НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гүзәлиә ВАХИТОВА


Гүзәлиә ВАХИТОВА
Башҡортостандың иң хозур төбәктәренең береһе – Бөрйән районының Мәндәғол ауылында өлгөлө, татыу ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым ауылда, атай-әсәйем янында үтте. Башланғыс белемде – үҙ ауылым мәктәбендә, урта белемде Иҫке Собханғолда алдым. Әле Өфө урман техникумында икенсе курста уҡыйым.
Ваҡытымды дөрөҫ итеп бүлергә тырышам, яратҡан шөғөлдәр­ҙе лә онотмайым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү, һындар эшләү менән шөғөлләнәм. Һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡып, ҡулыма танытма ла алдым. Туй, тыуған көндәргә открытка-бүләктәр­ҙе үҙ ҡулдарым менән эшләйем. Мәктәптә уҡығанда "Скул-лайф" телестудияһында алып барыусы ла булғайным, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым. Инша-шиғыр яҙыу, ятлау буйынса һәр саҡ призлы урындар яуланым. Коми республикаһында үткән конкурста ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Быйыл интернетта үткән конкурс­та "Бөрйән һылыуы – 2018" исемен алдым.
Тормош девизым – "Өйрәнергә, белергә, еңергә!". Һәр ваҡыт яңы маҡсат-хыялдар менән янып йәшәйем. Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыял­ланам.

Сығыу ваҡыты 19-10-2018, 11:29 | Ҡаранылар: 107
|
  • Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
  • Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”
  • Роза Ишбулатова: “Һәр ваҡыт алға!” – тип йәшәйем
  • Күңелем тулы дәрт!
  • Ләйсән ямғыры яуғанда донъяға килгәнмен
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM