НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”

“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”


“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”“Исемең – сәскә, фамилияң – батыр.
Ямаҡай ауылында тыуһаң да,
Үҙең бигерәк матур!” – тип яҙғайны миңә шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина.
Эйе, минең исемем – Роза, фамилиям – Батыраева. 1992 йылдың 24 мартында Благовар районында донъяға ауаз һал­ғанмын. Мин дә, яҙ миҙгеле кеүек, төрлө яҡтан үҙемде һынап ҡарарға яратам.
Татыу, матур ғаиләлә апайҙарымдың “ҡояшыбыҙ” тип иркәләүенә, атай-әсәйемдең наҙына төрөнөп үҫтем.
Бәләкәйҙән тырышып уҡыным, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Мәктәп йылдарынан яҙышырға, ижад емештәремде гәзит-журналдарға ебәрергә яраттым. “Йәншишмә” гәзитенең яҡын дуҫы, йәш хәбәрсеһе булдым. Әле лә илһамланған саҡтарымда уй-хистәрем ҡағыҙ биттәренә шиғыр юлдары, рәсем булып төшә.
Ҙур еңеүҙәремдең береһе – Рәсәй Президенты грантын алыу, Рәсәй Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнеүем.
Урта белем алғас, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетында уҡып, 2015 йылда ҡулыма диплом алдым.
Яратҡан шөғөлөм – Латин Америкаһы бейеүҙәре һәм бешеренеү. Шуға ла йыш ҡына аш-һыу бүлмәһендә сальса, бачата бейей-бейей ни менәндер мәж килгәнемде күрергә була. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп йөрөгән йылдар­ҙа үҙем өсөн тағы ла бер шөғөл таптым – уҡ-һаҙаҡтан атыу.
Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ теләктәремде әйтеп үткем килә: тик гүзәл затҡа ғына хас сифаттарҙы онотмағыҙ

Сығыу ваҡыты 3-07-2017, 15:32 | Ҡаранылар: 396
|
  • Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”
  • Һәр яҡтан да камил ҡыҙ
  • Донъяға йылмайып ҡарарға һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа!
  • «Маҡсатым – атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»
  • Фирүзә ӘБҮБӘКИРОВА: “Тик яҡшы уй-ниәттәр генә беҙҙе маҡсаттарға илтер!”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM