НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Илеңдең кәрәкле кешеһе булыу – ҙур бәхет!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-05-2018, 13:07


Һуңғы дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Шау-гөр килеп, курсташтарым кабинет ишегенән коридорға һибелде. Кемдер ашыға, кемдер һалмаҡ ҡына атлай... Егет-ҡыҙҙар бер-береһен көтөп, һөйләшеп кейенешеп, һаубуллашып, ҡайтыр юлға сыға.
Ғәҙәттә, колледждан хыялдарға бирелеп ҡайтырға яратам. Тиҫтерҙәремә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой. Бәләкәй саҡтан миңә: «Барыһы ла – үҙ ҡулыңда, яҡшы уҡы, аҡыллы, тәрбиәле булыу һинең үҙеңдән тора», – тигәнде йыш ишетергә тура килде. Ә үҫә төшкәс, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә нығыраҡ ышана барам....

Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-05-2018, 13:07


2118 йыл. Донъя төрлө яңы технологиялар менән тулған. Кешеләр бер-береһе менән аралашмай. Улар виртуаль донъяла йәшәй. Әйтерһең, интернет кеше менән идара итә. Заманса технологиялар арҡаһында кешелек хатта икенсе планеталар менән бәйләнештә була ала. Ә бына кешеләрҙең баш күтәреп тирә-яҡҡа ҡарарға, һөйләшергә лә ваҡыты юҡ. Яңылыҡ, кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәт, бөткөһөҙ проблема…
Бына шулай йәшәгән ваҡытта беҙҙең геройыбыҙ яңылыш ҡына үҙенең өләсәһенең көндәлеген табып алды. Бында йөҙ йыл элекке, 2018 йылғы, ваҡиғалар бәйән ителгәйне. Бына нимәләр яҙылған унда....

Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 10-05-2018, 13:06


Халҡыбыҙҙың һәр вәкиле башҡорт телен белергә тейеш. Сөнки туған тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул күңел нуры ла. Ул беҙҙең тән, һәр күҙәнәгебеҙҙең теле. Ошоно һәр ата-әсә тоя белергә бурыслы. Туған телһеҙ кеше – йәнһеҙ ғәрип. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ниндәй телдә һөйләшә, һеҙ шул милләткә хеҙмәт итәһегеҙ тигән һүҙ....

Эльвина ХӘСӘНОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 7-05-2018, 16:46


Эльвина ХӘСӘНОВА
Республикабыҙҙың балға-майға, арҙаҡлы шәхестәргә, матур ҡыҙ-егеттәргә бай Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында 2001 йылдың 28 февралендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен.
Әле ауылыбыҙҙағы мәктәптең 11-се класында белем алам. Тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡыйым. Спортты үҙ итәм, волейбол уйнарға яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән булышырға яратам.
Киләсәктә яҙмышымды хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләгем килә. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ошо йүнәлештә белем алырға теләйем....

Илүзә АМАНҒОЛОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 20-04-2018, 12:00


Илүзә АМАНҒОЛОВА
Илүзә Таһир ҡыҙы АМАНҒОЛОВА булам. Сығышым менән Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. 9-сы класҡа тиклем үҙебеҙҙәге мәктәптә уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университеты физик–техник институтының 2-се курсында уҡып йөрөйөм.
Бик күркәм ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Мәктәп йылдарында төрлө спорт ярышында, олимпиадала ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Хәҙер ҙә спорт менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.
Киләсәккә хыялым – яҡшы итеп уҡыуҙы тамамлап, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу. Был тормошта бәхетле булыу теләгем дә көслө. Ышанам, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!...

Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-04-2018, 11:29


Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Әсәм теле. Сәсән теле. Туған тел. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән Хоҙай Тәғәлә кешегә иң элек тел бүләк иткән. Беҙҙең телебеҙ әсә һөтө менән ингән. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә уны һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең изге бурыс.
Кеше тәүҙә үҙ теленең матурлығын, изгелеген, ҡиммәтен тойорға тейеш. Шул саҡта ғына уның ниндәй тәрән, хисле, яғымлы икәнлегенә ышана һәм киләсәккә тапшырырға әҙерләнә....

Зәлиә ВӘЛИЕВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 13-04-2018, 13:12


Зәлиә ВӘЛИЕВА
Атайым менән әсәйемдең беренсе мөхәббәт емеше булып, хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Атауҙы ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым тап ошо йәмле ерҙә үтте.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткәнлектән, Магнитогорск дәүләт техник университетының иҡтисад бүлеген һайлап, уны уңышлы тамамланым.
Район, ҡала кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадалар­ҙа әүҙем ҡатнашам.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, бәйләргә, саф һауала йөрөргә яратам.
Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора....

Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 12-04-2018, 07:00


Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә....

Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 9-04-2018, 10:54


Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
– Әсәй, әсәй, ҡара ниндәй ҙур “бишле” алып ҡайттым! Башҡорт теленән! – тине батырҙарса башын өҫкә күтәреп, ғорурланып, Урал исемле малай көндәлеген әсәһенә күрһәтте лә, балалар баҡсаһынан ҡайтҡан һеңлеһенә аяҡ кейемен сисергә ярҙам итте.
– Уңғанымды! Әйҙәгеҙ, балалар, аш беште. Атаһы, туҡтап тор, эш ҡасмаҫ ул!
Яҙҙың ҡояшлы, матур көндәренең береһе ине был. Бер нисә көндән уҡыуҙар бөтә. Йәй яҡынлаша. Ошондай ваҡытта Айгөлгә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Тыуған ауылын, туғандарын, яҡындарын һағынған ул.
– Айгөл, – үҙенә өндәшкән кеүек кенә, Айнур ҡатынына ҡарап, – Әлиә ҡайтҡан, тиҙәр.
– Эйе. Ишеткәйнем. Был балалар тыңлауһыҙ, йәшәү юҡ, тип ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып, кире ҡайтҡан.
– Балалар тыңлауһыҙ...
– Ә ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә бала инек бит......

Динара ҒӘЛЛӘМОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 6-04-2018, 10:45


Динара ҒӘЛЛӘМОВА
Әбйәлил районының Рауил ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға ауаз hалғанмын. Бәләкәй саҡтан йырларға, шиғыр яҙырға, спорт менән шөғөлләнергә яратам. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеhемен.
Әле миңә 17 йәш, Өфө дәүләт сауҙа-иҡтисад колледжының икенсе курсында белем алам. Йыр түңәрәгенә йөрөйөм, төрлө сәхнәлә сығыш яhайбыҙ.
Киләсәктә үҙемде яратҡан һөнәремә арнарға теләйем. Хыялымда шулай уҡ донъя гиҙеп, илдәр күреп сәйәхәт итеү ҙә бар....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM