НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»
Конкурстар // 5-04-2011, 10:18


Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»Башҡорт ҡыҙҙарының бөтә күркәм сифатына эйә уҡыу­сым Гүзәл Шакированың тормош девизы тап ошондай. Ул – Мәсетле районы һылыуы. З. Биишеваның Емеше, Гөлбикәһе, Зәлифәһе, А. Пушкиндың үле батша ҡыҙы, Татьянаһы, Л. Толстойҙың Наташаһы кеүек классик образдар йоғонтоһонда, ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһендә әҙәпле, матур холоҡло, рухлы ҡыҙ булып буй еткерҙе....

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА: «Рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирәм»
Конкурстар // 29-03-2011, 09:30


Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА: «Рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирәм»Мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество графикаһы бүлегендә 3-сө курста белем алам. 20 йәштәмен. Бәләкәй саҡтан һүрәттәр төшөрөргә яраттым. Әле лә Штраус, Бетховен көйҙәрен тыңлай-тыңлай, илһамланып ҡылҡәләмгә тотонам. Бигерәк тә шашка, шахмат уйнарға, бейергә яратам. Үҙемде йыр сәнғәте өлкәһендә һынап ҡарарға теләйем. Ысын башҡорт ҡыҙы белемле булырға тейеш, тип иҫәпләйем....

Иң матур эшһөйәр – өфөнән
Конкурстар // 26-03-2011, 15:58


Иң матур эшһөйәр – өфөнәнОшо көндәрҙә өсөнсө тапҡыр «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2011» республика конкурсы уҙҙы. Ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Профсоюздар федерацияһы тарафынан йәштәр менән эште әүҙемләштереү, яңы таланттарҙы асыу маҡсатында ойошторолдо....

«Сибәрһең дә,уңғанһың да, эй, башҡорт ҡыҙы!»
Конкурстар // 22-03-2011, 11:11


Әбйәлил район мәҙәниәт һарайында «Һылыуҡай – 2011» конкурсы уҙҙы
«Сибәрһең дә,уңғанһың да, эй, башҡорт ҡыҙы!»Оҙайлы көн, йоҡоһоҙ төн буйына һуҙылған хореография, вокал, актер оҫталығы, визаж буйынса белгестәр менән махсус дәрестәр, төрлө костюм һайлау мәшәҡәттәре, сығыш алдынан уйланыуҙар, борсолоуҙар – матурлыҡ бәйгеһенең финалына уңышлы сыҡҡан райондың һылыу­ҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары өсөн барыһы ла артта ҡалды......

Уларҙың тормошто яратыуына, ихтыяр көсөнә ҡарап өлгө алырлыҡ
Конкурстар // 22-03-2011, 11:08


Республика халыҡ ижады үҙәгендә күреү һәләте насар булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ конкурсы үтте
Уларҙың тормошто яратыуына, ихтыяр көсөнә ҡарап өлгө алырлыҡМатурлыҡ конкурсы тигәндә, күҙ алдығыҙға нимә килә? Йәш һылыу ҡыҙҙар, матур кейемдәр, дефиле артынан дефиле, артыҡ аҡыл талап итмәгән конкурстарҙыр, моғайын. Матурлыҡ конкурстарының күбеһе, ысынлап та, шундай. Шуға ла Республика халыҡ ижады үҙәгенең Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы (ВЭГУ) менән берлектә күреү һәләте насар булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Супер-леди» конкурсы ойошторасағы тураһында ишеткәс, аптырап та ҡалғайным....

Рима НОҒОМАНОВА: «Кешеләр күңеленә әҙ генә булһа ла матурлыҡ осҡондарын һалғым килә»
Конкурстар // 22-03-2011, 11:02


Рима НОҒОМАНОВА: «Кешеләр күңеленә әҙ генә булһа ла матурлыҡ осҡондарын һалғым килә»Гүзәл тәбиғәтле, таланттарға бай Баймаҡ районының Аҡтау ауылы ҡыҙы Рима Ноғоманова булам. Миңә 22 йәш. Бәләкәй саҡтан йырларға, бейергә, бешеренергә яратам. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының актерҙар бүлеген тамамлағандан һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына ситтән тороп уҡырға индем. Хыялым – уҡыуымды уңышлы тамамлап, тыуған республикамдың мәҙәниәтен үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөмдө индереү.
Кешеләрҙең ябай, ихлас, ярҙамсыл булғанын яратам. Ҡайһы бер йәштәребеҙҙең эскелеккә бирелеп, үҙ-үҙҙәрен юҡҡа сығарыуын күреп, йөрәгем әрней. Уларҙың бөтәһенең дә күңелдәренә әҙ генә булһа ла матурлыҡҡа һөйөү тыуҙырырлыҡ осҡон һалғым килә....

Икенсе тайм тамам, һуңғыһына әҙерһегеҙме?
Конкурстар // 19-03-2011, 14:14


Шулай итеп, хоккей һөйөүселәребеҙ өсөн ойошторолған викторинаның икенсе таймына ла һығымта яһарға ваҡыт етте. Нисауа, был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге бер аҙ кәмей төшһә лә, уҙған, йәғни беренсе тайм ҡатнашыусыларының барыһы ла тиерлек яуап ебәргән. Сөнки еңеүселәребеҙ ошо өс тайм һөҙөмтәләре буйынса билдәләнәсәк. Икенсе тайм һорауҙарына тулыһынса дөрөҫ итеп өс уҡыусыбыҙ яуап биргән – Өфө ҡалаһынан Динара Дилмөхәмәтова-Ғәйнет­динова, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан студент Фәнил Торомтаев һәм Бөрйән районының Нәби ауылынан Айсар Нәбиуллин. Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Гөлнур Ҡолшәрипованы ла улар араһына индерергә булыр ине. Әммә һуңғы һорауҙы аңламағанмы икән, ул, хоккей менән 7 – 8 йәштән махсус хоккей мәктәптәрендә шөғөлләнә башлайҙар, тигән. Дөрөҫ кеүек, тик һүҙ унда тарихы тураһында бара. Тимәк, яуап: хоккейҙы, спорт төрө булараҡ, Канадала үҙләштерә башлайҙар. Тәүге рәсми уйын 1875 йылда уҙғарыла....

Гөлсәсәк АҠЫЛОВА: «Бары тик «алға» ғына»
Конкурстар // 15-03-2011, 13:37


Гөлсәсәк АҠЫЛОВА: «Бары тик «алға» ғына»Мин Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплағанда, ата-әсәйемде ҡыуандырып, 1992 йылдың 1 декабрендә Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен.
Бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә маһир булдым. Н. Мусиндың, З. Биишеваның, Д. Бүләковтың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. Күңелемдә булған хис-тойғоларымды шиғыр юлдарына һалам. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында 1-се курс­та белем алам. Ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайым. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, китаптар уҡыйым. Был донъяның һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышам. Саф күңелле, алсаҡ, мөләйем кешеләрҙе яратам. Киләсәккә маҡсаттарым күп. Теләгем – төплө белем алып, республикама файҙалы кеше булыу....

Ҡышһылыу билдәләнде, Яҙһылыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ
Конкурстар // 15-03-2011, 13:35


Ҡышһылыу билдәләнде, Яҙһылыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ«Йәшлек» гәзите Ҡышһылыуҙы билдәләр өсөн «Вконтакте» сайтында үҙенең төркөмөн булдырғайны. Ул http://vkontakte.ru/club24213300 адресы буйынса урынлашҡан. Ҡышһылыу исеменә дәғүә итеүсе дүрт һылыуҡай – Луиза Хәлфетдинова, Луиза Зәкирйәнова, Гөлнара Сабитова һәм Айгөл Вәлитова өсөн тауыш бирергә була ине унда. Тауыш биреүгә ихлас ҡушылыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең фекерҙе белеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Шулай итеп, иң күп тауыш йыйыусылар Луиза Зәкирйәнова менән Айгөл Вәлитова булып сыҡты. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшкәндән һуң, Ҡышһылыу титулын Айгөл Вәлитоваға бирергә булдыҡ. Ҡышһылыу, Яҙһылыу, Йәйһылыу, Көҙһылыу «Йәшлек» гүзәле – 2011» исеме өсөн көрәшен дауам итәсәк. Ә әлегә Яҙһылыу исеменә конкурс башланды. Ситтә ҡалмағыҙ, ҡыҙҙар!
Яҙһылыу исеменә тәүге конкурсантыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ....

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылыта
Конкурстар // 15-03-2011, 13:05


Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылытаБалалар йортона барған һайын күңелде төрлө уйҙар биләп ала. Төрлө сәбәптәр буйынса ошо йортҡа эләккән балалар яҙмышы уйға һала. Ғөмүмән, был йортҡа бер кем дә тыныс ҡына аяҡ баҫа алмайҙыр ул. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда үткән «Иң яҡшы балалар йорто педагогы» конкурсына барғанда ла күңелде балалар һәм унда эшләүсе тәрбиәселәр тураһындағы уйҙар баҫты.
Үҙем дә ҡасандыр балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгәнлектән, был учреждениеның эске тормошон, тәрбиәсенең эшен дә бик яҡшы аңлайым кеүек. Иң сабыр, иң изге йөрәкле һәм бөтә күңеле менән балаларҙы яратҡан кешеләр генә унда эшләй ала. Ә инде балаларҙың һөйөүен яулап алған тәрбиәселәр менән улар араһында ниндәйҙер туғандарса яҡын мөнәсәбәт урынлаша, иң нескә серҙәрен дә улар ярат­ҡан тәрбиәселәре менән генә уртаҡлаша....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM