйым. Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, Зәки Әлибаев һымаҡ уҡытыусыларҙа әҙәбиәт, фольклор серҙәрен өйрәнеүем менән ғорурланам.
Бала саҡтан башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Шул һөйөүем иҫ китмәле бейеүсе Гүзәл Исламғолова етәкләгән «Гүзәл» ансамбленә алып килде. Шулай уҡ халҡымдың йырҙарын, ҡурай моңон яратып тыңлайым. Мандолинала, ҡумыҙҙа уйнайым. Мандолинала әсәйем уйнарға өйрәтһә, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен райондашым, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан үҙләштерәм.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тип, һәр тыуыр таңға шатланып, рухи иркенлеккә ынтылып, илемә кәрәкле кеше булып йәшәргә тырышам....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM