НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Туғандарымдың һәм дуҫтарымдың бәхетле ғүмер кисереүен теләйем
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 23-04-2015, 18:16


Мин – Ләйсән Шәфҡәт ҡыҙы Аҙнабаева – 1998 йылдың яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән йәмле май айының 20-се көнөндә Белорет ҡалаһында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта Абҙаҡ ауылында йәшәйем.
Шөғөлдәрем бик күп: шиғыр­ҙар яҙам, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам, йыр-бейеү менән мауығам. Бынан тыш, бер йылдан ашыу милли көрәш секцияһына йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға яратам, сит телдәр­ҙе һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнәм, дуҫтарым менән аралашам.Туғандарымдың һәм дуҫтарымдың бәхетле ғүмер  кисереүен  теләйем
Хыялдарымдың береһе – туғандарымдың, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың оҙон ғүмерле, яҡты киләсәкле, донъяның барлыҡ һөйөнөстәренә ҡыуанып, бәхетле ғүмер кисереүен теләйем.
...

Лилиә Сәйфуллина: «Ғүмеремде лайыҡлы итеп үткәрергә теләйем
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-04-2015, 10:39


Лилиә Сәйфуллина:  «Ғүмеремде  лайыҡлы итеп үткәрергә  теләйем1995 йылдың 5 октябрендә хоҙур күк Ирәндек тауҙары уратып алған Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында сауҙа-иҡтисад колледжында белем алам. Яратҡан шөғөлөм – һүрәт төшөрөү.
Тормошта алға ҡуйған маҡсаттарға, теләктәргә ирешеп, йәшәүҙең йәмен күреп, Хоҙай тарафынан бирелгән ваҡытты лайыҡлы итеп үткәрергә теләйем. Намыҫлылыҡ, йәшәү дәрте, ғәҙел булыу – ысын кешенең иң төп сифаттары, тип уйлайым....

Гүзәл Тулыбаева: “Йәмәғәт тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 10-04-2015, 09:14


Гүзәл Тулыбаева:   “Йәмәғәт  тормошонда, спортта, ижадта ҡайнап йәшәйем”Гүзәл Мансур ҡыҙы Ту­лыбаева булам. 1997 йылдың 30 майында донъяға килгәнмен. Сығышым Мәләүез ҡалаһынан.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында бе­лем алам. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашам. Гимназиябыҙҙың волейбол командаһында уй­найым. "Таңсулпан" драма театрында ла шөғөлләнәм. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тегәм: ҡашмау, елән, селтәр менән ЮНЕСКО конференцияһында 1-се урын яуланым....

Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башлана
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 3-04-2015, 08:51


Ҙур маҡсатҡа юл бәләкәй еңеүҙән башланаИшембайҙа тыуып үҫкән Алина Байдәүләтова тәүге һүҙҙәрен йырлап, беренсе аҙымдарын бейеп баҫҡан, күрәһең. Юғиһә күңеле менән йыр-моңға ғашиҡлығын, бейеүгә әүәҫлеген башҡаса аңлатырлыҡ түгел. Ҡыҙ “Алтынай”, “Берғамыт” бейеү ансамблдәрендә яратып шөғөлләнә, быйыл фортепиано буйынса сәнғәт мәктәбен тамамлаясаҡ. “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, “Башҡорт бейеүенә һөйөү” номинацияһында билдәләнгән. 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткәрелгән “Оҙон сәс” конкурсында ла Алина башҡа конкурсанттар менән бер рәттән һынау тотто.
Береһенән-береһе һөйкөмлө һылыуҡайҙар уҡытыусылары, жюри ағзалары, дуҫтары алдында бәйге этаптарын үтте. Ҡайһылары – күңел түренән сыҡҡан шиғыр юлдары, икенселәре йыр аша үҙҙәре менән таныштырҙы...

Анонс: Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 20-03-2015, 10:50


Анонс: Бер ҡасан да  юғалып  ҡалмаҫҡа!Ирек ҡыҙы Мәүлийәрова булам. Таулы, аллы-гөллө сәскәле, йәмле тәбиғәтле Әлшәй районының Баязит ауылында 1992 йылдың 30 апрелендә донъяға килгәнмен.
Бәләкәйҙән ситтә белем алдым. Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға индем. Уҡытыусылар биргән белем, үҙемдең ныҡышмал булыуым ҡыҙыл диплом алыуға булышлыҡ итте. Шулай уҡ психология менән мауығам, инглиз телен өйрәнәм....

«Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 12-03-2015, 17:56


«Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға!»Йәмле Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы Миләүшә Шәрипова булам. 1993 йылдың ноябрь айында Саян йондоҙлоғонда донъяға килгәнмен.
Әле Башҡорт дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәренә уҡыйым. Шулай уҡ ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура институтының реклама бүлегендә лә белем алам. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам, концерт-театрҙарға йөрөргә яратам.
Бәләкәйҙән инглиз телен яратып өйрәнәм, сит ил әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынам. Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм. Аш-һыу өлкәһендә лә үҙемде һынатмайым.
"Тормошта үҙ урынымды табырға һәм уңышлы кеше булырға" тигән маҡсат менән йәшәйем. Үҙ хыялдарыбыҙҙы әйҙәп алға атлаһаҡ, бөтә теләктәребеҙ ҙә тормошҡа ашыр!
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM